ЯҘМЫШ ҠАБАТЛАНА
Уландар бөгөн Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан олаталары яҙмышын ҡабатлап, махсус хәрби операцияла йөрөй. Һеҙҙең ғаиләгә ҡағыламы был хәл?
Зилдә ХӘМИҘУЛЛИНА: Эйе, был хәл минең ғаиләмә туранан-тура ҡағыла.
Минең ике яҡтан да ҡартатайҙарым, атайымдың атаһы ла, әсәйемдең атаһы ла Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙҙе, еребеҙҙе һаҡлап, батырҙарса һәләк булған. Әсәйемдең атаһы Сталинград ҡалаһы өсөн яуҙа хәбәрһеҙ юғала. Өләсәйем мәрхүмә, әсәйемдең әсәһе, 43 йыл буйы ҡартатайым ҡайтыр, тип көтә. Гүр эйәһе булғансы көтә ул ҡартатайымды. Донъя менән хушлашҡанда ҡартатайымдың, хәрефтәре юйылып бөткән һуңғы хаты менән уңып, төҫһөҙләнеп киткән фотоһын усына йомоп үлеп китә, бахырсыҡ ҡына өләсәйем.
Атайымдың атаһы батырҙарса һәләк була, ауылға ҡара ҡағыҙы ғына килә. Уларҙың булған башҡа ир туғандары, минең олатайымдар ҙа һуғышта ятып ҡала. Минең хәләлем мәрхүмдең дә ҡартатаһы ла, олатайҙары ла һуғышта батырҙарса һәләк була.
Хәҙерге көндә минең өлкән улым, махсус хәрби операция башлағандан алып илебеҙҙе, еребеҙҙе дошмандарҙан һаҡлап, ил һағына баҫҡан. Ҡаһарман батыр олаталарының яҙмышын ҡабатламаһын инде беҙҙең уландар. Имен-һау булһындар, Аллаһ бирһә, еңеү яулап әйләнеп ҡайтһындар.
Лилиә НӘҒИМОВА, ике бала әсәһе, декрет ялында: Хәҙерге заманда бындай хәлдәр булыр тип уйламағайныҡ та бит хатта. Махсус хәрби операция башланғас, бик күп ир-егеттәрҙе ебәрҙеләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең ғаиләне лә был хәл урап үтмәне. Минең тормош иптәшемде, ике кескәй бала атаһын, мобилизация буйынса алып киттеләр. Беҙҙең өсөн ул көтөлмәгән хәл булды. Кескәй балаға 9 ай ғына ине. Бөтә донъя мәшәҡәттәре үҙемә тороп ҡалды. Әммә ирем махсус хәрби операцияла булғанда күберәк уның тураһында уйландыра, ҡайғыртыла. Өйҙәге ауырлыҡтар сүп кенә булып күренә. Ул ауырлыҡтарҙы тыныс ҡына башҡарырға тура килә. Дуҫтар, туғандар ярҙамлаша, уларға мең рәхмәт.
Әммә балалар йәл. Улар атайҙарын ныҡ һағына. "Атай ҡайҙа? Ҡасан ҡайта? Минең тыуған көнгә атайҙан башҡа бүләк кәрәкмәй", - тигәндә ауыр булып китә. Беҙ: "Атайығыҙ эштә, унан ҡайтҡас, уйынсыҡтар алабыҙ",- тип йыуатабыҙ. Тик уларға уйынсыҡ та, бүләктәр ҙә кәрәкмәй, ә атай кәрәк! Ғүмер үтә, балалар үҫә, ә атайҙар һаман сит яҡтарҙа. Өйҙәрен, балаларын, туғандарын һағынып, тормоштоң бөтә матур, сағыу мәлдәрен фронтта үткәрәләр. Хәҙерге заманда һуғыштар булыр тип уйламағайным... Тиҙ генә башҡа ла барып етмәй ул һүҙ. Бик ҡыҙғаныс хәл. Әлбиттә, һәммәбеҙгә ауыр. Әммә беҙ бирешмәйбеҙ. Беҙҙең ғаиләгә бирелгән ауырлыҡтарҙы лайыҡлы үткәрергә тырышабыҙ. Күпме йәш егеттәр, ирҙәр, атайҙар унда. Тиҙерәк был һуғыштын бөтөүен, иҫән-һау йөрөп ҡайтыуҙарын ғына теләйбеҙ.
