Яҡшыға өмөт итеп, насарға әҙер булып йәшәү кәрәк, тигән халыҡ аҡылы бар. Һуңғы ваҡыттағы тәбиғәт катаклизмдары, урман янғындары, йоғошло сир таралыуы кеүек афәт күренештәренә әҙер инекме беҙ? Былар киләсәктә һабаҡ булырмы?
Ғәйнетдин КАМАЛЕТДИНОВ, хеҙмәт ветераны, Мәләүез ҡалаһы: Ысынлап та, кеше тәбиғәте шундай: ул нисек кенә имен, яҡшы йәшәмәһен, эске аң менән барыбер көтөлмәгән үҙгәрештәр ихтималлығын күҙаллап ҡуйғылай, төрлө хәлдәргә үҙенең әҙерлеген самалай, ғаиләһе, яҡындары өсөн борсола, тормош-көнкүреш сылбырын күҙ уңынан ысҡындырмай, һәр төрлө яңылыҡтар менән хәбәрҙар булып барырға тырыша. Айырыуса бөгөнгө осорҙа - һәр көнөбөҙҙө, бөгөн ниҙәр булып китте икән, тигән эске бер хәүефләнеү менән ҡаршылап йәшәгән ваҡытта. Бөгөнгөбөҙҙә имен-аман, тыныс ҡына йәшәп, эшләп, иртәгәбеҙ хаҡында ла хәүефләнмәгән элекке "торғонлоҡ"ло булһа ла тотороҡло замандар үтеп китте шул. Элеккене һағынып һөйләгәнде бик яратмай, магазиндарҙағы буш кәштәләр, аҙыҡ-түлек, промтауарҙар наҡыҫлығын иҫкә төшөрөп, битәрләй башлаусылар ҙа күп бөгөн, ундайҙарға һис юғы: "Ас тамағым, тыныс ҡолағым ине", - тип яуаплағы килеп китә. Ә шулай ҙа ул замандарҙа аслыҡтан интеккән бер кемде лә хәтерләмәйем былай. Һәр хәлдә, эшһеҙлектән яфа сикмәне халыҡ. Эшһеҙ ятҡан бер-ике кешегә лә көн булманы. Уларҙы "тунеядец" тип хурлыҡлап, эшкә урынлаштырыу хәстәрлеге күрелер ине. Ә бөгөн бит ундайҙарҙың иҫәбе-һаны юҡ: үҙ мәйеле менән дә, мәжбүр булыу сәбәпле лә. Иртәгәһен уйлаған кеше эшһеҙ ятырмы ла, яҡшыға өмөт итерме? Ә бит яҡшыға өмөт итеп йәшәү кешенең тәбиғи психологик торошо ул, тик заманалар үҙгәреүенә, климат һулышына ҡарап, кеше үҙен төрлө хәлдәргә лә әҙерләп ҡуя, ә беҙҙең арала битарафтар бик күп. Байтаҡ йылдар Эске эштәр системаһының янғын һағы өлкәһендә эшләгән кеше булараҡ, әйтә алам: бөгөн массовый төҫ алған көнкүреш һәм урман янғындарының ҡайһы бер осраҡтары тап ана шул битарафлыҡ, һаҡһыҙлыҡ арҡаһында ла килеп сыға бит. Урыҫ халҡының да ошондай хәлдәргә ҡағылышлы "Күк күкрәмәй тороп, мужик суҡынмай" тигән тапҡыр һүҙе бар. Мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәр йылдар буйы өйҙәрендәге иҫкергән электр үткәргестәрҙе яңыһына алыштырыу хәстәрлеге күрмәй, аҡса йәлләй, өйөнә газ хеҙмәте, электрик саҡыртып тикшертеп тороуҙы ла кәрәк тапмай, йә булмаһа, эскән килеш тәмәке тартып түшәгендә йоҡлап китә. Һөҙөмтәлә кеше үҙ битарафлығы ҡорбаны була. Әлеге пандемия шарттарына ҡарата ла шуны уҡ әйтергә мөмкин. Күпселек халыҡ хәҙер уны ысынтылап тороп был ҡырғын уйлап сығарылған нәмә тип ҡарай, сит илдәрҙә хатта санитар-эпидемиологик талаптарға ҡаршы протест сығыштары булып алды. Күрәһең, сир минән ҡайҙалыр алыҫта, кемдәрҙер ауырый, ә минең менән ундай хәл булмаясаҡ, тип фекерләй халыҡ. Бер танышым әйтмешләй, хәҙер