Телефоныңа муттар шылтыратамы, уларҙан нисек һаҡланаһығыҙ?
Йәҙгәр ИШМӨХӘМӘТОВ, эшҡыуар, Стәрлетамаҡ ҡалаһы: Ҡуйығыҙ инде был муттарҙы, тамам себен-серәкәй ише маҙаға ғына тейәләр. Кеше хәҙер быға буйтым өйрәнеп тә бөттө бит инде, күптәр уларҙың телефон һандарын да ятҡа белә һәм яуап бирмәйенсә, кеҫә аппаратын һүндереп кенә кенә ҡуя башланы. Тик шулай ҙа әрһеҙҙәрҙе был барыбер туҡтата алмай: яңынан-яңы номерҙарҙан яңынан-яңы "йомош " тапҡан булып, туҡтауһыҙ шылтыратыуҙы дауам итәләр. Ә бит уларҙың алдағынан төп башына ултырыусыларҙың һаман табылып тороуын әйт! Гәзиттәрҙә лә яҙалар был хаҡта, радио-телевизорҙан да һөйләп кенә торалар, социаль селтәрҙәр ана шундай ғибрәт хәлдәр менән тулған - юҡ, кешегә аҡыл инмәй икән инмәгәс! Әллә шул тиклем аңһыҙлыҡ, наҙанлыҡ көслөмө бәғзе берәүҙәрҙә? Уныһы ла барҙыр, тиһәң, заманса гаджеттар менән эш итә белә үҙҙәре, дуҫ-иш-туғандары менән аралашып, донъя хәлдәрен белеп-күреп торалар.
Шулайын-шулай ҙа, тик бына күптән түгел вахтанан ялға ҡайтҡан бер дуҫымдың байтаҡ ҡына аҡсаһын һалдырып ала яҙҙы, суҡынмыштар! Һәр ваҡыттағыса, таныш түгел һандарҙан таныш булмаған әҙәмдең шылтыратыуынан башлана: Һаҡлыҡ банкының "хәүефһеҙлек хеҙмәтенән" тип таныштыра, үҙенең, шулай уҡ дуҫымдың исем-шәрифтәрен атай һәм уның картаһынан кемдеңдер аҡса алырға маташыуын, ләкин был "уяу" хеҙмәттең быға юл ҡуймайынса, ғәмәлгә бик һалыуҙары, хәҙер иҫәп хәүефһеҙлеген тикшереү өсөн карта номеры кәрәклеген хәбәр итәләр. Өйрәнелгән, күп ҡабатланған ябай ғына схема, уйлап ҡараһаң, тик тап бына шул урында "яна" ла инде күптәр. Ялында иркенләп күңелләнеп алған был дуҫ та картаһы номерын әйтә лә... "телен тешләй": йәш кешенең фекер ебе йылғырыраҡ булып сыға, күрәһең - шунда уҡ ул параллель рәүештә "Сбербанк онлайн" ҡушымтаһын асып, аҡсаһын магазинға алып йөрөй торған көндәлек сығымдар картаһына күсерә һала. Шулай итеп, ул 10 йылдан ашыу Себер "һөргөнө"ндә бил бөгөп тапҡан хәләл монаятын һаҡлап алып ҡала. Дуҫты ныҡ ҡына шелтәләп, үҙе өсөн ҡыуанһам да, башҡаларҙы уйлап, йәлләп ҡуйҙым - алданыусылар ҙа байтаҡ бит һаман. Уларға үҙемдеке кеүек юлды ҡулланып, муттан һаҡланыуҙың ябай ғына юлын әйтәйем: таныш түгел номерға яуап бирмәү. Кәрәк кеше һине барыбер таба ул, ә бына намыҫһыҙ муттар бер эләктерһә, тиҙ генә ысҡындырмаясаҡ! Шуны онотмағыҙ, йәмәғәт, һәм етер инде, алданыуҙан туҡтағыҙ!
