Алтаҡталарҙа ғына түгел, тораҡ пункттар, ер-һыу, тау-таш атамаларында хаталар күҙегеҙгә салынамы? Ғөмүмән, хаталарға иғтибар итәһегеҙме?
Зариф БАЙҒУСҠАРОВ, РФ Дәүләт Думаһы депутаты: Эш буйынса республика райондары, ауылдары буйлап күп йөрөргә тура килә. Юл буйындағы күрһәткестәр булһынмы ул, башҡа урындамы - тәржемәләр йәки яҙылыш дөрөҫ булмаһа, хакимиәттәрҙә район башлыҡтарына һәр ваҡыт: "Ни өсөн шуларҙы ҡарамайһығыҙ, дөрөҫләтеп ҡуймайһығыҙ. Башҡортса бит улай булмай", - тип әйтеп йөрөйөм. Улар минең менән килешә. Ә бит үҙҙәре лә шул хаталарҙы күрә. Башҡорт теле рус теле менән бер ҡатарҙан дәүләт теле тип иғлан ителгән икән, уға мөнәсәбәт тә бер кимәлдә булырға, башҡорт телендәге атамалар һ.б. дөрөҫ яҙылырға, тәржемәләр дөрөҫ булырға, тел боҙолмаҫҡа тейеш.
Яңыраҡ бер ҙур магазинда булдым, башҡортса тәржемәләрҙе шундай дөрөҫ һәм матур итеп яҙғандар - ҡарап тороуы ҡыуаныс. Ҡабат-ҡабат уҡып, бер хата ла тапманым - күңелгә рәхәт булып китте.
Фәнүзә ХӘБИРЙӘНОВА, Салауат районы: Мин ябай ауыл ҡатыны, шулай булһа ла, бөгөн алтаҡталарҙа ғына түгел, хатта рәсми ҡағыҙҙарҙағы, гәзит-журналдарҙағы хаталарҙы күҙгә төшкән сүп кеүек күрәм. Радио-телевидение тапшырыуҙарындағы һүҙҙәрҙең урынһыҙ ҡулланылышы ҡолаҡты ярып үтә. Ирекһеҙҙән, әллә ҡағиҙәләр үҙгәргәнме икән, тип уйлап ҡуям, ни тиһәң дә, беҙ ауылдан сыҡмаған, юғары белем алмаған кешеләр, ә ул алтаҡталарҙы эшләүселәр, гәзит-журнал сығарыусылар, тапшырыуҙар әҙерләүселәр бит махсус белемле, улар беҙгә ҡарағанда күберәк беләлер, донъянан артта ҡалғанбыҙҙыр, тип һығымта яһайым. Бына, мәҫәлән, Силәбе өлкәһендәге Усть-Катавты Ҡатау-Тамаҡ ҡалаһы тип башҡортсалап атап йөрөтәбеҙ. Ул башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрендә урынлашҡан, барлыҡ рәсми документтарға ла шулай ингән, шулай ҡабул ителгән. Әммә шунда йәшәгән халыҡ ундағы йылғаны бер ҙә Ҡатау йылғаһы тимәй, Катайка тип йөрөтә, йәғни Ҡатай йылғаһы, башҡорт ырыуы атамаһынан алынған. Башҡа милләттәр уның үҙ исемен онотмаған һәм бөгөнгәсә шулай атай, ә беҙ уны күптән инде Ҡатауға әйләндергәнбеҙ.