автобуста йә башҡа йәмәғәт урындарында битлек кейеп йөрөү ҙә хатта уңайһыҙ, оят булып тойола башланы, сөнки әйләнә-тирәлә бер кемдең дә битлеге юҡ. Һеҙҙең һорауҙағы насарға әҙер булып йәшәү тигәнде мин икенсе төрлө тотанаҡлыҡ, тәртип, хәбәрҙарлыҡ, хатта ки мәҙәнилек, киң мәғәнәлә грамоталылыҡ тип аңлайым, сөнки бөгөнгө хәлдәрҙән тыш, үткәндәрҙе, ата-бабаларыбыҙҙың тормош-көнкүреш тәжрибәһен өйрәнеү, уларҙан отоп ҡалған һаҡсыллыҡ, алдағыңды ҡайғыртып йәшәү кеүек сифаттарҙы ҡуллана белеү; үҙеңдең, яҡындарыңдың ғүмеренә, һаулығына янаған хәүеф-хәтәрҙе иҫкәртеү сараларына эйә булыу, йә халыҡ дауалау һәм һауыҡтырыу әмәлдәре ярҙамында сирҙе алдан иҫкәртергә өйрәнеү, дөрөҫ туҡланыу, ябай ғына кимәлдә булһа ла спорт менән дуҫлашыу, эшсәнлек, йорт-ҡураңды төҙөк хәлдә тотоу, гел ыңғай көйләнештә булыу кешене күп бәлә-ҡаза һәм сирҙәрҙән аралап ҡалыуы ихтимал. Ә психикаһы сәләмәт, иммунитеты көслө кеше теләһә ниндәй йоғошло сирҙәрҙән дә имен ҡаласаҡ, һәр хәлдә бер аҙ сирләштерһә лә, тиҙ һауығасаҡ. Яманға әҙер булып йәшәү бына шуларҙан ғибәрәттер, тип уйлайым. Киләсәген күҙаллап, иртәгәһен ҡайғыртып, насарға әҙер булып йәшәү элекке замандарҙа ата-бабаларыбыҙ өсөн дә хас булған. "Ҡасып китһәң дә, сәсеп кит", - тип буштан ғына әйтелмәгәндер бит. Һәр выҡыт тейелгеһеҙ запас аҙыҡ-түлеге - маяһы булған халҡыбыҙҙың. Бигерәк тә оҙаҡ һаҡлана торған ҡаҡлаған ит, киптерелгән ҡорот, талҡан кеүек ризыҡтар шул турала һөйләйҙер, тип тә уйлап ҡуям.
Гүзәл ВИЛДАНОВА, философия фәндәре докторы,БДУ профессоры: Был һорауҙарға яуап бирер алдынан, ҡыҫҡаса ниндәй күҙлектән донъяға ҡарайһың, шул турала әйтеп китеү мотлаҡтыр, тип уйлайым. Сөнки, ниндәй кимәлдә тороуоңа ҡарап, яуаптар ҙа төрлө буласаҡ. Минең уйлауымса, фәлсәфәүи кимәлдән дөйөмләштереп әйткәндә, донъяға ике төрлө, бер-береһенә ҡапма ҡаршы ҡараш бар: беренсеһе - был донъя осраҡлы рәүештә ҡулайлы шарттар тыуғас, элементар йән эйәләренең барлыҡҡа килеп, уларҙың "Көслөнөкө - замана" ("выживает сильнейший") тигән принцип буйынса эволюция үтеп, юғары кимәлгә тиклем килеп етеүе. Был ҡараш эволюцияның иң юғары бейеклеге - кеше тип һанай. Ошо ҡараш нигеҙендә тормошон төҙөгән кеше, донъяла бөтә нәмә лә (шул иҫәптән ул үҙе лә) осраҡлы барлыҡҡа килгәс, тәбиғәт стихияларына ҡаршы көрәшергә, тәбиғәткә хужа булырға кәрәк, тип эш итә. Совет осоро - был ҡараштың хөкөм һөрөп, кире әйләнеп ҡайта алмаҫлыҡ ниндәй афәттәр сигенә килтереп еткереүенең асыҡ миҫалы булды. Тормошто былай ҡабул итеүҙең ағыуы сәләмәт экологияны юҡҡа сығарыу ғына түгел, ғаилә, тәрбиә, кеше мөнәсәбәттәренә лә ныҡ зарар килтерҙе һәм килтерә. Сөнки, был фәлсәфә яҡлы кеше нисек булһа ла тормоштан күберәк алып ҡалыу теләге менән яна, үлгәндән һуң ундайҙар кем алдындалыр яуап тотоу тураһында уйлап та бирмәй.
