Вахта ысулы менән ситтә эшләүселәр һаны буйынса Башҡортостан, элеккесә, алдынғы урындарҙы биләй. Төрлө сығанаҡтарҙан 160 меңгә яҡын кеше Себер тарафтарында, шулай уҡ Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек һәм башҡа ҙур ҡалаларҙа эшләй. Ни өсөн һеҙ ситтә эшләүҙе хуп күрәһегеҙ?
Альберт ҒИМАЛЕТДИНОВ, Күгәрсен районы: Мин - юғары белемле ауыл хужалығы белгесе. Атай-әсәйем ғүмер буйы ауылда йәшәне, зоотехник, ветврач булып эшләне, мине лә ерҙе, иген үҫтереү эшен яратһын, тип тәрбиәләргә тырыштылар. Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумын тамамлағас, Башҡорт дәүләт аграр университетына уҡырға инеүемде ҙур шатлыҡ менән ҡабул иттеләр, сөнки юғары белемле ауыл хужалығы белгесе булыу - уларҙың тормошҡа ашмаған ғүмерлек хыялы ине. Ул ваҡытҡа ауылдарҙа колхоз-совхоздар тарҡалып өлгөргәйне, шуға күрә крәҫтиән-фермер хужалығы ойоштороуҙан башҡа әмәл ҡалмағайны. Атай ҡуш ҡуллап ярҙам итергә тотондо. Ҡайҙандыр иҫке трактор һатып алып ремонтлап бирҙе. Уларҙың пайынан тыш, ҡуртымға бер аҙ ер алып, эш башлап ебәрҙек. Миңә күберәген ҡағыҙҙар менән эшләргә тура килде, атай-әсәй, ҡустым иген үҫтерҙе, ишле малды ҡараны.
Донъя шулай һәүетемсә генә барғанда, күрше ауылдан бер матурҡайға күҙ төштө, бергә тормош ҡорорға булдыҡ. Матур туй ҙа үтеп китте, кәләш көндән-көн айырым йәшәү тураһында һүҙ ҡуҙғата башланы.
Ә минең орлоҡ, яғыулыҡ-майлау материалдарына алған кредиттан башҡа бер нәмәм дә юҡ. Баш вата торғас, күрше ағайға эйәреп, Ямал утрауына юл тоттом. Унда мине, әлбиттә, бер кем дә көтөп тормай ине. Бер ни тиклем ыҙаланып йөрөй торғас, оператор булып эшкә урынлаштым. Бында минең юғары белемле булыуым бер кемгә лә кәрәкмәй булып сыҡты.
Өс ай эшләйем дә, ялға ҡайтам. Өлкәндәрҙең юл ғазабы - гүр ғазабы тигәнен бына шунда аңланым да инде. Тиҙҙән балабыҙ тыуҙы, атай булыу шатлығын ситтән тороп ҡына кисерҙем. Вахтаға барып ҡайтыуыма улым онотоп тора, тәүге көндәрҙә сит итеп ҡарай, шунан өйрәнеп китә, ә миңә эшкә китергә ваҡыт та етә. Әсәйем ауылдаштарға зарлана, улың унда аҡсаны көрәп ала, үтескә биреп тор әле, тип йөҙәтәләр икән. Ә миңә йорт төҙөргә кәрәк... Кәләш, район үҙәгенән алыҫ торабыҙ, ауырып-фәлән китһәк, ни эшләрбеҙ, тип һөйләнгәнгә ҡаланан фатир һатып алдым. Хәҙер улым балалар баҡсаһына йөрөй, ҡатын да үҙ һөнәре буйынса эш тапты. Бынан һуң ауылға йәшәргә ҡайтырмы икән? Бик икеле. Ә мин үҙем бер ҡасан да ауылдан китергә уйламай инем. Йорт һалып, күп итеп мал-тыуар тотоп, йылҡы аҫрап, иген үҫтереп, үҙ еремдә хужа булып йәшәгем килә.
