ТУҒАН ТЕЛ КӨНӨ

Ошо айҙа Халыҡ-ара туған тел көнө (21) билдәләнә. "Яҙмышымда - туған телем" тигән темаға әйтер һүҙегеҙ ниндәй булыр?

ТУҒАН ТЕЛ КӨНӨ, image #1

Мәхәмәтйәр МӘҒӘСҮМОВ, эшсе: Туған телемә рәхмәтлемен, ул мине, ябай бер әҙәбиәт һөйөүсене, ғәжәйеп тылсымлы донъя - шиғриәт донъяһына етәкләп алып инде. Мин ҙур уҡыу йорттары бөтмәнем, ун класс белемлемен, ләкин был миңә туған телем хазиналарына һәм әҙәбиәтебеҙгә мөкиббән бер йән булып йәшәргә бер ҙә ҡамасауламай. Әбйәлил районының Аһылай ауылында тыуып үҫеп, уҡып йөрөгән саҡтарҙан көтөү көттөм, ә көтөүсенең, үҙегеҙ беләһегеҙ, тоғро дуҫы - китап. Ун дүрт йыл ҡырҙа, йәмле тәбиғәт ҡосағында мал көтөү дәүере минең өсөн бушҡа ваҡыт үткәреү йә аҡса эшләү генә булманы: был йылдарҙа мин үҙебеҙҙең бөтөн тип әйтерлек башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен уҡып сыҡтым: Зәйнәб Биишева, Ноғман Мусин, Һәҙиә Дәүләтшина, Дауыт Юлтый, Ғәли Ибраһимов, Шәйехзада Бабич, Рәми Ғарипов...

Иң яратҡаным, донъямды онотторғаны - әлбиттә, Рәми шиғриәте. Үҙем дә шиғырҙар яҙам, улар "Йәшлек" гәзитендә баҫылып сыҡҡаны бар, "Бәйләнештә"ге диуарыма ла һалам уларҙы. Үҙем кеүек үк, шиғыр яҙыуҙы һөнәр итеп түгел, ә күңел торошо, тормошҡа мөнәсәбәт итеп күргән бик күп дуҫтарым, ҡәләмдәштәрем менән бер-беребеҙҙең әҫәрҙәрен алмаш-тилмәш уҡыйбыҙ, фекер алышабыҙ.

Әйткәндәй, кемдәр Бәйләнештәге сығыштарҙы күҙәтеп бара, күрмәйенсә ҡалмайҙыр: бөгөн шиғыр яҙыусы ябай һөнәр кешеләре - замандаштарыбыҙ бик күп! Ир-егеттәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, ә шулай ҙа һуңғылары күберәк, минеңсә. Исем өсөн, шағир булыр өсөн түгел, ә үҙебеҙ, яҡындарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ өсөн яҙабыҙ. Ошо телдә һөйләшеп-аңлашыу, аралашыу беҙҙең ғәҙәткә инә бара. Ғәжәп күренеш был. Әлеге лә баяғы туған телебеҙҙең мөмкинлектәрен, үҫеш кимәлен билдәләүсе бер факт, тиер инем быны. Шиғриәттең камиллығына, телебеҙҙең байлығына һоҡланып, мәктәп йылдарында бәләкәй кластарҙа уҡығанда уҡ тәүге шиғырҙарымды яҙа башлағайным. Бәхетемә күрә, шул саҡ эргәмдә ошо тәүге ижад шытымдарын күреп, дәртләндереп, кәңәштәрен биреп тороусы башҡорт теле һәм әҙәбиәте укытыусым Вәбилә апай Ғүмәрова булды. Уға бөгөнгәсә рәхмәт тойғолары һаҡлайым. Аҙаҡ Байым мәктәбендә уҡығанда Миҙхәт ағай Мәғәсүмов үҙ ҡанаты аҫтына алды, ярҙам итте. Үҙемдең башҡорт телен яратыуым да шиғриәт менән ныҡлап мауығып китеүемә сәбәпсе булғандыр, әлбиттә. 2018 йылда "Бик көттөрҙөң, яҙым" исемле китабым нәшер ителде. Шиғырҙарыма үҙем көйҙәр яҙам, ҡайһыларын үҙем башҡарам да.

