Бөгөн финанс белеменә эйә булыу, аҡса тотона белергә өйрәнеү бик мөһим, тигәнгә фекерегеҙ нисек?

Бөгөн финанс белеменә эйә булыу, аҡса тотона белергә өйрәнеү бик мөһим, тигәнгә фекерегеҙ нисек?, image #1

Айгөл ДИНИСЛАМОВА, РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы аспиранты: Әсәйем ғүмере буйы Һаҡлыҡ банкы системаһында эшләгәнлектән, мин был һөнәр үҙенсәлектәре менән гел генә ҡыҙыҡһына инем. Әсәйемде эшендә юғары квалификациялы белгес булараҡ баһалайҙар: уның бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары һәм "Рәсәй Банкы отличнигы" тигән исеме лә бар. Мин уға һоҡланам: ә бит уның эше бик ҡатмарлы һәм сетерекле, шулай булыуға ҡарамаҫтан, мин ошо юлдан китергә ҡарар иттем, сөнки бәләкәйҙән үк әсәйемдең телмәренән ишетеп, финанс, бюджет, кредит, инвестиция тигән һәм миңә бик серле тойолған терминдарҙың айышына төшөнөргә, уның кеүек ошо өлкәлә күп белергә теләнем.

Финанс вузында уҡыуы еңелдән түгел, сөнки ул йәмғиәт шарттарына һәм заман технологиялары талаптарына бәйле үҙгәреп тора, шулай булғас, финанс өлкәһендәге һәр яңылыҡ менән хәбәрҙар булыу кәрәк. Уҡыуы еңелдән түгел, эйе. Миңә, ярай ҙа, ундай саҡтарҙа әсәйем ярҙам итеп, өйрәтеп ебәрә, кәңәштәр бирә, ә бына яңы ғына мәктәп тамамлап килгән үҫмерҙәргә ауыр. Ҡайһы берәүҙәр шуға күрә уҡыуҙы ташлап та китәләр. Ошо йәһәттән мине һәр ваҡыт бер һорау борсой: ниңә беҙҙең мәктәптәрҙә аҡса менән нисек эш итергә, йәғни балалар аңына барып етерлек кимәлдә финанс нигеҙҙәрен өйрәтеүсе предмет юҡ икән? Бөгөнгө йәшәйешебеҙҙе яйға һалыуҙа, ҡайһы саҡ хатта яҙмыштарҙы хәл итеүҙә лә мөһим әһәмиәткә эйә булған аҡса заманында көн итәбеҙ. Тормош бөгөн түләүлегә әйләнеп бөтөп бара: бөтә нәмә аҡсаға бәйле, шуның өсөн йәштәргә аҡса эшләү, аҡса тотоноу, сығымдарыңды планлаштырыу, килем туплау, уны инвестицияға һалыу кеүек финанс белеме нигеҙҙәренә өйрәнеү бик тә мөһим. Ә бит белем биреү системаһында балаларға киләсәктә бөтөнләй кәрәге теймәҫтәй предметтарға күп урын бирелә, ә бына уҡыуҙы тамамлап, эшләй башлағас, нисек итеп донъяңды ҡорорға, йортоң, баҡсаң дизайнын ойошторорға, ғаилә ҡороу һәм ошо мөхиттә нисек итеп үҙ-ара ихтирамлы мөнәсәбәттәрҙә йәшәргә өйрәтеүсе юҡ.

Дөрөҫ, күпселек йәштәр ғаиләлә ата-әсәһе мөнәсәбәттәрен өлгө итеп алыусан, ләкин был һәр осраҡ өсөн дә яҡшы миҫал була алмай. Мәктәптә финанс нигеҙҙәренә өйрәтеүсе предметтың булмауын йыш ҡына квалификациялы белгестәрҙең етешмәүе менән аңлатһалар, икенсенән, халыҡтың финанс грамотаға эйә булыуы, йәнәһе лә, дәүләт һәм иҡтисад мәнфәғәттәрен күҙәтмәй, тигән фекер ҙә йәшәп килә. Мәҫәлән, инвестиция ҡағиҙәләрен яҡшы белгән кеше килем иҫәбенә лә йәшәй ала икән, был мәшғүллек баҙарында эшсе көстәрҙең һәм һалым түләмдәренең кәмеүенә килтереүе бар.

