Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ ғәмәлгә ашырыу, республика халыҡтарының башҡорт мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныуын арттырыу өсөн бик аҙ ғына - етәкселәребеҙҙең илтифаты һәм иғтибары ла етә…
Зөлхизә ӘБДРӘЖӘПОВА, Мәләүез ҡалаһы: Туған тел - ул милләтте йәшәткән, уның булмышын һаҡлаған, киләсәккә күпер һалған рухи ҡиммәттәрҙең береһе. Халҡының асылын ҡәҙерләгән, телен мөһим йәшәү сығанағы итеп таныған, уға ғорурлыҡ һәм ихтирам менән ҡараған шәхескә башҡаларҙың ошо телгә иғтибары, әлбиттә, уның күңелендәге иң нескә тойғоларын уятыуға сәбәпсе була. Тел - тере шишмә тиҙәр, уны ҡәҙерләгән, аңлаған, яратҡан кешегә дауа һәм көс сығанағы ла ул. Бөгөнгө ябай булмаған ысынбарлыҡ шарттарында ул рухи ҡиммәт сигенән сығып, әхлаҡи күрһәткескә әйләнеп бара, сөнки теге йәки был телгә ҡарата ихтирам, толерантлыҡ, шул уҡ хуш күңеллелек һәм күп милләтле республика халыҡтары үҙ-ара һыйышып йәшәүе менән тығыҙ бәйле.
Башҡортостан Республикаһында ике дәүләт теле бар. Улар икеһе лә бер үк хоҡуҡҡа эйә. Күптән түгел республика Хөкүмәте вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәровтың республика Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә Башҡортостан халыҡтарының милли кейем көнөнә әҙерлеге тураһында башҡортса сығыш яһауы туған телен һөйгән, туған телен ҡәҙерләгән һәр кешенең күңеленә май булып яғылғандыр, тип уйлайым. Был яңылыҡ республикала йәшәгәндәрҙең барыһының да иғтибарын йәлеп иткәндер, тиһәм, бер ҙә арттырыу булмаҫ. Быға тиклем дә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ултырыштарында ҡайһы бер депутаттарҙың башҡортса сығыш яһауы, хатта бер-ике ауыҙ һүҙ генә әйтһәләр ҙә, ҙур тулҡынланыу менән ҡабул ителде. Ошондай уҡ тулҡынландырғыс хис-тойғоно Беренсе Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайында венгр ғалимы Йозеф Торманың башҡорт телендә сығышын ишеткәндә кисергәйнем.
Власть органдары вәкилдәренең туған телдә сығыш яһауы, халыҡҡа мөрәжәғәт итеүе бик ыңғай һәм шатлыҡлы күренеш. Һүҙ ыңғайында шуны әйтеп китеүҙе лә кәрәк тип табам: күрше Татарстан республикаһында президенттарынан башлап, уларҙың власть органдарында эшләгән кешеләре төбәк халҡына үҙ телендә мөрәжәғәт итеүенә һоҡланып, хатта йәшермәйем, бер аҙ көнләшеү тойғоһо менән тыңлайым. Беҙҙә лә шулай булһын ине, тиеп теләйем. Үҙ республикаһы халҡының йөрәгенә, күңеленә юл эҙләгән дәүләт етәксеһе шул халыҡ телендә мөрәжәғәт итергә, һөйләшергә генә түгел, улар кисергәнде кисерә, тойғанды тоя белергә тейештер, минеңсә.
Телдең ҡулланыу даирәһен киңәйтеү өсөн гранттар булдырыу, Башҡорт теле йылын иғлан итеү менән бер рәттән, һис шикһеҙ, бөтә халыҡтың ошо телдә иркен һөйләшеүен тәьмин итергә кәрәктер. Төрлө кимәлдәге ултырыштарҙа бер кеше һөйләй, араһында бер нисә кеше генә аңлай. Күпселектең аңлауын бойомға ашырһаҡ, бик тә яҡшы булыр ине...