Әле мин төҙөлөштә вахта ысулы менән эшләйем. Бригадабыҙҙа күпселеге башҡорт егеттәре. Шуныһы күңелле: рәхәтләнеп башҡортса һөйләшәбеҙ, үҙебеҙҙең йырҙарҙы йырлайбыҙ. Ә сит ерҙәрҙә йөрөгәндә үҙ телеңдә һөйләшкән кеше туғаныңдан да яҡын булып китә. Был турала бергә эшләгән иптәштәрем менән дә йыш ҡына һөйләшеп алабыҙ. Уларҙың күбеһе йәштәр, ғаиләләре бар. Араларында өлкәнерәге булараҡ, мин гел уларға әйткеләп алам:

Үҙ теленде өйрәт улдарыңа,

Ер-һыуыңдың һөйлә тарихын.

Белеп үҫһен әсә теленән дә

Ҡәҙерлерәге юҡ икәнен.

Хөрмәт итһен ғөрөф-ғәҙәттәрҙе,

Башҡорт икәнлеген белһен ул -

Ерҙә һинең дауам булһын ул!

Эйе, әҙәм балаһы үҙ ғүмерендә ҡайҙарҙа ғына йөрөмәһен, кем генә булып эшләмәһен - уны тыуған ере, яҡындары менән бәйләп тороусы кендеге - әсә теле. Әгәр кеше ошо турала онота, үҙ теленә хыянат итеп, белер-белмәҫ көйө икенсе телдә һөйләшә, балаларын илһөйәр, телһөйәр итеп тәрбиәләүгә битараф ҡала икән, әлеге "кендек" өҙөлә. Һөҙөмтәлә бындай кеше үҙенең генә түгел, балаларының да бәхетенә аяҡ сала, нәҫеле ҡотон ҡорота. Ундайҙар ғүмерҙәре буйы рухи бушлыҡ кисереп ғүмер һөрә, тормош юлдарында аҙашып, үҙ асылына төшөнә алмай ҡаңғыра.

Туған телемә тағы бер рәхмәтлемен: рухымды күтәрә, эске донъямды байыта, йәшәргә, эшләргә дәрт өҫтәй, дуҫтарымды арттыра; әсәм теле, шиғырҙарым аша йәндәй күргән йәремде таптым - шунан нисек инде "Әсәм теле - яҙмышым минең," тип әйтмәҫһең!

