ҺӨНӘРЕҢ БАРМЫ?

Башҡортостанда быйыл заманса һөнәри белем биреүгә, лайыҡлы эш шарттары булдырыуға һәм хеҙмәт династиялары абруйын күтәреүгә иғтибар йүнәлтелә - йыл шулай нарыҡланды. Был сара буйынса фекерегеҙ ниндәй булыр?

ҺӨНӘРЕҢ БАРМЫ?, image #1

Фирүзә ИШБИРҘИНА, хеҙмәт ветераны: Эйе, бер аҙ һуңлабыраҡ булһа ла, бик ваҡытлы һәм кәрәкле сара был, сөнки ошоға тиклем ил күләмендә эре завод-фабрикалар бөлгөнлөк кисереүҙән ябыла барып, эшсе һөнәренең абруйы юҡҡа сыҡты тиерлек. Мәҫәлән, 2020 йылда Мәскәүҙәге И.А. Лихачев исемендәге (ЗИЛ) данлыҡлы автомобиль етештереүсе гиганттың, банкротлыҡҡа төшөп, ябылыуы, уның территорияһы урынында торлаҡ массивы, коммерция биналары төҙөлөүе үҙе бер фажиғә булды. Хатта уның музейына тиклем юҡ ителгән, тиҙәр... Ә бит совет осоронда унда 70 меңләп кеше эшләй ине! Дөрөҫ, бөгөн был заводты тергеҙеү тураһында һүҙҙәр бара барыуын, шулай була күрһен ине лә! Ҡыҙғанысҡа, эшсе халҡын урамға ҡыуып сығарған бындай исемдәре генә ҡалған предприятиелар бөтә ил буйынса бөлгөнлөккә төштө. Ошонан һуң ил иҡтисадын алға һөрөүсе эшсе синыфынан нимә ҡалды икән?

Ярай ҙа, Өфөләге Мотор эшләүселәр заводы һаҡланып ҡалды, сөнки унда стратегик продукция етештерелә. Ләкин бөтә теләгән кешене лә ул үҙенә һыйындыра алмай, үкенескә. Илгә арзан эшсе көс - мигранттар килеп тулды. Шунан ҡайҙан инде эшсе династиялары һаҡланып ҡалһын? Эшсе көстәр ҡытлығы айҡанлы борсолоп, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән республика биләмәләрендә, айырыуса "Алға" махсус иҡдисад зонаһында предприятиелар асыла, эшләй башлағандары ла бар. Шулай дауам итеп, эш урындарына ҡытлыҡ бермә-бер кәметелеп, эшсе һөнәре абруйы тергеҙелһен ине, тигән теләк бар. Былтыр һөнәри белем биреү буйынса Өфөлә булып үткән WorldSkills милли чемпионаты нигеҙендә эшсе кадрҙар оҫталығын камиллаштырыусы федераль үҙәк асылыу хәбәре лә күңелдә өмөт уята. Юғиһә, бөгөн беҙ хеҙмәт династияһы хаҡында һүҙ алып барғанда, нигеҙҙә, табиптар менән уҡытыусылар ғаиләләрен генә телгә алырға мәжбүрбеҙ. Был да бик кәрәк өлкәләр, һүҙ ҙә юҡ. Уларҙың мөһимлеге айырыуса әлеге афәт - пандемия шарттарында ныҡ күренде. Мәғариф һәм медицина өлкәһендә ғаилә династияларын һаҡлау, тергеҙеү, булғандарын дәртләндереү - бөгөн көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе.

Илдар ҺИҘИӘТОВ, медицина фәндәре докторы, профессор, БДМУ-ның оператив хирургия кафедраһы мөдире: Ғаиләбеҙҙең табиптар династияһына нигеҙ һалыусы - атайым, билдәле хирург, онколог, медицина фәндәре кандидаты, педагог, йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, "Почет билдәһе" ордены кавалеры Ишмырҙа Хәйернур улы Һиҙиәтов. Уның имәндәй ныҡ, олпат абруйы һөнәри шәжәрәбеҙҙең көслө олоно булып, артабан тармаҡланып-япраҡланып, сәскә атты, тиһәм, бер ҙә арттырыу булмаҫ. Эшләгән йылдарында уны республикабыҙҙа белмәгән кеше ҡалмағандыр, хатта сит төбәктәрҙән дә "Доктор Һиҙиәтовҡа" тип, дауаланырға киләләр ине. Башҡортостанда колопроктология йүнәлешенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе булды. Үҙ һөнәренә мөкиббәнлеге хаҡында дөйөм һүҙҙәр һөйләү ҙә кәрәкмәйҙер, ә шундай бер осраҡты ғына иҫкә алыу ҙа етә: 12 сәғәт буйына операция өҫтәле артында тороп, ул яман шеш менән яфаланған бер йәш ҡатынды үлем тырнағынан йолоп алып ҡалды, ә бит дауалаусы табиптар, өмөтһөҙ, тип, был сирлегә ҡул һелтәгән булған. Һәм бындай операциялары берәү генә булманы виртуоз хирургтың...

