ТАРИХЫҢДЫ БЕЛӘҺЕҢМЕ?
Рәсәй Президенты Владимир Путин мәктәптәрҙә тыуған төбәк тарихын уҡытыуҙың берҙәм ысулдарын әҙерләргә ҡушты. Ошоға бәйле, мәктәптәрҙә Башҡортостан тарихы дәресен индереү тураһында фекерегеҙ нисек?
Айбулат АҠМАНОВ, тарих фәндәре докторы, профессор, БР Фәндәр академияһының ағза-мөхбире: Тарихын белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ, тибеҙ. Бындай хәл менән килешеп йәшәү мөмкин түгел, сөнки бөгөн ил яҙмышы көн тәртибендә торғанда, Рәсәйҙең артабанғы үҫеше, хәүефһеҙлеге һәм именлеге ошо ил граждандарының, айырыуса йәш быуындың илһөйәрлек тойғоларына бәйле. Үкенескә, һуңғы йылдарҙа мәктәптәрҙә тыуған яҡты өйрәнеү предметы программанан төшөрөп ҡалдырылды һәм бының менән белем-тәрбиә биреү эшенең мөһим бер өлөшөнә ғәфү иткеһеҙ битарафлыҡ күрһәтелде. Ә бит Рәсәй үҙенең төбәктәре менән көслө, тибеҙ. Һәм, ысынлап та, Рәсәй илендә элек-электән 200-ҙән ашыу милләт вәкилдәре һыйышып, тыныс йәшәй. Уларҙың һәр береһенә үҙ йола-традициялары, тел һәм рухи-мәҙәни-тарихи хазиналар күп төрлөлөгө хас һәм былар бөтәһе лә ватаныбыҙҙың уртаҡ ҡиммәттәре иҫәпләнә. Шулай булас, һәр милләт халҡы туған телен, тарихын өйрәнергә, рухи-мәҙәни хазиналарын һаҡларға бурыслы. Ә былар бит мәктәптәрҙә өйрәнелергә тейеш. Шуға күрә лә ил Президенты Владимир Путиндың мәктәптәрҙә тыуған яҡ тарихын уҡытыуға берҙәм ҡараш булдырыу мәсьәләһен әҙерләргә ҡушыуы - бөгөнгө талап.
Йырҙа йырланғанса, Тыуған ил кесе ватанға, тыуып-үҫкән ереңә һөйөүҙән, туған тупһанан башлана. Башҡортостан йәмәғәтселеге даирәһендә лә ошо юҫыҡта һуңғы осор айырым бер йәнләнеү һиҙелә: республикабыҙ мәктәптәрендә Башҡортостан тарихын уҡытыу темаһына түңәрәк өҫтәлдәр, фекер алышыуҙар үткәрелә. Мин үҙем дә Башҡортостан тарихы буйынса ике бүлектән торған дәреслектәр (2004, 2006 йылдар) авторы булараҡ, ошо һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашам һәм мәғариф учреждениеларында Башҡортостан, Рәсәй тарихын өйрәнеү сәғәттәрен арттырыу кәрәк, тип иҫәпләйем.
БСТ-ның "Киске телеүҙәк" пограммаһында, мәҫәлән, педагогтар ҡатнашлығында мәктәптәрҙә тарих уҡытыуҙың әһәмиәте хаҡында фәһемле һөйләшеү булды. Белем биреү учреждениеларында укыусыларҙа илһөйәрлек тәрбиәләү маҡсатында уларҙа башланғыс кластарҙан алып тарихҡа ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләй башларға кәрәк. Тыуған яҡ тарихын уҡытыуҙы тергеҙеү, шулай итеп, мөһим, төп фәндәрҙең береһенә әйләнергә тейеш. Икенсенән, тарих дәреслектәренә талаптар ҙа ҡәтғи ҡуйыла. "Башҡортостан тарихы" уҡыу ҡулланмаларын да, һуңғы йылдарҙағы мәғлүмәттәрҙе лә өҫтәп, тулыландырып, яңынан баҫтырып сығарырға кәрәк. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайында булып үткән һөйләшеүҙә иһә мәктәптәрҙә тарих фәненә сәғәттәрҙе етерлек кимәлдә бүлеү, Башҡортостан Республикаһының һәм тотош илебеҙ тарихын өйрәнеүгә иғтибарҙы арттырыу, Башҡортостан тарихын өйрәнеүҙе юғары уҡыу йорттарында ла индереү кәрәклеге билдәләнде. Мәктәптәрҙә быйылғы уҡыу йылынан башланған "Мөһим нәмә тураһында һөйләшеү" дәресендә лә илебеҙ, республикабыҙ тарихына айырыуса ҙур иғтибар бүлергә кәрәк.
