Эскелекте төрлө кимәлдәге тыйыуҙар, ҡарарҙар менән туҡтатыу кәрәк, тигәнгә ни әйтерһегеҙ?
Илсур ИҘЕЛБАЕВ, Көйөргәҙе районы: Эскелекте, алкоголле эсемлектәрҙе ҡулланыуҙы, һатыуҙы тыйыу буйынса ниндәй генә программалар, законда ҡабул ителмәһен, әгәр кеше үҙе теләмәй икән, уны эсеүҙән тыйып булмай. Быны тарих үҙе иҫбат итте. Эскелеккә ҡаршы элек-электән, батша заманында уҡ көрәш алып барылған. Әммә был көрәш тулыһынса бер ҡасан да үҙ һөҙөмтәһен бирмәгән, сөнки алкоголле эсемлектән килгән килем төрлө кимәлдәге бюджеттың ярайһы ҙур ғына өлөшөн тулыландыра.
Минең бер танышым атай-әсәһенең тыуған ауылында магазин асты. Асҡан ваҡытта бер ниндәй иҫерткес эсемлек, тәмәке һатмаясаҡмын, тип, яҡты хыялдар менән башлағайны, бер йыл да булманы, араҡыһына ла, һыраһына ла лицензия алғанын аңламай ҙа ҡалды. Тәүҙә дуҫтары килтергәнде прилавка аҫтынан, үҙенең яҡшы белгән кешеләренә генә һатты. Спиртлы эсемлектәр һатыу төшөмлө икәнен бик тиҙ аңғарҙы һәм был шөғөлөн тиҙ генә рәсмиләштереп тә ҡуйҙы. Эше бик алға китте, сөнки араҡы ауыл тирәһендә һаман булһа валюта рәтендә йөрөй. Баҡса ҡаҙҙыртырға, һарыҡ йөнөн ҡырҡтырырға, өй һылатырға, бесән алышырға - быларҙың бөтәһенә лә аҡса менән түгел, ә араҡы менән түләгән хәйләкәр һәм һаран кешеләр булғанда, эскеселәр йәки эсергә яратҡан кешеләр ҙә буласаҡ.
Яңыраҡ ҡына үҙем шаһит булдым шундай күренешкә. Ауылда ҡарт әсәһенең яңғыҙ пенсияһына ҡарап торған, эсергә яратҡан, дөрөҫөрәге, булһа - эскән, булмаһа - эҙләп, аҙып-туҙып йөрөмәгән бер ағай бар. Ул белмәгән эш юҡтыр - етмеш төрлө һөнәргә эйә, тип тап уның кеүектәргә әйтәләр. Дүрт көн рәттән башын да күтәрмәй күршеһенең тракторын йүнәтеп, эшләп бөткәс, техника хужаһы унан: "Ағай, аҡсалата бирәйемме, араҡылатамы?" - тип һораны. Теге ағай аптырауы йөҙөнә сыҡты, бергилке асҡан ауыҙын яба алмай торҙо. Әммә эше өсөн аҡса һорарға оялды. "Әллә..." тигән булды. "Араҡы тиһәң, араҡы бирәм", ти быныһы. Ағайҙың аҡсалата алғыһы, ә трактор хужаһының осһоҙ хаҡҡа алған сифатһыҙ эсемлеге менән түләгеһе килгәне һуҡыр күҙгә лә күренер ине. Оҫтаның, үҙең белеп бир, тигәнен ишеткәс, ҡыҫылмайынса булдыра алманым. Һөҙөмтәлә, ағай бер нисә купюра аҡсаһын матурлап бөкләп, кеҫәһенә һалып ҡайтып китте. Эскән кеше бит эшкә лә шәп була. Үҙен генә уйлағандар ана шундайҙарҙы үҙ файҙаһына ҡуллана, белә күрә эскелеккә һалыштыра.
Бына әле халыҡтың ғүмер оҙайлығын арттырыу маҡсатында араҡы эсеү һәм тәмәке тартыу кимәлен кәметеү буйынса республика программаһы ҡабул ителеүе хаҡында ишеттем. Уға ярашлы, республиканың һәр районында йәшерен араҡы һәм спиртлы эсемлек һатҡан урындар хаҡында хоҡуҡ һаҡлау органдарына еткерә торған инициатив төркөмдәр булдырыласаҡ. Унда йәмәғәт ойошмалары, партия вәкилдәре, әүҙем граждандар инеүе күҙаллана. Программа шулай уҡ халыҡ менән эшләүҙе, имен булмаған ғаиләләрҙе асыҡлауҙы, хәүеф төркөмөндәге балаларҙы спортҡа, сәләмәт тормошҡа йәлеп итеүҙе ҡарай. Белем биреү учреждениеларына яҡын урынлашҡан сауҙа нөктәләрендә, магазиндарҙа тәмәке һатыу тыйыла. Нимә, быға тиклем дә ошо эш алып барылды түгелме ни? Эскән кеше барыбер эсә. Бер ниндәй программа һәм закон уға ҡаршы тора алмай. Ә бына сәләмәт тормошто пропагандалау, эскеһеҙ туйҙар, байрамдар үткәреүҙе модаға индерергә була. Яйлап ҡына республикала айыҡ туйҙар, юбилейҙар уҙғарылыуын миҫалға килтерергә мөмкин. Алкоголле эсемлектәрҙең һаулыҡҡа зыяны, ғаилә иҡтисадына килтергән зарары тураһында күп һөйләү мөһим. Һандар, миҫалдар, факттар килтерергә кәрәк.
