Ир-егет ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш тип уйлайһығыҙ? Ул сифаттар һеҙҙең үҙегеҙҙә бармы? Уларҙы нисек тәрбиәләргә?

Ир-егет ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш тип уйлайһығыҙ? Ул сифаттар һеҙҙең үҙегеҙҙә бармы? Уларҙы нисек тәрбиәләргә?, image #1

Алмас ШАММАСОВ, шәхси эшҡыуар, шағир, журналист: Ир кеше ғаиләһенең, яҡындарының, иленең терәге булырға тейеш, тип уйлайым. Ә бының өсөн иң төп сифат - көслө булыу. Физик яҡтан ғына түгел. Рухи яҡтан - иң тәү сиратта. Мыжыҡ булмаҫҡа. Йығылып ҡалғанда ла, һикереп торорға үҙеңдә көс таба белергә. Һаҙлыҡҡа батҡанда ла, унан сығыу юлдарын эҙләргә. Бирешмәҫкә. Ныҡышмал булырға. Сәмләнеп эшләргә.

Ысын ир кеше - ул ғүмер буйына көрәшсе. Яу яланында иленең азатлығы өсөн үҙен аямай алға ынтылғанда ла, хеҙмәттә юғары кимәлгә өлгәшергә теләгәндә лә. Хатта мөхәббәте өсөн көрәшкәндә лә.

Миндә ул сифаттарҙың күбеһе юҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Мин әлегә ғаиләмә лә, илемә лә, үҙемә лә һаман да, ҡырҡ йәшкә етеп барғанда ла, ныҡлы терәк була алмағанмын һымаҡ. Әммә ысынбарлыҡҡа асыҡ итеп ҡарай белеү ҙә үҙенә күрә ҙур аҙым, тип уйлайым. Һәм ысын ир кеше дәрәжәһенә етергә тырышыуҙың бер ғилләһе һымаҡ та ҡабул итәм.

Атайым был йәһәттән миңә ҡарағанда күпкә көслөрәк, ихтыярлыраҡ шәхес ине. Ул үҙенә, үҙенең талантына, маҡсаттарына, хыялдарына тоғро булып йәшәй белде. Бер ниндәй ауырлыҡтар алдында ла баҙап ҡалманы. Уларҙың быуыны, Бөйөк Ватан һуғышы йылдары быуыны - ысын баһадирҙар быуыны булған шул. Әлеге минең һымаҡ ир-егет әҫәрҙәре улар алдында сүп кенә.

Шул уҡ ваҡытта улымда атайымдың һыҙаттарын, холҡон күреп, ҡыуанам. Ундағы ғәҙеллеккә ынтылыш, көслө рух меңдәргә етерлек. Тимәк, улдарыбыҙ беҙгә ҡарағанда күпкә бейегерәк үрләйәсәк. Шуға ышанам.

Зәки ӘЛИБАЕВ, яҙыусы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры: Ир-егеттең төп сифаты - яуаплылыҡ. Нимәләр генә уйламаһын, ниндәй генә ғәмәлдәр ҡылмаһын, иң тәүҙә ул яуаплылыҡты тойорға тейеш. Был сифат кешенең бәләкәй сағында барлыҡҡа килһә, уның һуңғы көндәренәсә холҡона һеңеп ҡаласаҡ. Ирҙәрҙең тормоштағы барлыҡ эштәре ошо яуаплылыҡ менән билдәләнә: әгәр ул яуаплы икән, йәмғиәттә һәм башҡа ерҙәрҙә уның алдынғы ҡарашлы икәне күренәсәк. Тап ошо сифат кешенең башҡа төрлө матур-матур һыҙаттарына нигеҙ булып тора.

