Юҡлыҡҡа зарланмай, баҡса емеше - аҡса тип, хәләл көсө менән донъя көткән уңғандар байтаҡ арабыҙҙа. Хеҙмәттәре баһаланамы уларҙың, ниндәй ярҙамға мохтажлыҡтары бар?
Фәтхулла ИМАНҒОЛОВ, пенсионер: Һорауығыҙҙың кинәйәһе аңлашыла: шыуышҡаны, аяҡтан атлағаны, эшләгәне-эш-ләмәй ятҡаны - бөтәһе лә дәүләттән һорарға әүәҫләнеп китте. Ғәйепләп тә булмай уларҙы: тормош кимәле мәжбүр итә. Унан һуң, бөтәһенә лә коронавирус ғәйепле, тип тә өҫтәп ҡуйырға өйрәндек. Иле ныҡтың - биле ныҡ, тиһәләр ҙә, был беҙҙең тормош хәленә тап килмәй шул. Тәүҙәрәк әкренләп булһа ла тотороҡло рәүештә халыҡтың йәшәү кимәлен күтәрә килгәндә, бөгөнгөләй "Һәммәһенә лә - унар мең" кеүек хәйер өләшеүгә барып етелмәҫ тә ине, бәлки.
Ә бына ҡайһы бер ғаиләләргә ҡарайым да, һоҡланып бөтә алмайым: ил күләмендә туҡтауһыҙ ҡабатланған наҡыҫлыҡтар ҙа, хәйерселек йә меҫкенлек күренештәре лә улар донъяһына хас түгел, уларға һис ҡағылмай: шаңғырап торған йорттары, йорт янындағы бай баҡсалары ла күңел тороштарына оҡшап, "ялт" итеп тора. Башҡалар ише, баҡсамды ҡырау ҡырҙы тип тә зарланмай улар, картуфтары бил тиңенә етеп, күкрәп сәскә атып ултыра, хатта ҡорт әҫәре лә юҡ. Эйе, баҡсаһы, мал-тыуары, ҡош-ҡорто бар кеше ниндәй генә заманда ла отошло хәлдә йәшәй, ә бөгөн - айырыуса. Ҡиммәтселек, эшһеҙлек касафаттары уларға әллә ни ҡағылмай ҙа һымаҡ, етеш, мул йәшәй улар. Уның ҡарауы, көн-төн эшләргә, баҡсаһы ерен әсе хеҙмәт тире менән һуғарырға тура килә уңғандарға. Шунда ғына мул уңыш яуланасағын улар үҙҙәре генә белә.
Яңыраҡ ана шундай таныштарымдың береһе менән һөйләшеп алдыҡ. Ауырлыҡтарға зарланырға яратмай ул, ләкин баҡса тотоусыларға дәүләт ярҙамы кәрәклеген дә инҡар итмәй. Ярҙамға ишара бәләкәй генә шәфҡәтлелекте лә рәхмәтле булып ҡабул итә белә. Баҡса ерҙәрен хосусилаштырыу буйынса "дача амнистияһын" файҙаланып, участкаһына тейешле документ эшләтеп өлгөргән шулай ҙа. Ирле-ҡатынлы икеһе лә пенсионерҙар булараҡ, баҡса өсөн һалым түләмәйҙәр. Хәҙер баҡсаларға үҙәкләштерелгән һыу үткәреү эше тора икән. Ҡоҙоҡ ҡаҙҙырыу бик ҡиммәткә төшкәнлектән, тотош баҡса ширҡәте бергәләп, дөйөм үткәргес өсөн аҡса йыйырға булғандар, ләкин күптәр өсөн был сумма ла ауырға төшкәнлектән, ни хәл ҡылырға белмәй тороуҙары икән. "Әмәлгә ҡалғандай, "Киске Өфө" гәзитендә ҡыуаныслы яңылыҡ уҡыныҡ", - тип һөйөнә былар. Баҡтиһәң, ошо көндәрҙә генә БР Дәүләт Йыйылышы депутаттары республика баҡсасыларына ярҙам саралары хаҡында закон ҡабул иткән икән. Унда баҡсасылыҡ ширҡәттәрен һыу, яғыулыҡ, электр уты менән тәьмин итеү саралары ҡаралған булып сыҡты. Тик был закон ҡасан "емештәр" бирә башлар икән, шуны көтәбеҙ, ти баҡсасы дуҫым.