Хөкүмәткә халыҡтың артыҡ күп белеүе кәрәкмәй, тип уҡығаным да бар. Ә наҙан халыҡ менән эш итеүе, күрәһең, еңелерәктер ҙә. Финанс йәһәтенән белемле булыу кешегә тормош кимәлен яҡшыртырға булышлыҡ итә, шуға күрә баланың киләсәге һеҙҙе борсой икән, уны ғаиләләге миҫалдарға таянып, үҙаллы өйрәтеү яйын ҡарарға кәрәк. Уларға нимәлер һатып алырға рөхсәт итегеҙ һәм хаҡтарҙы даими сағыштырып барырға, үҙенең "кеҫә бюджетын" дөрөҫ тотонорға өйрәтегеҙ. Балаларҙы финанс белеменә йәлеп итеүсе мауыҡтырғыс өҫтәл уйындарын, шулай уҡ онлайн-дәрестәрҙе файҙаланыу мөмкинлеге лә бар.

Илшат ШӘЙҘУЛЛИН, Һаҡлыҡ банкыһының Өфө ҡалаһы Сипайлово бүлексәһе хеҙмәткәре: Финанс өлкәһендә наҙанлыҡты бөтөрөү Рәсәйҙә генә түгел, бөтөн донъя кимәлендәге бурыстарҙың береһе булып тора. Үҙеңдең аҡсаң менән дөрөҫ эш итә белеү артабан шәхси финанс өлкәһендә уңышҡа өлгәшергә, һаҡламыңды арттырырға, һис булмағанда ла, барлы-юҡлы төйнәнгәнеңде муттарҙан һаҡлап ҡалырға булышлыҡ итә. Ләкин йыш ҡына хатта уртаса килемле кеше лә һәр төрлө "отошло" вариант , "акциялар", "бонустар" кеүек кәрәкмәгән тәҡдимдәр менән бәйләнеүселәр алдында юғалып ҡалыусан, сөнки был өлкәлә бик һай йөҙгәнлектән, ниндәй аҙым ҡылырға ла белмәй йә муттарҙан алданып та ҡуя.

Рәсәй аналитик тикшеренеүҙәр үҙәктәре эксперттары фекеренсә, беҙҙең халыҡтың финанс наҙанлығы бер нисә сәбәпкә бәйле. Беренсенән, ти улар, аҡса мәсьәләһендә элементар грамоталылыҡтың булмауы совет йәмғиәтенән ҡалған "мираҫ". Көнбайышта, мәҫәлән, балаларҙы бәләкәйҙән үк "баҙарса" фекерләргә өйрәтә башлайҙар. Ә Рәсәйҙең баҙар иҡтисадына күсеүенә ни бары 30 йыллап ҡына, күп күренһә лә, был киң масса аңында үҙгәрештәр формалаштырыу өсөн бик аҙ ваҡыт. Етмәһә, әлеге арала 4 тапҡыр "ғына" иҡтисад көрсөгөнә терәлдек, ә бының граждандарға кире йоғонтоһо көслө булды.

Икенсенән, кешелә барыбер бөгөнгө көнгә тиклем ниндәйҙер мәсьәләне үҙаллы хәл итергә тырышыу түгел, ә ситтән - етәкселектән, хөкүмәттән, дәүләттән көтөп ултырыу кеүек ғәҙәт бар. Артабан күптәргә тиҙ һәм еңел байып китеү теләге аяҡ сала. Заманындағы финанс пирамидаларынан алып, бөгөнгө муттар һәм бурҙарға ышанып барыу ана шунан килә. Һәм, ниһайәт, күпселек халыҡ, килеме аҙ булыу сәбәпле, аҡсаһын ҡайҙа һәм нисек һаҡлау хаҡында артыҡ баш ватып та бармай, һәм был - финанс грамотаға өйрәнеүҙе тотҡарлап тороусы тағы бер сәбәп.

Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бөгөн урта йәштәге һәм урта хәлле халыҡ барыбер әкренләп аҡса менән идара итеү тәжрибәһе туплай, өйрәнә, һаҡламын инвестициялау һәм планлаштырыуға ҡарата ҡыҙыҡһыныу белдерә. Финанс белеме кешегә үҙенең килемен һәм сығымдарын дөрөҫ бүлергә, кредит һәм уның проценттарын, бурыстарын төшөнөргә, аҡсаһын юғалтыуҙарҙан һаҡларға, туплап барған йыйымын нисек итеп инвестицияларға, арттырырға өйрәтә. Юғиһә бит, мәҫәлән, үҙенә отошло шарттарҙа кредит ала белмәү арҡаһында илдә бик күптәрҙең бурысҡа батыуы бер кемгә лә сер түгел.

Ҡайһы бер күҙәтеүҙәрҙән сығып, шуны ла әйтә алам: финанс белеменә эйә булмаған кешегә юғары проценттар менән кредит биргән осраҡтар ҙа булғылап тора. Банк хеҙмәткәрҙәре ҡайһы саҡ кредит буйынса процентһыҙ осорҙоң нисек эшләүе йә булмаһа, йәшерен комиссиялар, түләүле хеҙмәттәр ҡуйылыуы хаҡында аңлатып тормауҙары ла ихтимал. Шуның өсөн клиент килешеү документтары менән ентекләп танышып сығырға тейеш. Бынан тыш, финанс белеменә эйә булыу һалым мәсьәләләрендә хәбәрҙар булыуҙы ла үҙ эсенә ала. Шуның өсөн һәр кем теге йә был кимәлдә финанс белеменә эйә булырға тырышырға тейеш. Ундай клиенттарҙы алдау һәм башын бутау, әлбиттә, еңелдән булмаясаҡ. Кешенең финанс белеме ни тиклем төплөрәк булған һайын, уның матди хәле лә яҡшыра ғына барасаҡ.

Тағы ла Көнбайыш тәжрибәһен миҫалға килтерергә тура килә: унда ғаилә килеме эш хаҡына ғына түгел, ә аҡсаларын инвестициялауға ла бәйле. Мәҫәлән, өс американдың икәүһе һаҡламдарын ҡиммәтле ҡағыҙға һала һәм үҙҙәренең пенсия тупланмаһы хаҡында баш та ватмай, ә ҡайһы берәүҙәр урта йәштәрҙән алып инвестиция килеменә йәшәй.

Бөтә донъялағы кеүек үк, Рәсәй Үҙәк банкы ла Финанс министрлығы менән берлектә халыҡтың финанс наҙанлығын бөтөрөү буйынса программа эшләгәйне. Ошо йәһәттән 2030 йылға тиклем Финанс белемен күтәреү һәм финанс мәҙәниәтен булдырыу стратегияһын бойомға ашырыу сиктәрендә октябрь айында бөтә төр категория граждандар өсөн Бөтөн Рәсәй онлайн-зачет булып үтте. Унда ҡатнашыусылар финанс буйынса белемдәрен һынап ҡараны, яуап бирә алмаған һорауҙар буйынса грамоталылығын камиллаштырыу кәрәклеген асыҡланы.

Ә кемдәр финанс серҙәрен үҙаллы өйрәнергә теләй - уларға шундай кәңәшем бар: иң мөһиме, булған аҡсағыҙҙың бөтәһен дә картала тотмау хәйерле, сөнки инфляция арҡаһында һаҡламығыҙҙың хаҡын юғалтаһығыҙ. Иң тәүҙә берәй аныҡ маҡсаттан сығып (мәҫәлән, йәйге ялды үткәреү йәки ҡиммәтле берәй техника һатып алыр өсөн) иҫәп асып, унда күпмелер аҡса һалығыҙ. Һеҙҙең был суммаға банк тәүге өс айҙа юғары ставка ҡуясаҡ, ләкин аҙаҡ ул кәметелә, шул саҡ аҡсағыҙҙы даими һаҡламға күсерегеҙ, сөнки вкладтар буйынса проценттар килеме юғарыраҡ һәм тотороҡлораҡ буласаҡ. 100 меңдән алып һалынған һаҡламды килешеү ваҡыты тулмаҫ элек алмаһағыҙ һәм аҡса өҫтәп һалып тороу мөмкинлеге бирелмәһә, һеҙҙең өсөн ставка юғарыраҡ билдәләнә.