Ринат ШӘЙБӘКОВ, мәғариф ветераны, Башҡортостандың мәғариф отличнигы, йәмәғәтсе, тыуған яҡты өйрәнеүсе, Белорет районы Йөйәк ауылы: Редакцияның ошо юҫыҡтараҡ бер һорауына былтыр мин яуап биргәйнем инде. Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә ил Президенты Владимир Путиндың тарих дәреслектәрен тәнҡитләүе айҡанлы фекер алышыу булғайны ул саҡ. Йәш быуынды ысын илһөйәрҙәр итеп тәрбиәләүҙә оло һәм кесе ватаныбыҙҙың данлы тарихы бик ҙур әһәмиәткә эйә. Ләкин ошоға тиклем Рәсәй һәм донъя тарихын өйрәнһәк тә, тыуған төбәк тарихы иғтибарҙан ситтә ҡала килде. Дөрөҫ, үҙгәртеп ҡороуҙар осоронда республикабыҙ мәктәптәрендә "Башҡортостан тарихы" төбәк компонентына индерелгәйне, ләкин ҡыуанысыбыҙ оҙаҡҡа булманы, тиҙҙән был предметты программанан алып та ташланылар. Кемгә ниндәй зыяны тейгәндер инде... Бәхеткә күрә, был мәсьәлә хәҙер яңынан ҡуҙғатыла. Яңыраҡ ҡына, 17 октябрҙә билдәле булды: Рәсәй Президенты Владимир Путин мәктәптәрҙә тыуған төбәк тарихын уҡытыуҙың берҙәм ысулдарын әҙерләргә ҡушты. Ниһайәт! "Башланғыс дөйөм, төп дөйөм һәм урта дөйөм белем биреүҙең төп мәғариф программалары сиктәрендә Рәсәй Федерацияһы субъекты (тыуған яҡ) тарихын уҡытыуҙың килешелгән юлдарын әҙерләүҙе тәьмин итергә", - тип әйтелә Мәғариф министрлығы һәм РФ субъекттарының башҡарма властары органдарына төбәп. Был программаларҙы эшләүгә Рәсәй тарих йәмғиәте менән Рәсәй хәрби-тарих йәмғиәте йәлеп ителәсәк. 4 ноябрҙә ошо йәмғиәттәрҙең ойошторолоуына 10 йыл тулыу айҡанлы осрашыуҙа Владимир Путин тарих һабаҡтарын өйрәнеүҙең төп асылын ошо һүҙҙәр менән әйтеп бирҙе: "Ил тарихы кешенең тыуған, үҫкән һәм үҙен тыуған иленең, халҡының бер өлөшө итеп тойған ғаиләһе, ауылы, ҡасабаһы, ҡалаһы, төбәге тарихынан башлана".
Бына нимә өсөн кәрәк беҙгә Башҡортостан тарихын уҡытыу! Илһөйәрлек тойғоһо ла бит баланың ғаиләһе, тыуған ауылынан башлана. Ошо йәһәттән Башҡортостан тарихын уҡытҡанда ырыу-нәҫел шәжәрәләребеҙҙе өйрәнеү үҙе бер ҡулланма, тормош һәм ғаилә дәреслеге булып хеҙмәт итер ине. Үткән быуатта уҡ сыҡҡан "Башҡортостан тарихы" дәреслектәренә, уларҙың авторҙары һәм мөхәрририәт ағзаларына шундай тәҡдимем бар: дәреслектәрҙе яңы шарттарҙан сығып, тағы бер ҡарап сығырға, был эшкә тарихсыларҙы, уҡытыусыларҙы йәлеп итергә, һуңғы йылдарҙағы тарихи асыштар, археологик табыштарҙан сығып, яңы мәғлүмәттәр менән тулыландырырға һәм, иң мөһиме, тарих дәреслеген балалар өсөн ауыр, ҡатмарлы академик телдә түгел, ә ҡыҙыҡлыраҡ, йәнлерәк итеп төҙөргә кәрәктер, тип уйлайым. Күберәк иллюстрациялар, һүрәттәр менән биҙәргә, тарихи документтарҙан өҙөктәр, археологик табыштар, башҡа төр артефакттар күсермәләрен бирергә була.