Азат БАЙСУРИН, һәүәҫкәр баҡсасы, хеҙмәт ветераны: Йыбанмаһаң, баҡсала бөтә нәмә үҫтерергә була. Үҙемдекендә, мәҫәлән, картуфтан башлап, кишер, сөгөлдөр, һуған, һарымһаҡ, помидор, борос, ҡыяр, ҡабаҡтар тәгәрәшеп үҫә. Уңышты эш итеү, һаҡлау кеүек бурыстар иһә икенсе яртың - йәмәғәтең иңенә төшә. Шуға күрә икәүеңә лә уңғанлыҡ сифаттары кәрәк. Ҡатыным Бибинур тап ана шундай берҙе ҡырҡҡа ярыр ҡатын инде, рәхмәтлемен уға. Былтыр алма уңған йылды кеше уны ҡайҙа итергә белмәй аптыранды, күбеһенеке ерҙә ятып серене, ә ҡатыным - алма булһынмы, сейә, ҡарағат, слива, баланмы - йыл да ҡырҡлаған йәймә ҡаҡ ҡоя. Ҡыйыҡ аҫтында уларҙы киптереү өсөн махсус урындыҡ-һике эшләгәнмен, йәймәле такталарҙы шунда киптерә лә ала. Баҡсала ожмах кеүек инде ул, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр ҙә йәй буйы ошонда, тик бына һыу мәсьәләһе борсой. Беҙҙең "Восход" баҡсасылыҡ ширҡәте тау итәгендә урынлашҡан, шуға күрә ҡайҙан ғына, нисә метр тәрәнлектә ҡаҙҙырһаң да һыу сыҡмай. Дөйөм һыу үткәргестән сәғәтләп кенә аҙнаһына ике тапҡыр бирәләр былай, ләкин баҡса үҫтереү өсөн был ғына аҙ. Эсәр һыуҙы балалар машина менән килтереп китәләр - еткерергә тырышаһың инде. Дәүләт ярҙамы, тигәндән, беҙгә бына ошо йәһәттән булышлыҡ итеү кәрәк. Ә былай электр уты бар, тик уның өсөн һәм баҡса участкаһына ағзалыҡ взносы өсөн түләргә йоморо ғына сумма килеп сыға. Пенсионерҙарға, исмаһам, электр энергияһына ташлама булдырһындар ине. Юғиһә, беҙҙән ни өсөндөр баҡса еренә һалымын да тулыһынса түләтәләр. Ишетеп белеүемсә, Өфөнөң бөтөн райондарында ла баҡсаға һалымдан азат ителгән бит пенсионерҙар, ә беҙҙән түләтәләр...
