ИЛҺӨЙӘРЛЕК ТӘРБИӘҺЕ

Һуңғы сирек быуат эсендә мәктәптәр тәрбиә эшенән ситләште һәм белем биреү буйынса ғына "хеҙмәт күрһәтеү"гә күсте. Хатаны төҙәтеү маҡсатында тәрбиә эштәре хәҙер закон нигеҙендә атҡарыласаҡ. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа илһөйәрлек тәрбиәһе биреү тураһында закон ҡабул итергә йыйыналар. Ошо хаҡта фекерегеҙ ниндәй булыр?

ИЛҺӨЙӘРЛЕК ТӘРБИӘҺЕ, image #1

Константин ТОЛКАЧЕВ, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе: Йәштәргә илһөйәрлек тәрбиәһе биреү мәсьәләһе беҙҙе күптән борсой. Былтыр уҡ әле, октябрь аҙаҡтарында, ошо хаҡта парламент тыңлауҙары үткәргәйнек. Уның эшендә депутаттар, БР мәғариф министры, йәштәр сәйәсәте буйынса, шулай уҡ урындарҙағы үҙидара органдары һәм йәмәғәт ойошмалары, мәғариф учреждениелары, хәрби комиссариаттар вәкилдәре ҡатнашты.

Берәүгә лә сер түгел, Советтар Союзы тарҡалыуға дусар ителеп, илдәге партия сәйәсәте системаһы юҡҡа сыҡҡас, илһөйәрлек мәсьәләләре һәм, ғөмүмән, тәрбиә эштәре, бигерәк тә мәктәптәрҙә, туҡтап ҡалғандай булды, ул ижтимағи тормошобоҙ төпкөлөнә, икенсе планға күсте. Ул ғына ла түгел, йәштәр аңына "Америка хаҡында хыял", Көнбайышса йәшәү рәүеше идеялары һеңдерелә башланы. Бының менән Көнбайыш сәйәсәте Рәсәйҙе көсһөҙләндереү, уны бойондороҡһоҙ дәүләт статусынан яҙҙырыу маҡсатын ҡуйҙы. Уларҙы беҙҙең ил фәҡәт сеймал сығанағы булараҡ ҡыҙыҡһындыра - уларҙың бөтөн донъя хеҙмәт бүленеше тип аталған сәйәсәте сиктәрендә Рәсәйгә тап ана шундай роль әҙерләп ҡуйылған да инде. Ләкин беҙ бының менән һис тә килешә алмайбыҙ. Бөгөнгө көндә шуның өсөн дә Рәсәйҙең НАТО блогы илдәре менән хәрби ҡапма-ҡаршылыҡта тороуы яҡшы аңлашыла.

Эйе, еңелдән түгел беҙгә. Үкенескә, бөгөнгө быуын йәштәрендә ниндәйҙер "етлекмәгәнлек" бар кеүек тойола. Ә бит илһөйәрлек тойғоһо кешене шәхес итеп күтәрә, тап ошо тойғо һәм үҙ илеңә, халҡыңа бирелгәнлек кешенең әхлаҡи нигеҙен, асылын билдәләүсе төп сифаттарҙың иң мөһиме. Тап илһөйәрлек һәм милли идея йәмғиәтте берҙәм итеп туплап, ойоштороп тороусы көс ул. Дөрөҫ, был йүнәлештә, һис шикһеҙ, билдәле уңыштар бар ул, ләкин илһөйәрлек тәрбиәләү өлкәһендә дөйөм милли кимәлдәге туплаусы, көйләүсе эшмәкәрлек етешмәй, тип әйтер инем. Был юҫыҡта эшләүсе ҡайһы бер федераль программалар йыш ҡына һәр береһе үҙ "ҡаҙанында" ҡайнай, берҙәм түгелдәр. Шуның өсөн дә был йәһәттән федераль закон нигеҙендә эш итеү маҡсатҡа ярашлы һәм һөҙөмтәле буласаҡ, тип ышанам. Илһөйәрлек тәрбиәләү буйынса федераль закон төбәктәрҙәге эш тәжрибәләренә таянып, урындарҙа эште системалы һәм ойошҡан рәүештә алып барырға булышлыҡ итәсәк. Ҡабул ителәсәк законда патриотик тәрбиә биреү субъекттары даирәһе, уларҙың яуаплылыҡ һәм булдыҡлылыҡ кимәле билдәләнергә тейеш. Патриотик тәрбиә биреүҙең маҡсаттарын, бурыстарын, принциптарын, ҡиммәттәрен, ысулдарын һәм төп йүнәлештәрен мөмкин тиклем анығыраҡ кимәлдә асыҡлау кәрәк.

