БЫЛ ПАНДЕМИЯ!
Өсөнсө йыл пандемия шарттарында йәшәү беҙҙе уртаҡ теләк менән берләштерҙеме: һәр көндөң ҡәҙерен белергә өйрәттеме? Тағы ниндәй һабаҡтар бирҙе?
Фирүзә АБДУЛЛИНА, уҡытыусы, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ағзаһы, шағирә: Пандемия шарттарында йәшәү осоронда беҙ бик күп нәмәгә икенсе күҙлектән ҡарарға өйрәндек. Ниндәй матур тормошта йәшәгәнбеҙ икән ошоға тиклем, белмәгәнбеҙ генә. Битлектәр кейеп, өйҙәребеҙгә инеп бикләнгәс кенә саф һауаны күкрәк тултырып һулауҙың да ҙур бәхет, кинәнес икәнлегенә төшөндөк, юғиһә бит, булғанына шөкөр ҡылыуҙар, эргәңдәгенең ҡәҙерен белеүҙәр онотола башлағайны түгелме?
Кеше бәхетте, рәхәтте ҡайҙандыр ситтән эҙләй башланы, әйтерһең дә, унда әҙерләп ҡуйғандар... Ә бит уйлап ҡараһаң, ул үҙебеҙҙең һауаны һулау, үҙ еребеҙҙең ҡәҙерен белеү, үҙ йортобоҙ, ғаиләбеҙ именлеген һаҡлау; туған-тыумаса, дуҫ-иш, күрше-күлән менән татыу һәм берҙәм йәшәү - бына нимә икән ул бәхет! Эйе, һеҙҙең һорауҙағыса, бөгөнгө көн бөтә кешеләр ҙә бер теләк менән йәшәй: был ҡурҡыныс зәхмәт тиҙерәк үтеп китә күрһен дә, уны имен-аман йырып сығырға яҙһын, амин. Яҡындарыбыҙ менән бергә булайыҡ, иҫән-һау, сәләмәт йәшәйек!
Пандемияға тиклем кеше үҙенең һаулығына әллә ни иғтибар биреп еткермәй ине, сөнки һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ойоштороу проблемалары, ҡайһы бер табиптарҙың квалификация кимәле, район, республика медицина учреждениеларына теләгән һәм кәрәкле мәлдәрҙә эләгеү мөмкинлеге булмауы, түләүле медицина хеҙмәттәренә күпләп күсә барыу тәртибе сирлеләр өсөн табипҡа юлдарҙы япты. Шуға күрә хәҙер күптәр халыҡ дауалау сараларына мөрәжәғәт итә, үләндәр менән дауаланыуға күсте. Бөгөн, пандемия шарттарында был тәжрибә бик тә ярап ҡалды, тип әйтер инем. Әлеге шул тыуған еребеҙҙән һут, шифа алып үҫкән дарыу үләндәре беҙгә ярҙамға килде. Кеше үҙе генә ҡулланып ҡалмай уларҙы, ә социаль селтәрҙәр аша иммунитетты нығытыу, вирусҡа ҡаршы көрәшеү буйынса бер-береһе менән тәжрибә уртаҡлаша, бер-береһенән теге йәки был дауалау сараларына өйрәнә. Ҡыҫҡаһы, ошо ике йылда һаулығыбыҙҙы һаҡларға, ҡәҙерләргә өйрәндек. Һәр иртә һайын, яңы тыуған көндө шөкөр итеп ҡаршыларға, һәр имен көнгә ҡыуанырға, бер-беребеҙгә иғтибарлы булырға өйрәтте тажзәхмәт.