Яҙғыһын вахтанан ҡайтҡанда ике аҙна Красноусол шифаханаһында тоттолар, ғаилә янына ашҡынып ҡайтып килеүемде шулай тотҡарланылар. Әле лә ялымды ҡыҫҡартырға тура килә, сөнки вахтаға китергә тағы ике аҙнаға алдан килергә ҡуштылар, моғайын, тағы обсерватор үтергә тура килер.
Дәүләт халыҡ һанын арттырыу, демографияны яҡшыртыу өсөн Әсәлек капиталы уйлап тапҡан булды. Минеңсә, урындарҙа тейешлесә эш хаҡы булған предприятиелар төҙөлһә, ирҙәр ғаиләһен ҡарарлыҡ, торлаҡ менән тәьмин итерлек аҡса алып эшләһә, бындай капиталдың бер ҙә кәрәге булмаҫ ине. Юғиһә, яңғыҙ ҡатын-ҡыҙҙарҙың күбеһе тап уны алыр өсөн бала таба. Әммә баланы табыу - бер, уны үҫтерергә, тормош юлына баҫтырырға ла кәрәк бит. Урында эшең булып, тейешенсә түләһәләр, тулы ғаиләләр бергә йәшәп, бала тәрбиәләһә, дәүләткә Әсәлек капиталына миллиардлаған һум аҡса тотонмайынса ла демография торошон ыңғай хәл итеп булыр ине. Ә минең кеүек юғары белем алғандар, йәғни дәүләт аҡсаһын түккән белгестәр үҙ тармағында күпкә файҙа килтерер ине, тип уйлайым.
Хәлит ҠУНАҠҠУЖИН, Күмертау ҡалаһы: Бына уйлап ултырам да, уйылып китерлек бит: "Бер ай атай йәки ир" режимы менән эшләүемә лә утыҙ йылға яҡын булып бара икән...
Ситтә эшләүҙе хуп күргәнем өсөн сығып китмәнем мин, эшһеҙлек, аҡсаһыҙлыҡ мәжбүр итте. Болалы, ғауғалы, билдәһеҙ туҡһанынсы йылдар башы ине... Колхоз тарҡалып, йәғни ауылдағы берҙән-бер тигәндәй эш урыны менән тәьмин иткән ойошма юҡҡа сыҡҡас та, бөтә булған мөлкәтебеҙҙе ике сумаҙанға һыйҙырып, ауырлы кәләшемде эйәртеп, Күмертауға килеп баш төрттөм. Тәүҙә бер туған апайымда өйҙәш булып йәшәнек. Эш хаҡы етерлек булмағас, бер предприятиенан икенсеһенә, өсөнсөһөнә күсеп йөрөп, бер йыл тигәндә Себер сыҡтым да киттем. Ҡайҙа ғына, кем генә булып эшләмәнем икән - хәҙер аныҡ ҡына әйтеүе лә еңел түгел. Һуңғы йылдарҙа Алыҫ Төньяҡта быраулаусы ярҙамсыһымын. Яртышар йыллап ситтә йөрөгән мәлдәр ҙә булды. Шул дәүерҙә өс балаға атай булдым, ҙур йорт һалдым, балалар уҡыттым, өйләндерҙем, хәҙер олатаймын инде.
Шуға иғтибар иткәнем бар: Себер тарафтарында һәм башҡа яҡтарҙа вахта ысулы менән эшләгәндәрҙең өйҙә ҡалған яҡындары, ғәҙәттә, был хаҡта ҙур ғорурлыҡ менән һөйләргә ярата. Йәнәһе лә, ире йәки улы "ҙур" аҡса эшләп алып ҡайта... Ә бына вахтасылар үҙҙәре генә ундай йөрөүҙәре менән һис тә ғорурланмай, һәр хәлдә, минең яҡын-тирәлә ундайҙар юҡ. Айҙар буйы ғаиләңде, бигерәк тә балаларыңды күрмәй йөрөү кемде шатландырһын инде?