Тимерйән РӘЖӘПОВ, "Хәрби хәрәкәттәр ветерандарының Башҡортостан берлеге" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, "Халыҡтар дуҫлығы" ордены, "Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн" һәм башҡа миҙалдар кавалеры: Закон, әлбиттә, кәрәктер, ләкин заманында ике йыл буйына Афғанстанда, унан Чечняла хәрби сынығыу үткәндән һуң һәм бигерәк тә 2009 йылда "Хәрби хәрәкәттәр ветерандары" берлеге етәксеһе итеп һайланғандан һуң бөтөн булмышымды йәш быуынға илһөйәрлек, хәрби-патриотик тәрбиә биреүгә бағышланым, был минең тормош асылыма, йәмәғәтселек эшмәкәрлегемдең төп законына әйләнде, сөнки яу ҡырҙарында алған тәжрибәм һәм инаныуым шуны күрһәтте: Тыуған илебеҙ һағында ватанын эскерһеҙ һөйгән, әҙерлекле, белемле егеттәр торорға тейеш; улар үҙ илебеҙҙе генә түгел, беҙҙең ярҙамға мохтаж теләктәш һәм дүҫ илдәрҙә интернациональ бурыстарын үтәргә лә әҙер булырға тейештәр. Ошо йылдар эсендә республикабыҙ мәктәптәрендә һәм юғары уҡыу йорттарында иҫәпһеҙ күп осрашыуҙар үткәрелде, унда мин үҙемдең хәрби иптәштәрем - батыр интернационалист яуҙаштарым, уларҙың ҡаһарманлыҡтары хаҡында һөйләнем, улар менән, шулай уҡ иҫән ҡалған Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән дә осрашыуҙар үткәрҙем.

Шул уҡ ваҡытта балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәребеҙҙе 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар тарихы ла ныҡ ҡыҙыҡһындырғанын күрә инем. Генерал Шайморатов хаҡында һөйләгәндә, уларҙың ҡараштары осҡонланып, дәртләнеп китәләр ине. Бөгөн был хаҡта айырыуса яратып тыңлайҙар, сөнки баш ҡалабыҙ Өфөлә Шайморатов генералға монументаль һәйкәл асылыуы хаҡында бөтәһе лә белә һәм бында экскурсияға ҡалаларыбыҙҙан ғына түгел, алыҫ ауылдарҙан да килә уҡыусылар. Был майҙан бөгөн ысын мәғәнәһендә йәштәребеҙҙә илһөйәрлек тәрбиәләү үҙәгенә әүерелде, тип әйтер инем. Мәктәптәрҙә шайморатовсылар кластары барлыҡҡа килеүе, ошо исемде йөрөтөүгә лайыҡ булыу өсөн балаларҙың нисек итеп сәмле ярыштарҙа ҡатнашыуы, яҡшы өлгәш һәм өлгөлө тәртип күрһәтергә тырышыуҙары теге йәки был белем биреү учреждениеларында патриотик тәрбиәнең нисек ҡуйылышы хаҡында һөйләп тороусы факт ул.

Ә шулай ҙа, дөрөҫ әйтәһегеҙ, дөйөм алғанда, һуңғы сирек быуат эсендә мәктәптәрҙә был йәһәттән эш һүлпәнәйҙе генә түгел, бөтөнләй юҡҡа сыҡты, тип әйтергә лә булалыр. Әлбиттә, мин үҙебеҙҙең башҡорт мәктәптәре хаҡында шуны уҡ әйтмәҫ инем. Ҡайҙа әсә теле, туған әҙәбиәт һәм Башҡортостан тарихы өйрәнелә, был дәрестәр теге йәки был кимәлдә республикабыҙҙың данлы үткәненә, бөгөнгөһөнә бәйләп алып барыла; балалар милли батырҙарыбыҙҙы, зыялы шәхестәребеҙҙе, иҫтәлекле тарихи ваҡиғаларҙы белеп-танып үҫә. Башҡорт йәштәре өсөн Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың данлы тормош юлы һәм хәрби батырлыҡтары ысын мәғәнәһендә яҡшы өлгө булып хеҙмәт итә, айырыуса бөгөн, Донбаста барған махсус операция барышында.

