Өфөбөҙҙө таҙартыштыңмы?

Өфөбөҙ урамдары, ихаталары сүп-сарҙан таҙарып, күркәмләнеп, йәмләнеп ҡалды. Был эштә һинең дә ҡатнашлығың булдымы? Ни өсөн беҙ бындай эштәр махсус хеҙмәттәр, урам һепереүселәр генә бурысы тип ҡарайбыҙ?

Өфөбөҙҙө таҙартыштыңмы?, image #1

Илшат ЗАРИПОВ, "Тамаша" журналының баш мөхәррире: Беҙ ғаиләбеҙ менән йыл да үҙебеҙҙең йорт алдын йыйыштырырға, матурларға тырышабыҙ. Фатир алғанға тиклем Әй урамы, 90 адресы буйынса урынлашҡан ятаҡта йәшәгәндә лә, студенттарға ҡушылып булһа ла, үҙебеҙ генә булһаҡ та, коменданттың әйткәнен дә көтөп тормай, гел тирә-яҡты таҙартырға сыға инек.

Ниңәлер беҙ гел генә үҙебеҙҙең уңышһыҙлыҡтарҙа кемделер, нимәнелер ғәйепле итергә тырышабыҙ, төрлө сәбәптәр эҙләйбеҙ бит. Ябай ғына миҫал: башҡорт теленә өйрәтмәйҙәр, уҡытмайҙар, тип тәрбиәселәрҙе, уҡытыусыларҙы әрләйбеҙ, ғәмәлдә, балаларыбыҙ менән өйҙә башҡортса һөйләшмәһәк, сабый сағынан телебеҙгә һөйөү тәрбиәләмәһәк, уларҙы бер кем дә телде яратырға ла, ошо телдә һөйләшергә лә өйрәтә алмай. Шуның кеүек, балаларыбыҙҙы үҙебеҙҙең өлгөлә йәшәгән ереңде, тирә-яҡ мөхитеңде таҙа тоторға, ошо эштәрҙе башҡарған кешеләрҙең хеҙмәтен баһаларға, хөрмәт итергә ғаиләлә үк өйрәтмәһәк, быларҙы сит кеше генә һеңдерә алыуы икеле.

Шуға күрә, һәр кем үҙ йорто алдында үҙенә оҡшағанса эшләргә һәм был эште балалары менән бергә башҡарырға, уларҙы ла хеҙмәткә өйрәтеп үҫтерергә тейеш. Ошо хеҙмәт тәрбиәһе аша беҙ балаларыбыҙҙа илһөйәрлек, тәртип, матурлыҡты күрә белеү сифаттары тәрбиәләйбеҙ ҙә инде.

Икенсе яҡтан, торлаҡ-коммуналь хеҙмәт эшсеһе килеп, йорт алдарын һиңә кәрәккәнсә, башҡортсалап әйткәндә, ялап-һепереп, гөлдәр ултыртып, буяп, аҡлап китә алмай. Улар үҙенә күпме йөкмәтелгән - шунса ғына эшләй. Үкенескә күрә, бында уларҙы артыҡ ғәйепләп тә булмай, сөнки йәмғиәттә берәү ҙә артыҡ йәки түләнмәгән эш эшләргә тырышып тормай. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшселәре башҡарған эш оҡшамай икән, уларҙы әрләп, уны үҙеңсә эшләтергә тырышып, нервыңды бөтөрөп, дошманлашҡансы, иң яҡшыһы - үҙең сыҡ та саф һауала рәхәтләнеп үҙеңсә эшләп, һуңынан эшкә киткәндә, эштән ҡайтҡанда ошо эшеңдең һөҙөмтәһенә һоҡланып, ҡыуанып, ғорурланып, күңелең күтәрелеп, шатланып йөрө. Бер кеше бер нәмә лә ҡыйрата алмай, тиһәләр ҙә, яйлап барыбер ҡушылыусылар табыла.

Шамил КУЧУКОВ, шәхси эшҡыуар: Быйыл, белеүегеҙсә, ҡышҡыһын ҡар бик күп яуҙы һәм ихатаны таҙартырға ошо йорттарҙа йәшәгән халыҡ менән бергәләшеп тотонорға булдыҡ. Был мәжбүри сара ине, сөнки ул ваҡытта йорт тирәһен хеҙмәтләндереүсе коммуналь хеҙмәттәрҙең техникаһы ватыҡ булды, улар ихатаны таҙартып өлгөрә алманы һәм беҙ уйлаштыҡ та, үҙебеҙ 300-әр һум аҡса йыйып, трактор яллап, йорттоң эргә-тирәһен таҙарттырып алырға ҡарар иттек. Көтөп ятҡансы, шулай еңелерәк булыр, тип уйланыҡ.

