Һеҙҙең ғаиләлә туған тел һаҡланамы, балаларығыҙ нәҫелегеҙҙе дауам итәме?

Һеҙҙең ғаиләлә туған тел һаҡланамы, балаларығыҙ нәҫелегеҙҙе дауам итәме?, image #1

Риф ИҪӘНОВ, Өфө ҡалаһы Калинин районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе: Туған тел бишеге ғаиләлә, тиһәм, бер ниндәй яңылыҡ та асмам, моғайын. Әсә телебеҙгә, тимәк, үҙ асылыбыҙға тоғролоҡ фәҡәт ғаиләнән башлана. Был турала һуңғы ваҡыт күп һөйләйбеҙ, яҙабыҙ, шуға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер башҡорт ғаиләләрендә балалар үҙ теленән мәхрүм үҫә һәм был уларҙың ғәйебе түгел, ә ата-әсәләрҙең, олатай-өләсәйҙәрҙең битарафлығы, уйлап еткермәүенән килеп сыҡҡан бәлә. Мин ундайҙарға оҙон-оҙаҡ итеп өгөт-нәсихәт уҡырға йыйынмайым, бары тик әсә телеңә тоғролоҡ һаҡлау өсөн көс еткеһеҙ әллә ниҙәр ҙә эшләргә кәрәкмәүен, бары тик үҙ өйөңдә үҙ яҡындарың менән рәхәтләнеп үҙ телеңдә һөйләшеү-аңлашыуың да етә икәнен генә иҫтәренә төшөрөп киткем килә. Эйе, өйҙә, үҙ мөхитендә кеше үҙ телен тәүге урынға ҡуйырға тейеш, сөнки үҙ телеңде беләгүрә танырға, һанларға теләмәү - йомшаҡ итеп әйткәндә, асылыңа, ата-бабаларың рухына хыянат һәм ике йөҙлөлөк ул. Ниндәй генә милләт вәкиле булһаң да, үҙ алдыңда шундай бурыс торғанын аңларға тейешһең: һин, тимәк, киләсәк быуын - балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең алдында нәҫелеңдең милли рух бөтөнлөгө һәм әсә телебеҙҙең һаҡланыуы өсөн яуаплыһың. Тимәк, уларҙа туған тел һәм шуға бәйле ғаилә ҡиммәттәренә ихтирам, һөйөү тәрбиәләргә бурыслыһың, тигән һүҙ.

Ошо йәһәттән үҙемдең ғаилә тәжрибәһенә килгәндә, Дим буйын һыулап үҫкән Дәүләкән башҡорто - ҡатыным Рәйлә менән өс ул тәрбиәләп үҫтерҙек. Улар үҙебеҙҙең милли ерлектә, милли ғаилә мөхитендә тәрбиәләнеп, өсөһө лә башҡорт мәктәптәрен тамамлаһа ла, бер ҙә хур булманылар, киреһенсә, өсөһө лә юғары уҡыу йорттарын уңышлы тамамлап, республикабыҙҙың милли кадрҙар сафын тулыландырҙылар һәм бәхет эҙләп, ситкә сығып китмәнеләр, ә әлеге ваҡытта Башҡортостаныбыҙ ҡеүәтен арттырыу мәнфәғәтендә ең һыҙғанып эшләп йөрөйҙәр: иң оло улыбыҙ Рөстәм - "Шәреҡ-сити" фирмаһының генераль директоры, уртансыһы Рәфис менән кинйәбеҙ Айҙар ҙур фермер хужалыҡтары етәкселәре. Шөкөр, килендәребеҙҙең дә бөтәһе лә илһөйәр һәм телһөйәрҙәр нәҫелдәренән. Туғыҙ ейән һәм ейәнсәребеҙ үҫә: 5 ҡыҙ, 4 малай. Бөтәһе лә матур итеп башҡортса һөйләшә, ҙурҙары башҡорт мәктәптәрендә уҡый. Беҙ, ҡартатай менән өләсәй, Шаҡша биҫтәһендә үҙебеҙҙең шәхси йортобоҙҙа йәшәйбеҙ һәм ял, байрам, каникулдар һайын ошо иркен йортобоҙ ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙең шат тауыштарынан гөрләп тора. Улар бында гаджеттарын бөтөнләй онота. Бергәләшеп уйнарға ла, йорт-хужалыҡ эштәрендә ярҙамлашырға ла, БСТ-ның "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр тапшырыуҙарын ҡарарға ла өлгөрәләр. Ҡурайҙа уйнап, мин уларҙы бейетеп тә алам. Ейәндәрем үҙҙәре лә ҡурай уйнарға ынтылып тора. Бер ейәнебеҙ Өфөләге Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге музыка мәктәбендә уҡый, ҡурайҙа апаруҡ һыҙҙыра. Каникул ваҡыттарында ейәндәр менән бергәләшеп уҡ-һаҙаҡтар эшләп алдыҡ. Ҡул менән ниҙәр генә эшләһәң дә уны балаларға тел менән һөйләп, күрһәтеп, аңлатып башҡараһың бит инде. Шулай төрлө тема буйынса уларҙың һүҙлек запасы арта, яңы һүҙ, төшөнсә тап булғанда, төпсөнөп, үҙҙәре лә күберәк белеп ҡалырға ынтылып тороуҙарынан ҡыуаныс кисерәм: тимәк, туған тел уларға һөйләшә белеү өсөн генә кәрәк түгел, ә күңел байлығы, зауыҡ үҫтереү сараһы булараҡ та йәлеп итә. Балалар ихатала уйнағанда күберәк мал-тыуар янында булырға ярата. "Безәүкәй, бәрәскәй, себешкәй", тип һәр береһен наҙлап-яратып, улар менән уйнап туя алмайҙар. Был да бит улар күңеленә үҙенә күрә изгелек, мәрхәмәтлелек тойғоһо һала, "йортауай" булырға өйрәтә. Ҡыҫҡаһы, ата-әсәләргә, ҡартатай-өләсәйҙәргә шундай теләк еткерер инем: балаларығыҙҙы туған тел мөхитенән айырмағыҙ, уларҙың киләсәктә үҙ асылынан , йөҙөнән яҙып, "юғалған быуын"ға әүерелеүенә сәбәпсе булмағыҙ, улар бының өсөн һеҙгә рәхмәтле булмаҫтар...