Әйткәндәй, 2015 - 2022 йылдар эсендә миңә Донбаста 30 тапҡыр гуманитар ярҙам менән булып ҡайтырға тура килде. "Киске Өфө" гәзите хәбәрсеһе 29 мартта ошо материалды әҙерләгәндә миңә шылтыратҡан сәғәттәрҙә лә мин Луганскиҙа инем. Нимә әйтергә теләйем: бындағы хәрби операцияла ҡатнашыусы Башҡортостан егеттәре һынатмай, улар бына тигән илһөйәрлек һәм интернационалист яугирлыҡ өлгөһө күрһәтәләр. Улар өсөн беҙ килтергән тыуған яҡ күстәнәстәре һәм бүләктәре араһында мәктәп балаларынан да сәләм хаттары, һүрәттәр һәм бүләктәр байтаҡ ине. Тыуған яҡтан килгән бындай йылы сәләмдәрҙе ҡабул итеп, яугир егеттәребеҙ бик тәьҫирләнде һәм ҡыуандылар. Был юлы Луганск республикаһына патриотик рейдта беҙҙең менән Р.Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты менән 48-се Башҡорт лицейынан уҡыусылар ҙа килделәр һәм бындағы Петровское ҡалаһындағы генерал-майор М.Шайморатов исемен йөрөткән мәктәптә булдылар, Башҡортостан уҡыусылары тарафынан әҙерләп ебәрелгән бүләктәрҙе тапшырҙылар.

Бындай оло сәфәргә сығыр алдынан ғына Ауырғазы районы үҙәге Талбазыға күп профилле колледжға "Ҡаһарманлыҡ дәресе"нә саҡырғайнылар, шатланып риза булдым. Минең менән унда хәрби дуҫым Айрат Ғәббәсов һәм махсус операцияла ҡатнашыусы, Шайморатов батальонынан "Горец" ҡушаматлы командир ҙа булдылар. Колледждың ҙур залы студенттар һәм уҡытыусылар менән шығырым тулы булды. Залда ултырыусы йәштәрҙең йөҙҙәренән, күҙҙәренән дә асыҡ күренә ине уларҙың илдәге бөгөнгө хәлдәргә битараф түгеллектәре. Беҙҙең сығыштарҙан һуң биргән һорауҙары ла шуны раҫланы: хәрби һөнәр төрҙәре менән күптәр ҡыҙыҡһына ине. Ә бит кемдәрҙеңдер Тыуған илебеҙҙе һаҡларға әҙерлеге, армия сафында өлгөлө хеҙмәте тап бына ошо "Ҡаһарманлыҡ дәрестәре"нән башлана ла бит! Быйыл 1 сентябрҙән Рәсәй мәктәптәренә индереләсәк башланғыс хәрби әҙерлек курстары ла (НВП) тап бына ошо бурысты - илһөйәрҙәр тәрбиәләү эшен атҡарыуға булышлыҡ итәсәк, тип ышанам. Ә инде был йәһәттән ҡабул ителәсәк закон патриотик тәрбиә эшенең йөкмәткеһен, ысулдарын ғына түгел, ә төрлө ойошмаларҙың бурыстарын һәм башланғыстарын бер йүнәлешкә туплаусы, ойоштороусы көс буласаҡ, тип ышанабыҙ инде.

