Күп балалылыҡ нормаға әйләнергә тейеш
Рәсәй Президенты В. Путин "Күп балалылыҡ нормаға әйләнергә тейеш", тип билдәләне. БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары 21 декабрҙә Ишле ғаилә көнөн булдырыу хаҡында закон ҡабул итте. Был хаҡта фекерегеҙ?
Константин ТОЛКАЧЕВ, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе: Татыулыҡ һәм һөйөү нуры балҡып торған күп балалы ғаилә - ҙур бәхет ул. Бөгөн илебеҙҙә демографик хәл менән бәйле мәсьәлә мөһим йүнәлештәребеҙҙең береһе, көн үҙәгендәге уртаҡ бурыс. Демография мәсьәләһен уңышлы хәл итеү бер ғаиләгә генә ҡайтып ҡалмай, ул йәмәғәтселек, власть органдарының күп балалыҡ идеяһын таратыу һәм пропагандалау эшенә лә бәйле, сөнки был беҙҙең һәм республикабыҙ киләсәгенең күрһәткесе. Күп балалы ғаиләләргә бик күп төрлө дәүләт ярҙам саралары менән бер рәттән, уларҙы күтәрмәләү, ихтирамлау, наградалар тапшырыу, бүләкләү кеүек матур традицияларыбыҙ йәшәп килә. Был йыл буйына ла дауам итә, шул уҡ ваҡытта декабрь аҙаҡтарында, Яңы йыл тантаналары алдынан уларҙы йыйып, ғаилә ҡиммәттәре, тыуған йорт йылыһы сағылышы булған ошо байрам менән ҡотлау, "Йыл ғаиләһе" конкурстары үткәреү матур ғәҙәткә ингән. Шуға күрә лә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары тап ошо көндәрҙең береһен - 21 декабрҙе Башҡортостанда яңы рәсми байрам - Ишле ғаилә көнө тип билдәләү хаҡында закон ҡабул итте лә инде. Күп балалы ғаилә көнөн булдырыу ғаилә институтын нығытыуға, традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға һәм күп балалыҡты пропагандалауға булышлыҡ итәсәк. Әсәлек, балалыҡ һәм ғаиләләрҙе, бигерәк тә күп балалыларҙы, яҡлау һәм ярҙам күрһәтеү һәр дайым Рәсәй Хөкүмәтенең мөһим бурыстарының береһе булып ҡаласаҡ; күп балалыҡ нормаға һәм йәшәү рәүешенә әйләнергә тейеш, тигәйне яңыраҡ РФ Президенты Владимир Путин үҙенең сығыштарының береһендә. Һәм, ысынлап та, яңы байрам Башҡортостан календары битендә тормошобоҙҙо рухи-әхлаҡи йәһәттән байытып, балҡытып ебәреүсе күренекле даталарҙың береһенә әйләнәсәк, тип ышанам.
Рәсимә САФИНА, биш бала әсәһе, Өфө ҡалаһы: Миңә ғәжәпләнеберәк ҡараусы бер һеҙ генә түгел, сөнки ҡала шарттарында күп балалы ғаилә ҡайһы берәүҙәргә ғәҙәттән тыш күренеш булып тойола. Етмәһә, ҡалала ғына түгел, ауыл ерендә лә хатта күп балалы ғаиләләргә ниндәйҙер ситнәтеү, кәмһетеүле мөнәсәбәт йәшәп килә. Йәнәһе, балалары күп икән, был, тимәк, етешһеҙ, проблемалы, аслы-туҡлы ғаилә, тигәнерәк фекер өҫтөнлөк итә. Был төптө дөрөҫ түгел. Хатта хәҙер хурланған элекке совет заманында ла күмәк ғаиләләрҙең бөтәһе лә ундай тормош кимәленә төшмәне. Ә инде ысынлап та ундайҙар бөгөн дә бар икән, улар бит йыш ҡына урындағы властарҙың битарафлығы арҡаһында шундай хәлгә дусар ителә. Мәҫәлән, биш бала тәрбиәләүсе бер ғаилә башлығы ишле ғаиләне бер үҙенең эш хаҡына аҫрауы мөмкин булмағанлыҡтан, Себергә эшкә юллана, ә биш баланы ҡарау ҡатыны иңенә төшә. Хәҙер инде ғаилә башлығының эш хаҡы ҙур булыуға һылтанып, быларға балалар пособиеһы түләүҙән баш тарталар. Ҙур ғаилә өсөн ҙур фатир йә айырым йорт талап ителә, ә уларға торлаҡ сертификатын да оҙаҡ ҡына көтөргә тура килә.