Факил ДИЛМӨХӘМӘТОВ, Ауырғазы районы: Ил Президенты В.В.Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә хәрбиҙәргә, юлды иҫәпкә алмайынса, ярты йылға бер 14 тәүлек ял бирергә ҡушты. Ошо бойороҡҡа ярашлы, ике ауылдашыбыҙ ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтты. Был бәхетле егеттәр Илшат Әсфәндийәров һәм Булат Ғәлимов. Беренсе булып Илшат Илфат улы, ә 20 апрель көндө Булат Мөнир улы тыуған йортҡа, ғаиләһен, ата-әсәһен, бар туғандарын күрергә ҡайтты.
Махсус хәрби операцияла йөрөүселәр яҙмышы һәр беребеҙгә ҡағыла, сөнки ауыл - ул бер ғаилә кеүек бит. Күптәр кеүек, мин дә егеттәр менән осраштым. Етди һынау үтеп, яу яланынан ҡайтҡан ике егеттең дә физик яҡтан ғына түгел, ә рухи яҡтан да нығыныуын самаланым. Тыуған яҡта, яҡындары янында булһалар ҙа, улар һаман үҙҙәрен тыныс тормошта кеүек хис итә алмайҙар, уйҙары, күңелдәре менән алыҫта. Һәр һүҙҙәрен уйлап, үлсәп, тыныс ҡына һөйләшәләр.
Ышанып та булмай: бынан бер йыл элек кенә үҙебеҙҙең "Урал" ауыл хужалығы етештереү кооперативында шаян, асыҡ, йыраҡтан уҡ ихлас сәләмләүсе, ваҡыты менән хеҙмәт дисциплинаһын боҙһа ла, намыҫ менән һәр эште еренә еткереп эшләгән Илшаттың олоғайып, үҙенең ҡартаталары кеүек олпатланып, ҡабаланмай ҡына атлауҙарына ҡарап, берсә һоҡландым, берсә аптырап та ҡуйҙым…
Үҙебеҙҙең урамда, күҙ алдында үҫеп, ир-егет ҡорона ингән, тыныс, тәртипле Булаттың яҙмыш һынауҙары алдында юғалып ҡалмай, бик етди, ҡыйыу, илһөйәр, "Башҡорт" позывнойлы ысын хәрби итеп күреп һоҡландым да, шатландым да… "Башҡортостандан күп беҙ, Раевканан, Октябрьский ҡалаһынан, Ғафури, Бишбүләк райондарынан, шулай уҡ - үҙебеҙҙең Талбазынан да. Беҙҙең эргәлә мобилизация менән СВО-ла ҡатнашҡан яугирҙар, райондаш егеттәр ҙә бар. Ҡулбашыбыҙҙа Башҡортостан флагы һәм гербы менән шеврондар, бер-беребеҙҙе тиҙ күреп ҡалабыҙ. БТР-ҙа тоҫҡаусым Ырымбур егете, Омскиҙан дуҫтарым бар ине. Һуғыш бит. Береһе менән мәңгегә хушлаштыҡ, икенсеһен госпиталдән һуң ҡайтарҙылар" , - тине ул.
Эйе, беҙҙең егеттәр Украинаның НАТО ғәскәрҙәре ярҙамында баштан-аяҡ ҡоралланған хәрби көстәренә ҡаршы бәрелештәрҙә һынатмай, иңдәренә төшкән хәрби бурысты намыҫ менән үтәйҙәр, һалдат антына тоғро ҡалалар.
Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ. Хәйерле юлдар, имен-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, батыр яугирҙарыбыҙ!
