РФ Дәүләт Думаһы дистанцион эш хаҡында закон проектын ҡабул итергә йыйына. Ошоға бәйле фекерегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине?
Марат ЕНИКЕЕВ, компьютерҙа автодиагностикалау белгесе, Әбйәлил районы Ташбулат ауылы: Дистанцион эштең уңайлы яҡтарына ҡарамаҫтан, дөйөм алғанда, минең был мәсьәләгә мөнәсәбәтем бик ыңғайҙан түгел. Ниндәй генә эш төрөн алып ҡараһаҡ та, ул мотлаҡ социумда аралашыуҙы, кешеләр менән йәнле бәйләнеште күҙҙә тота. Йыш ҡына бит ҡайһы бер мәсьәләләрҙе фәҡәт күҙмә-күҙ осрашып, үҙ-ара аңлашыу барышында ғына уңышлы хәл итеүгә өлгәшеп була. Шуғалыр ҙа, күрәһең, ошоға тиклем был төр эшкә әллә ни атлығып тороусылар булманы, булған хәлдә лә улар һирәк ине. Мәҫәлән, 2019 йылға тиклем эшләп йөрөүсе 67,1 млн кеше араһынан өйҙә, йәғни аралыҡта (дистанцион) эш буйынса хеҙмәт килешеүе нигеҙендә мәшғүлдәр һаны ни бары 30 мең генә кеше ине. РФ Хеҙмәт кодексында был турала положение булыуға ла ҡарамаҫтан, кешеләрҙә дистанцион эшкә ҡарата ниндәйҙер өмөтһөҙ, ышанмаусан мөнәсәбәт өҫтөнлөк итеп килде, сөнки өйҙә эшләү тәртибе хаҡында ғәмәлдәге РФ Хеҙмәт Кодексында тулы аңлатма юҡ, тик был төшөнсә хаҡында билдәләмә генә бар ине. Хәҙер иһә закон ҡабул ителһә, дистанцион хеҙмәткәр рәсми эш урынында эшләүселәр кеүек үк тулы хоҡуҡлы булып иҫәпләнәсәк һәм уны эштән сығарыуы ла элеккеләй еңел генә булмаясаҡ. Әлегә тиклем эш биреүсе өйҙән эшләгән хеҙмәткәрҙе, уны етерлек кимәлдә эш менән тәьмин итә алмауға һылтанып та, йә башҡа шундай сәбәптәр менән дә еңел генә эштән сығара ала ине. Дистанцион эш тәртибе тураһында закон проектын тәҡдим итеүселәр был эш төрө режимын индереү ике яҡтың да килешеүе нигеҙендә генә башҡарылыуы мөмкинлеген билдәләй. Шул уҡ ваҡытта бының эш барышында килеп тыуған ихтыяж йәки көтөлмәгән хәлдәр менән бәйле булыу ихтималлығын да төп шарт итеп күрһәтеүҙе кәрәк таба.
Был хаҡта һүҙ башлағанда мин дистанцион эш тәртибенең ыңғай яғына туҡтала биреп ҡуйғайным. Тулыраҡ итеп шуны әйтергә мөмкин: ер йөҙөнөң интернет булған теләһә ҡайһы урынынан эшләй алыу мөмкинлеге бик уңай. Икенсенән, эшкә йөрөү өсөн аҡса һәм ваҡыт экономиялана. Шәхсән үҙемә оҡшап етмәгән яғы, бая әйткәнемсә,коллективта бер-берең менән аралашыу мөмкинлеге булмау. Ә былай, дөйөм алғанда, бөгөнгө электрон технология шарттарында мәшғүллектең был төрө - ваҡыт талабы һәм бигерәк тә әлеге кеүек пандемия осоронда ул айырыуса кәрәкле. Шуға күрә был эш төрөн законлаштырыуҙы хупларға ғына ҡала.
