Үткән уҡыу йылы аҙағында дистанциянан уҡыу, уҡытыу тәжрибәһен үҙләштерҙегеҙ бит инде. Ниндәй булды ул тәжрибә һәм һабаҡтар? Уның ҡабатланыуын теләйһегеҙме?
Гөлфиә НУРЕТДИНОВА, Учалы ҡалаһы, ике бала әсәһе: Дистанцияла уҡыуға, бөтә атай-әсәйҙәр һәм балалар кеүек үк, беҙ ҙә әҙер түгел инек. Был бер-ике аҙнаға ғына һуҙылыр ҙа, ғәҙәттәгесә, мәктәпкә барып уҡый башларҙар, тип уйлап, башта бик әһәмиәт бирмәнем. Шуға ла тәүҙә интернет насар эшләүенә лә иғтибар итмәнем, үҙизоляцияла булһам да, балалар быға тиклем ауырлыҡһыҙ уҡығас, дәрестәренә лә артыҡ илтифат күрһәтмәнем. Аҙаҡ ҡына онлайн форматта уҡытыу етди төҫ алыуын аңлап ҡалдым һәм балаларҙың белем алыу барышында туранан-тура ҡатнаштым. Бигерәк тә башланғыс класта уҡыған ҡыҙымдың, ә улымдың башҡорт теле һәм әҙәбиәте, тарих дәрестәрен көтөп ала башланым. Үҙем өсөн күп һабаҡ алдым тиһәм, бер ҙә арттырыу булмаҫ. Тәү сиратта, шуны аңланым: бында иң ҡыйыны уҡытыусыға. Утыҙ минутлыҡ дәрестә ул кемдең ҡатнашҡанлығын асыҡларға ла, яңы теманы аңлатырға ла, өйгә эште тикшерергә лә тейеш. Уҡыусылар менән кире бәйләнеш булмауы өсөн дә, ҡайһы бер атай-әсәйҙәр яғынан контроль булмауы йәки етмәүенә лә борсола ине улар.
Уҡытыуҙың был алымы балаларға ла, ата-әсәләргә лә үҙ эшен ойошторорға, ваҡытты дөрөҫ бүлергә, контролдә тоторға өйрәтте, тип уйлайым. Был, әлбиттә, еңел булманы. Йыш ҡына интернеттың көсө етмәне, балаларға ярҙам итергә мәктәп программаһын бөтөнләй онотоуым да ҡамасауланы. Дистанцияла уҡыуға бер ай тулды тигәндә, артыҡ көсөргәнештән йоҡлай алмай башланым. Ҡайһы бер уҡытыусылар өйгә эште шул тиклем күп бирә, әйтерһең дә, балаларҙан профессорҙар әҙерләй. Берәүҙәре уҡытыу платформаларын йыш алмаштырып ыҙаланы. Уҡыу материалын ҡайһы папканан алырға белмәй аптыранаһың аҙаҡ. Быларҙың барыһы ла күп ваҡыт, иғтибар талап итә. Ярай ҙа өйҙә ике ноутбук булды. Ҡайһы бер ғаиләләрҙә берәү ҙә булмағанын беләм. Улар көнө буйы телефонға тексәйеп ултырып, ниндәй әҙерлек алһын инде. Күҙен, һаулығын ғына бөтөрөп ултырғандыр инде.
Ике балам да мәктәпте, тиҫтерҙәрен, уҡытыусыларын ныҡ һағынды. Шундай ҡыҙыҡ, дөрөҫөрәге ҡыҙғаныс хәл дә булды. Дәрес барған ваҡытта мәктәп ҡыңғырауына оҡшаған тауыш ишетелгәйне, ҡыҙымдың күҙенә йәш тығылды. Улар беҙҙе алдайҙармы икән әллә, тип шул тиклем үпкәләне, хатта илап бөттө. Улымдың класташтары араһында ла, былай уҡығым килмәй тип, онлайн-дәрестәргә инмәгәндәр булды.
Дистанциянан уҡыу атай-әсәйҙәргә, балаларға, иң беренсе, уҡытыусының, тәрбиәселәрҙең ҡәҙерен белергә өйрәткәндер, тип уйлайым. Шулай уҡ күптәр үҙенең балаһы менән нығыраҡ шөғөлләнергә, уға күберәк иғтибар бирергә кәрәклеген төшөнгәндер. Шәхсән үҙем яңы уҡыу йылында өйгә бирелгән эште балаларым менән бергә эшләргә ниәтләйем. Өлкәне хәҙер үҙ аллы инде, әммә уға ла төрлө ҡыҙыҡлы материалдар табырға, ижади, эҙләнеү эштәрен тулыландырырға ярҙам итә алам бит. Улар менән үҙем дә мәктәп программаһын яңынан өйрәнәм. Элек аңламаған темаларымды аңлайым. Башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәренә ҡыҙыҡһыныуым артты. Дәреслектә бирелгәндәрен уҡып сыҡтым. Киләсәктә китапханаға яҙылып, классиктарыбыҙҙың әҫәрҙәрен тулыһынса уҡырға уйлайым. Дистанциянан уҡыуҙан алған ыңғай һабаҡтарым шул. Әммә башҡа был һынау алдына торорға яҙмаһын. Пандемияға бәйле бәлә-ҡаза шуның менән урап үтһен. Балаларыбыҙға яратҡан уҡытыусыларының күҙенә ҡарап, дуҫтары менән бер класта ултырып уҡырға насип булһын!