Айырыуса һуңғы осорҙа бергә эшләгән егеттәр араһында бәләкәйерәк эш хаҡына булһа ла эш табып, өйҙәрендә, тыуған ҡалаһында, ауылында ҡалырға риза булғандар йышыраҡ осрай башланы. Ситкә бер кем дә, хатта йәштәр ҙә "романтика" эҙләп сығып китмәй. Үҙҙәренең ғаиләләрен тейешенсә тәьмин итеп, үҙенең фатирын йәки йортон булдырыу өсөн йөрөй улар.
Тағы ла шул иғтибарҙан ситтә ҡалмай: вахтанан һуң ҡала урамдарына сыҡһаң, эшкә һәләтле йәштәге ир-егетте бик һирәк осратаһың. Был эш көнөндә генә түгел, шәмбе, йәкшәмбелә лә шулай. Был, тимәк, республиканың күпселек көслө заты "оҙон" аҡса артынан ситтә йөрөй тигән һүҙ.
Ир-аттың ситтә эшләүенә бөгөн беҙ өйрәнеп тә бөттөк кеүек. Әммә улар артынан был юлға ҡатын-ҡыҙҙар ҙа баҫты. Хәҙер балаларҙы ата-әсәһе түгел, ә уларҙың олатай-өләсәйе тәрбиәләй. "Оҙон аҡса" артынан сығып киттеләр, тигәнде йыш ишетергә тура килә. Тик был һүҙбәйләнеш (оҙон аҡса) хәҙер ысынбарлыҡҡа тура килмәй. Бынан 10-15 йыл элек, бәлки, Себер аҡсаһы менән бындағы араһында айырма булғандыр. Хәҙер уның да бәрәкәте юҡ. Күп ойошмалар юл хаҡын түләмәй. Юл, аҙыҡ-түлек, эш кейеме сығымдарын ҡайтармаһалар, бер ай эшләп, бер ай ял иткәнен ҡушһаң, бындағынан әллә ней айырмаһы ла юҡ. Тик ни эшләһендәр? Тыуған, йәшәгән ереңдә эш булмағас...
Балаларҙың үҫкәнен дә, уҡып сығып, ҡайһы арала өйләнерлек булғанын да күрмәнем. Хаҡлы ялға сыҡҡас, исмаһам, ейәндәремде тәрбиәләргә ине. Был -проблеманың бер яғы ғына, уға беҙ өйрәнеп тә барабыҙ кеүек. Ә вахта ысулы менән эшләгәндәрҙең киләсәк быуыны нисек булыр икән? Ошо хаҡта ваҡытлы матбуғат биттәрендә әлегә бер материал да осратҡаным юҡ. Ғалимдарҙың, социологтарҙың был мәсьәлә буйынса эҙләнеүҙәр, тикшереүҙәр, һорауҙар алып барыуына иманым камил. Тик улар власть сәйәсәтенә тура килмәйҙер, тип уйлайым. Шуға күрә, ул киң йәмәғәтселек ҡарамағына сығарылмай.
Был мәсьәләнең мине борсоуының үҙ сәбәбе бар. Етенсе быуын олатайымдың Буранбай исемле ағаһының улы Ғәбит 1824 йылда һөргөнгә ебәрелә. Уның өс улы, тиҫтәләгән ейән-ейәнсәре булып, бөгөн ир затынан был фамилияны йөрөткән бер кем дә ҡалманы. Эш нимәлә тип уйлайһығыҙ? Бына шунда: атай тәрбиәһе күрмәгән балаларҙа рухи ныҡлыҡ булмай сыға. Бында һүҙ йыраҡ олатайҙарына оҡшап, ҡырыҫ холоҡло булыуҙа ғына түгел, ә тотош бер нәҫелдә илһөйәрлек, туған йәнлелек кеүек сифаттар һалынмауҙалыр. Ә бөгөнгө атай тәрбиәһе күрмәгән быуын нисек булып буй еткерер ҙә, үҙе кемде тәрбиәләр?