Хаят ЙОСОПОВА, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре: Минеңсә, баланың туған телгә һөйөүе тыуғас та ишеткән өндәргә, моңдарға үрелеп башлана. Сәңгелдәктә сағында уҡ сабый телебеҙҙең оло байлығы булған Һ, Ҫ, Ҙ, Ҡ һәм башҡа, башҡорт күңеле өсөн генә үтә яҡын, үҙенсәлекле һәм ҡәҙерле өндәрҙе ишетергә тейеш, тигән фекерҙәмен. Һәр саҡ янында булған ата-әсәһе, туғандары баланы бер илаһи көмбәҙ менән уратып, сорнап ала. Мәҫәлән, мин өләсәйемдең: "Хоҙай һиңә ике донъя рәхәтен бирһен", - тип тупылдатып һөйөүен, Камила һәм Фатима инәйҙәремдең мине етәкләп төрлө ҡунаҡтарға эйәртеп алып йөрөүҙәрен әле лә онотмайым. Бына шулай итеп улар мине башҡорттоң күркәм байрам мөхитенә индергән икән, тип уйлайым хәҙер. Өләсәйем, инәйҙәрем теленән гелән генә мәҡәл, әйтемдәр яуып торор булды. "Боронғолар шулай тигән", "Ололар әйткәнсә...", тип йомғаҡларҙар ине һүҙҙәрен. Камила инәйем һөйләгән әкиәттәрҙе, төрлө ауырыуҙы һамаҡлап дауалауын әле булһа тоям кеүек.

Тормош иптәшем Мөхәммәт Рәшит улы менән балаларҙы тәрбиәләүҙә бер төрлө ҡарашта булдыҡ. Беҙҙең ҡунаҡ табындарында уның башҡарыуында халыҡ йырҙары, ҡурай моңдары яңғырар ине. Балаларыбыҙ өсөн тыуған көн байрамдары үткәреү ғаилә йолаһына әүерелде. Яңы йыл иртәлектәренә, 70-80-се йылдар өсөн бик үк хас булмағанса, башҡорт Ҡыш бабайын саҡыра инек. Балалар шатланып, туған телдә шиғыр, йыр, бейеүҙәр башҡарыуҙарын әле лә хәтерләй. 70-80-се йылдарҙа ҡала шарттарында туған телебеҙҙең ҡулланылышы сикләнгән ине бит инде. Шуға, балалар менән ҡала урамдарында, уйын майҙансыҡтарында йөрөгәндә, хатта дауаханала ятҡанда ла гел туған телдә аралаштыҡ. Балаларыбыҙ йәш ярымдан ясле, балалар баҡсаларына йөрөһәләр ҙә өйөбөҙҙә туған тел, ҡурай моңо яңғырап торҙо. Бәләкәйерәк саҡтарында эштән ҡайтып инеүгә өсәүләшеп ҡаршыға йүгереп сығып: "Әсәй, атай, нимә алып ҡайттығыҙ?" - тип һорауҙарын әле лә һағынып иҫкә алабыҙ. Артабан 10-сы һәм 3-сө рус мәктәптәрендә уҡынылар, әммә иптәштәре алдында беҙҙең менән башҡортса һөйләшерҙәр ине.

