Беҙ балаларыбыҙҙы матур итеп тәрбиәләп, аҫрап, бар капиталыбыҙҙы уларға һалып, үҙебеҙҙең тыныс ҡартлыҡты тәьмин итәбеҙ, шулаймы?

Беҙ балаларыбыҙҙы матур итеп тәрбиәләп, аҫрап, бар капиталыбыҙҙы уларға һалып, үҙебеҙҙең тыныс ҡартлыҡты тәьмин итәбеҙ, шулаймы?, image #1

Әкрәм ҠӘЙЕПҠОЛОВ, Баймаҡ районы, Сыңғыҙ ауылы: Элегерәк, эйе, һеҙ әйткәнсә була торғайны: беҙҙең быуын, мәҫәлән, ата-әсә, мәктәп тәрбиәһе алып үҫте. Шуға күрә лә был быуын кешеләрендә яуаплылыҡ тойғоһо көслө булды: ата-әсәһе, уҡытыусылары, иптәштәре һәм, әлбиттә, бер ҙә юғары һүҙ түгел - тыуған иле алдында. Ул быуындың ата-әсәләре олоғайып, үҙаллы донъя көтә алмай башлаһа ла улар ҡараулы һәм хәстәрлекле булды, сөнки улар балаларының берәйһе ғаиләһендә тыныс, татыу шарттарҙа ғүмер һөрөүҙәрен дауам итте, ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерҙе. Хәҙер ҙә ундай ғаиләләр бар, әлбиттә, айырыуса ауылдарҙа был традиция һүнмәгән әле, ләкин ҡарттарҙың да, йәштәрҙең дә үҙ алдарына йәшәргә теләгәндәре һаман арта бара. Замана килендәре лә бик үҙгәрҙе, элекке кеүек, иренең өлкәнәйгән ата-әсәһен ҡарап-тәрбиәләп йәшәргә бөтәһенең дә ҡулынан да, теләгенән дә килмәй. Ҡала ерендә шуғалыр ҙа өлкәндәр күберәк осраҡта үҙ алдарына көн күрә.

"Тыныс" ҡартлыҡтың икенсе төр варианттары ла беҙгә яҡшы мәғлүм: ҡарты вафат булған (ғәҙәттә, ирҙәр ҡатындарынан күпкә алдараҡ китә теге донъяға) әбейҙәрҙең ни эшләмәй, ни өйләнмәй ятҡан улдарын аҫрап йәшәргә мәжбүр булыуы. Был инде үҙе бер фажиғә оло кеше өсөн. Ярай ҙа, йәше үтеп бөткән улының холҡо тыныс булһа - юҡ шул, улар, ғәҙәттә, эскесе һәм әрәмтамаҡ әҙәмдәр. Эшләмәй, әсәһенең хәйерсе пенсияһын талап, ҡайһы саҡта хатта ҡул күтәреп, эсеп ятыуҙы ғына белә ундайҙар. Шуның өсөн дә һеҙ әйткән "тыныс ҡартлыҡ", ғөмүмән, бөгөнгө заманда мөмкинме икән ул?

Ирле-ҡатынлы тигеҙ йәшәп, оло йәшкә еткәндәрҙе лә барыбер ниндәйҙер уй-хәстәрҙәр борсойҙор, тием, сөнки, баяғы әйтмешләй, бөгөн заманы шундай игелекһеҙ: йә туҡтауһыҙ реформалар, йә стихия афәттәре, йә бынауы пандемия хәүефе... Балаларға килгәндә, хәҙер бит уларҙы "тәрбиәләүҙе" интернет тулыһынса үҙ ҡулына алды, тиерлек, үҙегеҙ ҙә күреп тораһығыҙ. Ата-әсәһе бәләкәй генә балаһына ла планшет йә смартфон алып бирә лә, артабан тәрбиәне интернетҡа тапшырып ҡуя. Йәнәһе, мыжып бимазаламаһа, әүрәп ултырһа, булды. Ә бының киләсәгебеҙгә бик етди ҡурҡыныс менән янауы башына ла килмәй уларҙың, киреһенсә, балаһының смартфонда, "компик"та шәп итеп өйрәнеүен мәртәбә күрә. Бындай "тәрбиә"нең эҙемтәһе ниндәй булыр, әлегә бер кем дә асыҡ әйтә алмаһа ла, уның яҡшыға түгеллеген һәр кем аңларға тейештер.