Был хәл-торош мәмерйәләребеҙгә лә ҡағыла: Эҫем йылғаһы буйында урынлашҡан мәмерйәләр теҙмәһенең башҡортса Ямаҙыташ икәнен дә күптәр белмәйҙер, сөнки улар Игнатьев мәмерйәләре тип атала, йәнәһе, элек унда Игнат исемле ҡарт йәшәгән дә, шуға уның исеме бирелгән. Иҙрис мәмерйәһен хәҙергә тиклем күптәр Краснополь мәмерйәһе тип атап йөрөтә, ғәмәлдә уның дөрөҫ исеме - Иҙрис мәмерйәһе. Шөкөр, һуңғы йылдарҙа уның үҙ исеме тергеҙелде һәм йышыраҡ яңғырай башланы. Шул уҡ Йүрүҙән йылғаһы буйындағы, әммә Силәбе өлкәһенә ҡараған икенсе мәмерйә - Колокольная. Уның башҡортса атамаһы - Шайтанбикә. Атаманың килеп сығышы тураһында легенда ла бар. Бындай күренештәргә битараф булһаҡ, киләһе быуын ер-һыу атамаларының русса вариантын ғына телдә йөрөтәсәк, тип эс боша.
Мәрйәм БУРАҠАЕВА, "Тормош һабаҡтары" дәреслеге авторы, Салауат Юлаев ордены кавалеры: Ғөмүмән, бөгөн хаталар - матур башҡорт теле баҡсаһын баҫып барған сүп үләне кеүек. Әйтеп, төҙәтеп тораһың, шул уҡ хаталар икенсе ерҙә тағы килеп сыға. Хаталы яҙыуҙарҙы төҙәтербеҙ ҙә ул, әммә телмәрҙәге хаталарҙы нисек бөтөрөргә? Мин "Бәйләнештә" социаль селтәрендә үҙ сәхифәмдә ошо тема буйынса фекер алышыу асып, хаталарҙы төҙәтеүҙе телмәребеҙҙән башлайыҡ, тигән мәсьәлә күтәрәм. Мәҫәлән, урам исеме русса "улица Кирова" тип әйтелһә, уны туранан-тура тәржемә итеп Кирова урамы тип әйтәбеҙ. Кирова урамы түгел ул, ә Киров урамы. Ленина урамы түгел - Ленин урамы. Цюрупы түгел, Цюрупа. Шулай уҡ был ауыл, ҡала, ҡасаба исемдәрен дөрөҫ әйтеүгә лә ҡағыла: "Мин Карповала йәшәйем", - тиҙәр. Карпов, Шамонин, Булгаков, Иҫәнғол, Мораҡ, Йөйәк, Йомағужа һ.б. - һәр беребеҙ, һис юғы, үҙебеҙ йәшәгән төбәкте дөрөҫ әйтһәк, башҡалар ҙа дөрөҫләр.
Халҡыбыҙ борон-борондан ғилемле булған. Астрономияны яҡшы аңлаған - ҡояштың да, айҙың да, йондоҙҙарҙың да ҡайҙалыр инеп китеп, килеп сыҡмауын белгән. Шуның өсөн: ҡояш ҡалҡа, ҡояш байый (ҡояш сыҡты түгел), ай ҡалҡты, яңы ай тыуҙы һ.б. тигәндәр.
Туғанлыҡ атамаларына ла иғтибарлы булайыҡ, йәштәргә өйрәтәйек. Юғиһә, хәҙер "ҡайны, ҡәйнә, бейем" урынына "атай, әсәй" тип әйтеү күҙәтелә башланы. Ғаиләлә ирле-ҡатынлы түгел, ағалы-һеңлелеләр йәшәй кеүек килеп сыға бит был. Төптәнерәк уйларға кәрәк. Шулай уҡ башҡорт "йәнле һөйләү теле", ти. Ә ни өсөн улайһа телмәребеҙгә "тере тауыш" тигәнде көсләп индерәбеҙ? Тере тауыш булғас, үле тауыш та буламы? Халыҡта, матурлабыраҡ һөйлә әле, әллә нисек һөйләүең йәнһеҙ, тигәнде ишеткән бар. Бөгөн иһә телмәребеҙ ошолай яңғырай: "Концерт шәп булды, йырсылар бөтәһе лә тере тауышҡа йырланы"...