Ғәмәли хирургия менән шөғөлләнеүе өҫтөнә, атайым 80-дән ашыу фәнни хеҙмәттәре менән дә билдәлелек яуланы: халыҡ-ара симпозиумдарҙа сығыш яһаны; шул уҡ ваҡытта медицина университетында буласаҡ табиптарға белем биреүгә лә күп көс түкте. 1993 йылда хаҡлы ялға сыҡһа ла көсөргәнешле хеҙмәт юлын дауам итте, үҙ иңенә тағы ла яуаплыраҡ бурыс алды: тыуған Әбйәлиленә ҡайтып, 2000 йылда, илдә "баҙар иҡтисады" тип аталған буталсыҡ, ауыр һәм ҡытлыҡ заманда Салауат ауылында төҙәлгеһеҙ ауыр сиргә дусар булған кешеләр өсөн республикала тәүге махсус дауахана - хоспис асып, гражданлыҡ ҡаһарманлығы өлгөһө күрһәтте, ошо учреждениеның тәүге етәксеһе булды. Хәҙер был бина алдында атайым хөрмәтенә асылған һәйкәл тора. Әйткәндәй, уның хоспистағы эшен әлеге ваҡытта туғаныбыҙ Хәлиҙә Хәлфәт ҡыҙы Ғәйфуллина дауам итә.

Беҙҙең - балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре яҙмышында атайымдың иҫ китмәле көслө һәм ыңғай йоғонтоһон билдәләп китмәү мөмкин түгел. Иң тәүҙә бит ул тормош юлдашын да табиптар араһынан һайлаған: әсәйебеҙ Венера Фәрит ҡыҙы ла ғүмере буйы медицинаға хеҙмәт итте - оҙаҡ йылдар аллерголог булып эшләне, әле хаҡлы ялда. Беҙҙең ғаилә тамырҙарынан 17 табип үҫеп сыҡты. Миңә бәләкәйҙән атайым менән әсәйемдең изге һөнәр кешеләре булыуын күреп, өйҙә лә уларҙың эш хаҡында фекер алышыуҙарын ишетеп, теге йәки был проблемаларҙа хәбәрҙар булып буй еткерергә тура килде һәм, тәбиғи, һөнәр һайлау мәсьәләһе тормай ине инде ул саҡ минең алда. Тик бер генә маҡсат: атайым менән әсәйем кеүек булырға, кешеләргә файҙалы ғәмәлдәр ҡылырға тигән уй үҙенән-үҙе инеп урынлашҡан ине күңелемә. Ҡатыным да медицина фәне өлкәһендә эшләй - генетик-биолог. Ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе шулай уҡ беҙҙең юлдан китте - Индирабыҙ офтальмолог. Бер туған ике һеңлем дә, әлбиттә, табиптар: Гөлнур Ишмырҙа ҡыҙы Лоҡманова - медицина фәндәре докторы, БДМУ профессоры, бер нисә патент авторы. Уның улы Морат Илгиз улы - медицина фәндәре кандидаты, хирург, ә ҡыҙы Америкала эшләй, пластика буйынса белгес, хирург. Икенсе һеңлем Гөлнәзирә Ишмырҙа ҡыҙы Бикйәнова Мәскәүҙә эшләй, гинеколог.

Бөгөн йәш быуын алдында, ысынлап та, һөнәр һайлауға етди ҡараш кәрәклеген тоям. Һөнәрҙе йөрәгең ҡушыуы буйынса, һәләтеңә ҡарап һайлау кәрәк. Шул уҡ ваҡытта ғаилә династияһын дауам итеүселәр ҙә күберәк булһын ине, тием, сөнки бая әйтмешләй, шул ваҡытта ғына теге йәки был һөнәрҙең бөтөн нескәлектәрен аңларға, ата-әсә миҫалында уларҙың хеҙмәтен намыҫлы, фиҙаҡәр дауам итергә, улар ғүмерҙәрен бағышлаған һөнәрҙе изге күреп, хөрмәтләргә була.

Мансур РӘХИМҒОЛОВ, педагогия ветераны: Был фани донъяларҙа йәшәй-йәшәй халҡыбыҙҙың мәҡәл-әйтемдәре, береһенән-береһе тапҡыр, ҡанатлы һүҙҙәренең ысын асылына үҙ тормош тәжрибәңдән сығып төшөнә бараһың. Ғаилә династияһы хаҡында һөйләүемде һорап, "Киске Өфө" гәзитенән мөрәжәғәт иткәстәр, тап ана шул мәҡәлдәр ҡолаҡта яңғырап китте: "Алма ағасынан алыҫ төшмәй", "Баланы бишектән өйрәт," "Бала күргәнен эшләр","Атанан күргән - уҡ юнған, әсәнән күргән - тун бескән" һәм башҡалар. Ысынлап та, был мәҡәлдәрҙең ни тиклем зирәк әйтелеүен, сәпкә тап килеп кенә тороуына күрше-тирә, таныш-тоношҡа йөрөмәй генә, үҙебеҙҙең Рәхимғоловтар ғаиләһе миҫалында ла инанырға була.

