БЕР УНИВЕРСИТЕТ!
Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университеты ҡушылып, Өфө фән һәм технологиялар университетын барлыҡҡа килтерҙе. Ике уҡыу йортоноң берләшеүенән ниндәй ыңғай үҙгәрештәр көтәһегеҙ?
Айбулат ХАЖИН, Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры: Өфө фән һәм технологиялар университеты 2023 йылдан башлап 1 миллиард һумлыҡ юғары финанслау алыуы ихтимал. Бының өсөн Рәсәйҙең мәғариф министрлығы ҡуйған өс шартты үтәргә кәрәк. Беренсеһе - вузда белем алыусы студенттар һаны 50 меңдән дә кәм булырға тейеш түгел. Әлеге ваҡытта берләштерелгән Өфө дәүләт авиация техник университеты менән Башҡорт дәүләт университетында уҡыусыларҙың дөйөм һаны 40-42 мең. Тимәк, тиҙ арала яңы вуз студенттарының һаны 7-8 меңгә артырға тейеш. Һуңғы йылдарҙа ике белем усағында ла бюджет урындарының 2-шәр меңгә артыуы был мәсьәләне хәл итеү өсөн ҡеүәт буласаҡ, әлбиттә. Икенсе шарт - ул яңы уҡыу йортоноң фәнни-педагогик кадрҙарының дөйөм һанына ҡағыла. Әлеге ваҡытта унда 2,2 мең кеше эшләһә, 3,5 мең кешегә тиклем арттырыу талап ителә. Өсөнсө шарт - яңы вузда уҡыусы сит ил студенттары контингентын артырыу. Беҙ әле үк был талапты үтәйбеҙ тип тулы ышаныс менән әйтә алабыҙ, сөнки 2022/2023 уҡыу йылында сит ил студенттары 7,5 мең кеше тәшкил итә.
Гөлфирә АБДУЛЛИНА, Өфө фән һәм технологиялар университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы: Өфө фән һәм технологиялар университеты төҙөлөүен шәхсән үҙем дә, факультетыбыҙ ҙа тик яҡшы яҡтан ҡабул итәбеҙ. Ҙур университет - ул, әлбиттә, ҙур мөмкинлектәр. Иң тәү сиратта, матди йәһәттән ыңғай үҙгәрештәр күҙаллана. Аҡса булһа, теләһә ҡайһы проектты, идеяны бойомға ашырып була, яңы университеттың фәнни һәм педагогик потенциалы көслө, дөрөҫ ҡулланырға ғына кәрәк.
Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты ғалимдарының тиҫтә йылдар буйы йыйылған тәжрибәһе бергә тупланып, төрлө фән өлкәләрен берләштергән проекттар өҫтөндә эш киң йәйелдереләсәк. Төрлө фәнни мәктәптәр, бер-береһенә ҡамасаулыҡ итмәйенсә, үҙ йүнәлешен артабан үҫтерер, тигән ныҡлы ышаныстабыҙ.
Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең кампусы төҙөлөү - республикаға өмөтлө кадрҙар туплауҙың бер ысулы. Бында, тейешле шарттар булдырып, көслө абитуриенттарҙы төбәктән ситкә ебәрмәү ҙә, шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең вуздарынан абруйлы ғалимдарҙы уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлегенә йәлеп итеү хаҡында ла һүҙ бара. Кампус эсендә (ябай дөйөм ятаҡхана менән бутамағыҙ) биомедицина, энергетика, йәшел химия кеүек өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе үҫтереү буйынса проект офистары, заманса талаптарға яуап биргән туҡланыу, йәшәү урындары, китапхана һ.б. урын аласаҡ. Күрше төбәктәрҙән абитуриенттарҙы күпләп йәлеп итергә иҫәп тотола.