Бына быларҙың эскелеккә ҡаршы эшләйәсәген үҙ миҫалымда иҫбатлай алам. Унынсы класта уҡығанда үҫмерҙәр араһында зарарлы ғәҙәттәрҙе иҫкәртеү темаһына класс сәғәте булғайны. Уҡытыусыбыҙ шампан шарабының нисек әсеүе хаҡында ҡыҫҡа ғына видеоматериал әҙерләгәйне. Әсеткенең кеше кеүек "газ сығарыуы" хаҡында уҡытыусы ныҡ тәфсирләп һөйләне, ышанаһығыҙмы-юҡмы, шунан алып иҫерткес эсемлекте ауыҙыма ла алып ҡарағаным булманы. Шуға күрә һәр төрлө закондар, ҡарарҙар, программаларға әллә күпме аҡса түккәнсе, тәмәкегә, араҡыға ҡарата ерәнеү тойғоһо уятырлыҡ видеолар, фильмдар эшләргә кәрәк, тип уйлайым. Бына был эшләйәсәк...
Асия ЛАТИПОВА, Мәләүез районы: Минеңсә, эскән кешене бер ниндәй закон менән ҡурҡытып туҡтатып булмай. Быға тиклем ҡабул ителгән ҡанундарҙың һөҙөмтәһенән сығып әйтәм быны. СССР ваҡытында ла, хәҙер ҙә алкоголизмға ҡаршы төрлө кимәлдә ҡанундар, программалар ҡабул ителде һәм ителә. Һөҙөмтә бармы йәки булдымы һуң?
Хәтеремдә, 1972 йылда эскелеккә ҡаршы көрәште көсәйтеү буйынса саралар тураһында законға ярашлы, спиртлы эсемлектәрҙе етештереүҙе кәметергә, хаҡын арттырырға хәл ителде. Уларҙы һатыу ваҡыты сикләнде. Мәжбүри дауалау һәм хеҙмәт профилакторийҙары асылды. Әммә эскән кеше нисек эсте, шулай эсте. Етмешенсе йылдар аҙағында хатта араҡы эсеү илдә рекорд кимәленә етте: бер кешегә йылына уртаса 5 литр тура килде.
СССР-ҙың тәүге һәм һуңғы Президенты Михаил Горбачевтың власҡа килеп, бер нисә ай эшләгәндән һуң алкоголгә ҡаршы алып барған кампанияһын да оло һәм урта быуын яҡшы хәтерләйҙер. "Ҡоро закон" тип нарыҡланған ҡанун үҙгәртеп ҡороу менән бер ваҡытта ғәмәлгә ашырыла башланы. Уға ярашлы, йәмәғәт урындарында эсеү ҡәтғи тыйылды, эскән килеш урамда, кеше күпләп йөрөгән урындарҙа тотолғандарға ҡаршы көрәш киҫкенләште, улар айнытҡыстарға ябылды, эшләгән урындарында премиянан мәхрүм ителде, хатта эшенән бушатылды. Был эшкә профсоюз, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф һәм бөтә йәмәғәт ойошмалары йәлеп ителде. Араҡыһыҙ туйҙар пропагандаланды, киноларҙан, тамашаларҙан, спектаклдәрҙән эсеү күренеше булған сюжеттар алып ташланды. Партия ағзаларына ҡарата ла ҡәтғи ҡарарҙар ҡабул ителде, улар мәжбүри рәүештә "Айыҡтар йәмғиәте"нә индерелде.
"Ҡоро закон"дың, әлбиттә, һөҙөмтәһе булманы түгел, булды. Илдә үлем, эскән килеш эшләнгән енәйәттәр һаны кәмене, тыуым артты, тыуған сабыйҙарҙың һаулыҡ кимәле яҡшырҙы. Был хаҡта ул замандың киң мәғлүмәт саралары яҙҙы. Тик тотош ил бюджетына, шулай уҡ виноград үҫтереү менән шөғөлләнгән союздаш республикаларҙыҡына ла кире йоғонто яһалды. Ни өсөн тигәндә, эскелеккә ҡаршы көрәш иң беренсе ошо татлы емеш үҫтереү тармағын юҡ итеүҙән башланды. Коллекция сорттарын булһа ла һаҡларға кәрәк, тип, яҡлап сыҡҡандарҙы хатта төрмәгә ултыртыу менән ҡурҡыттылар.