Ләйсән САФИУЛЛИНА, Республика "Смарт" күп профилле 2-се полилингваль гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы: Башҡортостаныбыҙҙа үҙ яҙмыштарын, ысынлап та, туранан-тура туған телебеҙ менән бәйләгән изге һөнәр эйәләре - башҡорт теле укытыусылары бик күп. Мин дә һис икеләнеп тормай ошо юлды һайланым. Телебеҙ хазиналарының түкмәй-сәсмәй быуындан-быуынға ташырыла килеүе ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәребеҙҙән ҡала башҡорт теле уҡытыусыларына ныҡ бәйле. Үкенескә, бөгөн туған телебеҙҙе уҡытыу мәсьәләһе ҡыҫырыҡлана барып, күп мәктәптәрҙә ул хәҙер дәүләт теле булараҡ ҡына уҡытыла. Ә инде аҙнаһына 1-2 сәғәт эсендә телде тәрәндән өйрәнеү, һәр хәлдә, был дәрестәр уҡыусылар күңелендә ғүмерлеккә яҡты, матур хәтирәләр уятырлыҡ итеп уҡытыу уҡытыусының белеменә лә, тәжрибәһенә лә, мәҙәни-интеллектуаль кимәленә лә бәйле. Йәғни, бының өсөн үҙенә башҡорт ауылында тыуып-үҫеп, үҙ телендә белем алып, туған телде яҡшы белеү генә етмәй, минеңсә. Балалар менән аралашыу оҫталығы, тәбиғилек, кеше булараҡ та улар өсөн ҡыҙыҡлы була белеү уҡытҡан дәресеңә лә иғтибар уята, ихтирам тыуҙыра. Шунда ғына улар аңында әсә теле "культы" тыуҙырырға, уларҙың бөгөнгө виртуаль донъяһында туған тел тип аталған тәбиғилек, сафлыҡ мөхите - үҙенә күрә бер оазис булдырырға мөмкиндер. Бына ошо турала уйланғанда, мин үҙемә еңел яҙмыш һайлағанмын, тип әйтә алмайым. Үкенескә, арабыҙҙа тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы һөнәрен бик еңел тип ҡараусылар ҙа етерлек. Тимәк, улар бөгөнгө мәғлүмәт ташҡынында, балалар аңы һәм иғтибары өсөн виртуаль һуғыш барған осорҙа, уҡыусы рухын тарихыбыҙ боронғолоғон һаҡлап килгән телебеҙ мөхитенә йәлеп итеү, уларҙа сәләмәт илһөйәрлек, телһөйәрлек тойғоһо уятыу бурысын, яңы шарттарҙа тел уҡытыу юлдарын күрмәй, тип уйларға нигеҙ бар, ә ҡыҙғаныс...

Шуныһы ҡыуандыра барыбер: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән республикабыҙҙа уҡыусыларға тел белеме биреүҙең заманса шарттары - полилингваль мәктәптәр асыу беҙҙең, тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының, ижад мөмкинлектәрен арттырып, һулыштарыбыҙҙы киңәйтеп ебәргәндәй булды. Был турала республика Башлығы, мәғлүм булыуынса, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының 1-се Бөтөн Рәсәй съезында белдергәйне. Бөгөнгө көндә Өфөлә уларҙың икәүһе асылып, уңышлы эшләй. Беҙҙең "Смарт" гимназияһында башҡорт телен уҡытыуҙа төп иғтибар сифатлы белем биреүгә йүнәлтелә. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүгә 1-6 кластарҙа аҙнаһына - 2, ә 7-11 кластарҙа бер генә сәғәт ҡаралһа ла, уҡыусыларҙың йөҙ проценты ла йәлеп ителгән, ә туған башҡорт теленән 179 бала белем ала. Беренсе кластан башлап махсус инглиз-башҡорт теле класы асылғайны, унда уҡығандарҙың 95 проценты башҡорт телен тәрәндән өйрәнә. Һөнәремдең киләсәген ошо яңы мәктәптә күрәм, сөнки бындай белем үҙәктәрен асыу туған телебеҙ абруйын нығыта, уны өйрәнеүгә күберәк уҡыусыны йәлеп итә.

Ғәҙилә БҮЛӘКОВА, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре: Туған телем минең дә яҙмышыма, фәнни эшмәкәрлегемә, күңел донъяма әүерелде. Башҡорт телебеҙ даръялай киң, боронғо, бай һәм гүзәллектә тиңе булмаған телдәрҙең береһе. Тел менән әҙәбиәтте айырып ҡарау мөмкин булмаған кеүек, мәктәп уҡыусыларының да киләсәген, кеше булып өлгөрөп етеүен, аң һәм белем кимәле үҫешен балалар әҙәбиәтенән башҡа күҙ алдына килтереүе бик ауыр. Фән кандидатлығы дәрәжәһенә яҙылған ғилми хеҙмәтем шуға ла юҡҡа ғына милли балалар әҙәбиәте темаһына арналмағайны. Башҡорт балаһының теле башҡортса асылып, ул иң беренсе сиратта туған телендә әкиәттәр тыңлап, китаптар уҡып үҫергә тейеш, тип уйлайым мин.

