Һеҙҙең ғаиләлә туған телдең хәлдәре нисек?

Һеҙҙең ғаиләлә туған телдең хәлдәре нисек?, image #1

Гөлсимә ИШТАНОВА, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналисы: Балалар үҙ телен белеп үҫһен, үҙ телендә һөйләшһен, уны ғүмер буйы ихтирам итһен, яратһын өсөн ата-әсә уларҙы нисек тәрбиәләргә тейеш? Иң тәүҙә туған телен атай-әсәй үҙе ихтирам итергә, үҙе һөйләшергә тейеш. Юғары белемле булмаһалар ҙа, юғары мәҙәниле, ҡулдарынан гәзит-журнал төшмәгән атайым менән әсәйем тәрбиәһен алып үҫтем. Атайым тел нескәлектәренә иғтибарлы булды, әсәйем иһә - торғаны менән ҡанатлы һүҙ, мәҡәл-әйтемдәр һандығы. Шуға ла улар беҙҙе үҙҙәренең өлгөһөндә тәрбиәләгәндер: бөтәбеҙ ҙә әсәбеҙ теле хазиналарынан илһам алып, уға хеҙмәт итеп йәшәйбеҙ, шөкөр.

Балаларҙы әрләп түгел, өлгө биреп тәрбиәлә, тиҙәр. Ғаиләбеҙҙә башҡорт теле - дәүләт теле. Өс улымдың да теле туған телебеҙҙә асылды. Артабан иһә ҡыйынлыҡтар башланды. Балалар баҡсаһына барыу менән малайҙарым русса һөйләштергеләп ҡайта башланы. Башҡорт төркөмөнә йөрөп, башҡорт телендә һөйләшкән тәрбиәсе ҡарамағында булһалар ҙа, тиҙ генә рус һүҙҙәрен дә отоп алдылар былар. Өй тупһаһын аша атлау менән башҡортса һөйләшәбеҙ, тигән талапты ҡаты ҡуйырға тура килде. Әммә балалар барыбер телебеҙҙең бөтөн нескәлектәрен белеп етмәй. Был айырыуса башҡорт теленән өйгә эш әҙерләгәндә һиҙелә. Ҡайһы ваҡыт шундай ауыр күнегеүҙәр, шундай ауыр текстар уҡырға тура килә, йығылып китерлек. Хикәйәләрҙә осраған ҡайһы бер һүҙҙәрҙе саҡ аңлатып бирәм. Бындай текстарҙы беҙ уҡытыу башҡорт телендә алып барылған мәктәптә 9-сы кластарҙа уҡый торғайныҡ, шикелле. Уныһында ла уҡытыусыбыҙ ҡыҫҡаса һөйләп аңлата, текстарҙы тулыһынса уҡыуҙы талап итмәй торғайны. Хәйер, хәҙер беҙ урта кластарҙа үткән темаларҙы башланғыс синыфтарҙа уҡ аңлата башлайҙар, шуға ла бөтә дәреслектәргә ҡарата ла талаптар бер үк дәрәжәләлер. Текстарҙы аңламай, күнегеүҙәрҙе минһеҙ эшләй алмай ултырһалар, гел әйтәм: "Башҡорт теле иң рәхәт тел, нисек ишетәһең, шулай яҙаһың". "Аһа, рәхәт... Ә улайһа, нишләп эйәлек заты ла бар, эйәлек килеш тә бар?" "Бәй, - тим, - рус теленән дә аптырап ултыра торғайнығыҙ бит: ниңә "имя существительное", "подлежащее" һәм "именительный падеж" бөтәһе лә бер үк һорауға яуап бирә, тип"... Уйланалар, ирендәрен ҡыбырлатып, эстән әйтеп ҡарайҙар, яҙып та ҡарайҙар һәм шуның менән килешкәндәй булалар.

Шулай ҙа тап мәктәптә башҡорт телен өйрәнеү беҙгә ауырыраҡ бирелә. Шуға башҡа фәндәрҙән ярҙам итмәһәм дә, башҡорт теленән дәрес әҙерләгән саҡтарында балаларымдың яндарында ултырам. Балалар иғтибарлы ул туған телгә, һөйләшергә тырышалар, тик уларҙы ваҡытында дәртләндереп ебәрергә генә кәрәк. Яңыраҡ бәләкәсебеҙ, дуҫым менән башҡортса ғына һөйләшергә булдыҡ, тип һөйөндөрҙө.

"Уй, мин башҡортса һөйләшә белмәйем", тип ҡурҡып торғандарҙы эшемдә лә йыш күрергә тура килә. Әҙерәк йүнәлеш биреп ебәрһәң, әсә телен иҫкә төшөрөп, кинәнеп һөйләшеп ала ла китәләр, рәхмәт яуғырҙар. Һуңынан үҙҙәре лә аптырай. Шуға күрә балаларға ғына түгел, бер-беребеҙгә лә ҡәтғи булмайыҡ, тигән теләктәмен.