Айгөл ФӘЙЗУЛЛИНА, Мәләүез ҡалаһы, 4-се мәктәп директоры урынбаҫары: Үткән уҡыу йылы район-ҡала уҡыусыларының, уларҙың ата-әсәләренең һәм, әлбиттә, бөтә педагогия берләшмәһенең, атап әйткәндә, уҡытыусыларҙың, тәрбиәселәрҙең, учреждение директорҙары һәм урынбаҫарҙарының хәтерендә онлайн-режимда уҡып тамамланыуы менән иҫендә ҡалды.
Мәғлүм булыуынса, коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле, Рәсәй, шул иҫәптән республика белем биреү учреждениелары каникулдан һуң апрелдә дистанциянан уҡытыуға күсте. Һәр нәмәнең башланған ваҡытында ыңғай һәм кире яҡтары булған кеүек, онлайн-форматта белем биреүҙең дә төрлө яғы билдәләнде. Был процеста ҡатнашыусыларҙың мәжбүри үҙгәрештәргә әҙер булмағандары ла бар ине. Улар ата-әсәләр, уҡыусылар, педагогтар араһында ла осраны.
Беҙ үҙебеҙҙең мәктәптә уҡыусыларҙың мөмкинлегенән сығып, белем биреүҙең төрлө платформаларын һайланыҡ. Уҡытыусылар дәресте ҡыҙыҡлы, фәһемле итеп ойоштороу, ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшеү өсөн бөтә тырышлығын, ижади һәләтен һалды. Өйҙән уҡытһаҡ та, бер-беребеҙ менән тығыҙ бәйләнештә эшләнек, аралашыуҙы, тәжрибә уртаҡлашыуҙы туҡтатманыҡ. Бөтәбеҙ ҙә уҡытыуҙың был форматы ваҡытлыса тип ҡабул иттек һәм, көнө буйы компьютер артында ултырыу ни тиклем ауыр булһа ла, сабырлыҡ менән үҙебеҙгә йөкмәтелгән бурысты тейешенсә үтәнек, тип уйлайым. Уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса башҡа йылдарҙан ҡалышмауыбыҙ ҙа шуны асыҡ дәлилләй. Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре лә шул хаҡта һөйләй.
Әммә ни тиклем дистанцияла уҡыуҙы һәм уҡытыуҙы маҡтамаһындар (һуңғы ваҡытта онлайн уҡытыуға ыңғай баһа биреүселәр ҙә барлыҡҡа килде), класта уҡыусының күҙенә ҡарап, уның нимә белергә йәки әйтергә теләгәнен белеп, дәрес биреүгә етмәй. Быға тиклем әүҙемлеге, белемгә ынтылышы, ҡыҙыҡһыныусанлығы менән айырылған балаларҙың ҡайһы берәүҙәре дистанцияла уҡығанда юғалып ҡалды. Дәрес ваҡытында бәйләнешкә сыҡмай аптыратҡан уҡыусылар ҙа булды. Уларҙы, әлбиттә, иғтибарҙан ситтә ҡалдырманыҡ, ата-әсәләренә шылтыратып, хәлде асыҡланыҡ. Баҡһаң, уларға бындай уҡытыу алымы оҡшамай булып сыҡты. Уҡытыусылар, класташтары, тиҫтерҙәре менән йәнле аралашыуҙы һағынып, төшөнкөлөккә бирелгән үҫмерҙәр ҙә осраны. Шул уҡ ваҡытта быға тиклем дәрестә пассивлығы менән айырылған балаларҙың әүҙемләшеү осрағы ла күҙәтелде. Ундайҙар уҡытыусы биргән һәр күнекмәне теүәл үтәп, үҙен эҙләнеүсән, ижади эшләгән уҡыусы итеп күрһәтеп, үҙҙәрен ыңғай яҡтан иҫбатланы.
Уҡытыуҙың яңы алымы ата-әсәләр араһында ла төрлө тәьҫорат ҡалдырҙы. Улар араһында педагогтар бөтә бурысын атай-әсәйҙәр иңенә һалды, тип иҫәпләгәндәр ҙә бар. Күптәргә, айырыуса балаһы башланғыс класта уҡығандарға, дәрестә ҡатнашырға, өйгә эште бергә эшләргә тура килде. Өҫтәүенә, бөтәһенең дә өйөндә смартфон, ноутбук, компьютер юҡ. Булған хәлдә лә, икешәр-өсәр түгел. Ә мәктәптә ике, өс, хатта дүрт балаһы уҡыған ғаиләләр байтаҡ. Икенселәрҙең тәүге осрҙа интернет менән проблемалар булды. Билдәле инде, был хәл ҡайһы бер атай-әсәйҙәрҙе ысын мәғәнәһендә балалары менән күберәк шөғөлләнергә мәжбүр итте.