Әлфиә ДҮСӘЛИМОВА, медицина хеҙмәткәре: Беҙҙең кеүек уртаса хәллеләрҙән түбәнерәк ғаиләләр өсөн һәр һумыңды иҫәпләргә тура килә, сөнки үҙегеҙ ҙә белеп тораһығыҙ: бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын ҡәнәғәтләнерлек тип әйтеп булмай. Минең эш хаҡы 50 мең булһа, заводта эшләп йөрөгән ирем 80 мең ала. Улыбыҙ бар, 3-сө класта уҡый. Ошонан сығып, ғаилә бюджетын планлаштырырға тура килә. Башҡа төр ярҙамсы килем-фәлән юҡ. Балаға пособие түләнмәй. Көтөлмәгән сығымдар арҡаһында бик өҙөлөп киткән саҡтарҙа ирем ял көндәрендә таксила эшләп ала.

Эштәге бер хеҙмәттәшем һөйләүенсә, улар ире менән аҡсаларын һәр береһе айырым тотона, был минең өсөн бик сәйер тойола: нисек инде, бер ғаилә булып йәшә лә тапҡан-таянғаныңды үҙ кеҫәңдә генә тот, имеш! Дөрөҫ, улар дөйөм сығымдарҙы бүлешеп алған, шулай ҙа был яҡшы күренеш түгел кеүек миңә. Әйтеүҙәренсә, сит илдәрҙә ана шундай ғаиләләр күп икән. Дөрөҫөрәге, был тулы мәғәнәлә ғаилә булмай, минеңсә, ә бер ҡыйыҡ аҫтында көн итеүсе һәм законлы никахҡа инмәгән парҙар.

Шөкөр, беҙҙең өсөн был мәсьәләлә тәүҙән үк ундай-бындай аңлашылмаусылыҡтар булманы. Эш хаҡы алғас та, ирем иң тәүҙә коммуналь хеҙмәттәр өсөн, шулай уҡ баланың спорт секцияһына түләп ҡуя. Аҙыҡ-түлекте, нимә әҙерләүемә ҡарап, үҙем һатып алырға тырышам, сөнки ир-ат халҡы, ғәҙәттә, магазинға барһа, ҡулына исемлек тоттороп ебәрһәң дә барыбер уны үтәй алмай, өҫтәүенә, улар аҙыҡ-түлектең мөҙҙәтлек ваҡытын да ҡарап тормай, ҡулына эләккәнен ала ла ҡайта. Ә мин үҙем, мәҫәлән, алырға ниәтләнмәһәм дә, яңы ғына һатыуға сығарылған емеш-еләк булһынмы, йәшелсәме - бер нәмәне лә күҙҙән ысҡындырмайым. Берәй ҙур әйбер йә булмаһа, туғандар-дуҫтарҙың ғүмер тантаналарына бүләк һатып алыу, йәйге отпускыла сәфәргә юлланыу өсөн алдан һәр беребеҙ күпме арттыра алғанса дөйөм "кассаға" аҡса һала барабыҙ. Шул уҡ ваҡытта һәр кемдең үҙ картаһында шәхси кәрәк-ярағына тотонорлоҡ "кеҫә" аҡсаһы ла ҡалырға тейеш, тип ҡарайбыҙ.

Ҡыҙғанысҡа күрә, ҡайһы бер ғаиләләрҙә гел генә аҡса арҡаһында тауыш килеп сыға. Быны миңә үҙебеҙҙең ҡайһы бер таныш һәм дуҫтар миҫалында ла күрергә тура килә. Аҡса ул шундай нәмә - бөгөн бар, иртәгә юҡ. Был төшөнсәгә тыныс ҡарарға кәрәктер, сөнки шуның арҡаһында ғаиләләр боҙола, яҙмыштар яҙлыға. Шул уҡ ваҡытта аҡса кешенең холоҡ-фиғеле күрһәткесе лә, тип уйлайым. Ғаилә ҡиммәтен аҡса ҡиммәтенә алыштырыу бер кемгә лә бәхет килтергәне юҡ әле.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА яҙып алды.

34 views·1 share