Юғиһә, бөгөн телеканалдар һәм интернеттан япон анимелары, Дисней мультфильмдарын ҡарап үҫә бала. Әсә телендә китаптар уҡыу, ғәҙәттә, башҡорт халыҡ әкиәттәренән башлана торғайны. Һәр хәлдә беҙ үҙебеҙ шулай үҫтек һәм, шөкөр, донъянан бер ҙә артта тороп ҡалманыҡ. Йәш быуынды халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады өлгөләре, заманса рухтағы әҙәби әҫәрҙәр нигеҙендә тәрбиәләү темаһы артабанғы эштәремдә лә әйҙәүсе маҡсат булып торҙо. БДУ-ның филология факультетында уҡыған йылдарҙа уҡ телебеҙ һәм әҙәбиәтебеҙ ғилеме менән шөғөлләнә башланым. Артабан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында аспирантура тамамлап, "Башҡорт балалар прозаһының үҫеш юлдары" тигән темаға диссертация яҡланым. Ләкин фәнни ҡараштарҙы ғәмәлдә ҡулланып ҡарау теләге мине БДПУ-ның шул мәлдәрҙә яңы асылған башланғыс кластар уҡытыусыһы һәм балаларға белем һәм тәрбиә биреү буйынса башҡорт бүлегенә алып килде. Бында мин башҡорт теле һәм балалар әҙәбиәтенән буласаҡ уҡытыусыларға дәрестәр бирҙем. БДУ-ның Сибай институтына күскәс, тормош юлдашым, шулай уҡ филология фәндәре кандидаты Илдус Ҡасим улы һәм минең башланғыс менән бында башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультеты асылып, уға - декан, ә миңә башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире вазифаһында эшләргә насип булды. Ғөмүмән, Сибай институты менән бәйле осоробоҙҙо мин эшләү тип кенә атамаҫ инем, ул беҙҙең бөтә көсөбөҙҙө, дәртебеҙҙе Урал аръяғында туған телебеҙҙе артабан үҫтереүгә , уҡытыусылар әҙерләүгә биреп, халҡыбыҙға хеҙмәт итеү йылдары булды. Башҡаса мөмкин дә түгел ине, сөнки тап шул осорҙарҙа Сибай, Баймаҡ, Аҡъяр, Йылайыр башҡорттары ла хатта туған телебеҙҙә һөйләшеүҙе онотоп бара ине. Бөгөнгө көндә мин Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың БР Милли әҙәбиәт музейы филиалы булған йорт-музейында эшләйем. Бында ла балалар һәм әҙәбиәт мәсьәләләре эшемдәге төп хәстәрлектәрҙең береһе, сөнки М.Ғафури музейына республикабыҙ мәктәптәренән уҡыусылар бик күп килә. Улар менән туған тел, әҙәбиәт темаһына әңгәмәләшеү, фекер алышыу, билдәле яҙыусыларыбыҙ менән осрашыуҙар үткәреү балалар зауҡын иҫтә ҡалырлыҡ тәьҫораттар менән байыта. Ҡыҫҡаһы, мин үҙемдең бөтә хеҙмәт юлымды һәм тормошомдо туған телебеҙҙе һаҡлау, артабан үҫтереү, байытыу, таратыу эшенә бағышланым, тип ғорурлыҡ менән әйтә алам.

