Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылы

Быйылғы йыл Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылы тип нарыҡланды. Илебеҙ халыҡтарының йолаларын, боронғо кәсептәрен тергеҙеү, сәнғәтен күтәрмәләү, үҫтереү, байытыу, һаҡлау йәһәтенән был ҡарарҙың әһәмиәтен нисек баһалайһығыҙ?

Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылы, image #1

Артур ӘЛИБӘКОВ, Республика Халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре: Эйе, үткән йылдың һуңғы көнө - 31 декабрҙә РФ Президенты Владимир Путин 2022 йылды Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылы итеп үткәреү хаҡында указға ҡул ҡуйҙы. Был ҡарарҙы беҙ, халыҡ сәнғәте һәм мәҙәниәте өлкәһенә туранан-тура мөнәсәбәте булған хеҙмәткәрҙәр генә түгел, ә бөтөн милләт халыҡтары ла ҡыуаныс менән ҡаршы алғандыр. Минеңсә, бик кәрәк һәм ваҡытлы ҡарар. Дөрөҫ, бөгөн илдә пандемия, иҡтисади көрсөк кисергән осор булыуға ҡарамаҫтан, халҡыбыҙ күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй. Һәр ваҡыттағыса, бай тарих һәм традицияларға эйә булған, күпте кисереп, ихтыяры сыныҡҡан Рәсәй халыҡтары эшләй ҙә, ял да итә, байрамдар ҙа үткәрә белә, сөнки ниндәй генә шарттарҙа ла тормошобоҙҙо мәҙәниәт һәм сәнғәтһеҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын.

Халыҡ сәнғәте төрлөлөгө һәм уның үҙенсәлектәре, мәҙәни мираҫ һәм тарихи ҡомартҡыларыбыҙға һаҡсыл мөнәсәбәт буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә лайыҡлы рәүештә алдынғы урындарҙың береһен биләй, шулай уҡ ул донъя күләмендә лә күптән танылыу яуланы. Һуңғы ике йыл эсендәге ҡаҙаныштарыбыҙ ғына ла ошо хаҡта яҡшы һөйләй: халыҡ сәнғәтенең юғары үҫеш кимәлен 2021 йылда республикабыҙҙа ҙур уңыш менән үткәрелгән абруйлы Фольклориада ла раҫланы. Һәр хәлдә, Башҡортостан Бөтөн донъя фольклор үҙәге итеп юҡҡа ғына һайланманы бит. Бик күп милләт вәкилдәре һыйышып, тыныс йәшәгән республикабыҙ һәр береһе үҙенең этник үҙенсәлеге менән айырылып торған, ошоға тиклем һаҡланып килгән боронғо традицияларға эйә йырлы-моңло, талантлы халыҡтар төйәге икәнен бөтөн донъяға күрһәтә алды.

Беҙ үткәргән саралар күп йәһәттән республикабыҙ етәкселеге тарафынан яҡлау таба. Былтыр, мәҫәлән, 14 декабрь - Башҡорт теле көнөндә хөкүмәт ҡарары буйынса Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың шәхсән булышлығында үткәрелгән Башҡорт милли кейемдәренең "Тамға" халыҡ-ара конкурсы мәҙәни мираҫ хазиналарыбыҙҙың халыҡ күңелендә ни тиклем ҡәҙерләп һаҡланыуы һәм уның иҫ киткес популярлығы тураһында һөйләүсе уникаль күренеш булды. Унда ҡатнашыусылар үҙ ҡулдары менән теккән, боронғо өлгөләрҙән ҡарап тергеҙелгән башҡорт милли кейемдәре, биҙәүестәр һәм аксессуарҙарҙан торған 1500-ләп эшен күрһәтте.