Донъяға икенсе, диаметраль ҡампа-ҡаршы ҡараш иһә был донъяның осраҡлы түгеллеген раҫлай. Уның аҡыллы башланғысы, был тормошто гармониялы итеп булдырыусыһы бар, ти. Тимәк, ошо ҡараш яҡлылар, был донъяға кеше хужа түгел, ул бары был гармониялы тормоштоң бер кес кенә өлөшө, тип ышана. Башҡорт халҡы, ғөмүмән, Совет идеологияһы хөкөм һөргәндә лә ошо ҡарашты тотоп йәшәгән. Был йәшәйештең гармониялы башланғысы - Аллаһы Тәғәлә. Бәхетле булам тиһәң, Ул үҙенең илселәре аша ебәргән тәғлимәттәрҙе өйрәнеп, шуларға ярашлы тормошоңдо ҡороу. Үҙенең донъяға ҡарашын ошо ҡалыпҡа ҡорған кешене иманлы тип атау шарт. Әлбиттә, белем һәм аң кимәле төрлөсә булғанлыҡтан, иман шарттарын үтәп йәшәмәү, хәрәм (тыйылған) ризыҡтар менән туҡланыу үҙ һөҙөмтәләрен бирә: кешенең иманы ҡаҡшай, ул бер юлы ике ултырғысҡа ултырырға маташыусыға оҡшай башлай һәм һөйләгән һүҙе алып барған тормошона, ҡылған эштәренә тап килмәй, ике стандартлылыҡ барлыҡҡа килә. Ҡыҙғанысҡа күрә, хәҙерге заман кешеһенең күбеһе шундай булып бара: Аллаға ла ышанырға теләй, бер үк ваҡытта был матди тормоштоң бөтө ләззәттәрен татығыһы ла килә, ә был асылда мөмкин түгел.
Шуға ла быйыл йәй республикабыҙҙа булған тәбиғәт афәттәре, йәмғиәттәге болғаныштар бер ҙә осраҡлы түгелдер, тип уйларға нигеҙ бирә. Тәбиғәттең ҡоролоҡ (Урал аръяғы райондарында июнь айында бөтөнләй ямғырҙар булманы) шарттары, шул сәбәпле килеп сыҡҡан янғындар йәки, киреһенсә, туҡтауһыҙ ямғыр (июлдең икенсе яртыһынан ямғырҙар башланды) арҡаһында ташҡан йылғалар, серегән бесәнлектәр - быларҙы иманы булған кеше, Аллаһы Тәғәләнең һынауы итеп сабыр ғына ҡабул итә. Сөнки кешенең тәбиғәт күренештәрен үҙгәртерлек хәле юҡ. Әммә аңлы рәүештә тәбиғәткә зыян килтергәндә, иманы булған кеше тыныс күңел менән ята алмаҫ, хәленән килгәнсә, нимә лә булһа эшләр. Быны беҙ республикабыҙҙа августың икенсе яртыһындағы Ҡуштау ваҡиғаларында асыҡ күрҙек.