Ғөмүмән алғанда, күп фатирлы йорттарҙа йәшәүсе милекселәр йорт эргәһен йыйыштырыуға, йәмләндереүгә идара компанияларына һәр ваҡытта ла аҡса күсереп тора, шуға күрә улар ошо эштәрен еренә еткереп башҡарырға тейеш. Мин йорт советы ағзаһымын, шуға күрә уларҙың байтаҡ ҡына аҡса алыуҙары тураһында хәбәрҙармын. Мәҫәлән, беҙҙең өйҙөң тирәһен йыйыштырыу, таҙа тотоу өсөн генә миллион һумдан ашыу аҡса йыйыла. Ысынбарлыҡта иһә, йыйыштырыусы, һепереүсе һирәк-һаяҡ ҡына килеп, арлы-бирле һепереп китә лә, шуның менән эштәре лә бөтә. Шуға мин һәр кем үҙ эшен еренә еткереп башҡарырға тейеш, тип уйлайым. Әгәр беҙ коммуналь хеҙмәт өсөн аҡса түләйбеҙ икән, ни өсөн үҙебеҙ улар өсөн эшләргә тейеш? Мин был йәһәттән дәүләт сәйәсәтен бөтөнләй аңламайым. Нисек инде, аҡса түләп тороп, үҙең эшлә. Улай булғас, улар нимәгә аҡса йыя? Беҙ - фатир хужалары - дөйөм милекте хәстәрләп, һаҡлап, уны боҙмаһындар, ҡыйратмаһындар, матур итеп ҡулланһындар һәм ҡулланыу ваҡыты оҙаҡҡа етһен тип, шуларҙы күҙәтеүҙә тоторға, ә коммуналь хеҙмәттәр алған аҡсалары өсөн хеҙмәт күрһәтергә тейеш.

Кемдәрҙең үҙенең ижади фантазияһын эшкә егергә - түтәл эшләргә, матур сәскәләр ултыртырға - теләге бар, былар инде ихаталарҙы йыйыштырыусыларҙың бурысына инмәй һәм уны үҙебеҙ эшләй алабыҙ. Беҙҙең йортта шундай бер-ике оло апай бар, улар шулай күңел талабы буйынса ихатала сәсәкәләр ултыртыу менән шөғөлләнә. Күрше-тирә һыу һибергә ярҙам итә.

Айлина КАРАМОВА, урам һепереүсе: Баш ҡалала урам таҙартыусылар, урам һепереүселәрҙең билдәле бер өлөшө - ауылда эш булмағанлыҡтан, ҡалаға килеп, пенсияға тиклем эш тапҡан кешеләр. Кемдер дәүләт компанияларына бара, беҙ - шәхси компанияла эшләйбеҙ. Эш хаҡы уртаса 20-25 мең һум. Ауылда уныһы ла булмағас, риза булып йөрөйбөҙ инде.

Эштең ояты юҡ, аҡсаның еҫе юҡ, тиһәләр ҙә, барыбер коммуналь хеҙмәт кешеләрен ҡала халҡы бик һанлап бармай, урамда әрләп китергә лә күп һорамайҙар. Һәр урам һепереүсенең нормаһы - алтышар-етешәр өй алдын таҙартыу. Йорттарҙа йәшәүселәр үҙҙәре өмә, санитар айлыҡ булғанда ла йәшәгән территорияһын таҙартырға, матурларға сығырға теләмәй. Сыҡҡандары ла эшләргә түгел, ә бармаҡ менән төртөп, нисек эшләргә, нисек эшләмәҫкә икәнен өйрәтеп кенә йөрөй. Беҙ таҙартып китәбеҙ, артыбыҙҙан уҡ балкондан ул шешәләр, ул нәскиҙәр оса. Дөрөҫөн әйткәндә, нимә генә осмай инде... Иртән тәмәке төпсөктәрен һепереп китәбеҙ - икенсе көн иртән барыуға тағы өйөлөп ята. Ирҙәр генә түгел, хатта ҡатын-ҡыҙҙар тәҙрә төбөнә ятып, тәмәке тартып, төпсөгөн тышҡа урамға ташлай.

Ер ҡарҙан асылыу менән өмә лә өмә беҙҙең өсөн. Ҡышын, йәй ял итерһегеҙ, тиҙәр ине, хәҙер, шәмбе ял һорамағыҙ, өмәләр була, эшләйбеҙ, тиҙәр. Йәйгеһен бер кем дә шәмбе ял иткәне юҡ.

Эш ҡоралдарының барыһын да: көрәк, тырма, һепертке - үҙ аҡсабыҙға һатып алабыҙ. Кемдең мөмкинлеге бар - улар ауылдан үҙҙәре һепертке бәйләп алып килә. Махсус кейемде нисәмә йыл инде күргәнебеҙ юҡ, эш бирсәткәләре былтырҙан алып бирелмәй. Йәшәү урыны - тынсыу подвал.

Граждандар ҙа, етәкселек тә, беҙ аҡса түләйбеҙ, эшләгеҙ, тиҙәр. Беҙ эшләйбеҙ, әммә эш кешеһенең хеҙмәтен әҙ генә булһа ла ихтирам итергә, эш күләменә ҡарап түләргә кәрәк бит.

Зәйтүнә НИҒӘМӘТЙӘНОВА яҙып алды.

25 views·1 share