Шулай итеп, Башҡортостан халыҡтарының сәнғәт ҡаҙаныштары беҙҙең күҙ алдында үҫешә, байый һәм киң популярлыҡ яулай. Мәҙәни мираҫыбыҙ халыҡ тормошонан, уның сәнғәтенән айырылғыһыҙ, сөнки был өлкә ошо сәнғәтте бар итеүсе йыр-моң, оҙон көй, бейеү, туған тел байлығы, ауыҙ-тел ижады, эпостарыбыҙ, йола һәм традицияларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, халыҡ кәсептәре, халыҡ уйындары, художество ҡанундары, музыка ҡоралдары технологияһы, милли символика һәм биҙәк өлгөләре, башҡа бик күп рухи һәм матди хазиналарыбыҙҙы, шулай уҡ боронғо тарихи ҡомартҡыларыбыҙҙы үҙ эсенә ала. Ошо өлкәлә билдәле бер тәртип булдырыу, уны һаҡлау, файҙаланыу, өйрәнеү маҡсаттарында 2020 йылда БР Дәүләт Йыйылышы "Рухи-мәҙәни мираҫ тураһында" закон ҡабул иткәйне. Ошо законға ярашлы, беҙ матди булмаған мәҙәни мираҫ объекттарының махсус реестрын төҙөнөк. Был бик мөһим эш булды, уның нигеҙендә матди булмаған объекттарҙың тарихи һәм художество ҡиммәттәре, үҙенсәлектәре билдәләнә, шулай уҡ ҡайһы берҙәренең юғалыу хәүефе иҫкәртелә.

Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылы, image #2

Гүзәл МОНАСИПОВА, Баймаҡ районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе: Баймаҡ районы ағинәйҙәре Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы хаҡындағы ҡарарҙы хуплап ҡаршы алды, сөнки беҙҙең ойошманың төп эшмәкәрлеге тап ана шул указ талаптарына яуап бирә лә инде. Беҙ, республика "Ағинәй" йәмғиәте ағзалары, был йүнәлештә күптән эш алып барабыҙ. Башҡорт халҡының милли традицияларын, йола-кәсептәрен, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү, тергеҙеү, һаҡлау һәм таратыу, быуындар бәйләнеше булдырыу, үҫеп килгән быуында илһөйәрлек, телһөйәрлек, үҙаң, рухилыҡ тойғолары тәрбиәләү һәм уға булышлыҡ итеү быйылғы йыл девизына бик тә ауаздаш. Боронғо милли кейемдәрҙе, биҙәүестәрҙе, халыҡ кәсептәрен тергеҙеү, сарыҡ тегергә, кейеҙ баҫырға, балаҫ һуғырға өйрәнеү һәм башҡалар ошо ҡомартҡыларыбыҙҙың башҡа халыҡтарҙыҡынан бер ҙә кәм булмауын, боронғобоҙ менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү, ата-бабаларыбыҙҙың ҡатын-ҡыҙҙы ололауын, хөрмәтләүен, тәрбиәгә ҙур иғтибар биреүен, шулай уҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының матурлығын, нәзәҡәтлеген, әҙәп ҡанундарын замандаштарыбыҙға, йәштәргә, башҡа халыҡтарға күрһәтеү һәм киләсәк быуындарға аманат, мираҫ итеп ҡалдырыу өсөн кәрәк. Мәҫәлән, үткән йылда беҙ бик ҡыҙыҡлы боронғо кәсеп төрө - "Иң оҫта сарыҡ тегеүсе" конкурсы иғлан иткәйнек, уға быйыл майҙа йомғаҡ яһаласаҡ. Түбә ауылы ағинәйҙәре районда беренсе булып сарыҡ тегеп кейҙе. Иҫке Сибай ағинәйҙәре лә сарыҡлы булдылар, оҫталыҡ дәрестәре лә үткәреп торалар. Ошо боронғо аяҡ кейеме тегеү буйынса уларҙың тәжрибәһе район ағинәйҙәре президиумы ултырышында өйрәнелде, хупланды һәм был тәжрибә таратыуға тәҡдим ителде. Иҫке Сибай ағинәйҙәре менән бергә уларҙың ир-егеттәре лә "Иң оҫта сарыҡ тегеүсе" район конкурсына ҡушылды. Улар бергәләп ир-егеттәр һәм балалар өсөн дә сарыҡ тегәсәктәр. Боронғо милли көнкүреш әйберҙәрен тергеҙеү менән шөғөлләнгәндә ир-егеттәр ҡулы кәрәк булып китә, шуға күрә улар ҙа дөйөм эшкә йәлеп ителде.