Рөстәм ҒИЛЕМШИН, юрист: Телефондан файҙаланып, кеше аҡсаһын урлаусылар тамам оятын юғалтты. Уларҙың һөжүме кәмемәй, киреһенсә, намыҫһыҙ муттар торған һайын ҡомһоҙлаша, ысулдары төрлөләнә, яуызыраҡҡа әйләнә бара. Былтыр ғына әле, мәҫәлән, уҫал уйлы әҙәмдәр тарафынан кеше кеҫәһенән 2021 йылға ҡарағанда күпкә артығыраҡ аҡса урланған: 14,1 млрд һум! Был үҙенә күрә бер рекорд, тип әйтергә мөмкин. Ә бына кредит ойошмалары былтыр урланған аҡсаларҙың 4,4 процентын, йәғни 618,4 млн һумды ғына, ҡайтарышып бирә алған. Был да бик мөһим, әлбиттә, ләкин бына кешеләрҙең уйлап-нитеп тормаҫтан таныш түгел яуыз уйлы әҙәмдәргә үҙ теләктәре менән ҙур суммала аҡса күсереүҙәрен һис аңлап булмай.
Дөрөҫ, иң беренсе яуыз уйлыларҙың оҫта психолог булыуын танырға кәрәк. Улар тәүҙә ҡорбандары хаҡында ентекле мәғлүмәттәр туплай: исем-фамилия һәм телефон һандары ғына түгел, ә ҡайҙа эшләүе-йәшәүе, хатта һаҡлыҡта ятҡан иҫәбе хаҡында ла. Банк хеҙмәткәрҙәренә лә ышаныс юҡ, унда ла клиенттар мәғлүмәттәрен һатып ултырыусы "һуҡыр сысҡан"дар эшләүе ихтимал бит. Мәғлүмәт сығанаҡтарында хәбәр итеүҙәренсә, 2022 йылда Рәсәй банкы элемтә операторҙарына 756 мең телефон номеры ебәргәнлеге асыҡланған һәм аферистар тап ошо телефон эйәләренә шылтыратҡан.
Телефон аша бурлыҡтан һаҡланыуҙың юлдары күп, әлбиттә, бының өсөн муттарҙың "эшмәкәрлек" ысулдарын ентекләп өйрәнергә, ә уның өсөн IT технологияны улар кеүек үк яҡшы белергә кәрәк, ә был бөтә кешенең дә ҡулынан килмәй, шуға күрә иң ышаныслы юл - һеҙгә шылтыратҡан шикле кешегә ниндәйҙер мәғлүмәт биреү түгел, хатта һөйләшеп тә тормаҫҡа, бик булмаһа: "Ғәфү итегеҙ, һеҙҙең хеҙмәтегеҙгә мохтажлығым юҡ", - тип телефонығыҙҙы һүндереү кәрәк. Ҙур бәләгә тарымаҫ өсөн бары ошондай ҡыҫҡа ғына яуап. Улар менән әрләшеү, һүгенеү кеүек "алым"дар ҙа хупланмай, сөнки бөтөн мәғлүмәттәрҙе ҡулға төшөрөп, үс алыуҙары ла бар. Икенсенән, әгәр ҙур сумма аҡсағыҙ бар икән, уны дебет картағыҙҙа түгел, ә депозитта һаҡлау яҡшыраҡ, сөнки ул осраҡта, банк менән килешеү нигеҙендә, һәр тинегеҙгә тиклем сығымдарығыҙ хаҡында СМС-хәбәр алып торасаҡһығыҙ. Әгәр бурҙар хоҡуҡ һағы хеҙмәткәре булып ҡыланалар икән, унан ниндәй подразделениеға ҡарауын, адресын, начальнигын һорашып, үҙем киләм, тип өркөтөргә, һөйләшеүҙе яҙҙырып алыуығыҙ хаҡында әйтергә була. Һәм, ысынлап та, хоҡуҡ һаҡлау органдарына был хаҡта мотлаҡ хәбәр итеү кәрәк. Тағы бер-ике генә кәңәш: телефонығыҙҙы юғалтҡан хәлдә уның менән файҙалана алмаһындар өсөн SIM картағыҙға ПИН-код ҡуйығыҙ. Һеҙҙең исемдән ышаныс ҡағыҙы менән файҙаланмаһындар өсөн тыйыу һалығыҙ. Бының өсөн яҡындағы мобиль оператор офисына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Смартфонығыҙға антивирус ҡуйҙырығыҙ. Үҙегеҙгә кәрәге юҡ тип иҫәпләгән шылтыратыуҙарға бик һалығыҙ. Һәр хәлдә лә таныш түгел номерҙан шылтыратыусы таныш түгел кешеләр менән хәбәр сурытып тормайынса, аппаратығыҙҙы һүндереп ҡуйығыҙ. Хәҙер бындай хәлде аңлап ҡабул итәләр, йомоштары булһа, кәрәкле кешеләр һеҙҙең менән бәйләнешкә барыбер таныштарығыҙ аша булһа ла үҙҙәре сығыр.
