БУЛЛИНГ
Бөгөн мәктәптәрҙә уҡыусыларҙың бер-береһен йәберләүе, хатта туҡмауы тураһында хәбәрҙәр йыш ишетелеп тора. Мәғариф системаһында "буллинг" тигән төшөнсәнең әүҙем ҡулланыла башлауының сәбәбен нимәлә күрәһегеҙ?
Гөлсирә ӘХТӘМОВА, әсәй: Бала үҙ милли мөхитендә белем алырға тейеш. Улымды, үҙе ҡайтып йөрөр, тип, башта йорт эргәһендәге мәктәпкә биргәйнек. Үҙе лә йомшаҡ күңелле, уҡытыусы тарафынан да хуплау булмағас, ҡыйын булды. Өйрәнеүе ҡыйын булыр тип борсолһаҡ та, милли мәктәпкә күсерҙек. Үҙен ышаныслы тота башланы, бейеүгә, ҡурайға йөрөй, баламды алыштырып ҡуйҙылармы ни! Шуға ла төп кәңәш - үҙ мөхитенән айырмағыҙ башҡорт балаһын.
"Буллинг" тигән төшөнсә үҙ эсенә физик йүберләүҙе генә алмай шул, агрессор йышыраҡ тел менән йәберһетә, кәмһетә. Туҡмауҙар - уның иң аҙаҡҡы стадияһылыр. Мәғариф министрлығы: "Бар беҙҙең мәктәптәрҙә бындай күренеш, былтыр 15 сигнал булды, быйыл - 8" - тигән мәғлүмәт бирә. Әле былары беленгәне, һуңғы сиккә еткәне генә. Ә күпме тағы йәберһетелгән, ҡанаттары һындырылған балалар? Шуға ла ата-әсәләр ныҡ иғтибарлы булһындар ине, бала зарлана икән, күҙ йоммағыҙ, асыҡларға тырышығыҙ. "Үҙең ғәйеплелер", "Ни эшләп һин үҙеңде яҡлай алмайһың?", "Мәктәптә булғанды ҡайтып һөйләп ултырма", "Бигерәк йыуашһың", тип әйтмәгеҙ, бала үҙенә бикләнер.
Әле бына тағы бер яңылыҡ баҫылды - Башҡортостан IT-белгестәре "Антибуллинг" тип аталған махсус система өҫтөндә эшләй икән. Ул социаль селтәрҙәрҙә буллинг билдәләрен эләктереп алырға тейешле. Эшмәкәрлеккә психологтар ҙа йәлеп ителгән, тимәк, хәҙер йәмғиәт быны проблема булараҡ таныны. Ыңғай һөҙөмтәләр ҙә булыр, моғайын.
Солтан ХӘСӘНОВ, практик психолог: Бер-береһе менән аралашҡанда балалар араһында төрлө хәлдәр була. Хатта балалар баҡсаһында ла һуғышыуҙар, талашыуҙар осрай. Әлбиттә, ҡайһы балаға тәрбиә лә етешмәй, әммә бар нәмә тәрбиәнән генә тормай. Бында төп сәбәп - балаларҙың төрлө холоҡло булыуында, кемдер йомшаҡ, шым, кемдер уйынсығын тартып ала алмаған өсөн дә ҡул күтәрә башлай. Шуға ла бындай хәлдәр элек тә булған һәм буласаҡ та.
Башланғыс мәктәп осоронда буллинг артыҡ күҙәтелмәй, сөнки бала был мәлдә үҙе өсөн бығаса таныш булмаған мәктәп тормошона яраҡлаша һәм агрессив холҡо ла баҫылып тора. Әммә үҫмерлек осорона еткәс, уның организмында гормональ "шторм" башлана, шуның арҡаһында агрессив балалар тағы ла килеп сыға. Шуға лидерлыҡҡа ынтылыу өҫтәлә. Бөтөн бала ла лидер булырға ынтылмай, башлыса агрессив холоҡлоһо теләй быны. Бер төркөмгә тупланалар, унда лидер үҙенә буйһоноусылар менән үҙенсә "идара" итә. Буллинг ул балаларҙың бер-береһенә агрессив мөнәсәбәте генә түгел, үкенескә, уларҙа икенсе баланы рәнйетеү, башҡалар алдында кәмһетеү ниәте барлыҡҡа килә, ошонан ҡәнәғәтлек ала. Физик үҙенсәлектәре булғандарҙы үсекләргә генә торалар, сөнки үҫмер ҙур булһа ла, башҡа кешенең хәленә инеп, ул тойғанды тоя алмай әлегә. Интернет селтәрендәге төрлө агрессивлыҡ та буллингҡа килтерә ала. Лидерлыҡҡа ынтылыусы физик көс менән алдырып була икәнен аңлап ҡала. Йәш кенә үҫмерҙә лә башҡаларҙы үҙенә ҡаратып тотоу, өҫтөнлөккә өлгәшеү теләге була, үкенескә күрә. Шул бәләкәй генә төркөм эсендә ул үҙен шулай тота ла.
