МӘКТӘПТӘ ТЕЛЕФОН
Дәүләт Думаһы депутаттарының мәктәптә балаларҙың телефон менән файҙаланыуын тыйыу һәм хеҙмәт дәресе хаҡында законға төҙәтмә индереүҙәренә ҡарашығыҙ ниндәй?
Шайморат ТИМЕРБУЛАТОВ, Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернат директоры, Күмертау ҡалаһы: Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттарының мәғариф тураһындағы законға мәктәптә уҡыусыларҙың смартфондар ҡулланыуын тыйыу тураһында үҙгәрештәр ҡабул итеүенә ыңғай ҡараштамын. Минең уйымса, тәртип шулай булырға тейеш: уҡыусы дәрескә инә, телефонын тауышһыҙ режимға ҡуя ла уны кабинетта махсус тәғәйенләнгән урынға һалып тора, ә дәрес бөткәс, алып сығып китә. Тәнәфес ваҡытында телефонын ҡарап ала, ата-әсәһенән ашығыс шылтыратыу-фәлән була ҡалһа, улар менән һөйләшеп ала. Икенсе дәрескә ингәндә, телефондар менән тағы шул уҡ тәртип ҡабатлана. Әйткәндәй, яңы заман балалары смартфон-айфондарға ныҡ бәйле. Күпселек бала хатта дәрестә лә телефонынан айырыла алмай: кәрәкмәгән платформаларҙа ултыра, һәр төрлө блогерҙарҙың мәғәнәһеҙ видеоларын ҡарай йә уйын уйнай. Шул арҡала улар дәрестә уҡытыусының яңы тема аңлатҡанын ишетмәй ҙә, күрмәй ҙә ҡала, бөтөн иғтибары - телефонында. Һөҙөмтәлә бала мәктәп программаһынан ҡалыша, өлгәшмәй, ябай ғына төшөнсәләрҙе белмәй, аҡыл яғы һайыға - шулай итеп, дөйөм үҫеш һәм белем кимәле тотҡарлана башлай. Улар бит барыбер бала өсөн уйынсыҡ, күңел асыу сараһы менән бәрәбәр. Телефоны менән ул буш ваҡытында, өйгә ҡайтҡас та ултыра ала, ә уҡыу йылдары, тыңламай ултырған дәрес һабаҡтары кире ҡайтмай һәм үҙләштерелмәй ҡала. Шуға күрә был закон бөгөнгө көн өсөн бик тә урынлы, тип иҫәпләйем. Әлбиттә, заман технологияһы тиҙ үҫешә, берәр ун-егерме йылдан алыштырғыһыҙ тойолған смартфон-айфондарҙың да ваҡыты үтер, уларҙың кәрәге лә ҡалмаҫ, шуға ла телефонға ҡапланып китеп, реаль ысынбарлыҡтан тороп ҡалыу, эргәңдә, тирә-йүндә ни барғанын белмәй-күрмәй ултырыуҙың эҙемтәһе бик ҡыҙғаныс хәлгә әйләнеүе ихтимал.
Депутаттарҙың тағы бер мәсьәлә - мәктәптә хеҙмәт дәрестәрен тергеҙеү, хеҙмәт тәрбиәһе биреүҙе ҡуҙғатыуы ла көнүҙәк, тип иҫәпләйем һәм был тәҡдим бөтөн мәктәптәрҙә лә хуплап ҡабул ителгәндер, тип уйлайым. Беҙ хеҙмәт дәрестәрендә балаларҙы ағас ултыртыу, мәктәп биләмәһен таҙартыу, ҡар көрәү, түтәл эшләү, сәскәләр ултыртыу кеүек эштәргә йәлеп итә башланыҡ. Малайҙарҙың хеҙмәт дәрестәрендә һәр төрлө эш ҡоралдары, инструменттар менән эш итеүенә, ҡыҙҙарҙың иһә тәмле итеп бешеренергә, тегергә өйрәнеүенә бер кем дә, шулай уҡ ата-әсәләр ҙә риза һәм бер ваҡытта ла ҡаршы булманылар ҙа. Барыһы ла аңлай: бөгөнгө малайҙар улар киләсәктә донъя көтөр ир-егет, ә ҡыҙ балалар - буласаҡ әсәйҙәр, өйгә ҡот һәм йәм бирәсәк хужабикәләр. Бала саҡтан тәрбиәләнгән хеҙмәткә һөйөү, дәрестә алған хеҙмәт күнекмәләре балаларҙың киләсәкке тормоштарында бик тә кәрәк буласаҡ.