Айгөл ХАРРАСОВА, Өфө радиоэлектроника, телекоммуникация һәм хәүефһеҙлек колледжы студенты: Һуңғы осор миңә һәм һабаҡташтарыма муттар шылтырата башланы. Уйлап ҡараһаң, фәҡир студенттың кеҫә яғы ла тап-таҡыр бит инде. Һәр хәлдә, беҙ аҡса бурҙары "клиенттары" түгел, уныһы раҫ. Шулай ҙа мин уларҙың осраҡлы килеп эләгеүҙәренән үҙемә һәм һабаҡташтарыма мәрәкә эшләп, күңел асып, уларҙың нервыларында уйнап алырға һәм үҙебеҙҙән биҙҙерергә булдым. Иң мөһиме, уларҙы көтөлмәгән реакция менән аптырашта ҡалдырып, артабанғы "алгоритм"дарын өйрәнеү. Иң тәүҙә мин был йәһәттән ҡартатайым ысулын ҡулланмаҡсы булдым, ул бер тапҡыр шул юл менән бимазалаусыларынан ҡотолоп торғайны. Шылтырау оҙаҡ көттөрмәне: йәш егет күп тапҡыр репетиция үткән яғымлы тауышы менән исем-шәрифемде атап, минең картаға яңылыш ҡына күпмелер сумма аҡса күсереүҙәре хаҡында хәбәр итеп, миңә ул сумманы ниндәй иҫәпкә кире ҡайтарырға кәрәклекте аңлата башланы. "Аңланығыҙмы, мин һеҙҙе ишетмәйем",- ти был. Мин хас та ҡартатайым һүҙҙәре менән: "Ғәфү итегеҙ, мин урыҫса аңламайым бит әле, башҡортса һөйләгеҙсе, зинһар",- тигән булам. Шулай бер нисә тапҡыр ҡабатланды был диалог, ахырҙа, түҙемлеге бөткән "тәрбиәле" тауыш яман һүгенеү һүҙҙәре менән мине әрләй башламаһынмы! Ә мин шатланам ғына: тегенең түҙемлеге бөттө, ә мин һаман аңламағанға һалышып, тыныс, ғәйепһеҙ тауыш менән үҙ телемдә һөйләүҙе дауам итәм. Ахырҙа, еңел аҡса көҫәүсе иманһыҙҙың ниәте барып сыҡманы! Шулай итеп, был номер ҡабат мине борсоманы.
Башҡа муттарҙы ла мин ошо юл менән биҙҙереп бөттөм, ҡолағым тынсып ҡалды, хәҙер минең маҙаға теймәйҙәр. Һабаҡташтарым да хәҙер миңә айырым бер ихтирам менән ҡарай башланы кеүек, сөнки мин уларға әленән-әле, яйы сыҡҡан һайын: "Туған телеңде белеү фәҡәт файҙаға ғына, ул һәр ваҡыт кешегә ярҙамға килә", - тип ҡабатлайым.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.