Хөрмәтулла ҮТӘШЕВ, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты: Әсә телебеҙҙе һаҡлау, уҡытыу тураһында күпме генә бәхәс һәм фекер алышыуҙар алып бармайыҡ, әгәр бала үҙ телендә һөйләшергә ғаиләһендә өйрәнмәһә, балалар баҡсаһы ла, мәктәп тә был йәһәттән әллә ни ҙур уңышҡа өлгәшә алмаясаҡ. Әсә теленә һөйөү балаға әсә һөтө, әсә наҙы, ата һөйөүе менән бирелергә тейеш. Шуға күрә бөтөн нәмә ғаилә башлыҡтарына бәйле: улар үҙ йортонда, ғаиләһе мөхитендә туған телендә һөйләшәме, бәпестәренә бишек йыры йырлаймы, кескәйҙәрен яратып-һөйөп, маҡтай торған иркә һүҙҙәр менән наҙлаймы, ҡайһы саҡ, кәрәк икән, шелтәләп, башҡортса "ҡыҙҙырып" аламы, бергәләшеп башҡортса китаптар уҡыйҙармы?

Оҙон-оҙаҡ һөйләгәнсе, һеҙҙең һорауға яуап итеп, үҙ ғаиләмдә туған телебеҙ хәле менән таныштырып китеү хәйерлерәктер, тием. Тик тәүҙән үк шуны әйтмәксемен: әгәр кемдер туған тел тәрбиәһенә ауыр, ҡатмарлы мәсьәлә итеп ҡарай икән, яңылыша. Үҙең булып, асылыңа тоғро ҡалып йәшәү ҙә етә. Эшеңдә рус телендә аралашырға тура килә икән, өйөңдә үҙ телеңдә һөйләш. Балаларың да шулай ғәҙәтләнер. Өс улым бар: Азамат, Айтуған, Арыҫлан. Бәхеткә, балаларыбыҙ өйҙә лә, минең эштә лә башҡорт мөхитендә үҫтеләр, бәләкәйҙән театр сәхнәһендә спектаклдәрҙә ҡатнашып, әсә теленә мәжбүрләп түгел, тәбиғи рәүештә йәлеп ителделәр. Телмәрҙәрен үҫтереүгә, башҡортса фекер йөрөтөү зирәклегенә уларға туған мөхитебеҙ булышлыҡ итте. Әйткәндәй, бөтәһенең дә башҡорт мәктәбендә - Ф.Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт ҡала гимназияһында белем алыуы ла уларҙың илһөйәрлек, телһөйәрлек рухтарын нығытыуға ҡеүәт өҫтәне. Өсәүһе лә туған тел, әҙәбиәт буйынса сараларҙа башлап йөрөүселәр булдылар, конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашалар, район, ҡала конкурстары финалында ла йыш сығыш яһайҙар ине.

Ике өлкән улым да ғаиләле хәҙер, төпсөгөбөҙгә кисә генә 21 йәш тулды. Шул уңайҙан уны бала саҡта төшөрөп алған видеолар ҡарап ултырҙыҡ. Ике йәше лә тулмаҫтан, теле асылды: әсәһе уға ҡыҫҡа ғына шиғырҙар ятлатып, әкиәттәр һөйләтеп, тиҙәйткестәр әйттерә, шуларҙы ҙурайғас ҡарарбыҙ тип, видеоға яҙҙыра килдек: 3 йәштән, биш, ете йәштән... Хәҙер иһә Айтуған менән Азаматтың ҡыҙҙары: Камилла, Гөлнара, Индираны ла шундай уҡ ғаилә йолабыҙ буйынса тәрбиәләргә тырышабыҙ. Арыҫланыбыҙҙың тыуған көнөндә тап ана шул хаҡта һөйләшеп алдыҡ та инде. Яңы йылды, ғәҙәттә, бөтөн ғаилә менән бергә үткәрәбеҙ һәм мотлаҡ башҡорт халыҡ әкиәте буйынса мини-спектакль әҙерләйбеҙ: музыкаль оҙатыу, костюмдар әҙерләү - барыһы ла ысын театрҙағы һымаҡ. Бөтәбеҙ ҙә ҡатнашабыҙ. Белеме буйынса хор дирижеры булараҡ, спектаклде ҡатыным музыкаль яҡтан биҙәй, телмәр үҫтереү, әҫәрҙән өҙөктәр ятлатыу минең өҫтә. Шулай итеп, Яңы йылда гөр киләбеҙ. Былтыр "Бүре менән төлкө" әкиәтен ҡуйғайныҡ, был юлы иһә, ҡуян йылын ҡаршылап, "Ҡуян менән терпе" әкиәтен әҙерләй башланыҡ. Ейәнсәрҙәр зирәк: пьесанан өҙөктәрҙе шундуҡ отоп алып, оҙаҡ һөйләп йөрөйҙәр аҙаҡ. Тыуғандан, бәләкәйҙән күңелгә һеңгән бер ҡасан да онотолмай. Был минең ғаиләмдең йәшәү рәүеше.