Уҡытыусыны, үҙенең балаһын аңлап, тыныслыҡ һаҡлаған, дәресте ойошторорға ярҙам иткән атай-әсәйҙәр, өләсәй-олатайҙар ҙа булды, сөнки дистанциянан уҡытыу педагогтар өсөн дә өр-яңы уҡытыу алымы ине. Каникул ваҡытында улар махсус уҡынылар, әлбиттә. Әммә быға тиклем уларҙың береһе лә онлайн-форматта эшләп ҡарағаны булманы. Шуға ла беҙгә лә еңелдән булманы. Дәрес биреү - бер. Ә уға әҙерләнеү хәҙер бөтөнләй икенсе талап ҡуйҙы. Күргәҙмә материалдар эшләү, план яҙыу төрө үҙгәрҙе. Һәр класҡа, һәр дәрескә айырым файл, папка тултырыу - быларҙың барыһы ла педагогҡа көнө буйы, хатта төндөң яртыһына тиклем компьютер артында ултырырға мәжбүрләне. Шулай ултырһаң да өлгөрөп булмай ине әле. Уның һөҙөмтәһе, һис шикһеҙ, уҡытыусыларҙың һаулығында кире сағылмай ҡалмағандыр. Дәрестән һуң электрон документация, журналдар тултырыу, балаларҙың эшен тикшереү, баһалау, уларҙың һөҙөмтәһен кире ебәреү өсөн бер көн етмәй ҙә ҡала.
Уҡытыуҙың был төрөнөң, һис шикһеҙ, ыңғай яҡтары ла бар. Уҡытыусыға, иң беренсе, эште системаға һалырға, системалы, эҙмә-эҙлекле эшләргә өйрәтте. Шулай ҙа барыбер һәр уҡытыусы, һәр бала һәм атай-әсәй мәктәпкә йөрөп уҡыуға бер ни ҙә етмәй икәнен аңланы.
Наҙгөл ИСЛАМОВА, медицина колледжы студенты: Уҡыу йылы ғәҙәттәге режимда башлана тигән хәбәрҙе ҡыуанып ҡаршы алдым. Мин - буласаҡ медицина хеҙмәткәре. Кеше һаулығы һәм ғүмере өсөн яуаплылыҡ талап иткән һөнәрҙе ситтән тороп ҡына белеп, һөнәри нескәлектәргә өйрәнеп булмай бит. Уҡыу йылы дистанцияла белем алыу менән тамамланды. Билдәле инде, практикалар булманы. Ә теорияны үтеп, уны ғәмәлдә күрмәгәс, эшләп ҡарамағас, ҡайҙан беләһең? Дауаханаларға барып, ауырыуҙарҙы күреп, уларҙың хәлен аңламай, укол да һалып ҡарамай, буласаҡ һөнәреңде нисек тояһың? Тап ошо тәүге практикаларҙан һуң студент медсестра йәки фельдшер булырға дөрөҫ ҡарар ҡабул иткәнен йәки итмәгәнен аңлай. Дөрөҫ түгел тип иҫәпләһә, ваҡытын бушҡа үткәреп йөрөмәй - икенсе уҡыу йортон һайлай. Беҙгә быйыл бындай мөмкинлек булманы инде.
Онлайн уҡыу тәү ҡарамаҡҡа яҡшы ойошторолдо. Бөтә дәрестәрҙе график буйынса тулыһынса үтте. Көнө буйы компьютер алдында ултырыу, әлбиттә, эҙемтәһеҙ ҡалманы. Арҡа һәм күҙҙәр ауырта башланы. Үҙ аллы эш алымдары артты, лекциялар темаһы буйынса күберәк үҙеңә эҙләнергә тура килә. Имтиханды ла дистанцияла бирҙек. Әммә был һынау төрө бик үк етдилек талап итмәгән кеүек, минеңсә.
Ыңғай яҡтары ла булды. Айырыуса минең кеүек ситтән килеп, ятаҡта йәшәгәндәр өсөн. Ашарға бешерергә түгел. Өйҙә әсәйҙең ашы һәр ваҡыт әҙер. Юлға, аҙыҡ-түлеккә киткән сығымдарҙың булмауы ла ғаилә бюджетына ыңғай тәьҫир итте.
Шулай ҙа, төкөмдәштәремдең береһе лә артабан уҡыуҙы дистанцияла дауам итергә теләмәй. Был - шылтыратышып һөйләшеүебеҙҙең төп темаһы. Йәнле аралашыуға етмәй. Әммә пандемия ҡуйған был һынауҙы эксперимент тип ҡабул итһәк, уны уңышлы үттек тип уйлайым. Кем белә, бәлки, киләсәктә белем биреү тотош ошондай форматҡа күсер? Улай булһа, уның ыңғай һәм кире яҡтарын ныҡлы өйрәнер өсөн был ғына етмәй әле. Уны бер нисә йыл һынарға кәрәк буласаҡ...
Лена АБДРАХМАНОВА яҙып алды.