Гөлфиә МӨХӘМӘҘИЕВА, студент: Үткән быуаттың 90-сы йылдарында тыуған быуын, йәғни беҙҙең бала саҡ һәм йәшлек йылдарыбыҙ илдә барған ҙур үҙгәрештәр, сәйәси-социаль, иҡтисади тетрәнеүҙәр осоронда формалашты. Дөрөҫөн әйткәндә, СССР тарҡалғандан һуң илдең артабан ниндәй юлдан китәсәге күптәргә аңлашылмай ине. Был осор хәҙер тарих дәреслектәрендә "тәрән иҡтисади һәм сәйәси көрсөк" йылдары булды, тип яҙыла. Урыҫса әйткәндә, "лихие 90-ые". Ошоға тиклем "бөйөк держава" тип йөрөтөлгән Советтар Союзы менән бергә бөтөн социалистик берҙәмлектең юҡҡа сығыуы капиталистик лагерь һәм НАТО лидеры булған АҠШ-тың донъя аренаһында "планеталағы берҙән-бер бөйөк держава" булараҡ тороп ҡалыуы, тәбиғи, күп илдәрҙең, шул иҫәптән яңы Рәсәйҙең дә, сәйәси һәм иҡтисади йүнәлешенә туранан-тура йоғонто яһаны. Йоғонто, ғынамы икән әле!.. Шул осор власты үҙ ҡулдарына алған Ельцин, Гайдар, Чубайстар, ил бизнесына хужа булған Березовский, Абрамович, Гусинскийҙар Рәсәйҙе ҡулға төшөрөү һәм тулыһынса буйһондороу маҡсаты ҡуйған "Америка стратегияһы" өсөн эшләнеләр. Илдә фәҡирлек, эскелек, енәйәтселек хөкөм һөрҙө.

Рәсми статистика буйынса 1992-1998 йылдар эсендә Рәсәй 4,2 млн кешеһен юғалтҡан. Тап шул осорҙа интернет, гаджеттар, кеҫә телефондары, компьютерҙар киң таралды. Был да ошо йылдарҙа тыуған балалар һәм йәштәр аңын "америкаса тәрбиә" яғына бороусы сараларҙың береһе булды. Был осорҙа мәктәптең дә, ата-әсәләрҙең дә алдында балаларға илһөйәрлек тәрбиәһе биреү төп мәсьәлә булып торманы, сөнки ул ваҡыт сәйәси йүнәлештәр һәм ҡиммәттәр төшөнсәһенең алмашынған, билдәһеҙлек һәм "юл сатында" торған осоро ине, нисек тә заманға яраҡлашыу, йән аҫрау хәстәрлектәре беренсе планда торҙо. Йәштәр, балалар ул осор Америка сериалдары, япон анимелары ҡарап, Көнбайыш "ҡиммәттәре" тәьҫирендә үҙ алдарына тип әйтерлек буй еткерҙе, совет осоро тарихын да, йырҙарын да, кинофильмдарын да белмәне, ҡыҙыҡһынманы, сөнки уларҙың аңдарын виртуаль донъя ауы торған һайын нығыраҡ сорнаны, үҙенә тартты.

Ләкин хатаны төҙәтергә, юғалтҡан ҡиммәттәрҙе кире ҡайтарырға һуң түгелдер әле, тип уйлайым. Беҙҙең быуын юғалта яҙған ҡиммәттәр - тыуған еребеҙгә, мәктәпкә, туған телгә, илебеҙҙең күпте кисергән бай тарихына ихтирам һәм ҡыҙыҡһыныу тойғоһо ул. Ләкин, минеңсә, илһөйәрлекте закондар менән генә тормошҡа атҡарыу, әгәр ил властары яғынан да халыҡҡа, уның тормош хәленә ҡарата ихтирам, хәстәрлек саралары булмаһа, ҡоро закон хәрефтәрендә генә ҡаласаҡтыр, тип уйлайым. Халыҡ ватанын һөйгән кеүек, ватаныбыҙ ҙа халҡын яратырға, уның тормош кимәлен яҡшыртырға, киләсәген ҡайғыртырға тейеш. Ил менән идара итеүсе юғары чиновниктар, депутаттар айырым өҫтөнлөктәр менән файҙаланыусы бай ҡатлам булыуҙан туҡтап, уларҙың даими биләгән урындары халыҡ тормошон яҡшы белгән эшлекле, кешелекле етәкселәр менән алышынып, сафланып торорға, социаль ғәҙеллек принциптары тантана итергә тейеш тип уйлайым. Шул саҡта ғына юғарынан төшөрөлгән закондар маҡсатына, һис шикһеҙ, ирешәсәк.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

31 views·1 share