Ярат ауылы ағинәйҙәренең дә эш тәжрибәләре республика күләмендә күп кенә таратылды. Улар ҙа "Аҡһаҡалдар ҡоро" менән бергәләшеп-кәңәшләшеп эшләй, был ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Район ағинәйҙәре йыйындарында Ярат аҡһаҡалдары ла ҡатнашып, эшлекле кәңәштәре менән сығыш яһай. Төркмән ауылы ҡатын-ҡыҙҙарының эш тәжрибәләре лә маҡтауға лайыҡ. Улар менән беҙ "Ҡорама ҡорау" онлайн оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙоҡ. Дәрестәрҙе көн һайын "Иң оҫта ҡорама ҡораусы- 2021"район конкурсында Гран-при яулаған Хәҙисә Ҡотлоғужина алып бара.

Быйыл "Иң яҡшы ағинәй булмәһе" район конкурсына ла йомғаҡ яһаласаҡ. Ағинәйҙәргә ауыл биләмәләре башлыҡтары махсус булмә биреп, уны ремонтларға ярҙам итә, бының өсөн уларға бик тә рәхмәтлебеҙ! Ағинәй булмәләре йәштәр ҡатнашлығында ҡатын-ҡыҙҙар менән тәрбиәүи саралар, оҫталыҡ дәрестәре үткәреү өсөн файҙаланыла. Шулай уҡ был бүлмәләрҙә йәмғиәткә ҡағылышлы бөтөн кәрәкле норматив-хоҡуҡи документтар, эш пландары, үткәрелгән сараларҙан отчеттар туплана, шулай уҡ милли кейемдәр һәм биҙәүес өлгөләре, ҡуйыла.

Беҙ, Баймаҡ ағинәйҙәре, милли кейемдәр һәм биҙәүестәр, һарауыс, таҫтар, сарыҡ тегеү, шулай уҡ халҡыбыҙҙың аш-һыу, ризыҡ йүнәтеү йолалары, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыусы ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү буйынса эштәребеҙҙе быйыл айырыуса рухланып дауам итәсәкбеҙ, сөнки беҙ тоғро юлда һәм был йүнәлештәге эштәр ил етәкселеге тарафынан хупланып тора. Президент В.Путиндың халыҡтарҙың мәҙәни мираҫ йылы хаҡындағы указы шуға яҡшы дәлил.

Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылы, image #3

Ғәбиҙә ВӘЛИЕВА, Башҡорт милли кейемдәренең "Тамға" халыҡ-ара конкурсы призеры: Мәҙәни мираҫ йылы тураһындағы ҡарарҙы үҙемдең эш өлгөләрем менән ҡаршылайым. Бик кәрәкле, ваҡытлы ҡарар. Ҡурған өлкәһе Сафакүл районының Ҡалмаҡ-Әбдрәш ауылында тыуып үҫтем. Беҙҙә боронғо кәсеп-шөғөл, милли кейемдәр тегеп кейеү традициялары ҡәҙерләп һаҡлана ғына түгел, ә көндәлек ғәҙәтебеҙгә әүерелгән. Ҡурғандар әлеге ваҡытта ла боронғо башҡорт костюмдарын көндәлек кейем итеп файҙалана. Был электән шулай тәнгә яҡын, йәнгә йылы булып ғәҙәткә һеңгән, бының аңлатып булмай торған ниндәйҙер һаҡлағыс ырымы бар төҫлө. Бигерәк тә әбейҙәр үҙҙәренең сигеүле биҙәктәр һалынған камзулдарын, күлдәктәрен көндәлек тормошта яратып кейә. Бәләкәй саҡта беҙ, кескәй ҡыҙсыҡтар ҙа, ошо кейемдәрҙе кейеп үҫтек, шуға күрә уның һәр биҙәге, һәр детале күҙ алдымда.