Айгүзәл ИСКӘНДӘРОВА, Өфө ҡалаһы 30-сы дөйөм белем биреү мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы: Бөгөнгө үҫмер егет һәм ҡыҙҙарҙы смартфонһыҙ күҙ алдына килтереү ҙә ҡыйын, сөнки ул - уның айырым бер ҙур донъяһы; уның аша йәштәр тормошто танып белә, ундағы ваҡиғаларҙа ҡатнашып китә, үҙенең ҡараштарын, мөнәсәбәтен белдерә , "Тик-ток" йә булмаһа фильмдар ҡарай, мауыҡтырғыс уйындарҙан айырыла алмай - ҡыҫҡаһы, телефоны "эсендә " йәшәй.
Яҡшымы был, насармы? Дөрөҫөн әйткәндә, яҡшыһы ла, насары ла бар, шуға күрә башкөлләй гаджет ҡолона әүерелеү ҙә кәрәк түгелдер. Бер яктан, уның төп функцияһы, нигеҙҙә, яҡындарың, дуҫтарың йәки башҡа кәрәкле абоненттар менән бәйләнеш тотоу, ләкин шул уҡ ваҡытта электрон-техник үҫеш ҡаҙанышының ошондай бер мөғжизәһенең башҡа мөмкинлектәрен дә көнө-төнө тигәндәй файҙаланабыҙ һәм, әсәйем әйткәнсә, "айырылмаҫ дуҫтарбыҙ". Беҙ хәҙер телефонһыҙ бер генә сәғәт түгел, минут та тора алмайбыҙ һәм күҙ алдына килтерәһегеҙме: депутаттар беҙҙе ошо дуҫыбыҙҙан айырырға итә. Ярай ҙа дәрес бөткәнсә генә тыйып торһалар, тик бының менән дә бит килешеүе ҡыйын, сөнки телефон уҡыусыға дәрес ваҡытында ла кәрәк булыуы бар. Ни тиһәң дә, ул бит шулай уҡ белем сығанағы. Мәҫәлән, беҙ уны дәрес ваҡытында үтелгән темаға бәйле белешмә рәүешендә йыш файҙаланабыҙ. Аңлашылмаған һүҙҙәр, терминдарҙы ҡарап алыу, орфографик йә аңлатмалы һүҙлектән файҙаланыу тиһеңме - ҡыҫҡаһы, телефон беҙгә бик кәрәк.
Юғары иҡтисад мәктәбе университеты ғалимдары раҫлауынса, гаджеттар уҡыусыларҙың белем алыу, өлгәшеү барышына ыңғай йоғонто яһай, әгәр дәрес ваҡытында балалар телефондарҙы белем алыу маҡсатында ғына файҙаланһа. Депутаттар, бәлки, балаларҙы дәрестә телефон менән уйнап ултыра, тип ҡурҡаларҙыр? Ә минең, телевизорҙан яңылыҡтар ҡарағанда, ул депутаттарҙың да күбеһенең телефондары менән мауығып ултырғанын күргәнем бар. Бәлки, уларҙың үҙҙәренә лә ултырыш ваҡытында телефон менән файҙаланыуҙы тыйырға кәрәктер? Дөрөҫ, уҡыусылар араһында телефонды "шпаргалка" сифатында ҡулланыусылар ҙа бар, әлбиттә, улар кәрәкле материалды шунан күсерәләр. Был инде башында булмағандарҙың ҡылығы, улар бының менән үҙҙәренә зыян ғына килтерә, минеңсә. Бәләкәй класс балалары ла дәрестә телефонды күбеһенсә уйынсыҡ рәүешендә файҙаланып ултыра. Уларҙы тыйырға була, ә бына телефонды кәрәкле осраҡта ғына файҙаланыу тейешлеген аңлаған өлкән класс уҡыусыларына был закон ҡағылмаҫҡа тейештер, бәлки? Ни тиһәң дә, беҙ бит БДИ-ға әҙерләнәбеҙ.