Шул уҡ ваҡытта коронавирус үҙенең ағыуы менән кешеләрҙе зарарлап ҡына ҡалманы, йәмәғәтселекте берләштереү урынына уны ике лагерға бүлеп тә ҡуйҙы. Уның зәһәрлеге бына шунда ла күренде. Госпиталь һәм дауаханаларҙың сирлеләр менән тулыуына ҡарамаҫтан, вирустан һаҡланыу сараларын инҡар итеүселәр ҙә табылды: улар прививкаға ҡаршы сыҡты, өйҙә ултырырға теләмәй, ошондай хәүефле ваҡытта туристар сифатында сит илдәргә туҡтауһыҙ сәфәр ҡылыусы бошмаҫтар ҙа байтаҡ булыуы асыҡланды; ә ҡайһы берәүҙәр халыҡ күп йөрөгән урындарға, мәҫәлән, аҙыҡ-түлек магазиндарына битлек кеймәй килеп инеүҙе лә батырлыҡ һанай башланы. Шулай итеп, пандемия берләштереп кенә ҡалманы шул халыҡты, ә икегә бүлде. Әлбиттә, һәр кемдең үҙ фекерендә ҡалырға хаҡы бар, ләкин был башҡаларға зыян килтерерлек рәүештә эшләнергә тейеш түгелдер, тигән уйҙамын.
Таңһылыу ЙӘНТҮРИНА, хажиә, педагогика ветераны, Сибай ҡалаһы: Һеҙҙең был һорауға яуап әҙерләп ултырғанда бергә уҡыған курсташыбыҙҙың ошо афәттән китеп барғанын хәбәр иттеләр... Туҡтауһыҙ уйланырға мәжбүр итә был хәлдәр. Үҙемдең, замандаштарымдың тормош юлын күҙ алдынан үткәрәм: дөрөҫ йәшәнекме икән был фани донъяларҙа беҙ? Уйлап ҡараһаң, беҙҙең быуын бик бәхетле булған бит: һуғыш күрмәнек, аслыҡтан миктәмәнек, бала сағыбыҙ, йәшлегебеҙ шаулап-гөрләп үтте. Үкенерлек түгел, киреһенсә, һағынып иҫкә алырлыҡ хәтирәләр күп, ә ҡалғандары, хәҙерге заман менән сағыштырһаң, буш ҡына нәмәләр булған икән дә!
Беҙҙең быуын эшһеҙлектең ни икәнен дә белмәне, эшһеҙ кеше лә булманы, тиерлек. Ә инде бөгөнгөләй пандемия, куаркод, ПЦР-тест, үҙҡурсаланыу, кеше менән кеше араһында дистанция кеүек нәмәләрҙе яман төштә лә күрмәнек. Әлеге мәл донъябыҙҙа булып ятҡан хәүефле хәлдәр тикмәнән түгелдер, тейем мин. Юғарынан килгән Илаһи көс тарафынан кешелектең яңылыш юлдан китеп барыуын аңлатыр өсөн, бәндәләрҙең аңын уятыр өсөн, әле һуң булмаҫ борон уларҙы һаҡлап ҡалыр өсөн күрелгән һуңғы сараларҙың береһелер, тип аңларға кәрәктер быны. Кешелектең һәләкәт сигендә тороуын аңлағандар тәүбәгә килеп, йәшәү рәүештәрен күҙҙән үткәрергә, тормош һәм ҡылыҡтарын тейешле юҫыҡта дөрөҫ көйләргә бурыслылыр. Һәр кем үҙенең был ергә мәңгелеккә килмәгәнлеген аңлап, һәр минутының ҡәҙерен белеп, үҙ ғүмерен генә түгел, яҡындарын да ҡурсаларға ынтылһа, берҙәмлек, ҡан ҡәрҙәшлек тойғоһона тоғролоҡ һаҡлап,татыулыҡта йәшәһә, донъяла ыңғай энергетика артыуын тойор инек. Шуға бәйле аңыбыҙ яңырыу кисерер, тәбиғәт ҡанундары сиктәренә ҡайтыр ине, тип уйлауым. Ысынлап та, әҙәп-әхлаҡты онотоп, тәбиғәтебеҙҙе үҙ ҡулдарыбыҙ менән емереп, талап, бысратып, ошо рәүешле ғүмер һөрөү артабан мөмкин түгел, күрәһең. Еребеҙ тонсоға, уға яңы һулыш кәрәк - ул йәшәргә тейеш!