Тәрбиәсегә, уҡытыусыға, ата-әсәгә бындай балаларҙың агрессивлығын кәметә торған ысулдар ҡулланырға кәрәк. Әйтәйек, 3-4 йәшлек бала нимәгәлер көйөп, әсәйгә һуғып ебәрә, ти. Был ситуацияла күптәр, ярамай, тип, үҙе балаға һуғып ебәрә. Киреһен эшләргә кәрәк. Баланың ҡулынан тот та, башынан һыйпа. "Һин мине яратмайһыңмы ни, мин һине бик ныҡ яратам", тип әйт. Баланың күңеленә шунда уҡ икенсе орлоҡ һалына. Әрләп кенә ыңғай яҡҡа йүнәлтеп булмай, хис-кисерештәрен икенсе юҫыҡҡа бороп ебәрергә кәрәк. Ошондай контроль кәрәк уларға ҡарата.
Шуныһы ла бар: башҡаларҙы рәнйетеп, уларҙан көлөп ҡәнәғәтлек алыуҙар уҡытыусы алдында эшләнмәй, улар мәктәптән ситтә эшләнә. Ләкин класс етәксеһе тәрбиәүи эш алып барырға тейеш. Мәҫәлән, дин менән бәйләргә була: башҡа кешене рәнйетеү, физик кәмселегенән көлөү - гонаһ. Тыштан ҡурҡһалар ҙа, бындай кешеләрҙе эстән яратмайҙар. Был ҡылыҡтар хоҡуҡ боҙоуға, енәйәт эшенә килтереүе мөмкин. Бер-ике миҫал килтерәһең, бына шул ҡалала шулай булған, малайҙы күмәкләп туҡмағандар, ул имгәнгән, енәйәт эше асылған, ошоно ойоштороусы колонияға китте. Ул енәйәтсенең киләсәге ниндәй була инде, ата-әсәһенә ниндәй ҡайғы, тип әйтеү ҙә уларҙы уйландырыуы ихтимал.
Ә бына рәнйетелгән балаларҙы яҡларға кәрәк. Һәр баланың һәләте була, йә йырлай, йә бейей, йә шиғыр яҙа, йә спортта алдынғы. Һәләтен үҫтерергә булышлыҡ итегеҙ, күңелен үҫтерегеҙ, класташтары араһында абруйын арттырығыҙ. Шулай уҡ ҡайһы саҡта ниндәйҙер психологик сәбәптәр арҡаһында, әйтәйек, арыуы, үҙен тота алмауы һөҙөмтәһендә уҡытыусы үҙе лә буллинг өсөн сәбәп бирә ала. Ҡул менән түгел, тел менән үҙегеҙ баланы кәмһетмәгеҙ. Тыңлашмай ултырһа ла, "башһыҙ", "алйот" тип әрләргә ярамай. Оло кешенең яҡшы ғәмәлдәрен генә үҙләштермәй бала, ямандарын да өлгө итеп ала. Тәнәфестә мотлаҡ ул уҡыусыға "алйот" тип әйтеүселәр, бынан көлөүселәр табыласаҡ.
Нәзиә БИКБОВА, мәғариф ветераны: Хәҙерге балаларҙың ҡаты бәғерле булып үҫеүенең төп сәбәптәренең береһе - интернет тип уйлайым. Бына ошо замана ауырыуына дусар итеүсе интернет балаларҙы ғына ла түгел, йәштәрҙе, хатта ҡарт-ҡороно ла үҙенә ҡол итә, бынан нисек ҡотолорбоҙ икән? Минеңсә, бөгөн халыҡ аҙашыу юлында һәм һәм дөрөҫ юлды - Хаҡ Тәғәлә билдәләгән хаҡ юлды тиҙ арала ғына табып булмаҫ кеүек.