Миҙхәт ШӘРИПОВ, журналистика ветераны: Байтаҡ йылдар иң төп республика баҫмаһында -"Башҡортостан" гәзитендә үҙ хәбәрсе булып эшләнем. Үҙ хәбәрсе - ул, асылда, шул уҡ дистанцион эш тип әйтергә лә була. Шул уҡ ваҡытта беҙ редакцияның башҡа стационар журналистары һәм хеҙмәткәрҙәре менән бер тиң хоҡуҡтар һәм бурыстарға эйә инек һәм рәсми рәүештә хеҙмәт килешеүе нигеҙендә эшкә алындыҡ. Республикабыҙҙың төрлө ҡала һәм район үҙәктәрендә йәшәп, өйҙә эшләнек, ләкин ниндәйҙер аралашыу ҡытлығы кисерҙек тип әйтә алмайым: журналист халҡымы һуң инде йәнле аралашыуҙан ситтә йәшәр! Көнө-төнө тип әйтерлек үҙ төбәгебеҙгә ҡараған райондар буйлап йөрөп, хужалыҡтар, предприятиелар эшсәндәре менән аралашып, материалдар туплай инек тә, әгәр мәҡәлә ашығыс кәрәк икән (ә ул гел тип әйтерлек ашығыс задание булыр ине) төн ултырып яҙып та ебәрер инек. Шуны әйткем килә: дистанцион эш - ул һәр ваҡытта ла аралашыуҙан ситтә ултырыу түгел, был эш режимы хеҙмәткәрҙең һөнәр үҙенсәлегенә бәйле. Ә бит өйҙә генә ултырып эшләгәндә лә әллә күпме кеше менән аралашыу мөмкинлеге бар: аудио-, видеобәйләнеш, скайп, ватсап һ.б. Хәҙер бит беҙ интернет-технология ҡаҙаныштары заманында йәшәйбеҙ, шуға күрә дистанцион эш режимы хеҙмәткәрҙе аралашыуҙан мәхрүм итә тип уйларға ярамайҙыр, минеңсә. Күп йәһәттән аралашыу мөмкинлеге кешенең үҙенән дә тора. Эш урынында ултырып та көнө буйы баш күтәрмәй, кеше күрмәй эшләп ултырыусылар юҡ түгел бит, улайға китһә... Унан һуң, быға ихтыяж булған осраҡта кем һуң өйҙә эшләүсегә рәсми эш урынына килеп, күңеле булғанса хеҙмәттәштәре менән аралашып, етәксеһен күреп, һөйләшеп китеүҙән тыя? Тик әлегә бының өсөн бер генә кәртә: пандемия. Ә бит өйҙә эшләү хаҡында закон проекты ошо сәбәпле яҙылһа ла, бер мәл, бирһен Хоҙай, коронавирус та сигенер: бөгөнгө фән һәм медицина ҡаҙаныштары, моғайын, уны ла "ауыҙлыҡлар", ә закон һәр дайым ғәмәлдә ҡаласаҡ.
Әйтеүемсә, өйҙә эшләү күп йәһәттән хеҙмәткәрҙең үҙ эш көнөн ойоштора белеүе, эшкә мөнәсәбәте һәм, әлбиттә, намыҫына бәйле, юғиһә, бәғзе берәүҙәр өйҙәрендә ирәйеп китеп, эш ҡайғыһын онотоп китеүҙәре лә ихтимал. Шуның өсөн дә законда, әлбиттә, өйҙә эшләүселәрҙең эш режимын көйләүсе положениелар ҙа буласаҡ. Йәғни сәғәт нисәнән алып нисәгә тиклем уның эш ваҡыты иҫәпләнә һәм был ваҡыт эсендә ул етәксе, башҡа хеҙмәттәштәре менән эш буйынса бәйләнешкә сығырға һәр ваҡыт әҙер булырға тейешлеге законда ҡараласаҡ.
Шуға бәйле иҫкә төшөп китте әле: партияның өлкә комитеты хөкөм һөргәндә байтаҡ йылдар бик талапсан, ҡаты тәртип яратҡан баш мөхәррир менән эшләнек. Ул инде көнмө-төнмө - ҡарап тормаҫтан, ҡасан килтереп ҡыҫа, бәлки, беҙҙе тикшерер өсөндөр ҙә - ашығыс йомош менән шылтыратҡанда телефонды алманыңмы - ғауға ҡубыр ине. Был, бер яҡтан, хеҙмәткәргә стресс булып (айырыуса кис, төндә), һәр ваҡыт кешене көсөргәнештә тотһа һәм ҡаты тәртипкә күнеп йәшәргә өйрәтһә лә, икенсе яҡтан, ныҡ ҡына кәйефте лә ҡыра ине. Буласаҡ законда иһә эш биреүсе ғәмәлдәрен дә нормаға килтереүсе положениелар бар. Был бик дөрөҫ, тип уйлайым, сөнки хеҙмәткәрҙе даими рәүештә контролдә тотоп, эҙәрлекләүгә юл ҡуйылмаясаҡ. Ә инде уның тәртибен башҡарған эше буйынса ла баһаларға мөмкин бит. Ошоға бәйле дистанцион эш тураһында закон проекты менән танышҡанда шундай юлдар иғтибарҙы йәлеп итте: әгәр эш биреүсе, тиелә унда, хеҙмәткәрҙең эш сәғәттәренән тыш ваҡытта уның менән бәйләнешкә инә икән, был ваҡыт өҫтәмә эш ваҡыты булып иҫәпләнәсәк һәм шуға ярашлы өйҙә эшләүсегә түләнергә тейеш. Йәл, беҙҙең замандарҙа бындай тәртип булһа, беҙ, моғайын, икеләтә эш хаҡы алып эшләгән дә булыр инек. Шаяртам, әлбиттә, ә шулай ҙа өйҙә (йә ҡайҙандыр аранан тороп) эшләүсе хеҙмәткәрҙе аяу сараларының береһе булараҡ, был бик ғәҙел ҡарар тип уйлайым.
