ЭТ УРЫНЫ
Йорт эттәрен урамда алып йөрөү ҡағиҙәләрен эте булған кеше лә, булмағаны ла белергә тейеш. Ә һеҙ был закон менән танышмы
Евгения ХАФИЗОВА, Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының прокурор ярҙамсыһы: Мәғлүм булыуынса, хайуандар менән мөғәмәләлә яуаплылыҡ тураһындағы Федераль закон дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙҙы һаҡлау маҡсатын ғына түгел, бәлки, кешелеклелек принциптарын үтәү, граждандарҙың хәүефһеҙлеген һәм башҡа хоҡуҡтарын тәьмин итеү мөмкинлектәрен дә күҙҙә тота. Был хаҡта бөтөн ил күләмендә бик күп фекер алышыуҙар, бәхәстәр булып үтте һәм ул әле лә көнүҙәк булып ҡала килә, сөнки йортонда эт тотоусы ҡайһы берәүҙәрҙең закон талаптарын һанға һуҡмауы арҡаһында йыш ҡына күңелһеҙ, хатта фажиғәле хәлдәрҙең шаһиты булырға тура килә. Бында мин закондың эт аҫрау өсөн кәрәкле шарттар булдырыу, санитар-эпидемиологик нормативтар һәм ҡағиҙәләренә туҡталып тормайынса, редакция һорауындағы мәсьәләгә, йәғни ҡайһы бер граждандарҙың эттәрен морондоҡһоҙ һәм етәкһеҙ алып сығыуҙары һәм уларҙың эҙемтәләре хаҡында бер нисә һүҙ әйтмәксемен. Был йәһәттән булып торған фажиғәләр эт аҫраусыларҙың әлеге законды, йәнәһе лә, белмәүенә бәйле килеп тыуған хәлдә лә был уларҙы яуаплылыҡтан ҡотҡармай; закон положениеларын боҙоусылар ғәҙел язаһын алырға тейеш. Унан һуң йортонда эт тоторға ҡарар иткән кешенең ошо өлкәләге закон һәм тәртиптәр менән хәбәрҙар булмауына ышаныуы ла ҡыйын, ә инде уны белә күрә боҙоуы, тимәк, һанға һуҡмауы, ғәфү итерлек хәл түгел. Ҡала шарттарындағы йорттарҙа эт тотоусылар иң элек үҙҙәренең теләктәрен ҡайғыртырға түгел, ә күршеләренең, шулай уҡ башҡа граждандарҙың законлы мәнфәғәттәренән сығып эш итергә бурыслы. Бының өсөн түбәндәге талаптар һис һүҙһеҙ үтәлергә тейеш: эттәрҙе йөрөтөргә алып сыҡҡан ваҡытта бәйҙән ысҡындырмаҫҡа, уларҙың автомобиль юлдарына сығыуына, торлаҡ йорт ихатаһына, балаларҙың уйын һәм спорт майҙансыҡтарына йә лифтҡа килеп инеүенә юл ҡуймаҫҡа кәрәк.
Закондың был пункты айырыуса хәүефле һәм агрессив иҫәпләнгән ошондай эттәрҙең морондоҡһоҙ һәм бәйһеҙ йөрөүенә юл ҡуймауҙы талап итә: Аҡбаш, Америка бандогы, Амбульдог, Бразилия бульдогы, Питбульмастиф, Төньяҡ Кавказ эте һәм уларҙың ҡатнаш тоҡомдары. Бындай эттәрҙе, уларҙың ниндәй биләмәлә йөрөтөлөүенә ҡарамаҫтан, ирекле ебәреү ҡәтғи тыйыла; хәүефле һәм уҫал эттәрҙе махсус кәртәләнгән һәм эт хужаһының хосуси милкендәге ер участкаһында йөрөтөргә генә рөхсәт ителә. Был майҙанға ингән урында уҫал эт хаҡында иҫкәртеүсе яҙыу элеү мотлаҡ.