Пандемия күптәрҙе уйланырға, теләйме, юҡмы - тормошон икенсе юҫыҡҡа борорға, тәүбәгә килергә мәжбүр итәлер, тейем. Һәр хәлдә, планетаның бөгөнгө торошона бер кем дә битараф ҡалмағандыр, сөнки пандемия барыһына ла ҡағылышы булған ҙур ҡаза, бәлки, язалыр. Шуға ла һәр кем үҙенең эске аңын ыңғайға, яҡшыға көйләп, фәҡәт изге уйҙар һәм ниәттәрҙә генә булырға, яҡшы ғәмәлдәр ҡылып йәшәргә үҙен күнектерергә бурыслы. Йәшәйешебеҙҙәге үҙгәрештәрҙе яңыса ҡараштан ҡабул итергә лә өйрәнеү кәрәк, сөнки ауырлыҡтар һәм юғалтыуҙар бер кемде лә ситләп үтмәйәсәк. Бындай ваҡытта ҡаушап, юғалып ҡалмаҫ өсөн йәшәйеш ҡанундарын аңлай белеү һәм иманлы булыу - иң тәү фарыз. Иманы ныҡ - ҡаҡшамаҫ, ихтыяры уның ныҡ булыр. Пандемия һабаҡтарының иң мөһиме шуға ла, минеңсә, кешеләрҙең тормош асылына төшөнөп, иманһыҙ үткәргән йылдары өсөн үкенеү кисереп, тәүбәгә килеү, Аллаһу сүбхәнә Тәғәләнең барлығына, берлегенә инаныу, Уның ҡөҙрәтенә һыйыныу һәм һығыныу. Бына шул саҡта кеше үҙен яҡлауһыҙ һәм яңғыҙ итеп тоймаясаҡ, ауырлыҡтар һәм сир-зәхмәттәрҙе лә еңелерәк үткәрәсәк.
Рәйес НИЗАМЕТДИНОВ, бейеүсе, балетмейстер, ҡуйыусы режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре: Эйе, пандемия шарттарында йәшәү бик күп нәмәгә күҙҙәрҙе асты. Иң беренсе һаулыҡтың ни тиклем ҡәҙерле хазина икәнен аңғартты беҙгә. Дөрөҫ, быға тиклем дә сәләмәтлектең әһәмиәтен белә инек, ләкин әлеге "Һаулығың - байлығың" тигән ҡанатлы әйтемгә өйрәнеп, күнегеп тә кителгәйне, шул арҡала уның ысын асылын, ҡәҙерен тойоу хисе беренсел булыуҙан туҡталып та китә ине, буғай. Ғөмүмән, айырыуса ир-ат был йәһәттән ғәфү иткеһеҙ бошмаҫлыҡ күрһәтә ине: "Үтер әле аҙаҡ, бер ни ҙә булмаҫ",- тип, үҙ-үҙен тынысландырып, табипҡа барырға һис ашыҡманы, дауахана юлын тапарға, сираттарҙа ултырырға теләмәне. Өҫтәүенә, тәмәке, алкоголь менән "дауаланыу", аҡса, мал табыу, ғаилә аҫрау кеүек хәстәрҙәр тотҡононда даими стресс кисереү ир-ат һаулығында етди проблемалар килтереп тыуҙырҙы. Шуға күрә лә статистика һәм демографияла "ир ғүмере - алтмышҡа еткәнсе" тигән рәсми булмаған хәүефле ҡараш барлыҡҡа килде. Һөҙөмтәлә ирҙәрҙә үпкә, йөрәк-ҡан тамырҙары, ашҡаҙан-бауыр һәм нервылар буйынса сир күрһәткестәре артҡандан-арта, ваҡытынан алда ғәзиз ғүмерҙәр өҙөлә барҙы.