Тыуған ил тойғоһо тыуған төйәктән, ата-бабаларыбыҙ ғүмер иткән кесе Ватаныбыҙҙан башлана, тиһәк тә, ошоға тиклем Башҡортостан тарихын өйрәнеү мөмкинлеге сикләнде, уны мәктәп программаһына бер индерҙеләр, бер алып ташланылар, ә шул уҡ ваҡытта Рәсәй тарихы буйынса дәреслектәрҙә илебеҙҙәге күп милләтле халыҡ хаҡында бөтөнләй тиерлек иҫкә алынмай. Мәҫәлән, А.Данилов мөхәррирлегендә авторҙар коллективының 10-сы кластар өсөн сығарған дәреслегендә Емельян Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр ихтилалында башҡорт халҡының роле, милли батырыбыҙ, полководец Салауат Юлаев хаҡында - ләм-мим! Ә бит 18-се быуаттың икенсе яртыһында Рәсәй империяһын дер һелкеткән был халыҡ күтәрелешенең икенсе осорон, ғөмүмән, башҡорт ихтилалы тип атарға ла булыр ине. Ҡыҙғанысҡа, Рәсәй дәреслегендә был хаҡта бер генә һөйләм дә юҡ. Илебеҙ тарихының башҡа осорҙарын яҡтыртыу ҙа ошо кимәлдә. Мәҫәлән, 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында рус халҡы менән бергә иңгә-иң терәп фашистарға ҡаршы күп милләтле бөтөн СССР халыҡтары ла көрәшкән, уртаҡ Еңеү яулаған, ләкин был турала шулай уҡ бер генә һүҙ ҙә юҡ. Ә бит федераль дәреслектәргә 112-се Башҡорт кавалерия двизияһы, уның командиры Миңлеғәли Шайморатов, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев, Советтар Союзы Геройҙары, Александр Матросовтың батырлығын ҡабатлаған Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин, Зөбәй Үтәғолов һәм башҡалар, интернациональ партизандар бригадаһы командиры - "Ҡара генерал" Даян Мурзин кеүек легендар батырҙарыбыҙҙың ҡаһарманлыҡтары хаҡында ла яҙылырға тейештер бит!
Илһөйәрлек тойғоһо бит тап ана шундай тыуған төбәк шәхестәре менән ғорурланыуҙан, улар хаҡында белеүҙән башлана ла инде. Был күп йәһәттән федераль кимәлдәге тарих китаптарын, шулай уҡ Башҡортостан тарихы дәреслектәрен яҙыусыларға һәм мәктәптәрҙә ошо предметтарҙы уҡытыусыларға ла ныҡ бәйле икәнде оноторға ярамаҫ ине.
Тағы бер фекерем: Башҡортостан тарихы дәресен уҡытыуҙы осраҡлы кешеләргә йәки башҡа фәндәрҙән белем биргән уҡытыусыларҙың кемеһенәлер сәғәт етмәгәнлектән өҫтәп биреү тигән нәмә булырға тейеш түгел! Әйткәндәй, Башҡортостан тарихынан уҡытыусыларға аттестация үткәреп торғанда ла зыян булмаҫ ине, тип уйлайым.
Нурислам ҠАЛМАНТАЕВ, тарих фәндәре кандидаты: Бөгөн белем биреү учреждениеларында йәш быуынды илһөйәрҙәр итеп тәрбиәләү иң көнүҙәк һәм киҫкен мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Гәзит уҡыусы яҡшы хәтерләйҙер: элек СССР заманында ла, аҙаҡ Рәсәй Федерацияһында ла мәктәптәрҙә республикалар, Рәсәй субъекттары, шул иҫәптән Башҡортостан тарихы оҙаҡ йылдар буйы өйрәнелеп килде. Һуңғы йылдарҙа белем биреү системаһында күҙәтелгән туҡтауһыҙ реформалар арҡаһында төбәк компоненттары юҡҡа сығарылды, тиергә лә була. Дөрөҫ, уҡыу программалары Рәсәй тарихы предметы сиктәрендә төбәк компонентын да "ҡыҫтырып ебәреү"ҙе рөхсәт итә ине ул итеүгә, ләкин бының өсөн урындарҙағы мәктәптәрҙә эшләүсе директорҙарҙың, шулай уҡ шул предмет уҡытыусыларының энтузиаст, хатта көрәшсе булыуы талап ителә ине. Хәйер, мәктәп