Үҙем аңлағанса, сәбәптәрен дә әйтәйем. Беренсенән, беҙҙең оло быуын кешеләре, барыһы ла булыр, тик һуғыш ҡына булмаһын, тип, тыныслыҡ ҡына теләп үҫтек. Ә бөгөнгө көндә дер һелкетеп донъя көткән йәштәрҙең формалашыу ваҡыты 90-сы йылдарға тура килде. Ошо осор балалары һәм уларҙың балалары тик матди байлыҡҡа табынып, бәхет төшөнсәһен аҡсала тип аңлап үҫте. Икенсенән, һуңғы йылдарҙағы ситтән индерелгән әҙәпһеҙ фильмдар, ҡурҡыныс монстрҙар күрһәтелгән йәнһүрәттәрҙең дә йоғонтоһо барҙыр. Ҡарағыҙ әле, 3 йәшлек балалар йәнһүрәттәрҙәге геройҙарҙы эләкләп, уларҙың тауышы менән һөйләшеп йөрөй. Тимәк, улар өсөн экран артындағы тормош юҡ, улар барыһын да ысынбарлыҡ итеп ҡабул итә, тәьҫире көслө бындай фильмдарҙың. Араларында енәйәтсенең ниндәй юл, маҡсат менән енәйәт ҡылғанын күрһәтеп, ошолай эшләгеҙ, юғиһә, тотолоп ҡуйырһығыҙ, тигән кеүек "өйрәтә" торғандары бик күп. Ошо "сәнғәт" өлгөләре, телевидение аша балаларҙың аңын үҙгәрттеләр ҙә, улар ярҙамы менән үк ниндәй бөйөк идеялар менән йәшәгән илебеҙҙе лә юҡҡа сығарҙылар. Кинәйәләп тәрбиәләй торған киноларыбыҙ ҙа юҡҡа сыҡты.
Мин уҡытыусы булып 40 йыл эшләнем. Шөкөр, бер тапҡыр ҙа буллинг менән осрашҡаным булманы. Үҙебеҙ үҫкәндә лә бындай ҡанһыҙлыҡ юҡ ине. Киреһенсә, кешене һүҙ менән дә рәнйетмә, ти ине атай-әсәй. Уларҙың тәрбиәләп ултырырға ваҡыты ла булманы, тип әйтергә яратһаҡ та, ошондай һүҙҙәр, кәңәштәр, үҙҙәренең әхлаҡлы өлгөһө тәрбиәләгәндер. Боронғолар "Ахырызаман балалары үҙҙәре ата-әсәһенә батша булыр", - тигән. Замана балаларының тирә-йүндәгеләргә ҡарата талаптары, ошаҡтары ата-әсәләр өсөн закон бөгөн. Хәҙерге ата-әсәләргә үҙ балаһы ғына бала, ҡалғандарҙыҡы - бәлә. Үҙ балаһы ҡәнәғәт булһа, еткән, башҡаныҡын түбәнһетһәң дә ярай. Һәр ғаиләлә икешәр бала - береһе баш бала, икенсеһе төпсөк, үҙ һүҙле, үгеҙ күҙле булып үҫкән балаға шул ғына кәрәк. Тимәк, баланың формалашыу осорондағы яуаплылыҡ ата-әсә өсөн иң мөһим яуаплылыҡ ул. Телефон алып биреп, көнө-төнө шунда текәлдереп ултыртып ҡуйыуҙандыр был буллинг тигән бәләләрҙең башы? Ғөмүмән, бала ғаиләлә бер-береһенә иғтибарлы, хәстәрлекле, йомшаҡ булып үҫһен өсөн ғаиләлә иң кәмендә 5 бала булырға тейеш, минеңсә.
Минең һуңғы класым башҡорт класы булды, ата-әсәләр ҙә, уҡыусылар ҙа шул тиклем тәрбиәле, аҡыллы булдылар. Мин дә уларға йыйылыштарҙа ҡоро нотоҡ һөйләп тороуҙан ҡаса инем, төрлө яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен уҡыйбыҙ ҙа, шулар буйынса һөйләшәбеҙ, тәрбиә мәьәләләрен шул арҡылы хәл итәбеҙ, уйланабыҙ. Ғөмүмән, башҡорт балалары тәрбиәле булыуы менән айырылып тора, хатта рус телле уҡытыусылар ҙа: "Боҙоп бөтәләр бит һеҙҙең балаларҙы, ни эшләп башҡорт мәктәбе астырып, шунда уҡытмайһығыҙ уларҙы?"- тип әйтә торғайны. Дин дәрестәре инә тип һөйләнеләр ҙә, уның да файҙаһы булманы. Иманлы кеше мөйөштә намаҙ уҡып ултырыусы ғына түгел бит, халҡыңа кәрәкле булыу, ололарҙы оло, кеселәрҙе кесе итә белеү ул иманлылыҡ күрһәткесе. Ошондай тәрбиә һалынһа ине бала саҡтан.
Ләйсән НАФИҠОВА яҙып алды.