Ишле ғаиләләргә ҡарата бына шундай вайымһыҙлыҡ факттары осрап ҡына тора. Әгәр уларҙың йәшәү шарттары урындағы етәкселектең иғтибар үҙәгендә булһа, күп балалылар үҙҙәре өсөн ҡаралған бөтөн ташламалар менән ҡаршылыҡһыҙ файҙалана алһа, ҙур, татыу, матур ғаилә ҡороп йәшәргә теләүселәр ауылда ла, ҡалала ла күберәк булыр ине, тип уйлайым. Ишле ғаилә көнө булдырыу -һәйбәт сара, һүҙ ҙә юҡ, ләкин ул календарҙағы йөҙәрләгән иҫтәлекле-күренекле даталар кеүек, эҙһеҙ генә йә формаль рәүештә үтеп китмәһен ине. Был датаның положение-тәртиптәре бармы, байрам үткәреүҙә ниндәй саралар ҡарала? Ишле ғаиләләргә был датаны үткәреүҙән берәй файҙа буласаҡмы? Ошо һәм башҡа ҡайһы бер һорауҙарға яуап алғы килә.
Үҙемдең ғаилә хәленә килгәндә, былай зарланмайым. Балалар тиҙ генә үҫеп тә етә, бер-береһенә күҙ-ҡолаҡ, терәк булып, атаһы менән миңә ярҙам да итә башлайҙар, сөнки беҙ көнө буйы эштә - дәүләт ярҙамына ғына ҡарап ултырып булмай. Эшләргә, балаларҙың өҫ-башын хәстәрләргә, туҡлыҡлы итеп, төрләндереп ашатырға, уҡыу кәрәк-яраҡтары, һәр береһенә ноутбук, телефон һатып алырға кәрәк. Шунһыҙ булмай, заманы шундай. Йәшәү шарттарына килгәндә, зарланырға урын юҡ: дүрт бүлмәле иркен фатирҙа йәшәйбеҙ. Мәктәп эргәлә генә. Дөрөҫ, күп балалыларға 30 процент ташлама ҡаралыуға ҡарамаҫтан, коммуналь түләүҙәр байтаҡ сығымдар талап итә, сөнки фатир майҙаны ла, ғаиләләге кеше һаны ла иҫәпкә алына бит.
Балалар бәләкәй саҡта эшләй алманым, әле ирем менән икебеҙ ҙә Өфө заводтарының береһендә эшләйбеҙ, машинабыҙ, дачабыҙ бар: йәшелсә-емеш үҙебеҙҙеке. Балалар бәләкәйҙән баҡсала хеҙмәт күнекмәләре алып үҫә һәм был бер ҙә насар түгел. Тағы ла әйтергә теләгәнем шул: Ишле ғаилә көнөн байрам итеү бөтөн йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итерлек, күп балалы ғаиләләргә ихтирам һәм иғтибар тәрбиәләрлек кимәлдә үткәрелһен ине.
Айсыуаҡ ИШДӘҮЛӘТОВ, урындағы район башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, муниципаль хеҙмәт ветераны: Тәүҙән үк әйтеп ҡуям: минең ысын исемде лә, йәшәгән урынды ла күрһәтмәүегеҙҙе үтенәм, сөнки урындағы хужалар, ғәҙәттә, үҙҙәренән үтеп, республика матбуғатында сығыш яһағанды бигүк яратмай, хатта ҡайһы саҡ бының өсөн рөхсәт алыуҙы талап иткәндәре лә бар.