Таңһылыу ЙӘНТҮРИНА-РӘХИМҒОЛОВА, хаҡлы ялдағы уҡытыусы: Һеҙ ҡуйған һорау хаҡында уйланып ултырҙым да, һүҙҙе үҙемдең ата-әсәйемдән башларға булдым: улар беҙҙе нисек тәрбиәләне, мораттарына өлгәштеме улар? Ә беҙ үҙебеҙ нисек тәрбиәләргә тырыштыҡ балаларыбыҙҙы? Ата-әсәйебеҙ беҙҙе ауыҙҙарынан һуңғы ризығын бүлеп биреп тигәндәй, күңелдәребеҙгә гел генә изгелек орлоҡтары һалып тәрбиәләне. "Таш менән атҡанға аш менән ат", "Күрше хаҡы - Тәңре хаҡы", "Оло һүҙен тыңламаған - оролған да бәрелгән", "Кеше һүҙен кешегә һөйләмә", "Кеше юлын бер ҡасан да арҡыры ҡыйып үтмә" һәм башҡа шундай бик күп фәһемле һәм кәрәкле тәрбиәне һүҙ аша ла, үҙҙәренең тәртибе, йәшәү рәүеше менән дә беҙгә һеңдерҙеләр. Атайыбыҙ, үкенескә, беҙ - ғаиләләге балаларҙың дүртеһе лә - юғары уҡыу йортонда уҡып йөрөгәндә, һуғышта алған яраларынан мандымай мәрхүм булып ҡалды. Әсәйебеҙ Камал Минһаж ҡыҙы Баймаҡ районының Ишбирҙе мәктәбендә ғүмере буйы директорҙың уң ҡулы - уҡыу-уҡытыу буйынса урынбаҫар булып эшләне һәм бер эш хаҡын дүрткә бүлеп, беҙгә ярҙам итте, яңғыҙы беҙҙең барыбыҙға ла юғары белем алып сығыуға бөтә көсөн һалды. Шулай итеп, үҫеп етеп, белем алыуыбыҙға ғына түгел, беҙҙең дөрөҫ йүнәлештә йәшәүебеҙгә лә көс һалды атай-әсәйебеҙ. Ә беҙ мәңге улар алдында бурыслы булып ҡалдыҡ. Әммә ул бурысыбыҙҙы үҙебеҙҙең балаларыбыҙҙы дөрөҫ, намыҫлы һәм тырыш кешеләр итеп тәрбиәләүебеҙ менән ҡайтара алабыҙҙыр, тип уйлайым. Атай-әсәйебеҙ кеүек үк, беҙ - дүрт бер туғандар ҙа балаларыбыҙҙың һәр береһенә кәрәкле белем, тәрбиә бирергә тырышабыҙ. Тәрбиә менән бер рәттән, уларҙы матди яҡтан тәьмин итеү ҙә кәрәк булды. Үҙемдең улыма килгәндә, атаһы менән бергәләп, уны уҡытыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләнек, тип уйлайым. Һәм, шөкөр, ул беҙҙең өмөтөбөҙҙө аҡланы: юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлап, сит илдә уңышлы эшләп йөрөй, беҙҙе бер ҡасан да онотмай, хәлебеҙҙе белешеп, һәр саҡ ярҙам итеп тора. Юғиһә бит балаларҙың да төрлөһө бар. Баяғыса, Әкрәм ағай әйтмешләй, ҙурайғансы ата-әсәһе елкәһен кимереп ятыусылар ҙа әҙ түгелдер бөгөн. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул була, ти халыҡ мәҡәле. Беҙҙең балалар, шөкөр, беҙгә олоғайған көнөбөҙҙә - төп таяныс, шатлыҡ, ҡыуаныс ҡына. Бөгөнгө үлсәм менән әйткәндә, бизнесҡа ла бит күпме капитал һалаһың, шул тиклемен алаһың. Ни сәсһәң, шуны урырһың, тигәнде лә яҡшы беләбеҙ. Тәрбиәлә лә тап шулай килеп сыға.

Миңлехан БИКБАЕВ, Сибай ҡалаһы: Ҡайһы бер ғаиләләр өйләнешеп, бала донъяға килгәс тә уны кеше итеүгә бөтөн көстәрен, аҡсаларын, ваҡыттарын йәлләп тормайынса үҫтерергә тырыша: уны төрлө секцияларға, түңәрәктәргә йөрөтөп, ниндәй өлкәгә ҡыҙыҡһыныуы, теләге барлығын асыҡлап, дөрөҫ йүнәлеш биреүгә өлгәшәләр. Тик бындай ата-әсәләр, үкенескә, әллә ни күп тә түгел. Баланың шөғөлләнеүе өсөн тейешле шарттар булған ҡалаларҙа, район үҙәктәрендә күберәк шундай яҡшы ғәҙәт бар, тик бына ауыл ерендә балаларға күберәк эш, хеҙмәт аша тәрбиә бирелә. Был да насар түгел, әлбиттә, киреһенсә, ҡала балалары алдында уларҙың хәле, бер ниндәй ҡала шарттарына ҡарамаҫтан, өҫтөнлөрәктер ҙә, бәлки, сөнки пианино, скрипкала уйнарға, теннис һуғырға өйрәнеп тә эш рәте белмәгән йәштәр үҫеп сығыуы бар. Бында ата-әсә үрнәге бик мөһим. Үҫеп еткәс тә уларҙа ата-әсәләренә ҡарата мәрхәмәтле, хәстәрлекле, кеселекле мөнәсәбәттә ҡалыуҙарында рухи тәрбиәнең әһәмиәте ҙур.