Бер танышыбыҙ аталары Мөхәммәттән: "Башҡа балалар "папа, мама" тип йөрөгәндә, һеҙҙең балалар иптәштәре алдында "атай, әсәй" тип өндәшергә, башҡортса һөйләшергә оялмайҙармы ул?"- тип һораған. "Ни эшләп оялһындар? Атай, әсәһенең дә кеше араһында бер ҙә тартынмай башҡортса һөйләшеүен күреп үҫә бит улар", - тигән ул.

Ысынлап та, туған телебеҙҙең өйөбөҙгә илаһи бер нур индереүен, өшөгән, ауырыған саҡта йылытып, күңелебеҙҙе имләүен балаларыбыҙға аңлата алғанбыҙ. Мәҫәлән, өлкән улыбыҙ балалары менән бер ҡыҙыҡ уйын уйнай ине: һөйләшкәндә рус һүҙе ҡулланғанға мәрәйҙәр ҡуйыла, кемдең мәрәйе аҙ, йәки бөтөнләй юҡ, шул еңеүсе. Хатта үҙ-ара күберәк һөйләшеп, еңеүсе булырға тырыша улар. Аллаға шөкөр, улдарыбыҙ, ҡыҙыбыҙ кеүек үк, килендәребеҙ, кейәүебеҙ ҙә ғаилә традицияларына беҙҙең кеүек ҡарай. Өфөлә йәшәһәләр ҙә ейән-ейәнсәрҙәребеҙ башҡортса һөйләшә, аралаша. Әле улар Мостай Кәрим исемендәге һәм Фатима Мостафина исемендәге башҡорт гимназияларында белем ала. Алтын-Мәргәнебеҙ үҙҙәре йәшәгән ҡасаба мәктәбендә башҡорт класында уҡый. Диләфрүз байтаҡ йылдар башҡорт бейеү түңәрәгенә йөрөнө, ә Рамаҙан ҡурай уйнарға өйрәнеп алды.

Әммә сетерекле хәлдәр ҙә булып алғылай: Мәҫәлән, 6 йәше тулғас, башҡорт төркөмөнә йөрөгән улыбыҙҙы әҙерлек төркөмөнә күсерҙеләр, тик ул татар телле төркөм булып сыҡты. Улыбыҙҙы башҡортса иҫәнләшкәне өсөн тәрбиәсе шелтәләп тә алған. Әлбиттә, төрлө кимәлдәге ағайҙар мәсьәләне тиҙ арала юлға һалды. Ләкин мине башҡа ата-әсәйҙәрҙең өндәшмәүе һиҫкәндерҙе. "Балабыҙға һүҙ теймәһен" тигәндәрҙер. Ә телебеҙҙең, милләтебеҙҙең кәмһетелеүе тураһында уйлап та ҡарамағандар. Кәмһетелгән милләттең балаһы ла үҙен кәмһетелгән кеше итеп тойоуын аңламаған ата-әсәләрҙең әле лә булыуы үкенесле.

Һүҙемде яҡташыбыҙ шағир Риф Мифтаховтың "Мираҫ" шиғырында әйтелгәнсә, туған телебеҙ балаларыбыҙға, ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә "һулар һауа кеүек булһасы", тигән теләк менән тамамлағым килә. Туған телебеҙ - ул милләтебеҙҙең арҡа һөйәге булыуын балаларыбыҙ һәм уларҙан һуң киләсәк быуын да һәр саҡ хәтерҙәрендә тотор, тип ышанам, сөнки шәжәрә тамырҙарыбыҙ быуаттар төпкөлөнә барып тоташҡан аҫабалар нәҫеле бит әле беҙ.

