БАШҠОРТ ҒАИЛӘҺЕ КӨНӨ
1 март - Башҡорт ғаиләһе көнө. Ошо уңайҙан бер нисә кешегә: "Һеҙҙең ғаиләнең нигеҙе ниндәй ҡағиҙәләргә, кем тәжрибәһенә таянып төҙөлгән?"- тигән һорау бирҙек.
Роза АҠЪЮЛОВА, Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәт кафедраһының өлкән методисы: Мин, ғөмүмән, 20 йылдан ашыу ҡәйнәһен ҡараған әсәй менән үҫкән кешемен. Атайым да үҙ ҡәйнәһенә шул тиклем ихтирам менән йәшәне, өләсәй 90 йәшкә етеп, һәр саҡ, кейәүем шәп, кейәүем яҡшы, тип маҡтап йәшәне. Шуға күрә беҙҙең ғаиләлә ҡәйнә-ҡайныға ихтирам бәләкәйҙән тәрбиәләнгән ине, тип әйтә алам. Илдар менән ғаилә ҡорғас та бейемемә үҙемдең әсәйемә ҡараған һымаҡ ихтирам һәм һөйөү менән ҡарарға тырыштым. Әммә бейемем ҡыҫҡа ғүмерле булды, беҙ өйләнешкәндән һуң ике йыл үткәс, ҡаты сир уны беҙҙән алып китте. Шуға ла бейемемә килен хөрмәте күрһәтеп өлгөрҙөммө икән, тигән уй ҙа тыуа. Ҡайным шундай уҡ егәрле, уңған, эшлекле кеше ине. Уға ла үҙ атайыма ҡараған кеүек ҡарарға тырыштым.
Ысын ғаилә булып ойошоп китеүе ауыр ҙа, ҡатмарлы ла һынау үтеү ул. Сөнки, ысынлап та, һәр ғаиләлә кеше үҙенсә тәрбиә ала, һәр ғаиләнең үҙ тормош ҡанундары була. Шуға күрә, ике йәш йөрәк ҡауышҡас та, һәр ҡайһыһы үҙе баш, үҙе түш булдыниһә, ғаилә булып ойоша алмай. Беҙ һәр ваҡытта ла бер-беребеҙҙе аңларға тырыштыҡ. Тәүҙә, әлбиттә, аңлашмаусылыҡтар, кем баш булыр икән, тигән һымағыраҡ хәлдәр ҙә булып алғандыр, әммә йәшәй-йәшәй төрлө ысулдарҙы эҙләйһең, ҡайһылай яҡшыраҡ булыр икәнен ҡарайһың, бер-береңә юл да бирәһең, һүҙен дә алға сығараһың. Психологтар ҙа хатта никахтың 1, 3, 7-се йылдарында көрсөк мәлдәре булып тора, тип фаразлай, йәғни ошо осорҙар ғаиләне ныҡлыҡҡа һынай. Бөгөнгө күҙлектән ҡарап, беҙ ундай стадияларҙы үттек, тип уйламайым, бәлки, булғандыр, әммә беҙ уны уртаҡ тел табып, еңел үткәргәнбеҙҙер, моғайын, шуға һиҙмәгәнбеҙҙер ҙә. Ә бына 10 йылдан һуң, килеп тыуған проблемаларҙы нисек хәл итербеҙ икән, тигән һорауҙар йышайҙы, сөнки ғаилә лә ҙурая, ауырлыҡтар ҙа тыуа. Тормош - ул ысынбарлыҡ. Шуға ғаилә усағынан ситкә сәсрәгән бәләкәй генә осҡондан ҙур ялҡын ҡабыҙмай, уны шунда уҡ туҡтатып тороу мөһим. Бының өсөн, әлбиттә, бер-береңде ихтирам итеү тәүге урынға сыға, шул ваҡытта ғына хаталарҙы һәм проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшеп, уларҙан бергәләп сығыу юлдарын табырға мөмкин. Туйҙан һуң күрше-тирә апай-еңгәйҙәр, оло инәйҙәр "Барған ереңә таш булып бат", тип оҙатты, шуға күрә ике ауыҙлы - бер һүҙле булып йәшәргә тырышабыҙ.