Эскелекте ниндәй ҙә булһа закондар, программалар менән генә тыйып булалыр тигән фекер яҡлы түгелмен. Ә шулай ҙа ундай закондар кәрәк. Бына нисә йыл республикала легаль булмаған юл менән иҫерткес эсемлек һатҡандарға ҡаршы аяуһыҙ көрәш бара. Көрәш күберәк йәмәғәтселек тарафынан алып барыла. Ә хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан түгел. Сөнки улар ҡулында штраф түләтеү язаһы ғына бар. Кемдәрҙер штраф түләй ҙә ҡотола, сөнки уның күләме ҙур түгел, сығым үҙен тиҙ арала ҡаплай. Электән һатҡан кеше әле лә һата, төшөмлө шөғөл икәнен бер татығас, унан баш тарта алмай.
Эскелектән ҡотолоуҙың иң мөһим юлы - төрлө кимәлдә тәрбиә эше алып барыу. Балалар баҡсаһында уҡ балала араҡыға, тәмәкегә, наркотикка нәфрәт тойғоһо уятырға кәрәк. Бала саҡта һалынған онотолмай. Икенсенән, халыҡ мәшғүллеген, бигерәк тә ауылдарҙа яйға һалырға кәрәк. Бөгөн кешегә эш, шөғөл кәрәк. Тап ошо эшһеҙлек, мәшғүлһеҙлек халыҡтың ябай көндәрен дә "байрамға" әйләндерә.
Мәләүез районының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы был йәһәттән етди эш алып бара. Төрлө йәштәгеләр өсөн тәрбиәүи саралар, милли йолалар нигеҙендә байрамдар үткәреп кенә ҡалмай, ә эсергә яратҡандар менән шәхси әңгәмәләр, осрашыуҙар үткәрә. Буш ваҡытҡа урын ҡалдырмаҫ өсөн ундайҙарҙы ойошма эшенә лә йәлеп итәләр. Ыңғай һөҙөмтәләр бар: оҙайлы ваҡыт зарарлы ғәҙәтенән арына алмай йөрөгәндәр араһында медицина булышлығынан тыш та эскеһен ташлағандар бихисап. Бөтә нәмә кешенең үҙенә бәйле. Эсәм тиһә, бер ниндәй ҡанундар ҙа кәртә була алмай ундай әҙәмгә...
Айгөл ИШКИЛДИНА, Күгәрсен районы: Араҡы эсеү, байрам табынына тәү сиратта шешә ултыртыу күптән беҙҙең илдә нормаға ингән. Шуға күрә эскеселеккә ҡаршы көрәш беҙҙә тейешле һөҙөмтә бирмәй. Күптәр үҙенең эскелеккә бирелеүен аңламай ҙа. Бөтәһе лә эсә лә инде, тип, үҙен аҡларға маташа. Әгәр ҙә кеше үҙе теләп эскеһен ташларға уйламай икән, бер ниндәй янау ҙа, ҡурҡытыу ҙа, закон да, штраф та тыя алмай. Бер ғаиләне беләм. Башҡа эсмәһен тип, иҫереп ҡайтҡан ирен ҡатыны фатирҙа бикләп китһә, тегеһе баш төҙәтер өсөн икенсе ҡаттан һикереп, ике аяғын да һындырып, дауаханаға эләгә.
Тәрбиә эшен киң йәйелдерергә кәрәк. Бигерәк тә балалар, үҫмерҙәр араһында эскелек, уның зыяны, иҫерек килеш ҡылынған енәйәттәр, эскесе атай-әсәйҙән тыуған балалар хаҡында аңлатыу эше алып барыу мөһим.
Эскелек - ул зарарлы ғәҙәт кенә түгел, ул дауалауға ауыр бирелгән ҡатмарлы сир ҙә. Мәғлүм булыуынса, эскән кешенең физик һаулығы ла, психологик халәте лә ныҡлы ҡаҡшаған була. Алкоголизмға ҡаршы көрәштә һәр төрлө закон, программа менән генә еңеп булмай, минеңсә. Иң беренсе, ошо эскелеккә килтергән сәбәптәрҙе табырға, уны юҡ итергә кәрәк. Эшһеҙлек, күңел төшөнкөлөгөнә бирелеү, яҡын кешеңде юғалтыу, стресс, депрессия - бына ошолар инде әҙәмде иң беренсе стаканға үрелергә этәргән күренештәр. Алкоголгә бәйлелектән еңел генә ҡотолоп булмай. Бында медицина ярҙамы ла, яҡындар терәге лә кәрәк. Шулай ҙа иң мөһиме эскән кешенең эсергә ташлау теләге һәм ихтыяр көсө булырға тейеш.
Ләйсән СӘЛИХОВА яҙып алды.