Рәмил МАНСУРОВ, Стәрлетамаҡ ҡалаһы "Ашҡаҙар" гәзитенең баш мөхәррире: Телде һаҡлау-яҡлау йәһәтенән, һис шикһеҙ, уның киләсәген ҡайғыртыу зарур. Был тәңгәлдә, әлбиттә, йәш быуынды милли мөхит шарттарында тәрбиәләү ҙур әһәмиәткә эйә. Шул уҡ ваҡытта туған телде яҡшы үҙләштереү өҫтөнлөктәрен аңлатыу ҙа мотлаҡ балаға, сөнки донъяны танып-белеү һәм дөйөм рухи ҡиммәттәргә юл тап туған тел аша һалына. Был бигерәк тә бөгөн, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм шул юҫыҡта йәш быуынға илһөйәрлек тәрбиәһе биреү йүнәлештәре билдәләнгән ваҡытта мөһим. Ә бит илһөйәрлек - шул уҡ ваҡытта телһөйәрлек тә ул. Шағир Риф ағай Мифтахов яҙғанса, "Юҡҡамы ни кеше туған телен, Тыуған иле менән тиңләгән".

Башҡорт булып тыуғанһың икән, милләтебеҙ алдында бурыслыһың, тип аңлайым мин: балаларыңды башҡорт итеп тәрбиәлә! Юғиһә, кем һин? Тәрбиә эше еңел булмаған кеүек, баланы милли рухта тәрбиәләүҙең, бигерәк тә ҡала шарттарында, ҡайһы бер үҙенсәлектәре бар, әлбиттә. Иң тәүҙә был баланы уратып алған мөхиткә бәйле: мәктәп, урам, мәғлүмәт киңлектәре... Ләкин бала өсөн иң йылы, уңайлы, иң ҡәҙерлеһе - ғаилә мөхите. Милли тәрбиә, ватансылыҡ, әсә теленә һөйөү тойғолары, нигеҙҙә, фәҡәт ошо мөхиттә, ғаиләлә генә тулыһынса ғәмәлгә ашырыла ала. Быны мин үҙебеҙҙең ғаилә миҫалына таянып та раҫлай алам. Ҡатыным менән өс бала үҫтерәбеҙ: Айбулат улыбыҙ менән Раушания ҡыҙыбыҙ мәктәптә уҡып йөрөйҙәр, төпсөгөбөҙ Айтуған бәләкәй әле. Күреүегеҙсә, бәләкәстәребеҙгә матур башҡорт исемдәре ҡуштыҡ, Ж.Кейекбаев исемендәге ҡала Башҡорт гимназияһына уҡырға бирҙек. Ә унан алда тәрбиә эшмәкәрлегендә милли рухты үҫтереүгә күп көс һалыусы "Толпар" балалар баҡсаһына йөрөнөләр.

Баланы тәрбиәләү шулай ҙа әсә ҡарынынан уҡ башлана, тиҙәр. Әйткәндәй, ҡатыным йөклө сағында башҡорт халыҡ йырҙарын тыңлап, шул ыңғай үҙе лә йырлап-көйләп йөрөргә ғәҙәтләнде, йөрәге аҫтындағы сабыйыбыҙ менән гел башҡортса һөйләште. Был матур йола аҙаҡ, уларҙы йоҡлатҡанда ла дауам итте. Әллә шуның тәьҫире булдымы: балаларыбыҙ гимназияла тырышып уҡыу менән бер рәттән, бейеү ансамблендә лә ихлас шөғөлләнә, музыка дәрестәренә лә өлгөрә. Ғаиләлә иһә фәҡәт башҡортса һөйләшәбеҙ. Балаларҙы башҡортса һөйләшергә өйрәтеүҙең бик һөҙөмтәле бер мәктәбе - өләсәйҙәр тәрбиәһе икәненә лә үҙ миҫалыбыҙҙа инандым. Каникулдарҙа булһынмы, улар үҙҙәре ҡунаҡҡа киләме, өләсәйҙәр менән аралашыу - балалар өсөн ҙур бәхет. Улар тасуирлаған әкиәттәрҙе, ҡойған йомаҡтарҙы, ятлатҡан шиғыр юлдарын һөйләп, йыр-көйҙәрен отоп алып, беҙгә ҡайтарып һөйләһенме, оҙаҡ ваҡыттар ҡабат-ҡабат бер-береһенә бәйән итһендәрме - баланың телмәр үҫеше шулай камиллаша, донъяны танып-белеү офоҡтары киңәйә.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

52 views·2 shares