Һәр ҡыйынлыҡ, ауыр хәлдәр, әлбиттә, кешелеккә уйланыу һәм дөрөҫ һығымталар яһап, күңелеңде, ниәттәреңде һәм йөрәгеңде сафландырыу өсөн бирелә, тип уйлайым мин. Әгәр һәр бер кеше, мин был донъяла үтеп барыусы бер мосафир ғына, ҡасандыр булмаясаҡмын, киткән хәлдә лә матди байлыҡтан үҙем менән бер генә нәмәмде лә алып китә алмаясаҡмын, шуға күрә иң мөһим байлыҡ - изгелек итеү, иман шарттарына ярашлы тормош алып барыу, кеше рәхмәттәренә лайыҡ йәшәү, эскерһеҙ күңел менән ҡылынған изгелектәр, үҙ бурыстарыңды (ата-әсәңә ҡарата, хәләл ефетеңә, балаларыңа, хеҙмәтсән булараҡ, эшләгән эшеңдә) урын еренә еткереп үтәү шарт икәнен аңлаһа, беҙҙең йәмғиәт нәфсе ҡотҡоһо аша ингән аҙғынлыҡтарҙан әҙ генә булһа ла сафланыр, азат булыр ине. Шуға күрә һығымта рәүешендә шуны әйтергә була: бәхет - ул тәүфиҡлы (иманлы) тормоштоң һөҙөмтәһе. Тәбиғәт афәттәреме, кеше нәфсеһе тыуҙырған йәмғиәт проблемалары булһынмы - кешенең был донъяны барлыҡҡа килтереүсе Аллаһы Тәғәләнең гармониялы ҡанундарын боҙоп, донъяға, хатта тәбиғәт байлыҡтарына хужа булырға ынтылыуынан, үҙен мәңгегә йәшәргә килгәндәй тойоп тотоуынан килә. Тәбиғәтте һәм йәмғиәтте саҡ ҡына булһа ла яҡшы яҡҡа үҙгәртеү өсөн һәр бер кеше үҙенең уйындағын, һәр бер ҡылыҡ-ғәмәлдәрен Аллаһы Тәғәлә күҙәтеп, күреп- белеп тороуын, ғәмәл дәфтәренә теркәй барыуын белергә һәм иҫендә тоторға тейеш. Юлдарҙа ҡуйылған камералар алдында штрафтан ҡурҡып, тиҙлеген кәметкән шоферҙар һымаҡ, алдыбыҙҙа күренмәгән, әммә һәр бер ниәтеңде һәм ғәмәлеңде лә иҫәптән сығармаған "камера" - (Аллаһы Тәғәлә фәрештәләре) бар икәнен иҫтән сығармаһаҡ ине. Шул ваҡытта беҙ йәшәгән урындарҙа тәбиәғәт афәттәре лә, башҡа бик күп социаль бәләләр ҙә күпкә кәмер ине, тип уйлайым.
Зөбәйҙә ҠӘЛӘМОВА, хеҙмәт ветераны, тыуған яҡ тарихын өйрәнеүсе, Учалы районы Сораман ауылы: Бөгөнгө ғүмерҙә лә ишетмәгән сирҙәр килеп сыға башлауы тураһында интернеттан, гәзиттәрҙән уҡып белеп, йә ишеткеләп торола. Әлеге "ҡороғор вирус" нәмәкәй тураһындағы тапшырыуҙарҙы тәүге айҙарҙа ҡыҙыҡһынып китеп, ТВ каналдары, гәзит биттәренән дә күҙәтеп барғайныҡ. Тора-бара, бер үк нәмәне тыңлау хәлде ала, йөрәккә шом һала башланы. Ирекһеҙҙән Салтыков-Щедриндың "Премудрый пескарь" әҫәре иҫкә төшә.Унда бер ташбаш балыҡтың хәүеф-хәтәрҙән ҡасып, бер кем менән аралашмай, аулаҡ өңөндә боҫоп тик ятыуына ҡарамаҫтан, ғүмеренең фажиғә менән осланыуы тасуирлана. Бөгөн кеше, айырыуса оло йәштәгеләр, тәүге осорҙарҙа ана шул боҫоп йәшәгән балыҡ хәлендә ине.Таныштарым араһында ла ҡурҡып, көн оҙоно өйҙә ултырыусылар булды. Хатта эскәмйәлә ял итеп ултырыусылар ҙа, ауылдашы күренеү менән, йылт итеп өйгә инеп китәләр икән. Метр ярым алыҫлыҡтан аралашыу хәүефһеҙлеге тураһында әллә белмәгәндәр әллә белеп тә онотҡандар йә уға ла хатта ышанмайҙар. Ә бит ауыл ерендә аралашмайынса йәшәү мөмкин дә түгел. Бер-беребеҙ менән көтөү ҡыуғанда ла көн һайын осрашырға тура килә. Һүҙ осо әлеге нәмәгә бара ла төртөлә. Шул саҡ уны икенсе йүнәлешкә борорға тырышыла. Сөнки боронғолар хуп күрелмәгән нәмәләрҙе исеме менән атауҙы тыйған. Артыҡ һөйләү, исемен йыш ҡабатлау уны саҡырыуға бәрәбәр, тиерҙәр ине. Баҡтиһәң, йыш телгә алыу туҡтауһыҙ сәбәләнеүгә тиң. Хатта, үҙең үк ауға барып эләгеү ҡурҡынысы бар, тигәнде ишеткән бар. Шуға күрә, боронғолар өйрәткәнсә эшләргә булдыҡ. Күп ҡабатлаһаң, насар нәмә матдиләшә икән. Һулаҡай яурын аша өс мәртәбә төкөрөп, тәүбә иттек тә барыһын да Аллаһ Тәғәләгә тапшырып, ниһайәт, тынысландыҡ… Тик әҙәм балаһы яҡшыға ла, яманына лә күнегә. Шулай ҙа халыҡтың күпселек өлөшө үткәндәрҙән һабаҡ ала. Уяулыҡты юғалтмай. Һаҡланғанды һаҡлармын, тигән бит Хоҙайыбыҙ ҙа.