Сәйфулла ӘМИРОВ, хеҙмәт ветераны, Көйөргәҙе районы Йомағужа ауылы: Был фекер менән тулыһынса килешәм. Беҙҙә бөтә нәмә өҫтән, баштан килә бит. Яҡшыһы ла, насары ла, тигәндәй. Атай-олатайҙарыбыҙ "Балыҡ башынан серей" тип, бик тапҡыр әйтем ҡалдырған. Әйтерһең дә, улар әлеге көндәрҙә халҡыбыҙ алдында торасаҡ проблеманы сисә алмаҫтарын алдан күреп, белеп әйткән.
Мәғлүм булыуынса, уҙған быуат аҙағында телебеҙгә дәүләт статусы бирелгәс, күптәр бик шатланғайны. Ә шулай ҙа мәсьәләне төптән аңлағандар "Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында"ғы был законды һағайып ҡаршы алды, сөнки уны тормошҡа ашырыу юлдары тураһында бер һүҙ ҙә әйтелмәне. Прокуратура иһә үҙенең тик федераль закондарҙы ғына күҙәтеүҙәренә һылтанды. Беҙҙең власть органдары "өҫтән" һорау булмағас, үҙ елкәләренә өҫтәмә эште алмаясағын асыҡтан-асыҡ белдерҙе. Был проблема бөгөн дә урынында ҡалды, сөнки ҙур-ҙур бүлмәләрҙә, бейек йомшаҡ кәнәфиҙәрҙә ултырған уны хәл итергә бурыслы ағай-эне ике тиҫтәнән ашыу йыл элек ҡабул ителгән законды күрмәмешкә һалыша. Уҙған быуаттың утыҙынсы йылдарындағы кеүек, "милләтсе" мөһөрөн алыуҙан һаман да ҡурҡалар шикелле.
Илебеҙ Конституцияһында һәр республика үҙ дәүләт телен булдыра ала, тип яҙылған. Беҙҙә бар ул. Тик закон ҡабул ителеүен ителде, уның нисек тормошҡа ашырыу юлы тураһында ғына уйлап еткерелмәне. Шуға күрә, бына 21 йыл телдәр тураһында закон бар, тик ул тейешенсә эшләп китә алмай. Бының өсөн бары республика етәкселегенең сәйәси ихтыяры ғына кәрәк. Беҙҙең халыҡҡа күп кәрәкмәй бит ул. Төрлө кимәлдәге етәкселәребеҙҙең саҡ ҡына иғтибары ла етә. Ана бит, нисәмә йыл шихандар проблемаһын ишетергә лә теләмәгәйнеләр, халыҡ күтәрелеп сыҡҡас, бер нисә көн эсендә хәл ителде лә ҡуйҙы. Башҡорт теле лә ҡасан да булһа барыбер тейешенсә дәүләт теле буласағына шигем юҡ. Тик бының өсөн уны йөрөтөүсе милләт хаҡ түләмәһен ине...
Фәүзиә ЙӘНТИЛИНА, педагогия хеҙмәте ветераны, йәмәғәт эшмәкәре, Ырымбур ҡалаһы: БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары үҙҙәре ҡабул иткән ике теллелек тураһында закондың йүнәлешен, үтәлешен контролдә тоторға тейеш тә бит... Тик күп осраҡта улар йә үҙҙәре телде белмәй, әллә милли ғорурлыҡтары етмәйме, ә, бәлки, совет заманында һеңдерелгән урыҫсалаштырыуҙан сыға алмайҙарҙыр, һәр ваҡытта ла тиерлек битарафлыҡ, ғәмһеҙлек күрһәтә. Башҡорт теле нимәгә кәрәк, башҡортса ҡайҙа һөйләшәһең, уның ҡулланыу даирәһе юҡ, тип иғтибар бирмәйҙәр. Ә бит етәкселәребеҙ, оло ғалимдарыбыҙ башҡорт теленә, мәҙәниәтенә үҙҙәре ҡыҙыҡһыныу уятырға тейеш. Яҙыусыларыбыҙ араһында ла балалары менән "оло ағай" телендә аралашҡандар күп. Үҙҙәренең гениаль әҫәрҙәрен кем өсөн яҙа булып сыға инде улар улайһа? Йәшерен-батырыны юҡ: Өфөлә генә түгел, республиканың бөтә район-ҡалаларында тиерлек көнләп түгел, ә сәғәтләп "европалашыу" бара. Быны көндәлек тормошобоҙҙа һәр нәмәнән табырға мөмкин. Билдәле инде, был шарттарҙа туған телгә лә, милли ҡаҙаныштарыбыҙға ла урын юҡ. Бөгөн, мәҫәлән, Башҡортостанға килһәм, балалар кафеһында булһынмы, супермаркеттармы, уларҙа милли сифаттарҙы, милли колоритты эҙләп табыу мөмкин түгел. Исемдәре беҙгә таныш урыҫ телендә лә түгел хатта. Әллә ниндәй ят атамалар, сит һүҙҙәр. Урындағы етәкселәребеҙ аҙ ғына булһа ла "Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында"ғы законды хөрмәт итһә, бындай кире һәм йәмһеҙ күренештәргә юл ҡуйылмаҫ ине, тип уйлайым. Учреждениеларҙың, сауҙа нөктәләренең, ойошмаларҙың исемен үҙебеҙсә атау талабын ҡуйһалар, был йүнәлештә үҙ һүҙҙәрен әйтһәләр, әлбиттә, Башҡортостан ҡалалары икенсерәк төҫ алыр ине.