Гүзәл МИРХӘЙҘӘРОВА, ике укыусы бала әсәһе: Мәктәптә балаларҙың телефон менән файҙаланыуын тыйырға ҡарар сығарып, депутаттар дөрөҫ эшләй, тип уйлайым. Әлбиттә, һуңлабыраҡ ҡуйыла был мәсьәлә көн тәртибенә. Балаларҙы хәҙер телефондарынан айырып алыуы - ай-һай... Ләкин мәктәптең уҡытыусылар коллективы был талапты үтәүгә берҙәм тотоноп, тейешле тәртип булдырыуға өлгәшә алырҙар, тип уйлайым. Тик был осраҡта балалар менән ипле һөйләшеп, уларға аңлата алыу кәрәк. Ә инде бойороу тоны менән, әрләшеп- яманлашып, "ҡул ҡайырыуҙар" ысулы кәрәкмәй. Телефонды мәктәпкә алып килһендәр ул, тик дәрескә ингәндә уларҙы ҡалдырып торорға ышаныслы берәй урын, шкафмы шунда - кәрәк буласаҡ: бер бала ла үҙенең гаджеты юғалыуҙан борсолоп ултырмаһын. Бының өсөн мин шулай тәҡдим итер инем: өйҙә балаларға телефондарын һалып йөрөтөргә бәләкәй генә муҡса, йәғни чехол тегеп йә һатып алып, шунда исем-фамилияһын яҙырға була. Дәрес бөткәс, һәр кем үҙ әйберен ана шул муҡсаһынан танып аласаҡ, буталыуҙар булмаясаҡ. Ата-әсәләре менән балаларға тәнәфестә һөйләшеп алыу рөхсәт ителергә тейеш, тип уйлайым, шуға күрә уларҙың телефондарын иртәнән алып дәрестәр бөткәнсегә тиклем тартып алыу ярамай. Мәктәп был мәсьәләне юлға һалып алһа, өйҙә лә, бәлки, шул тәртипкә күнер ине балалар, юғиһә бит, тап ана шул телефон арҡаһында тауыш сыға, гел генә ҡарап тормаһаң, улар дәрес әҙерләүҙе лә, ашауҙы ла, йоҡоһон да онота.
Хеҙмәт дәрестәре хаҡында ла һүҙ бара икән. Улай тиһәң, минең белеүемсә, ул дәрес хәҙер технология тип йөрөтөлә һәм мәктәптәрҙә алып барыла, тик миңә был дәрестәрҙең енескә бүленеп, малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн айырып алып барылыуы оҡшап етмәй. Хеҙмәт дәресен әлегеләй сыйырсыҡ ояһы эшләү, ҡар көрәү (малайҙар өсөн) һәм аш-һыу төрҙәре (ҡыҙҙар) әҙерләүгә генә ҡайтарып ҡалдырырға ярамай. Заманса хеҙмәт дәресе балаға киләсәктә һөнәр һайлауға йүнәлеш бирергә йә булмаһа тормош көтә башлағас кәрәк буласаҡ донъяуи күнекмәләргә өйрәтергә тейеш, тип уйлайым. Мәҫәлән, интернеттан уҡып белеүемсә, Австралияла уҡыусы ҡыҙҙарҙы, малайҙар менән бергә, автомобиль йүнәтергә, тәгәрмәсен алмаштырырға, май кимәлен үлсәргә һ.б. шундай күнекмәләргә өйрәтәләр икән. Унан һуң тағы бер тәҡдимем бар: һөнәр һайлау йүнәлешендә һәр төрлө компания-предприятиелар менән килешеп, балаларҙы экскурсияға йөрөтөү, ундағы эш барышында мөмкинлек сиктәрендә практика үтеү, компания эшсәндәренә ярҙам итеү кеүек тәртиптә лә алып барылырға тейештер, тип күрәм бөгөнгө хеҙмәт тәрбиәһен.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.