Әйҙәгеҙ, хәҙер һеҙҙең һорауға ҡағылышлы аныҡ һөйләшеүгә күсәйек, булмаһа. Мин үҙем ун балалы ғаиләлә үҫтем. Әсәйебеҙ 1970 йылдарҙа ауылда беренселәрҙән булып "Герой-әсә" исеменә лайыҡ булды һәм алтын миҙал менән бүләкләнде. Ул ваҡытта ауылдарҙа бер йә ике балалы ғаилә бөтөнләй юҡ тип әйтерлек ине, һәр йортта кәмендә 5-6 бала булды. Шуныһы менән дә беҙгә ул замандар күңелле булып хәтерҙә ҡалған. Бөгөнгө кеүек, ул саҡ ишле ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тәтемәне лә шикелле, ни бары кескәйҙәргә генә бер аҙ пособие бирелә ине. Ғаилә атайҙың эш хаҡына күҙ терәп торҙо, әсәйҙәр йорт-хужалыҡ эштәрен алып барҙы, балалар ҡараны. Шул хәлдә лә ас-яланғас булманыҡ. Бәләкәйҙән эшләп өйрәндек, ҡусты-һеңлеләрҙе ҡараштыҡ. Бына ул ваҡытта, ысынлап та, күп балалыҡ нормаль күренеш ине. Эштән һуң атайҙар өй күтәрҙе, төкәтмә төҙөнө - балалар күп булғас, иркен йорт кәрәк бит инде, ләкин был йәһәттән дә ишле ғаиләләргә дәүләт ярҙамы булманы. Бар ине етешһеҙерәк, бәләкәй өйҙә йәшәгәндәр ҙә, сөнки ғаиләләрҙең хәле уның башлыҡтары булдыҡлығына бәйле булды, әлбиттә.
Шул йылдарҙан һуң совет ҡоролошо емерелеп, донъялар үҙгәрә башлағас, илдә тыуым ҡырҡа кәмене. Тынысһыҙ йылдар, көтөлмәгән сәйәси һәм иҡтисади хәлдәр ил нигеҙен ҡаҡшатыу менән бергә уның "ячейкалары" булған ишле ғаиләләр традицияһын да юҡҡа сығарҙы. Бөгөн ауыл ғаиләләрендә лә хатта иң күбе 3 бала үҫә. Ни өсөн тигәндә, заманалар үҙгәрҙе. Йәшәйешебеҙҙә элеккесәге тотороҡлолоҡ, иртәгәге көнгә ныҡлы ышаныс булмауы, тормошобоҙҙоң көнләп түгел, сәғәтләп ҡиммәтләнә барыуы - ошондай шарттарҙа ғаилә ҡиммәттәре лә онотола төшкәндәй булды кешелә.
Яңыраҡ социология фәндәре кандидаты Сергей Талановтың "Бала табырғамы, эшләргәме?" тигән мәҡәләһен уҡығайным. Ғалим унда тыуымды арттырыу өсөн пособиеларҙың, Әсәлек капиталының бик мөһим булыуын, ләкин барыбер ҙә көндәлек тормош шарттарына яуап бирерлек уңайлы, иркен фатирҙар кәрәклеген беренсе урынға ҡуя. "Мәскәүҙә һәм башҡа эре ҡалаларҙа бер бүлмәле фатирҙар төҙөй башланылар. Бөгөн бер түгел, ә дүрт, биш бүлмәле фатирҙар кәрәк. Әгәр сабый донъяға килә икән, ғаиләләге һәр баланың айырым бүлмәһе булһын. Ауыл ерҙәрендә ҙур һәм ҡатлы коттедждар төҙөп, уны дәүләт киләсәктә ғаиләләге балалар милкенә күсереү шарты менән бирһен",- ти социолог.
Күп балалы ғаиләләрҙең йәмғиәттәге ыңғай образын тыуҙырыу мөһим, тигән фекерҙәмен үҙем. Бының өсөн иһә ғаилә ҡиммәттәрен, күп балалы ғаиләләрҙең өҫтөнлөктәрен мәктәп йылдарынан уҡ пропагандалай башларға кәрәк. Киң мәғлүмәт сараларында өсәр тапҡыр айырылышҡан популяр артистар тураһында түгел, ә 30-50 йыл бергә татыу ғүмер иткән ғаилә парҙары, уларҙың балалары хаҡында күбәрәк һөйләргә кәрәк.
Ил етәкселеге һуңғы йылдарҙа күп балалы ғаиләләргә иғтибарҙы бермә-бер арттырҙы. Календарҙа Ишле ғаилә көнөн булдырыуға ыңғай ҡараштамын, ләкин ул исем өсөн генә булмаһын, ә демография хәлен яҡшыртыу, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау маҡсатына туранан-тура булышлыҡ итһен. Шуға күрә лә был көндө ишле ғаиләләр өсөн генә тип ҡабул итергә ярамай, уны ысын мәғәнәһендә халыҡ байрамына әүерелерлек кимәлдә ойоштороу кәрәк, тип уйлайым.
Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА яҙып алды.