Гөлнара Мостафина, журналист: Ирем Фларис ҡыҙҙары өсөн, ысынлап та, үлеп тора. Минең үҙемдең атайым иртә үлгәс, ир кеше - ҡатынына, ҡатын иренә ниндәй мөнәсәбәттә булырға тейешлеген күреп үҫмәнем. Әммә өләсәй менән олатайҙы, бәлки, үрнәк итеп тә алғанмындыр. Ни өсөн тиһәң, бөтә каникулдарҙы уларҙа үткәрә торғайным. Олатай һуғыш ветераны, өләсәйем тылда хеҙмәт иткән, алты балаға ғүмер биреп үҫтергәндәр. Бер береһенә "атай", "әсәй" тип өндәшеүҙәре элек бигерәк мәҙәк тойола торғайны. Хәҙер үҙем дә ҡайһы берҙә, балалар ыңғайынамы, бигерәк тә саҡырырға кәрәк булһа, Фларисҡа "Атай!" тип ҡысҡырам. Өләсәй һәр ваҡыт беренсе урынға олатайҙы ҡуйҙы. Унан алда бер нәмә лә эшләнмәне. Балаларына ла: "Әллә, атайығыҙ ни әйтер..." - тип тәүҙә уның ризалығы алына ине. Шуға эйәреп микән, мин дә ҡыҙҙарға: "Ана, атайығыҙҙан һорағыҙ", - тием. Үҙем риза булмаған осраҡта бигерәк тә. Шулай тием дә, тиҙ генә Фларисҡа шылтыратып ебәрәм: "Ҡыҙҙар һораһа, риза булып ҡуйма, йә шулай-шулай тип әйт", - тим. Юҡһа, ул ҡыҙҙары ыңғайына торорға ярата.
Бер ваҡытта ла балаларға үҙем аҡса бирмәнем. "Ана, атайығыҙҙан һорағыҙ", - тип уға ебәрә инем. Хатта бер ваҡыт Лилиә ныҡ итеп аптырап, үпкәләгәйне. Аҡсаһыҙыраҡ ваҡыт тура килде микән? Фларистың эштәре хөртөрәк булдымы, Лилиә барып аҡса һорағайны (ҙурайғайны инде), Фларис ҡыҙҙы ла китте: "Миндә ниндәй аҡса булһын. Эш хаҡын тиненә тиклем әсәйегеҙгә биреп торам. Унан һорағыҙ!". "Әсәйҙәрҙә аҡса булмай бит!" - тип Лилиәнең күҙенә хатта йәштәр төйөлгәйне. Нишләп улай өйрәткәнмендер, үҙем дә аңламайым... Беҙҙе Хоҙай үҙе ҡауыштырған бит инде. Белгән нисек һайларға: Фларис кеше менән аралашырға ярата, бер урында ултырып сыҙай алмай, ә мин тыныс, күберәген өйҙә булырға тырышам, кеше менән дә аралашып бармайым. Силәгенә күрә ҡапҡасы, кеүекбеҙ, ҡыҫҡаһы.