Үткән быуаттың туҡһанынсы йылдар аҙағында Мәләүез ҡалаһында бер грузин сауҙа нөктәһе һәм кейем тегеү цехы асты. Әммә һуңғы осорҙа күҙәтелгәнсә, уларҙы үҙҙәренсә атаманы, ә магазинына матур итеп "Батыр", теген салонына "Нурия" тип ҡушты. Был күренеште мәләүездәр, шул иҫәптән мин үҙем дә, урындағы халыҡҡа хөрмәт күрһәтеү тип аңланыҡ һәм уның үҙенә ҡарата ла күңелдә ихтирам уянды. Шуғалыр ҙа, моғайын, ситтән килгән был кешенең бында килеп сауҙа нөктәһе, ойошма асып йөрөүенә бер кемдең дә үпкәһе лә, ризаһыҙлығы ла булманы шикелле. Бында, һис шикһеҙ, район етәкселегенең дә ҡыҫылышы булғандыр, үҙ һүҙен әйткәндер. Һәм бик дөрөҫ, тип уйлайым.
Етәкселәребеҙ, яҙыусыларыбыҙ, оло шәхестәребеҙҙең әсә телен өйрәнеүҙең әһәмиәте тураһында бер һүҙе генә кәрәк ҡайһы берҙә. Әммә йыш ҡына улар был тәңгәлдә ғәмһеҙлек күрһәтә һәм тап уларҙың ошо битарафлығы туранан-тура халыҡтың милли үҙаңын юғалтыуға дусар итә. Мәҫәлән, Бүздәк районында етештерелгән соустың тышына милли башҡорт кейемендәге матур ҡыҙ төшөрелгән, әммә шуның эргәһендә башҡортса яҙыуға урын ҡалмаған. Етәксеһе ике теллелекте таныһа, мотлаҡ урын табылыр ине инде. Был йәһәттән ҡаҙаҡтарға һоҡланам. Улар ваҡ-төйәк кенә әйбергә лә үҙ телендә яҙа һәм туған телдәрен рекламалай. Милләттәштәремә ҡаҙаҡтарҙан өлгө алырға кәрәк, тип өндәшкем килә.
Һуңғы осорҙа һирәк-һаяҡ булһа ла, төрлө кимәлдәге ултырыштарҙа башҡортса һүҙҙәр яңғырап ҡуя һәм әйтергә кәрәк: шунда уҡ барыһы ла быны иғтибарға ала. Былтыр үҙем оҙаҡ йылдар йәшәп, эшләп киткән Мәләүез төбәгендә лә район советы сессиялары башҡортса үтеүен ишетеп, ғорурланғайным. Ғөмүмән, әсә телен яратҡан, ҡәҙерләгән кешегә был темаға ҡағылышлы бөтә нәмә лә яҡын ҡабул ителәлер, тип уйлайым һәм шулай булырға тейеш тә.