Бушҡа ғына атай-олатайҙарыбыҙ, аталы бала арҡалы, тип әйтеп ҡалдырмағандыр бит. Әйтем нигеҙендә ҙур мәғәнә ята. Өйөндә атаһы булған малайҙарҙың тамағы туҡ, өҫтө бөтөн булды. Урамға сыҡһаҡ, атайҙары булған малайҙарға хатта олораҡ малайҙар ҙа һүҙ әйтеп барманы, сөнки уларҙы яҡлар атайҙары бар ине. Атайҙар беҙҙе бесән сабырға ла, балта-сүкеш тоторға ла өйрәтте, Ватан һаҡсыһы, ғаилә башлығы нәҡ ир заты эше, ир бурысы тип тәрбиәләне. Ярай, мин хәҙер оло быуын вәкиле. Минең менән әле өйләнмәгән егеттәр ҙә, йәш атайҙар ҙа эшләй. Өсәр ай, ярты йыл вахта ысулы менән эштә йөрөгән, ҡайтҡас өйҙә "ял" иткән атайҙарҙан ни фәтүә?
Урындарҙа эш урындары булдырыуҙы ойоштораһы урынға илдең көслө затын төньяҡҡа ебәреп, ваҡытлыса эш хаҡы менән тәьмин итергә әллә ни аҡыл кәрәкмәйҙер ҙә ул. Ә бына ҡалаларыбыҙҙа завод-фабрикалар төҙөп, киләһе быуындарҙы ла эш урындары менән тәьмин итеү өсөн һәләтле етәкселәр табыу ҙа ҡыйын түгелдер бит. Тик бының өсөн ысын илһөйәр булыу ғына кәрәк. Былтыр республикабыҙ етәксеһе "вахтовиктар" мәсьәләһе менән ысын мәғәнәһендә ҙур ҡыҙыҡһыныу белдергәс, күптәрҙә тыуған яҡҡа ҡайтып, яҡшы эш хаҡы алып эшләү өмөтө уяна биреп ҡуйғайны. Был өмөт ҡуҙы йәштәр күңелендә һаман быҫҡый әле...
Гөлнур СӘҒӘҘИЕВА, Салауат ҡалаһы: Һөнәрем буйынса ашнаҡсымын, һатыусы таныҡлығым да бар. Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларында ашханала ла, супермаркеттарҙа ла эшләнем. Тик эш хаҡы тауыҡ көлкөһө ине. Ҡуртымға алған фатирға түләүҙән аҡсаны тартып-һуҙып байтаҡ йәшәнек. Ошо аҡсаһыҙлыҡ, хәйерселек арҡаһында өйҙә көндә тиерлек талаш-ыҙғыш тыуып ҡына торҙо. Иремдең Себергә сығып киткеһе килмәй. Йәйен төрлө төҙөлөш ойошмаларында бер аҙ аҡса һуҡҡан була ла, ҡышын бот күтәреп ята. Бала үҫә, түңәрәктәргә, секцияларға йөрөтөргә машинаһы ла, аҡсаһы ла кәрәк.