Ә бит бөгөнгө тажзәхмәт вирустары ла тап ана шул әлеге ағзаларҙы ныҡ зарарлай, ҡатмарлыҡтар һәм өҙлөгөүҙәргә килтерә. Һөҙөмтәлә күптәр шуны аңланы: һаулыҡты нығытыу, булған сирҙәрҙе ваҡытында дауалау, сәләмәт йәшәү рәүешен тотоу пандемия шарттарын күпкә енелерәк үткәрергә йә уға бирешмәҫтәй иммунитетҡа эйә булырға ярҙам итер ине. Икенсенән, пандемия беҙгә аралашыу, күрешеп, хәл-әхүәл белешеүҙең, туғандар, дуҫтар менән осрашып, ихлас һөйләшеп ултырыуҙарҙың ниндәй ҙур шатлыҡ булыуын төшөндөрҙө. Юғиһә бит, коронавирустан алдараҡ та кешеләр үҙ ҡабырсаҡтарына йомолоп, үҙ донъяларына бикләнеп, бер-береһенән ситләшә төшкәйне. Туған туғанға йөрөшөүҙән, ҡунаҡҡа саҡырышыуҙарҙан туҡтаны, күрше күршегә инмәй башлағайны. Бала-сағанан алып, өлкән йәштәгеләргә тиклем һәр береһенең ҡулында телефон, эргә-тирәләге кешене күрмәй-ишетмәй бөтөнөһө гаджетҡа йомолғайны.
Юғары көс был тажзәхмәт сирен ебәреп, әйтерһең дә беҙгә, ошоно теләгәйнегеҙме, бына күрегеҙ, бер-берегеҙҙән башҡа йәшәү, бер-берегеҙҙән йәшенеү бына шулай була ул, тип әйтәлер һымаҡ. Күҙгә күренмәҫ ситлектә ҡалғандай тойола кешелек донъяһы. Кемгә нисектер (ләкин бындай тормоштан бер кемгә лә яҡшы түгелленә иманым камил), ә бына миңә һәм башҡа ижад кешеләренә бындай бикле ишек һәм бикле күңелдәр бик ауыр тәьҫир итә, сөнки беҙ осрашып-күрешеп, ижади уңыштарыбыҙ, һөйөнөс һәм көйөнөстәребеҙ менән уртаҡлашып, бер-беребеҙҙе хуплап, дәртләндереп йәшәргә һәм эшләргә өйрәнгәнбеҙ. Әйткәндәй, Өфөгә күскәс, өй ҙә туйламағанбыҙ һаман, ә туғандар һәм дуҫ-иштәрҙе саҡырып алғы килә; табын ҡороп, элеккесә матур йолаларыбыҙҙы башҡарып, бер-береңдең күңелен үҫтереү саралары, байрам тантаналары һағындырҙы. Ләкин... ярамай, яҡындарыңды хәүеф сигенә этәреүҙән һаҡ булырға кәрәк - бына нисек өйрәтә пандемия кешеләрҙе бер-береһенең ҡәҙерен белергә. Былай ҙа бит бик күптәребеҙ яҡындарын, дуҫтарын һәм башҡа яҡшы кешеләрҙе юғалттыҡ. Аңлы кеше был афәттән тейешле һабаҡ алғандыр, тип уйлайым, ләкин, ҡыҙғанысҡа, әле һаман һығымта яһарға уйламаған әҙәмдәр ҙә етерлек арабыҙҙа. Ундайҙар, сир миңә теймәҫ, тип уйлай, ахыры: бер ниндәй һаҡлыҡ саралары күрмәй, хатта элементар талап - битлек кеймәйенсә, халыҡ күп йыйылған урындарҙа: магазиндарҙа, баҙарҙарҙа бик иркен йөрөйҙәр. Битлек кейгән такси водителен дә осратҡан юҡ ошоға тиклем. Үҙҙәрен бирешмәҫлек тип иҫәпләйҙәрҙер ҙә, ә башҡалар тураһында оноталар. Был, әлбиттә, кешенең әҙәп-әхлаҡ кимәле тураһында асыҡ һөйләп торған бер күренеш. Тимәк, ундайҙарҙан алыҫыраҡ йөрөү хәйерле. Был иһә пандемия биргән тағы бер һабаҡтыр: яҡшыны ямандан айыра белеү.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.