Ғәзиз Йосопов, БР Стратегик тикшеренеүҙәр институтының матбуғат хеҙмәте етәксеһе: Тәү сиратта ғаиләнең әһәмиәтен аңларға кәрәк. Ҡайһы берәүҙәр, өйләнеп ҡарайым да, килеп сыҡмаһа, айырылышырбыҙ, тип уйлай. Шуның өсөн ғаилә ҡорор алдынан кем балаһы, кем менән яҙмышыңды бәйләйәсәкһең, кем буласаҡ балаларыңдың әсәһе йәки атаһы тип ҡарайһың. Башҡа ғаиләләрҙә нисектер, беҙҙе атай-әсәй бала саҡтан шулай тәрбиәләне. Йәғни был тәрбиә кем менән дуҫ булырға кәрәклекте аңлауҙан башланып, кем менән аралашырға, кем менән ғаилә ҡорорға, тигән мәсьәләне лә үҙ эсенә ала. Юҡҡа ғына, кем арбаһына ултырһаң - шуның йырын йырларһың, тимәйҙәр бит. Ә инде "үлеп ғашиҡ булдым, унһыҙ бер минут йәшәй алмайым", тип түгел. Ундай ғаиләләр, күп осраҡта, тәүге хистәр - эйфория үтеү менән көрсөккә терәлә. Әле беҙҙең ғаилә ҡорғанға тиҫтә ярым йыл, йылдар һаны артҡан һайын, мин ҡатынымды тағы ла нығыраҡ яратҡанымды аңлайым. Моғайын, тағы ла 10-15-20 йылдан һуң, артҡа боролоп ҡарап, "Ээээх, 45 йәшемдә, моғайын, хәләлемде әлеге ҡәҙәре яратмағанмындыр", тип әйтермен.
Гөлнәзирә ЗӘЙНУЛЛИНА, дүрт бала әсәһе: Мин үҙем килен булып төшкән ғаиләне үрнәк итеп килтерер инем. Сөнки улар балаларына матур тәрбиә бирә алғандар. Инәһе көслөнөң - иләүе көслө, тип халыҡ ҡалай тапҡыр әйткән, тип уйлайым йыш ҡына. Ҡәйнәм көслө рухлы, һәр нәмәгә үҙенең фекере бар, һәр осраҡта ла ғәҙел булып ҡала белә. Күп һөйләмәй, ғәйбәткә урын ҡалдырмай, ундай һүҙҙе тыңлап та тормай. Үҙебеҙ ҙә дүрт балаға атай-әсәй һәм улар үҫә барған һайын дөрөҫ тәрбиә биреүҙең ни тиклем мөһим икәнен аңлайһың. Шуға ла мин һуңғы ваҡытта матур ғаиләләрҙең балаларын нисек тәрбиәләүенә иғтибар итергә ғәҙәтләндем. Мәҫәлән, ҡайным менән ҡәйнәм хеҙмәт тәрбиәһенә ҙур урын бүлгән. Уларҙың балалары бер ҡасан да юғалып ҡалмаясаҡ, бөтөн эште лә эшләй беләләр. Кемдер үҙ ғүмерендә бер йорт та һалып инә алмай. Ә уларҙың улдарына бындай эш бер ни түгел, тотоп эшләй ҙә ҡуялар. Ҡайным менән ҡәйнәм байрам, уйын-көлкө тип артыҡ иҫтәре китеп бармай. Улар өсөн иң мөһиме - ғаилә байрамдары. Ғаиләлә атай һүҙе, әсәй һүҙе ҙур әһәмиәткә эйә, бындай кәңәш-теләктәргә мотлаҡ ҡолаҡ һалына. Ҙурайышып бөтһәләр ҙә, атай-әсәй менән ултырып кәңәшләшеү матур йолаға әүерелгән.
Шулай уҡ бер туған апайымдың ғаиләһе минең өсөн өлгө. Улар урыҫтар араһында йәшәп, ғаиләлә милли рухты һаҡлап ҡала алдылар. Өйҙә балаларҙың береһе лә урыҫ телендә һүҙ һөйләмәй. Ә мәктәптә барыһы ла алдынғы уҡыусы. Урыҫ телен белмәү арҡаһында уңышҡа өлгәшә алманым, тигәндәрен күп ишеткәнем бар. Шуға ла балам ыҙаламаһын, уны урыҫса ғына һөйләштерәм, тиҙәр. Был фекерҙең дөрөҫ түгеллеген апайымдарҙың ғаиләһенә ҡарап аңларға була. Бөгөн йәш ғаиләләр балаларына бөтөнләй эш ҡушмаһа, улар, киреһенсә, балаларын эшләтеп үҫтерә.