Вәкилә ИШМӨХӘМӘТОВА, хеҙмәткәр: Дөрөҫөн әйткәндә, өйҙә эшләү тәртибе ниндәйҙер яңылык түгел. Был хаҡта РФ Хеҙмәт кодексында ла хатта бер аҙ әйтелә биреп ҡуйылғайны инде. Дөрөҫ, тик унда ошо эш төрҙәре һәм уның тәртиптәре хаҡында айырым-асыҡ аңлатмалар булмаһа ла, бындай төр мәшғүллектең төп хеҙмәт законына нигеҙләнеүенә баҫым яһала ине. Әле иһә дистанцион эш тураһында закон проекты авторҙарына ошо положениены аныҡлабыраҡ, шулай уҡ уның нормаларын, эш һәм ял сәғәттәрен, эш биреүсе менән хеҙмәткәрҙең бәйләнеш-мөнәсәбәттәрен билдәләп сығырға ғына ҡалғайны. Бынан тыш, өйҙә эшләү өс төргә бүлеп ҡарала: даими, ваҡытлы һәм ҡатнаш дистанцион эш. Әйтергә кәрәк, миңә закон проектының ошоға тиклем йәшәп килгән ниндәйҙер айырып ҡарау (документта ул дискриминация тип әйтелә) мөнәсәбәтенән хеҙмәткәрҙе яҡлауы күңелгә ятты, сөнки элек, был хаҡта Хеҙмәт кодексында дөйөм положение ғына булып, өйҙә эшләүсенең хоҡуҡ һәм бурыстары, эш һәм ял нормалары, эш биреүсе менән мөнәсәбәттәре хаҡында бер ниндәй аңлатма булмағанлыҡтан, уға етди ҡараш, һанлау ҙа юҡ иҫәбендә ине.
Документта тағы ла өйҙә эшләүсенең эш буйынса тотонолған сығымдарына компенсация түләү тураһында иҫкә алыныуы ла бик урынлы. "Дистанцион эш тураһында ... хеҙмәт килешеүҙәрендә хеҙмәткәр тарафынан үҙенең шәхси ҡорамалдарын, программа-техник сараларын, мәғлүмәтте яҡлау сараларын файҙаланып эшләүе менән бәйле сығымдарын ҡаплаусы компенсация түләү мөмкинлеге ҡарала", - тип әйтелә закон проектында. Бынан тыш, ниндәйҙер көтөлмәгән хәл-ваҡиға (тәбиғи йә техноген һәләкәт, производствола берәй фажиғә йәки әлеге кеүек пандемия һ.б.) килеп тыуған осраҡта хеҙмәткәрҙәрҙе ваҡытлы дистанцион эшкә ябайлаштырылған тәртип буйынса һәм тәү сиратта ауырлы ҡатындарҙы, 14 йәшкә тиклемге һәм инвалид балаһы булғандарҙы, йәше буйынса пенсионерҙарҙы ябайлаштырылған тәртиптә, йәғни килешеү төҙөмәйенсә лә локаль норматив актҡа нигеҙләнеп күсерергә рөхсәт ителә. Шулай уҡ хеҙмәткәргә ниндәйҙер ашығыс эште уның эш сәғәтенән һуң эшләргә тура килгән осраҡтарҙа уға был ваҡыт өсөн түләү талап ителеүе лә бик ғәҙел, әлбиттә. Ғөмүмән, закон проектының кешелекле йүнәлештә булыуы, эш кешеһенә, уның ҡайҙан тороп үҙ бурысын башҡарыуына ҡарамаҫтан, ихтирамлы мөнәсәбәт талап ителеүе миңә оҡшай һәм мин был закон проектының тиҙ арала ҡабул ителеүен теләйем.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.