Ситкә сығып китеүе еңел булманы, оҙаҡ уйландым. Былай йөрөһәм, фатир ҙа, машина ла, алмаш кейем дә булмаясаҡ, тинем дә, тәүәккәлләнем. Өфөлә лә, Мәскәүҙә лә, Питерҙа ла, Пермдә лә эшләнем. Балыҡ цехында ла, ҡунаҡханала йыйыштырыусы ла, һауыт-һаба йыуыусы ла булдым. Шуның иң ҡыйыны, минеңсә, кухня эшсеһе йәки һауыт-һаба йыуыусы, ашнаҡсыларға ярҙам итеүсе булғандыр. Бер ялһыҙ ай буйы ун икешәр сәғәт ҡулың һыуҙа булһын әле! Ҡул тиреһе ебеп, сейләнеп, тишелеп бөтә торғайны. Өйгә ҡайтһаң, элек бергә эшләгән әхирәттәр, хеҙмәттәштәр, күршеләр "сибирячка"нан һалдырып килеп етә. Улар, әлбиттә, мин күп аҡса алып ҡайта тип уйлай торғайны. Ә минең эшләгәнем тәүҙә ике яҡҡа юлды ҡапларға һәм бер аҙ йәшәргә генә ҡала ине. Сер бирмәнем, бурысҡа һорағандарына биреп торҙом, "йыуҙыр" тигәненә йыуҙырҙым, әммә бер нисә вахтанан һуң бындай күңел асыуҙарҙы ташланым, башҡа төрлө ял итеү сараларын таптым. Ауырлыҡ менән бирелгән аҡсамды экономияларға өйрәндем. Әйткәндәй, һауыт-һаба йыуа башлағас, аҡсаһы булды булыуын, ашнаҡсылар менән бер сама алып йөрөнөм. "Түҙгән - түш ите ейгән" тигән әйтем бар халҡыбыҙҙа. Эштән ана китәм, бына китәм тип йөрөгәндә ашнаҡсы итеп ҡуйҙылар. Һәм бына ун йылдан ашыу һөнәрем буйынса эшләйем.
Минең менән эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе лә ситтә эшләргә ашҡынып тормай, быға иманым камил. Үҙҙәре эштә булһа ла, күңелдәре менән барыһы ла өйөндә, балалары, ата-әсәһе янында. Эш ваҡытында ла, эш араһында ла балалары менән телефондан йә дәрес әҙерләйҙәр, йә дарыу эсәләр, ашарға бешерәләр. Дүртәү эшләйбеҙ, дүртебеҙҙең береһенең генә әлегә ире түҙә. Ҡалғандарыбыҙҙыҡы йә икенсе ҡатынға сығып киткән, йә эскегә һалышып, айырылышҡандар. Минеке лә оҙаҡҡа түҙмәне. Әммә ситкә сығып киткәнемә үкенмәйем: яңы йорттан фатир алдым, улымды түләүле юғары уҡыу йортонда уҡытам. Әле ул да вахта менән эшләп йөрөй. Икебеҙгә бер булһа ла машинабыҙ бар. Бынан ун биш йыл элек илай-илай ситкә сығып китмәһәм, ошоларҙың береһе лә булмаҫ ине. Быны мин үҙем менән элек бергә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарап әйтәм. Әле булһа ҡуртымға алынған фатирҙа көн күрәләр.
Бына, мәҫәлән, әхирәтемде генә алайыҡ. Ире менән икеһенең айлыҡ дөйөм килеме 40 мең тирәһе. Ике балалары ла юғары уҡыу йорто студенты. Иғәнә индерергә аҡсалары булмағас, ипотека ла ала алманылар. Фатир алыр өсөн икеңдең береһе Себергә сығып китмәйенсә, өләсәйең-олатайыңдан, әсәйең-атайыңдан мираҫҡа ҡыҫыҡ бер бүлмә булһа ла ҡалмаһа, бындағы эш хаҡына нисек кенә тырышһаң да, ҡыйыҡлы булып булмай.
Бында, мин эшләгән ойошмала, төрлө милләт кешеләре бар. Шулай ҙа күбеһе - Башҡортостандан. Айырыуса Баймаҡтан күптәр. Шулай уҡ республиканың төньяғынан байтаҡ кеше эшләй. Барыһы ла берҙәм, дуҫ, бер-береһенә ярҙам итеп йәшәйҙәр. Башҡа тарафтарҙан килгәндәр ҙә башҡорттарҙың татыу булыуын билдәләй. Ғөмүмән, ярҙамсыллыҡ - бында, ситтә йөрөгәндә, иң кәрәкле сифат. Унһыҙ булмай, бында үҙен генә ҡайғыртҡандар оҙаҡ тотҡарлана алмай.