Ирек СӘМИҒУЛЛИН, хеҙмәт ветераны: Һеҙҙең был һорау көтөлмәгән нәмә түгел, ә теңкәгә тейгән һәм бөгөнгө көндә торған һайын киҫкенләшә барған ҙур, хәүефле мәсьәлә ул. Уйлап ҡараһаң, хәҙер нисә йыл инде депутаттар ҙа, башҡарма власть органдары ла, йәмәғәтселек тә берәҙәк һәм йорт эттәре мәсьәләһен сисә алмай эт була! Көлкөнән бигерәк асыу килә: беҙҙә ҡасан закондар һәм власть органдары ҡарарҙары эшләй башлар икән һәм күрергә насип булырмы шул көндө? Үтәлмәгәс, ундай күрһәтмә-ҡарарҙарҙы нимә тип халыҡ иғтибарына сығарырға? Үҙҙәрен көлкөгә генә ҡалдырыу бит был. Ҡыҙыбыраҡ киттем, асыу килә: ана шул баяғы эттәр мәсьәләһен әйтәм инде. Халыҡтың матди һәм көнкүреш хәлдәрен яҡшыртыусы ҡарарҙарҙың үтәлмәүенә күнеккәнбеҙ инде, ә был бит өлкәндәрҙең генә түгел, балаларҙың ғүмеренә, һаулығына хәүеф менән янаусы проблема.
Бына, мәҫәлән, гәзиттән ҡырҡып алып ҡуйған шундай бер документ: Өфө ҡала хакимиәтенең быйылғы 21 августа баҫып сығарылған "Йорт хайуандарын йөрөтөү урындары хаҡында"ғы ҡарары. Унда баш ҡаланың йортта аҫралған эттәрҙе (һуғарыу тип әйтке килә!) тышта йөрөтөү биләмәләре билдәләп сығылған. Кемдәр уны күрмәй ҡалған, бына ул исемлек: Якутов мәҙәни һәм ял паркы, Нефтехимиктар паркы, "Өфө йүкәләре" сәләмәтлек һуҡмағы биләмәһе (Парк урамы тирәһе), Архитектор Кәлимуллин урамының (Дим районы) 1-се йорто тирәһе, Ҡариҙел йылғаһы яр буйы урамының 45-се йорт тирәһе (Сипайлово), Октябрь проспектының 106/3 йорт тирәһе... Башҡаларын артабан әйтеп тормаһам да күрәһегеҙ: йә кешеләр бала-сағалары менән ял иткән, йә спорт менән шөғөлләнгән, йә торлаҡ йорт яны тирәләй эт хужалары хайуанын "һуғарып" йөрөргә тейеш! Ә бит уларҙың күбеһе этен етәктә йөрөтмәй, үҙ ихтыярына ебәрә лә үҙе телефонынан айырыла алмай. Кисә генә үҙем шаһит булдым: сабып килгән эттән ҡурҡып, шунда уйнап йөрөгән бер ҡыҙсыҡ шарылдап илап ебәрҙе. Ә өләсәһе әхирәте менән ләстит һата. Эт, әлбиттә, балаға теймәне, киреһенсә, уны бала күреп уйнарға итте, буғай, тик бала бит быны белмәй, ул ҡурҡа. Етмәһә, эт хужаһы, теймәй бит ул, ҡурҡмағыҙ, тип аҡыл өйрәтә башлай. Ә эттең уйындағын кем белә? Ул бит бала ҡулындағы тәмле ҡаласты күреп тә, өләсәһенең хушбуй еҫен оҡшатмай ырылдауы ла бар. Бындай хәлдәр беҙҙең Сипайловолағы әлеге Ҡариҙел яры урамының дамбаһында йыш осрай, сөнки микрорайондың бөтөн эте: эйәлеһе лә, берәҙәге лә ошонда йыйыла. Бер яҡтан, был аңлашыла ла: ҙур һыу яны, урманлы яр буйы - сысҡан тотамы, ҡуян баҫтырамы - эттәр өсөн лафа. Тик бына хужалары эттәрен нишләптер кеше йөрөргә сыҡҡан, спортсылар йүгергән, велосипедта елдергән махсус тротуарҙан алып йөрөргә ярата. Шунлыҡтан, икенсе бер мәсьәлә килеп тыуа: юл буйҙарында, газондарҙа аяҡ баҫыр урын ҡалмай: эттәр бында иркенләп аҙым һайын үҙ ихтыяждарын башҡара, тфү!
Ҡыҙым биш йыл элек Японияла булып ҡайтҡайны, ундағы тәртипкә, халыҡтың мәҙәнилегенә иҫе киткән. Эттәрен йөрөтөргә алып сыҡҡан япондар бер ҡулы менән эт ҡайышын тотһа, икенсе ҡулында - шыптыр моҡсай менән бәләкәй генә һоҫҡо, имеш. Ышанырғамы, юҡмы бындай хәлгә... Этенең бысрағын моҡсайға һалып, сүп контейнерына йыбанмай алып барып ташлап китәләр икән!.. Беҙҙә бындай хәлде күҙ алдына килтерәһегеҙме, йәмәғәт? Тәртип булдырыр өсөн сығарылған ҡарарҙар гәзиттә баҫылып сыҡҡас та онотола икән, ошо ҡарарҙарҙың үтәлеше тикшерелмәй, рейдтар үткәрелмәй, закон-ҡарарҙы үтәмәгән кешеләр административ язаға тарттырылмай икән (мәҫәлән, штраф сәпәү бик һөҙөмтәле булыр ине), әлбиттә, беҙҙә бер ниндәй ҙә тәртип булмаясаҡ.