дирекцияһы Башҡортостан тарихын уҡытыуға сәғәттәр ҙә бүлмәй, уны дәрес теҙмәһенә лә индермәй икән, күпселек тарих уҡытыусыларына ла был кәрәкмәй ине, сөнки был курс "өҫтәмә йөк" итеп ҡаралды. Әйткәндәй, Башҡортостан тарихына сәғәттәр бүленмәгән хәлдә лә, ҡайһы бер мәктәптәрҙә әлеге мин әйтеп киткән энтузиастар осраштырғылай ине. Мәҫәлән, Мәғариф социаль селтәрендә Краснокама районы Шушнур дөйөм урта белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Лилиә Әхмәтхан ҡыҙы Александрованың Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте программаһы нигеҙендә 5-9-сы кластар өсөн ҡыҫҡа, ләкин тос йөкмәткеле итеп төҙөлгән крайҙы өйрәнеү буйынса уҡыу-методик материалына юлыҡҡайным. Был уҡытыусы милләте менән мари ҡыҙы булһа ла, үҙенең тыуған ере - Башҡортостаны тарихын балаларға өйрәтеүҙе мотлаҡ тип иҫәпләй һәм бының өсөн нимәлер эшләргә тырышҡан энтузиастарҙың береһе тип ҡабул иттем мин. Уның: "Төбәк компонентын һаҡлап алып ҡалыу кәрәк, сөнки ул беҙгә тыуған төбәге тарихын, мәҙәниәтен белгән заман шәхестәре - илһөйәрҙәр тәрбиәләргә булышлыҡ итәсәк", - тигән фекере бөгөнгө көн талабына раҫ килеп тора.
Бөгөн Рәсәй йәмғиәтенә тыуып-үҫкән илен һөйгән , уның тарихын яҡшы белгән һәм шуға күрә лә теләһә ниндәй ялған-яла, зарарлы идеологиянан азат булған объектив фекерле заман шәхестәре кәрәк. Әгәр йәш кеше үҙе тыуып-үҫкән ерен, тыуған йортон, ғаиләһен ҡәҙерләп, ҡиммәтен белеп үҫә икән, ул Тыуған илен дә ярата, баһаһын белә һәм уны һаҡларға ла әҙер була. Бөгөн мәктәптәрҙә, махсус урта һәм юғары уҡыу йорттарында тарихты өйрәнеүгә ниндәй юғары талаптар ҡуйылыуы һәр кемгә яҡшы аңлашылалыр. Шуға күрә тарих дәрестәре балалар күңелен йәлеп итерек кимәлдә йәнле, ҡыҙыҡлы, шул уҡ ваҡытта фәһемле лә булырға тейеш. Был күп йәһәттән уҡытыусының үҙенең белем кимәленә, педагогик оҫталығына бәйле. Әйткәндәй, былтыр тарих уҡытыусыларының 1-се Бөтөн донъя конгресында сығыш яһап, РФ Президенты Владимир Путин, тарихты дәреслектәрҙән генә өйрәнеү дөрөҫ түгел, тигән фекер әйткәйне. Ысынлап та, бында үҙ эшен, предметын яратҡан, йыбанмаған, ялҡынлы энтузиастар кәрәк, тип иҫәпләйем, сөнки тарих - ул дәреслек программаһы ғына түгел. Тыуған ауыл, ғаилә тарихтарын өйрәнеү, шәжәрәләр төҙөү, походтарға йөрөү, музейҙарға барыу, тәрбиәүи йүнәлешле, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы тураһында фильмдар ҡарау, Советтар Союзы һәм Рәсәй Геройҙарын белеү, мемуарҙар, әҙәби әҫәрҙәр менән танышыу, патриотик йырҙар өйрәнеү - бик күп бит ул тарихыбыҙ сығанаҡтары һәм илһөйәрлек тәрбиәләү юлдары!
Шул ыңғайҙан тағы ла әлеге конгреста яңғыраған бер фекер иҫкә төштө: тарих дәресендә даталар-йылдарҙы, тарихи шәхестәрҙең исем-шәрифтәрен ятлап алыуҙан бигерәк, фекерләргә, һығымталар яһарға өйрәнеү мөһим. Башҡортостан тарихы дәреслектәренә килгәндә, беҙҙең тарихсы ғалимдар тарафынан төҙөлгән һуңғы йылдарҙағы дәреслектәр тап бөгөнгө талаптарҙан сығып эшләнде, тип әйтә алам, ҡалғаны методистар һәм тарих уҡытыусыларына, уларҙың илһөйәрлегенә һәм энтузиазмына бәйле.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.