Ә рухи тәрбиә ҡала-ауыл араһына бүленмәй, ул барыһы өсөн дә - бер: кеше булыу. Ғәҙәттә аҡыллы, маҡсатлы балалар тормошта үҙ юлдарын, бәхеттәрен табалар һәм үҙҙәрен кеше итеүгә көс һалған ата-әсәһен ташламайҙар. Шуға ла ата-әсәләргә бала тәрбиәләгәндә бик ҡыйыу һәм йүнсел булырға, аҡсаларын да, ваҡыттарын да йәлләргә ярамай, шәхси мәнфәғәттәрҙе лә хатта онотоп торорға тура килгеләй. Шул уҡ ваҡытта баланы артыҡ бәпләп, һәр ваҡыт "кеҫә аҡсаһы" бирергә өйрәтеп, теләгән бер нәмәһен һатып алып, ҡотортоп ебәрергә лә кәрәкмәй, юғиһә, ундай балалар тиҙ генә урам йоғонтоһона бирелеп, наркотик, спиртлы эсемлектәр ҡолона әйләнеүе лә оҙаҡ түгел. Иң мөһиме, бала бәләкәйҙән эшләргә, аҡсаның нисек табылыуын үҙ күҙҙәре менән күреп, тир емешен татып өйрәнеүе мөһим. Бала тәрбиәләү шуға күрә үҙе бер оло хеҙмәт икәнде кеше иҫенән сығармаһын ине, юғиһә, бөгөн аҡса өсөн бала табыуҙар күбәйҙе, тигәнде лә ишетергә тура килгеләй. Аҡса, социаль пособиеһына ҡыҙығып бала табыу киләсәктә бындай ата-әсәгә, йәки ғәҙәттә яңғыҙ әсәгә, ҡарт көнөндә фажиғә булып ҡайтыуы ла бар...

Айзилә ИРКЕНБАЕВА, юғары уҡыу йорто студенты: Балаларын матур итеп тәрбиәләргә, аҫрарға, уларҙы аяҡҡа - үҙ аллы тормош юлына баҫтырыу, кеше итеү хаҡына бар булған тапҡан-таянғанын һалырға һәр бер ата-әсә бурыслы, тик уларҙың бөтәһе лә быларҙы ҡартлыҡ көнөн страховкалау өсөн эшләйҙер, тип уйламайым. Моғайын, быны улар ата-әсә үҙлегенән сығып, тәбиғи һәм ирекле рәүештә, йөрәктәре ҡушҡанса эшләйҙер. Бала тапҡанһың икән, тимәк, башҡаса булыуы мөмкин дә түгелдер бит инде, уны кеше итеү өсөн бөтәһен дә эшләү теләге - бына нимә мәжбүр итә ғаилә башлыҡтарын тынғыһыҙ һәм ауыр бала тәрбиәһе хәстәренә. Мин әле йәш кеше, балам түгел, ғаиләм дә юҡ әлегә, ләкин үҙемдең ата-әсәйем миҫалында ла быны асыҡ күрәм. Әлбиттә, улар ҙа, һәр нормаль кеше кеүек, ҡартлыҡ көндәрен дә күҙ алдына килтерәлер һәм балаларының киләсәктә таяныс булырына өмөт бағлай торғандыр, ләкин икенсе юҫыҡтан ҡарағанда, был көнэлгәре балаң муйынына "ҡамыт һалып " ҡуйыу, уның иркен сикләү булмаймы икән ул? Бындай уйҙар минең башҡа мин насар кеше булған өсөн килмәне, мин үҙем ундай ҡарашта түгелмен, тик бына студенттар, йәштәрҙең ҡайһы берҙәренән шундай фекерҙәр ишеткәнем бар. Мәҫәлән, беҙҙең төркөмдә уҡыған бер егет мин вузды бөтөргәс тә "за бугор" (был уның һүҙҙәре) шылам, тип маҡтанды. Һин бит әсәйеңдең яңғыҙ ғына улы, нисек инде уны ташлап китәһең, тип һораны шул саҡ был егетте яратып йөрөгән ҡыҙ. "Әсәйемде бик яратам, ләкин мин уны ғүмер буйы һаҡлап, эргәһендә генә йәшәргә тейешме ни? Ниңә мин яҙылмаған закондың "заложнигы" (был тағы уның һүҙе) булып йәшәргә тейеш? Әсәйемдең хатаһын ҡабатларға теләмәйем. Миңә үҙемдең киләсәгемде хәстәрләргә кәрәк, ә мин уны тик сит илдә генә күрәм", - тип шаҡ ҡатырғайны. Икенсе яҡтан, ул хаҡлы ла һымаҡ. Беҙҙә бит күпме генә эшләмә, ҡартайғас, бөгөнгө быуын кеүек, барыбер хәйерсе көнөнә ҡалып, 10 мең пенсияға ҡарап ултырырһың. Ярай ҙа әле, уныһын да бөтөрмәһәләр. Беҙҙең быуынға бит хәҙер пенсияға ла өмөт итеп булмаясаҡ: уны дәүләт халыҡтың үҙ елкәһенә ауҙармаҡсы, йәғни һәр кем үҙ ҡартлығын үҙе тәьмин итергә тейеш, күпме туплай ала, шуға ҡарап аяғын һуҙасаҡ. Шулай түгелме ни, йәмәғәт?

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

33 views·1 share