Әлбиттә, яуаплылыҡ бала саҡтан, атайҙар тәрбиәһенән башлана. Мин үҙем ауылда үҫкән кеше. Белорет районы Йөйәк ауылынан. Минең атайым Арыҫлан Сәфәрғәли улы Әлибаев 1925 йылда тыуған, быйыл 100 йыллығын билдәләп үттек. Бик йәшләй аталары мәрхүм булыу сәбәпле, үҙенең ҡусты-һеңлеләрен ҡарап үҫтергән, донъя йөгөн иңдәренә бик иртә йөкмәгән кеше. Унан башҡа әсәйебеҙ менән 58 йыл бергә тормош көтөп, өс егет һәм дүрт ҡыҙҙы тәрбиәләп үҫтереп, аяҡҡа баҫтырғандар. Беҙгә бәләкәй ваҡыттан ваҡ-төйәк, ауыл малайҙарына ғына хас эштәр ҡуша торғайнылар: үҙеңдең этеңә үҙең ашарға биреү, мал ҡарау һәм башҡаһы. Ул эштәрҙе һинән башҡа береһе лә эшләмәй, тик һин генә уның өсөн яуаплылыҡ алаһың. Ата-әсә үҙенең улына типә-тиң күреп эштәр ҡуша, һуңынан ул эштең ни кимәлдә башҡарылғанын йә башҡарылмағанын ҡарай, һынай торғайны. Һәр нимәгә яуаплы ҡарарға шулай өйрәттеләр беҙҙе, сөнки тормошта һәр бер әйбер ир-егеттең ошо сифатына ҡайтып ҡала.

Мирас ҮҘӘНБАЕВ, З. Исмәғилов исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенты, "Мираҫ" йыр һәм бейеү ансамбле оркестры артисы: Ир-егет ниндәй сифаттарға эйә булырға тейешме? Был һорауға яуап итеп: "Ир-егет ағас ултыртырға, өй һалырға һәм үҙенең быуынын дауам итеүсе ул үҫтерергә тейеш", - тигән матур ғына бер халыҡ әйтемен килтерергә була. Мин шәхсән үҙем ошо бирелгән өс бурысҡа иғтибар бүләм.

Атайым, ауылдаштар менән йыш ҡына төрлө проектарға ҡушылып, ағас ултыртабыҙ, был эшебеҙҙе артабан да дауам итербеҙ тип уйлайым. Тәбиғәтебеҙҙе һаҡлау - ул беҙҙең киләсәгәбеҙҙе һаҡлау.

Өй һалыу мәсьәләһе миңә әле ауыр, был әлеге заманда финанс яҡтан хәлдәр ҡатмарлаша төшөүе менән бәйле. Эйе, мин әле өйләнмәгәнмен, Аллаһ бирһә, һөйгән йәрем менән ғаилә ҡороп, яҡшы тәрбиәле, иманлы, рухлы баларар үҫтерергә ине. Киләһе быуындың ниндәй булыуы туранан-тура һинең биргән тәрбиәңә бәйле бит инде. Ғөмүмән, ир кешегә ғаиләле булыу һәм ғаиләһен лайыҡлы итеп ҡарау мотлаҡ тигән уйҙамын. Ә уның өсөн, беренсенән, спорт менән дуҫлыҡты өҙмәҫкә, насар ҡылыҡтарҙан арынырға, көслө булырға кәрәк. Икенсенән, үҙ илеңдең патриоты булыу, уны һаҡларға әҙер булыу мөһим.

Бынан башҡа ир-егет иманлы булырға тейеш. Бөгөнгө көндә тап дини һәм рухи яҡтан дөрөҫ тәрбиә, минең күҙәтеүемсә, йәштәргә ныҡ етмәй. Үҙем әлеге ваҡытта намаҙҙа булмаһам да, был юҫыҡта һәр ваҡыт белемемде арттырыға тырышам.

Ә рухи тәрбиәгә килгәндә, төп эшемдән башҡа, Республика инженер лицей-интернатында ҡурайсылар ансамблен етәкләйем. Башҡорт сәнғәтен үҫтереү, уҡыусыларымды рухи яҡтан байытыу - минең хыял. Улар менән һәр көй, йырҙың тарихын ентекле өйрәнәбеҙ. Ҡаһым түрә, Шайморатовтар миҫалында уларға башҡортомда булған ҡыйыулыҡты, Ватаныбыҙға һөйөү тойғолары уятырға тырышам. Был эш еңелдән түгел, әлбиттә, уҡыусыларҙың төрлөһө бар бит. Әммә балаларҙың сәхнәлә ҡурай уйнап тороуҙарын, уларҙың ҡаҙаныштарын күреү минең өсөн ҙур ҡыуаныс.

Әйтеп киткән сифаттарҙы минең үҙемдә тәрбиәләгән атайыма - Нур Нурислам улына рәхмәтем сикһеҙ. Тап ул мине тормош һынауҙары алдында һынмаҫҡа, эштән ҡурҡып тормаҫҡа, ныҡ булырға өйрәтә һәм үҙе миңә өлгө булып тора.

Айһылыу ДАУЫТОВА яҙып алды.

38 views·1 share