Тимур АРДЫУАНОВ, хаски тоҡомло "Байкал" ҡушаматлы эт хужаһы: Дуҫыма хәҙер бишенсе йәш. Атайым менән әсәйем мәктәпте яҡшы тамамлағаным өсөн алып бирҙеләр, ул саҡ йәше лә тулмаған ине әле. Бик хәрәкәтсән, уйнарға, йүгерергә ярата торған эт, аҡыллы, изгелекле, бер ваҡытта ла агрессия билдәләре күрһәткәне юҡ. Ҡыҫҡаһы, Байкал минең айырылмаҫ дуҫыма әйләнде, ошоға тиклем унһыҙ нисек йәшәгәнмен - аптырайым. Бушҡа-барға өрөп, күршеләрҙе лә ялҡытмай, тыныс, уға тик әлеге шул хәрәкәт, уйын, йүгерергә кәрәк, шуға күрә ваҡытым булған һайын уның менән урамға ашығабыҙ. Иртә торорға тура килә, әлбиттә, сөнки университетҡа китер алдынан йөрөтөп индерергә кәрәк; ҡайтыуыма, ишек төбөндә түҙемһеҙләнеп көтөп тора - тағы урамға йөрөргә сығабыҙ. Хайуандар менән мөғәмәлә итеүҙә яуаплылыҡ тураһында федераль закон менән дә, шулай уҡ эттәрҙе тышта алып йөрөтөү ҡағиҙәләре менән дә танышмын, интернеттан яңы ҡағиҙәләр, законға төҙәтеүҙәрҙе лә күҙәтеп барам. Минеңсә, эттәрҙе йөрөтөү мәсьәләһенә баҫым яһап, дөрөҫ эшләйҙәр, тип уйлайым, сөнки ҡайһы бер яуапһыҙыраҡ хужалар иренеп, эттең үҙен генә сығарып ебәрә, ундай кеше беҙҙең күрше подъезда ла бар берәү. Бәхеткә, эте былай аҡыллы, берәүгә лә өрөп ташланғаны юҡ, йүгереп бер аҙ йөрөй ҙә подъезд ишеге төбөнә килеп ултыра - ишек асҡандарын көтә. Кешеләрсә быны аңларға булһа ла, закон буйынса был бер ҙә дөрөҫ түгел. Этте морондоҡһоҙ һәм бәйһеҙ көйө фәҡәт ошоноң өсөн билдәләнгән һәм кәртәләнгән махсус урындарҙа ғына ебәрергә мөмкин.
Шундай иҫкәрмә лә бар: был ҡағиҙә 3 айға тиклемге көсөктәргә һәм хәүефле иҫәпләнгән уҫал тоҡомло эттәргә ҡағылмай. Эттәрҙе ҡала властары тарафынан билдәләнгән махсус биләмәләрҙә генә йөрөтөргә рөхсәт ителеүен дә беләм, бик булмаһа, ундай урын, мәҫәлән, алыҫ икән, кеше йөрөмәгән һәм торлаҡ йорттарҙан алыҫыраҡ аулаҡ ерҙә лә йөрөтөргә була, тип яҙылған. Тик башҡа эттәргә осрап, өрөү, шау-шыу тыуҙырылырға тейеш түгел: тынлыҡ режимын боҙмаҫ өсөн дүрт аяҡлы дуҫтарҙы иртәнге 7-нән 23 сәғәткә тиклем йөрөтөргә рөхсәт ителә.
Шундай күренешкә лә тап булырға тура килә: этте һуҡмыш булып алған берәй ир йә бала-сағаға тапшырып ҡуялар. Ҡайһы бер эттәр бала-сағаны әллә ни һанға һуҡмауы, тыңламауы бар, ә инде иҫерек кешене эттәр, ғөмүмән, яратмай. Шуға күрә, дүрт аяҡлы дуҫ алғанһың икән, уны үҙеңдең ғаилә ағзаһылай күреп яратырға, ихтирам итергә, уның өсөн яуаплылыҡ тойорға ла кәрәк, ә улар быны күрә, һиҙә, аңлай һәм баһалай ҙа белә.