Беҙҙең кейемдәр айырым башҡа үҙенсәлектәре менән күҙгә бәрелеп тора. Мәҫәлән, апайҙар балитәкле йә тоҡон ғына күлдәк һәм камзулдарына тәңкәләр тағып кейәләр. Ә бына ҡушъяулыҡты байрамдарҙа ғына ябыналар. Оло йәштәге ирҙәр ҙә пинжәк урынына кәзәкей кейә. Атайым да мәңге өҫтөнән кәзәкейен һалмаҫ ине. Уны өлкәндәргә күршебеҙҙә йәшәгән бер тегенсе еңгәбеҙ тегә ине. Әбейҙәр ҙә күлдәктәрен унан тектереп алыр булды. Ул еңгәбеҙ әле лә иҫән. Миңә ҡомартҡы итеп атаһының әллә ҡасанғы кәзәкейе менән бишмәтен биргәйне, шуларҙың өлгөһөнә ҡарап, иремә яңыларын тектереп алдыҡ. Иремә тағы ла музейҙағы өлгөгә ҡарап, башҡортса күлдәк тектек һәм боронғоса биҙәкләп, сигеү һалдым.

Шулай итеп, тәжрибә тупланды һәм мин тәүге "Тамға" конкурсында ла бер ҡатын-ҡыҙ кейеме тегеп ҡатнашҡайным, ә былтырғы конкурсҡа өс комплект әҙерләнем. Күлдәктәрҙең итәген ҡурғандарса үҙебеҙҙең элмә менән тектем (беҙҙә "сиктем" тимәйҙәр, ә сигеүҙе лә "тектем" тиҙәр). Шулай итеп, һары төҫтән сатин күлдәктең итәген әберкәләп, үҙебеҙҙең биҙәктәрҙе һалдым һәм кәүҙә яғын аппликациялар эшләп, сәскәләр сиктем дә, үҙебеҙҙәгесә - боронғоса стилдә урталарына тәңкәләр ҡаҙап сыҡтым. Икенсе күлдәкте күк сатиндан, итәген тар ғына әберкәләп, өсөнсөһөн бешкән сейә төҫөндәге сатиндан бер ниндәй "мажараһыҙ" ғына итәк-ең остарына элмә-сигеү һалып сыҡтым. Быларҙы моделдәр кейҙе, баштарына ҡушъяулыҡ ябындырҙыҡ, ҡайыулы алъяпҡыс һалдылар, ә үҙем тағы бер ижад өлгөм - таҫтарымды ябынып сыҡтым. Тәүге конкурста ла икенсе урын яулағайным, былтыр ҙа эшем юғары баһаланды, рәхмәт! Үҙебеҙҙең Ҡурған яҡтарына ғына хас элементтары менән боронғо кейемдәрҙе тергеҙергә хыяллана инем, ниһайәт, моратыма ирештем, шөкөр. Башҡортостан юлдаш каналының "Башҡорттар" тапшырыуында иһә Ҡурған башҡорттарының милли аш-һыу төрлөлөгөн, ерҙәштәремдең ризыҡ әҙерләү тәртибен һәм нескәлектәрен күрһәтеп сығыш яһаным. Тик ҡурғандарса ғына бишбармаҡ, йыуаса бешереп күрһәттем, саламай әҙерләнем, буҙа ҡойоу ысулдарын өйрәттем, сигеү өлгөләре менән таныштырҙым. Мине йыш ҡына ҡул эштәре буйынса ла оҫталыҡ дәрестәре күрһәтергә саҡыралар. Йәштәрҙе тамбур, элмә, тултырма ысулдары менән сигергә өйрәтәм. Ғөмүмән, халҡыбыҙҙың боронғо рухи-мәҙәни ҡомартҡыларын, йола һәм традицияларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү, тергеҙеү эштәре күңел талабыма әүерелде, асылымды ошо өлкәлә таптым.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

99 views·27 shares
99 views