Тарих төпкөлөнә бик тәрән дә төшмәй, һүҙемде ҡартатайыбыҙ Әбделхәйер Рәхимғоловтан башламаҡсымын. Ҡартатайыбыҙ заманына күрә уҡымышлы, эш һөйөүсән абруйлы кеше була, көтөү-көтөү мал тота. Шул уҡ ваҡытта ауыл имамы булараҡ, үҙ йортонда ир балаларҙы ғәрәп яҙмаһына һәм Ислам дине ғилеменә, ә Ғилмияза ҡартәсәйебеҙ ҡыҙ балаларҙы уҡыта торған булғандар. Шуға күрә лә беҙҙең ғаиләнең уҡытыусылыҡ династияһы уларҙан һәм хатта уларҙан алдағы быуын ата-бабаларыбыҙ һөнәренән һут алған, тип ғорурлыҡ менән әйтә алам. 1917 йылғы атайыбыҙ Зиннәт Әбделхәйер улы шул заман өсөн юғары баһаланған 7 класс белеме менән Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылындағы Салауат колхозында хисапсы булып бер аҙ эшләгәс, 1938 йылда совет армияһы сафына алына һәм шунан ҡайтмаҫтан, башланып киткән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, 1946 йылда ғына әйләнеп ҡайта. Ҡәһәрле һуғыш ҡамасауламаһа, ул, белемен артабан дауам итеп, уҡытыусы ла булып китер ине, бәлки. Уның ҡарауы, әсәйебеҙ Рәхимғолова (Абдрахманова) Камал Минһаж ҡыҙы оҙаҡ йылдар буйы Баймаҡ районында иң алдынғы уҡытыусы, ауыл һәм район советтары депутаты булды. 1941 йылда бөтөн республика күләмендә абруй ҡаҙанған Темәс педучилищеһын ҡыҙыл дипломға тамамлап, күлдәклек ҡыҙыл буҫтау менән бүләкләнгән. Дәһшәтле һуғыш йылдарында әсәйебеҙ Баймаҡ районының Йолалы, Нияҙғол (хәҙер юҡ) ауылдарына һыбай йөрөп, шулай уҡ Юлыҡ мәктәптәрендә математика һәм физиканан балалар уҡыта. Һуғыштан һуң атайыбыҙ менән өйләнешеп, 1958 йыл Ишбирҙе мәктәбенә ебәрелә һәм 41 йыл ғүмерен балалар уҡытыуға, тәрбиә биреүгә бағышлай. Уҡытыусы ғына түгел, абруйлы тәрбиәсе лә була белде ул. Уға рәхмәтле уҡыусыларының береһе әйтмешләй, Ишбирҙе рәсми булмаған үҙенсәлекле тәрбиә үҙәге - "Камал Минһаж ҡыҙы мәктәбе"нә әүерелде ул эшләгән йылдарҙа.

Беҙ, балалары ла, әсәйебеҙ һөнәрен үҙ иттек. Өлкән ағайыбыҙ Вилүр Зиннәт улының исеме республикабыҙҙан ситтә лә киң билдәле булды. Ул үҙенең хеҙмәт юлын пединститут тамамлап, уҡытыусы булып башлағайны, ләкин аҙаҡ райондың мәҙәниәт бүлеге етәксеһе итеп эшкә саҡырылғас, ошо өлкәлә халҡыбыҙҙың мәҙәни мираҫ хазиналарын тергеҙеп, халҡыбыҙға кире ҡайтарыу эшенә тотоноп китте һәм "Баймаҡ һөнәрселек үҙәге" асып, унда тирмәләр, башҡорт милли кейемдәре, шул иҫәптән, матур-матур еләндәр, ҡатын-ҡыҙ камзул-күлдәктәре, сувенирҙар һәм башҡа күп әйберҙәр етештерелә башланы. Ғаиләбеҙҙәге икенсе бала - Вилүрә апайым да, әсәйебеҙ кеүек үк, ғүмере буйына Өфөләге Ф.Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһында хаҡлы ялға сыҡҡансы математиканан уҡытты. Таңһылыу апайым шулай уҡ бөтөн ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышланы. Ғаиләлә иң кесеһе мин дә, туғандарым кеүек, һәм, әлбиттә, әсәйем өлгөһөндә уҡытыусылыҡ эшенә күңел һалдым. Стәрлетамаҡ пединститутын тамамлағас, тыуған ауылым Ишбирҙелә уҡыттым, унан күршеләге Йылым мәктәбенә директор итеп ебәрҙеләр. Ишбирҙе ауыл Советы рәйесе булып та эшләп алынды. Унда ла мәктәп менән бәйләнеште өҙмәнем. Аҙаҡ Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбендә эшләнем. Шулай итеп, 25 йыл балалар уҡыттым. Ә бына ғаиләбеҙҙең дөйөм педагогик стажын иҫәпләһәң, байтаҡ ҡына дәүер булып китәлер. Һәр хәлдә, шөкөр, тием, эшләнек тә, хеҙмәтебеҙҙең хөрмәтен дә күрҙек, ләззәтен дә татыныҡ - белем биргән уҡыусыларыбыҙ йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне, күптәре ошо юлды һайланы.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

33 views·2 shares
33 views