Әлбиттә, ағас йыҡҡанда төрлө сүп-тап осмай ҙа булмаҫ. Яңылыҡҡа ынтылған, донъя ағышынан ситләшмәгән, ваҡыт арбаһынан тәгәрәп ҡалмаҫтай кадрҙар һәр ерҙә лә, һәр саҡта ла кәрәк. Ә бына университеттың үҫешен тотҡарлаған, иҫкелеккә йәбешеп ятҡан, һөнәри яҡтан камиллашмаған уҡытыусылар, әлбиттә, иләктән үткәреләсәк. Ул шулай булырға тейеш тә. Донъяуи (маҡсат, ысынлап та, шулай) кимәлдәге уҡыу йортонда башҡаса булыуы ла мөмкин түгел. Һәр аҙым студент мәнфәғәтенә, Рәсәй фәнен үҫтереү перспективаһына ҡоролорға тейеш.
Гуманитар йүнәлештә эшләгән уҡытыусылар булараҡ, әлбиттә, бер аҙ хәүеф тә бар. Глобаль киңлектә үҙ урыныбыҙҙы, милли асылыбыҙҙы, рухи ҡиммәттәребеҙҙе тейешле кимәлдә һаҡлап ҡала алырбыҙмы икән, тигән һорау факультет уҡытыусыларын борсомай ҡалмай. Шулай ҙа, аныҡ маҡсаттар ҡуйып, егәрле, маҡсатҡа ынтылыусан коллегаларыбыҙ менән "Беҙ булдыра алмаҫтай эш юҡ" тип алға ынтылабыҙ. Ойошоу стадияһында осрай торған ваҡ ығы-зығы беҙҙе лә урап үтмәҫ, моғайын. Һәр кем үҙ эшен намыҫ һәм теүәллек менән башҡарһа, барыһы ла ыңғай хәл ителер.
Илдус ШӘРӘФУЛЛИН, Өфө фән һәм технологиялар университетының Физик-техник институт директоры вазифаһын башҡарыусы: Өфө фән һәм технология университеты Рәсәй Федерацияһында студенттар һаны буйынса ла, хеҙмәткәрҙәр һаны буйынса ла тәүге ун университет иҫәбенә инәсәк. Был уға күп һанлы үҫеш программаларында, шул иҫәптән "Өҫтөнлөк - 2030" программаһында ҡатнашыу мөмкинлеге бирә. Йәғни был яңы лабораториялар асылыуы, яңы йыһаз алыныуы тигән һүҙ. Башҡорт дәүләт университеты бынан ике йыл элек үк ошо программаға инеп, Физика-технологик институтҡа 43 миллион һумлыҡ заманса ҡорамал һатып алғайны. Был фәнни тикшеренеүҙәр сифатына ла йоғонто яһай.
Әгәр ошо программа арҡаһында беҙ үҫеш өсөн тағы ла күберәк финанстар алһаҡ, әлбиттә, вуз студенттары, магистранттар, аспиранттар, уҡытыусылар, хеҙмәткәрҙәре грант алып ҡына тормошҡа ашырған фәнни тикшеренеүҙәр һаны артасаҡ, сөнки берләшеү яңы проекттарҙы генерациялаясаҡ, шулай уҡ ошо проекттарҙы тормошҡа ашырыуға яңынан-яңы гранттар алыуға булышлыҡ итәсәк. Был мәсьәләләр бер-береһе менән ныҡ бәйле. Бынан тыш, ике университеттың берләшеүе һөҙөмтәһендә белем биреү эшмәкәрлегендә заман талаптарына яуап биргән көнүҙәк йүнәлештәр барлыҡҡа киләсәк.
Шулай уҡ яңы университет территорияһын үҙ эсенә алған кампус булдырыу ҙа ыңғай күренеш булып тора. Шуға күрә студенттар яңы эре уҡыу йортон ойоштороуҙың барлыҡ ыңғай яҡтарын үҙҙәрендә тоясаҡ, ә вуз Рәсәйҙең университет белеме картаһында, дөйөм алғанда, Рәсәй фәне картаһында сағыу урын алып торасаҡ.
Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.