Рөстәм ХӘСӘНОВ, техник фәндәр кандидаты, Өфө дәүләт нефть университеты доценты: Кәләшем Нурзиә менән икебеҙ ҙә ике телле мөхиттә үҫкәнбеҙ. Мин Күгәрсен районының Сапыҡ ауылынан. Мәктәптә күршеләге рус, татар, мордва ауылдары балалары менән бергә уҡыныҡ. Нурзиә Баймаҡ ҡалаһынан, унда ла урыҫ теллеләр байтаҡ. Ләкин заманында атай-әсәйҙәребеҙ, йәмғиәттең йоғонтоһона бирелмәйенсә, беҙҙе туған тел мөхитендә үҫтереүгә күп көс һалды. Шул уҡ ваҡытта күпме башҡорт ғаиләһе үҙ балаларын рус класында уҡытты, йәнәһе, урыҫса белмәй ҡалмаһындар, юғары уҡыу йортона инмәй ҡуймаһындар.Шул уҡ ваҡытта улар тыуған йорттары түрендә лә туған телгә урын ҡалдырманылар. Башҡортса уҡып, балам наҙан ҡалып ҡуйыр, тип ҡурҡҡан ана шундай ҡайһы бер маңҡорт ата-әсәләр ғәйебе менән бөгөн хатта тыуған ауылымда ла үҙ телен аңламаған балалар үҫеп килә.Уларға әйтер һүҙем шул: үҙ телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә, башҡа телдәрҙе өйрәнгәндә мейене эшләтергә, уйларға, теге йәки был төшөнсәнең варианттарын эҙләргә һәм табырға булышлыҡ итә, фекерләү ҡеүәһен үҫтерә, сөнки артабан ике теллелек шарттарында уҡыу һәм эшләү барышында телмәреңде генә түгел, фекерләүеңде лә даими рәүештә руссанан - башҡортсаға, башҡортсанан руссаға тиҙ генә ауҙарып өйрәнеү үҙенә күрә логик күнекмә булараҡ, мейе нейрондары тарафынан гимнастика һымаҡ ҡабул ителә, тип уҡығаным да бар. Үҙ телебеҙҙә һөйләшеп, башҡортса уҡыһаҡ та, бер ҙә хур булманыҡ: Нурзиә БДУ-ның журналистика факультетын тамамлап, республика матбуғатында әүҙем хеҙмәттәшлек итә, ә үҙем Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлап, шунда уҡытам, фән менән шөғөлләнәм. Үҙем атай булғас, шуны аңланым: ҡала шарттарында балаңды туған телдә һөйләшергә өйрәтеү - ул ҙур хеҙмәт һәм түҙемлек талап итә. Улыбыҙ Нурсолтан менән ҡыҙыбыҙ Сәлимә, береһе - мәктәптә, икенсеһе - баҡсала, үҙебеҙ эштә көнө буйы рус телендә аралашып ҡайтабыҙ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, кис өйҙә мотлаҡ башҡорт теленә күсәбеҙ, балаларға төрлө һорауҙар яуҙырып, көндәре нисек үткәнен һөйләтәбеҙ һәм уларҙың да башҡортса тулы, матур итеп яуап биреүенә өлгәшергә тырышабыҙ.Балалар башҡортса шиғырҙар ятларға, әкиәттәр уҡырға һәм тыңларға ярата, БСТ-нан балалар өсөн башҡортса тапшырыуҙар ҡарайҙар.

Атай-әсәйҙәребеҙ ейәндәренең әсә телен белеүенә һөйөнөп бөтә алмай. Эргәләренә ҡайтһаҡ, балалар менән рәхәтләнеп һөйләшәләр. Был улар өсөн бәхет тә, ғорурлыҡ та. Ҡайҙа йөрөһәк тә, үҙ-ара туған телдә аралашабыҙ. Йыш ҡына башҡа милләт вәкилдәренән маҡтау, хуплау һүҙҙәре лә ишетәбеҙ. "Мин ошо йәшемә етеп, бер генә телде беләм, ә һеҙҙең балалар хәҙерҙән үк ике телдә аралаша", - тип һоҡлана ҡайһы берәүҙәр. Балаларыбыҙҙа тыуған төйәгебеҙ - гүзәл Башҡортостаныбыҙ матурлығын күңелдәренә һеңдерергә тырышабыҙ: йәй көндәре ғаилә менән республикабыҙ буйлап сәйәхәткә сығып китәбеҙ. Нурсолтан менән Сәлимәгә Шүлгәнташ менән Мораҙым мәмерйәләре бик оҡшаны, Торатауға сәйәхәтебеҙҙе лә йыш ҡына иҫкә төшөрөп, һөйләшеп алабыҙ. Яңыраҡ Өфө күләмендә йыл һайын үткәрелеп килгән "Йәш ғаилә - 2020" конкурсында ҡатнаштыҡ. Унда беҙ мегаполис шарттарында ла туған телде һаҡлап ҡалырға мөмкин булыуын күрһәтергә тырыштыҡ - балалар менән башҡортса йырланыҡ, шиғырҙар һөйләнек. Баш ҡала ярышында еңеүсе булырға ла беҙгә туған телебеҙ ярҙам итте.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА әҙерләне.

47 views·1 share