Күренекле хирург-офтальмолог Эрнст Мулдашев менән бер ваҡиға иҫтә ҡалған. Телевизорҙан уның Гималайҙан сәйәхәттән ҡайтҡан ваҡытын күрһәттеләр. Аэропортта журналистар уратып алғас, Э. Мулдашев уларҙың һорауына саф башҡортса яуап бирҙе. Журналистар унан русса яуап биреүен үтенгәс, ул: "Мин үҙемдең республикамдағы ике дәүләт теленең береһендә, башҡорт телендә яуап бирәм", - тине. Был һүҙҙәрҙе ул шундай ғорурлыҡ менән әйтте, быны ишеткән, үҙен башҡорт һанаған һәр кеше күңелендә теленә ҡарата ихтирам тыуғандыр, тип уйлайым.
Миңһылыу ҠОБАҒОШОВА, педагогия хеҙмәте ветераны, Сибай ҡалаһы: Бик тә дөрөҫ... Етәкселәребеҙ, мин бында башлыса мәктәп директорҙарын күҙ уңында тотам, республиканың ике дәүләт теленә лә берҙәй мөнәсәбәттә булһа, бөгөн белем биреү учреждениеларында ла башҡорт теленә ҡарата атай-әсәйҙәрҙә икенсе төрлөрәк ҡараш йәшәр ине. Туған телгә һөйөү иң беренсе ғаиләлә һалыныуын бер ҡасан да инҡар итмәнем. Әммә ул өйҙә генә, үҙ фатирыңда, ихатаңда ғына һөйләшә торған тел булырға тейеш түгел. Юғиһә һуңғы ваҡытта төрлө кимәлдәге етәкселәрҙән, өйөгөҙҙә һөйләшегеҙ, һеҙҙе кем тыя, тигәнерәк фекерҙәр ишетелеп ҡала.
Балалар баҡсалары мөдирҙәренән алып, Президент, Башлыҡ кимәленә тиклемге етәкселәр ике дәүләт телен дә белергә тейеш. Белмәгән хәлдә лә хөрмәт итһендәр. Улар саҡ ҡына илтифат итһә лә, быға тиклем телебеҙгә ғәмһеҙлек, битарафлыҡ күрһәткәндәр тарафынан иғтибар салынып ҡала. Быны мин оҙаҡ йылдар башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан уҡытыусы булараҡ та әйтәм. Етәксе үҙе телде белмәһә лә, уға ҡарата үҙенең ыңғай ҡарашын белдерһә, башҡалар ҙа тыйнаҡлана, күнә. Улай ғына ла түгел, хөрмәт итә башлай, яратмағанын асыҡтан-асыҡ күрһәтмәй.
Сибай ҡалаһының 9-сы мәктәбен байтаҡ йылдар Тамара Анатольевна Солонина етәкләне. Ул үҙе сығышы менән Тула өлкәһенән ине. Институттан һуң йүнәлтмә менән "Йылайыр" совхозына эшкә килгән. Ул башҡорт телен уҡытыуға ҡарата һәр ваҡыт ыңғай ҡарашта булды, ата-әсәләр, уҡыусылар араһында ҡыҙыҡһыныу уятыуға ҙур өлөш индерҙе. Башҡортса белдеме-юҡмы, белмәйем, әммә һәр саҡ телде аңлауы тураһында белдерә килде. Үҙенең ошо ҡылығы менән башҡаларҙа ла телебеҙҙе ихтирам итергә өйрәтте, тип уйлайым.
Туған телде өйрәнеү теләге, әлбиттә, кешенең үҙенең күңелендә булырға тейеш. Был тәңгәлдә бәхәсләшергә урын юҡ. Мәҫәлән, Сибайҙа йәшәгән курд халҡына бер ниндәй закон да кәрәкмәй. Йолаларын, телдәрен үҙ ғаиләләрендә һаҡлайҙар, үҫтерәләр, тараталар. Уларҙы мин уҡытҡаным булманы. Шулай ҙа бер-ике тапҡыр ауырыған уҡытыусыларҙың дәресен алмаштырырға тура килгәндә курд балаларының ҡыйыулығына, уҫаллығына, үҙ телендә рәхәтләнеп һөйләшеүҙәренә иҫ-аҡылым китеп сыҡтым.
Телде һаҡлау, мәҙәниәтте үҫтереү өсөн бик күп пункттан торған комплекслы саралар кәрәк. Бөтә Рәсәй кимәлендә закон булмайынса тороп, аҫабалар теле, мәҙәниәте һаҡланмаясаҡ.
Лена АБДРАХМАНОВА яҙып алды.