Текә тау, текә яр йәки һөҙәк тау, һөҙәк яр була. "Текә" йырсы тигәнде аңлап етмәйем. Һуң "шәп" тигән һүҙ бит ул, тип аңлатырһығыҙ. Ә ни эшләп, шәп йырсы, тип кенә әйтмәҫкә? "Шәп бүләк отҡоғоҙ киләме?" - тиһәк, аңлашылмаймы ни? Ни өсөн текә самокат, текә телефон отторалар?
Беҙ сәскәне фәҡәт сәскә тибеҙ. Яһалма сәскә булһа, алдына исемдән яһалған сифат ҡушыла: ҡағыҙ сәскә, таҫма сәскә. Ундайҙы беҙ "үле сәскә" тимәйбеҙ. Ә "тере сәскә" тигәне ҡайҙан килеп сыҡҡан - "Йырсыны тере сәскәләргә күмделәр"... Тағы ла шуныһы - башҡорт донъяға бар булғанда уҡ, әле күбебеҙ әйткәнсә, ромашкалар булған. Әммә тәбиғәт балаһы - ололарыбыҙ уны "боланкүҙ", ә тармаҡлы булып үҫкән ваҡтарын "аҡсәскә" тип атаған. Ошондай матур атамаларыбыҙҙы юғалтмайыҡ, телебеҙгә хилафлыҡ килтермәйек, милләттәштәрем!
Илдар Ғәбитов, Өфө ҡалаһы: Байтаҡ көсөмдө, ваҡытымды ошо хаталар менән көрәшеүгә бүлеп, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең премияһын алған кеше булараҡ, был хаталар тураһында түбәндәге фекер менән уртаҡлашып китәйем. Бала саҡтан алып төрлө баҫмаларҙа, башлыса "Һәнәк" журналында, ошо көрәштең шаһиты булдым. Был хаталарҙың төп сәбәбе булып айырым вазифалы кешеләрҙең наҙанлығы тора тип уйлай торғайным. "Улица Рабкоров"ты "Һыйырҙар ҡоло урамы" тип тәржемә иткәндәрен күреп, аңланым: был айырым "йәшерен хөкүмәт" алып барған аҫтыртын сәйәсәт икән. Был хаталарҙы булдырмау өсөн республика Хөкүмәтенең тейешле ҡарарына ошо хаталарҙы баштан уҡ булдырмаҫлыҡ пункт индерергә кәрәк. Ана, тауар этикеткаларын хатаһыҙ яҙа алалар бит. Нишләп бында ла ошо шартты булдырмаҫҡа? Иң мөһиме, алтаҡталағы яҙыу эленгәнгә тиклем тикшерелергә тейеш, ул эленгәс, ни файҙа! Тел өсөн көрәшкәндәргә генә артыҡ эш...
Илүзә ҒӘЙНУЛЛИНА, Әбйәлил районы, Таштимер ауыл биләмәһе депутаты: Беҙҙең ауылда Мунсыҡ йылғаһы аға. Ололар ҙа, ауылдаштар ҙа уны барыһы ла ошо атама менән белә һәм шулай тип атап йөрөтә. Әммә алтаҡтала уны Йәнгел (Янгелька) тип яҙалар. Беҙ был йылғаның үҙ атамаһын ҡайтарыу өсөн эшмәкәрлек алып барып ҡараныҡ. Тәүҙә атаманы үҙгәрттеләр ҙә, бер айҙан һуң ҡабаттан Йәнгел тип яҙылған алтаҡта ҡуйылды. Мәсьәләне артабан юллап йөрөй торғас, шул асыҡланды: күпер төҙөү проектында ул Йәнгел тип атала һәм йылғаға үҙ исемен ҡайтарыу өсөн проектты үҙгәртергә кәрәк. Ә проектты үҙгәртер өсөн Рәсәйҙең һыу реестрына үҙгәрештәр индереү зарур, сөнки был исемлектә йылға Йәнгел тип теркәлгән. Ҡыҫҡаһы, әгәр ер-һыу, йылға-таш һ.б. атамалар, йәғни объекттар реестрға халыҡ араһында йөрөгән атама менән инмәгән икән, уларҙы үҙгәртеүе һәм алтаҡталарҙы алмаштырып ҡуйыуы еңел түгел. Бындай проблема бер беҙҙә генә түгелдер, тип уйлайым. Һәр урында ла ер-һыу, тау-таш атамаларының шулай халыҡ телендә генә ҡалған һәм йәшәгән атамалары барҙыр, моғайын. Уларҙы кире ҡайтарыу йәһәтенән БР Дәүләт Йыйылышы депутаттары инициатива менән сыҡһын ине.