Әйтә торған шәхси фекерем әлеге лә баяғы "ҡороғор нәмә"гә лә ҡағыла. Билдәле булыуынса, эш урынында берәү бәләгә тарый икән, уның эргәһендәгеләргә лә үҙизоляция талаптарын үтәргә ҡушалар. Әлеге сир арҡаһында яҡындарыбыҙ араһында ике аҙна өйҙә ултырып эшләүселәр ҙә булды. Был турала белеү менән, хәләл ефетем тиҙ арала барыһының да баш-күҙенән ҡорбандар салды. Даими рәүештә икәүләшеп хәжәт намаҙҙары уҡыныҡ. Аллаһ Тәғәләнең күркәм исемдәренең ҡайһы берҙәре, мәҫәлән: әс-Сәләмү (сәләмәт булыусы Зат), әл-Мөъмин (ҡолдарына именлек, тыныслыҡ биреүсе), әл-Хафиҙ (Һаҡлаусы) тип һәр көн иртән зекер әйтәбеҙ.
Бөгөнгө көн менән йәшәһәң дә, алдағы көндөң дә именлеген хәстәрләргә кәрәк, тигән ҡараштамын әлеге мәлдә. Үҙемсә, барыһын да һаҡлауҙа өлөш керетәм: урамда тиҙ ярҙам машинаһын күргәндә, ауырыуҙарҙың сирҙәре үтеүсән, алыҫ юлға сығыусыларға-хәйерле юлдар, туй-фәлән машинаһындағы йәштәргә күңелемдән бәхетле ғүмер теләп ҡалам. Авария кеүек нәмәләрҙән аралау ниәтендә, барыһына ла, Йәә Нәфиғ - тимер фәрештәләренә сәләм, Аллаһ үә Әхәд, үә Рәсүли Әхмәди - ямандарҙан яҙлыҡтыр, яҡшыларға олғаштыр, тип теләп ҡаламын.
Ҡаза - ҡаш өҫтөндә, бәлә - аяҡ аҫтында, тиҙәр. Бынан ике йыл элек ейәндәр беҙгә күрһәтмәй генә, май шәм яндырып тыуған көн уйнаған. Шул сәбәпле һарайһыҙ тороп ҡалдыҡ. Бындай хәлдә, тыныслыҡ һаҡлау, үҙеңде ҡулға алыу - тәүге талап . Ярҙамға килгән кешеләр мине түгел, ә миңә уларҙы тынысландырырға тура килде. Әлхәмдулилаһ шөкөр, ваҡытында ярҙам саҡырыу, ауыл халҡының берҙәмлеге арҡаһында ғына бәләнән ҡотолоп ҡала алдыҡ. Ейәндәрҙең шаярыуы беҙгә уяу булырға, итәк-еңде йыйып йөрөргә һабаҡ бирҙе. Һаҡлана белгәнде һаҡлармын, тигән бит. Бынан шундай һығымта яһарға мөмкин: үткәндәрҙән һабаҡ алыу күп осраҡта кешенең булмышына бәйле. Һабаҡ алғаны - алыр, алмағаны - ни хәл итәһең инде - алмаҫ, үҙҙәре өсөн. Йәш саҡта ҡурҡыуҙы бөтөнләй белмәгән ваҡыттар иҫкә төшә. Беҙ, ирле-ҡатынлы Ҡәләмовтар, уҡыусылар, дуҫтар, ата-әсәләр менән бергә Ирәмәл, Арҡайым, Шүлгән мәмерйәһе һ.б. шуның кеүек ерҙәргә сәйәхәткә сыға ла китә торғайныҡ. Һәм һәр ваҡыт тик яҡшыға ғына өмөт итеп, барыһын да Аллаһ Тәғәләгә тапшырғанға, ата-әсәләр, тоғро йән дуҫтарға ышанғанға күрә, имен-аман сәйәхәт иткәнбеҙ. Ошо көйләнештә йәшәүебеҙҙе дауам итһәк, бер ниндәй афәттәргә лә бирешмәбеҙ, иншалла.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.