Ринат НИҒМӘТУЛЛИН, "Уңыш" баҡсасылыҡ ширҡәте рәйесе урынбаҫары: 2017 йылдың 29 июлендә ҡабул ителгән "Граждандарҙың үҙ ихтыяждары өсөн баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек менән шөғөлләнеүе" тигән закон былтыр 1 ғинуарҙан үҙ көсөнә инәсәк тигән хәбәр һәүәҫкәр баҡсасылар араһында ығы-зығы тыуҙырып алғайны инде. Шуныһы бигерәк борсолдорҙо: яңы закон баҡсасы мәнфәғәттәрен хәстәрләү урынына уларға бик күп мәшәҡәт, түләүҙәр өҫтәйәсәге асыҡланды. Шул сәбәпле күп кеше ғүмер буйы көн иткән баҡсаһынан тиҙерәк ҡотолорға тырышып, һатып алыусы йәүкәләй башланы. Өҫтәүенә, элек бер кемгә зыяны теймәгән ширҡәт, кооператив, ойошма кеүек төрҙәр бөтөрөлөп, баҡсасылыҡ (СНТ) менән йәшелсәселек (ОНТ) формалары булдырылды. Һәм иң аптыратҡаны - йәшелсәселек (СНТ) менән шөғөлләнгәндәргә баҡса ерендә йорт төҙөү тыйыла, унда фәҡәт ваҡытлыса аласыҡ, һарай кеүек ҡоролмалар ғына булырға тейеш. Ә ниңә? Ямғырҙа, көҙ уңыш йыйғанда, башҡа эштәр менән булғанда ҡайҙа йылынырға, хатта мунса ла булмағас, ҡайҙа йыуынырға? Бына әкәмәт! Ә инде кемдең элек төҙөлгән йорто бар, уларҙы ашығыс рәүештә дәүләт теркәүе үткәрергә, был турала документ алырға ҡушылды. Әлбиттә, түләп. Яңы законда бик күп штраф санкцияларының булыуы ла (мәҫәлән, күршегә ҡый үләнең сыҡһа йә булмаһа йортоң фәләнсә метр аралыҡта ултырмаһа кеүегерәк) баҡсасы файҙаһына һөйләмәй ине.
Ғөмүмән, был закон баҡсасылар тарафынан хуплау тапманы, сөнки улар ошоға тиклем баҡсасы ла, бер үк ваҡытта йәшелсәсе лә булараҡ, үҙ участкаларында тыныс ҡына көн күреп, ҡырмыҫҡа кеүек эш менән мәшғүл ине. Бына шул йылдар буйы ипкә һалынып алған эш тәртибенә таяҡ тығып болғау кеүек булды был яңылыҡ, күңелдәргә борсолоу, хәүеф һалды. Баҡсасылыҡ коллективтарының аҙыҡ-түлек баҙарын тулыландырыуы, килеме әҙ булған миллионлаған ғаиләләр өсөн терәк, аҫраусы булып тороуы иҫәпкә лә алынманы, буғай. Ә бит уларға тыйыуҙар, теләһә ниндәй штраф һәм өҫтәмә һалымдар түгел, ярҙам кәрәк ине: юлдарҙы төҙөкләндереү, һыу, яғыулыҡ менән тәьмин итеү, электр линиялары, интернет үткәреү һ.б. Газ үткәреү мәсьәләһен дәүләт субсидияһынан тыш хәл итеү мөмкин дә түгел бит. Йәйге сезонда юл хаҡына ла ташлама яһау артыҡ булмаҫ ине. Бөтәһенең дә шәхси транспорты юҡ, шуға күрә баҡса тарафтарына автобустар ҙа даими йөрөп торорға тейештер инде.
Ярай әле, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был өлкәләге проблемаларға ла иғтибарын йүнәлтте. Сираттағы баҡса миҙгеле асылғас та ул республика баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек ойошмаларына дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса ведомство-ара эш төркөмө булдырҙы. Республикала барлығы миллиондан ашыу баҡсасы, шул иҫәптән, 552 мең ғаилә 42 мең гектарҙан ашыу ерҙә көнө-төнө бил бөгә - үҙҙәрен генә түгел, шәхси хужалығынан артып ҡалған йәшелсә-емеш, картуф менән аҙыҡ-түлек баҙарын да тәьмин итә. Бөгөнгө көндә баҡсасыларҙың күбеһе йүнле юлдары ла булмаған, үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин ителмәгән, электр уты йә газһыҙ баҡсаларҙа йәшәргә һәм эшләргә мәжбүр. Бынан тыш, сүп-сар, ҡаты көнкүреш-төҙөлөш ҡалдыҡтарын сығарыу ҙа йүнләп ойошторолмаған урындар бар. Шуға ла беҙ Дәүләт Йыйылышы тарафынан ошо көндәрҙә ҡабул ителгән законды хуплап ҡаршыланыҡ һәм баҡсасыға ярҙам саралары оҙаҡ көттөрмәҫ, тип өмөтләнәбеҙ.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.