Ә әлегә беҙ, Таштимер ауылы халҡы, һөйләшеп, аҡса йыйып, урындағы властарҙан рөхсәт алып, күпергә етәрәк йылғаның башҡортса атамаһын, уның тарихын яҙып, баннер эшләтеп ҡуйырға тип планлаштырабыҙ.
Миңһылыу УСМАНОВА, филология фәндәре докторы, БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Терминология комиссияһы етәксеһе: Географик объекттарҙың дөрөҫ яҙылыуын, дөрөҫ әйтелешен кире ҡайтарырға кәрәк. Һуңғы ваҡытта урындарҙа был йүнәлештә бик дөрөҫ эш алып баралар. Сөнки ошо атамаларҙы боҙоу арҡаһында халҡыбыҙҙың тарихы юғала, тарихы боҙола. Ул атамалар барыһы ла башҡорт халҡының тарихын һөйләп торған, быуындан-быуынға тапшырылған берҙән-бер "тере" шаһит тип әйтә алабыҙ, сөнки улар беҙгә тиклем дә йәшәгән, әле лә йәшәй, беҙҙән һуң да йәшәргә тейеш. Мәҫәлән, Ырымбур өлкәһе архивында эшләгәндә ундағы ауылдарҙың һыҙмаларын ҡараным. Ундағы Шарлыҡ районындағы Преображенка тигән ауылдың исеме ошо документта йәйә эсендә "Сыскан-Сайыскан" тип яҙылған. Һуңынан мин уның нимә аңлатҡанын эҙләп, артабан тикшерә башланым. Кузеевтың китабының артында карта бар, шунда Сысҡан-Һайыҫҡан тигән атаманың Бөрйән ырыуына ингән ара исемдәре икәне күрһәтелгән. Тимәк, шул ваҡытта Преображенка ауылының территорияһында Бөрйән ырыуы кешеләре йәшәгән булып сыға. Әле лә ошо ауыл эргәһенан аҡҡан йылғаның исемен дә урыҫтар Сысканчик тип атай. Шуға күрә географик объекттарҙың исеменә бик һаҡ ҡарарға кәрәк, уларҙы юғалтырға ярамай. Уларҙың беҙҙең башҡорт атамаһы икәнен тергеҙеп ҡалдырырға тырышыу зарур. Бының өсөн атамаларҙы йыйырға, легендаларын өйрәнергә һәм яҙып ҡалдырырға кәрәк. Был бик мөһим һәм ҙур эш. Ғөмүмән, дөрөҫ тәржемә ителмәгән, исеме дөрөҫ булмаған географик объекттар тураһындағы мәғлүмәттәр иң тәүҙә урындағы халыҡтың күҙенә эленергә, улар саң ҡағырға тейеш. Бына әле Премьер-министр урынбаҫары вазифаһына Фәнүр Мөхәррәм улы Йәғәфәров килгәс, Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһындағы законды ғәмәлгә ашырыу буйынса комиссия, шулай уҡ ошо комиссия эсендәге Терминология һәм Топонимика хеҙмәттәре үҙ эшен әүҙемләштерергә тора. Был хеҙмәттәр халыҡтың хаттары, мәғлүмәттәренә таянып, һуңғы ваҡытта ысынлап та ишәйеп киткән хаталарҙы төҙәтеү эшен көйләп ебәрергә тейеш.
Зәйтүнә ӘЙЛЕ яҙып алды.