Былтыр эштән ҡайтҡанда баш ҡалала туҡталғайным. Шунда "Өйҙә эшләү бәхет" тигән лозунгыны күреп ҡыуанғайным. Үҙ өйөңдә йәшәп, тыуған ереңдә файҙалы булып, шунда эшләүгә етмәй бит инде. Беҙҙең беребеҙ ҙә ҡоторғандан сығып китмәгән. Республикала яҡшы эш хаҡы менән яңы эш урындары барлыҡҡа килһә, әлбиттә, береһе лә Яҡутстанға, Ямалға, Камчаткаға йәки Мәскәүгә юл тотмаҫ ине. Яҡын киләсәктә Башҡортостанда индустриаль, агросәнәғәт һәм технопарктар төҙөлмәһә, белмәйем, халыҡ, айырыуса ир-егет артабан ни эшләр инде?
Ситтә йөрөгәнсе, ҡайтып үҙ эшен асһалар, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнһәләр, бөтөп барған ауылдарҙы тергеҙһәләр була инде, тигән фекер һуңғы осорҙа йыш осрай интернетта ла, киң мәғлүмәт сараларында ла. Әгәр ҙә урындағы халыҡтың кеҫәһендә аҡса булмаһа, һинең асҡан магазиныңа кем йөрөй? Мин бына үҙем ҡала ситендә сәйхана асыу хыялы менән янам. Тик унда кем йөрөр? Юл буйы кафеһы түгел, эҫе сәй эсеү урыны. Һөтләп, ҡоймаҡлап, баллап... Үлән сәйҙәре, буҙа, ҡымыҙ һатыуҙы ла ойошторорға булыр ине. Ауылды тергеҙеү, крәҫтиән-фермерлыҡ хужалыҡтарын асыу өсөн дә башланғыс капитал кәрәк. Шуға, әлегә өйҙә, йәғни тыуған яҡта эшләү - бәхет, тигән лозунг беҙҙең өсөн түгел.
Ғөмүмән, эшселәрҙе, белгестәрҙе республикала ҡалдырыу буйынса аныҡ программа кәрәк, минеңсә. Артабан да ошолай дауам итһә, ғаиләләр айырылышып, тарҡалып бөтәсәк. Оҙаҡ йылдар эшләү тәжрибәһенән сығып әйтәм: айҙар, йылдар буйы ситтә йөрөп, ир-егеттәрҙең үҙ ғаиләләренән, балаларынан ситләшеү осрағы тураһында күп ишеткәнем, күргәнем бар. Бала тәрбиәләүҙә ҡатнашмайҙар, уларҙың проблемаларынан ситтә торалар. Ҡайтҡас, ҡунаҡ ҡына булып йөрөйҙәр ҙә тағы - эшкә, сөнки туйҙарҙы, юбилейҙарҙы уның ҡайтыуына тура килтереп үткәрәләр. Өйөндәге күп мәсьәләне белмәй ҙә ҡалалар, аҙаҡтан иһә белгеләре, төшөнгөләре лә килмәй башлай. Аралашҡанда хатта шундай фекер белдереүселәр ҙә бар: ҡайтып, бер-ике аҙна булғандан һуң, күптәр кире эшкә китергә теләй, сөнки бында, йәғни ситтә ике ҡулға - бер эш, ашарға әҙер, бер ниндәй проблема хәл итергә түгел. Сит тарафта йөрөгәндә онотола башлаған ғаилә мәшәҡәттәре, балалар тәрбиәләү, ата-әсәләргә ярҙам итеү һәм башҡа ул юҡта йыйылып килгән ҡырҡмаһа ҡырҡ төрлө көнкүреш мәсьәләләрен хәл итергә кәрәк. Етмәһә, уның ял итергә ҡайтыуын аңлап етмәгән, ул өйҙә юҡта йорт эштәрендә булышлыҡ иткән күрше-күлән унан да шундай уҡ ярҙам көтә. Бына шуныһы - аяныслы...
Лена АБДРАХМАНОВА яҙып алды.