Наилә СӘФӘРҒОЛОВА, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, "Йөрәк һүҙе" проекты авторы: Стәрлебаш районының Шәкәр ауылында саф башҡорт ғаиләһендә, туған телемдә - башҡортса һөйләшеп, апай-ағайҙарым араһында иркәләнеп кенә үҫкәнмен. Ләкин һуңғараҡ, үҫә төшөп, Өфө вуздарына уҡырға ингәс, әхирәттәр менән баш ҡала урамдарына йөрөргә сыҡҡанда үҙ телебеҙҙә һөйләшергә ҡыйынһынып, руссаға күсеп китә инек. Осрашҡанда, аралашҡанда, трамвай йә троллейбуста руссаға күсә һөйләшеү. Биш башҡорт осрашып, арабыҙҙа бер урыҫ булһа, тағы русса китә әңгәмәләшеү. Заманы ла шулайыраҡ ине шул. Һуңынан йәшлек дыуамаллығы менән атай-әсәй һүҙен һанламай, студент йылдарымда уҡ урыҫ егетенә кейәүгә лә сығып ҡуйҙым. Ул саҡта Өфө сәнғәт институты ректоры булған мәшһүр Заһир ағайыбыҙ Исмәғилев кабинетына саҡыртып: "Эх, ҡыҙым, ҡыҙым, шунда берәй башҡорт егетен тапманыңмы ни, ниңә урыҫҡа сыҡтың? Башҡорт нәҫелен кем үрсетер ҙә, кем үҫтерер?"- тип әрләп сығарғаны мәңге хәтеремдә...

Утыҙ йәште уҙғас, Салауат башҡорт драма театрына эшкә килгәс кенә мин үҙемдең асылыма ҡайта, туған телемдең ҡәҙерен, бөйөклөгөн аңлай башланым. Кемдер аптырар быға, кемдер ғәйепләр, әммә дөрөҫө шулай булды. Уның ҡарауы, шул ваҡыттарҙан алып, барлыҡ ҡалған ғүмеремде әсәм телен ҙурлауға, данлауға, уның байлығын, матурлығын ишәйтеүгә, һаҡлауға бағышланым һәм бағышлайым, сөнки мин үҙемдең башҡортлоғома хыянат итмәнем, төрлө хәлдәремдә лә башҡорт булып ҡалдым һәм башҡорт булып йәшәйем. Ошо юлымда тәүге уҡытыусыларым булып, башҡорт телебеҙҙе яҡлау, һаҡлау, ҡурсылауҙың мөһимлегенә төшөнөргә ярҙам итеүселәрҙән типтәр Марс Яппаров, керәшен татары Нәжип ағай Асанбаев, татар шағиры Туфан Миңнуллин, башҡорттарымдан Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Әнисә апай Дилмөхәмәтова булды.

Һуңғы йылдарҙағы билдәлелек яулап, уңышҡа өлгәшкән "Йөрәк һүҙе" проектым ваҡытында ҡулдан ысҡындырыла яҙған мөмкинлектәрем - туған телемә хеҙмәт итеү бурысымды ғәмәлгә атҡарыу юлында, халҡым телен халҡым араһында таратыу һәм популярлаштырыу эшендә халҡыма бер йәдкәрем булды тип әйтергә йөрьәт итәм. Шөкөр, халыҡ алҡышлап ҡаршыланы, хупланы. Ул ғына ла түгел, бөгөнгө быуындар туған телебеҙҙә яңғыраған илатырлыҡ та, терелтерлек тә һүҙ ҡөҙрәтен тойҙо, шағирҙарыбыҙ ижадына мөкиббәнлек итте, шиғриәткә һөйөүе артты. Юҡҡа ғынамы ни борон сәсәндәр һүҙе алдынғы урында торған, намыҫ, көрәш, ғәҙеллек ораны булып яңғыраған. Һуңынан миңә һөйләүҙәренсә, "Йөрәк һүҙе" тамашаларына 10-12 йәшлек балалары, ейәндәре менән килеүселәр ҙә байтаҡ булған, ләкин уларҙың береһе лә тамаша залын ташлап сығып китмәгән, аҙаҡҡаса тыңлап ултырған, мине бигерәк тә бына шуныһы ҡыуандырҙы. Был күп нәмә хаҡында һөйләй булыр. Улар араһында ла киләсәктә, Алла бирһә: "Башҡорт телем - яҙмышым минең", - тип әйтеүселәрҙең тағы ла күберәк булырына өмөтөм ҙур.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

96 views·2 shares
96 views