Сығарылыш класы уҡыусыларының имтихандары бара. Киләсәктә улар өсөн тормош һынауҙары күп буласаҡ әле. Балалар уға әҙер булып сығамы мәктәптән?

Сығарылыш класы уҡыусыларының имтихандары бара. Киләсәктә улар өсөн тормош һынауҙары күп буласаҡ әле. Балалар уға әҙер булып сығамы мәктәптән?, image #1

Рафиҡ ӘБҮЛӘЕВ, 1-се һанлы Стәрлебаш дөйөм белем биреү мәктәбе директоры, БР мәғариф отличнигы: 17 июндә улыбыҙ Уралдың Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия интернатында 9-сы класты тамамлауы тураһында аттестат алыуы айҡанлы ҙур ҡыуаныс кисерҙек. Әлбиттә, уға әле мәктәпте тамамлау өсөн уҡырға ла уҡырға, шулай ҙа был ваҡиға улымдың тормошондағы яуаплы баҫҡыстарҙың тәүгеһе, йәғни баласаҡ осоронан өлкән һәм яуаплы тормошҡа аяҡ баҫыуы булды тип әйтергә мөмкин. Шуныһы ла икеләтә ҡыуаныс тыуҙыра: ҡасандыр мин үҙем дә ошо мәктәпте тамамланым һәм Рәми Ғарипов мәктәбе уҡыусыһы исемен ғорурлыҡ менән йөрөтәм. Үҙем эшләгән мәктәпте иһә быйыл 33 бала тамамлай. Уларҙың бөтәһенә лә бөгөн рәхмәт һүҙҙәремде еткергем килә, сөнки һәр береһе беҙ, уҡытыусыларҙың, күҙ алдында үҫте, ҡанат нығытты, шәхес булараҡ формалашты - ҙур, татыу мәктәп ғаиләһенең лайыҡлы ағзалары булды. Мәктәп тормошон уларһыҙ күҙ алдына килтереп тә булмаҫ ине: олимпиадаларҙа, ярыштарҙа, конкурстарҙы һәр саҡ алғы сафтарҙа барҙылар.

Был мәктәптә мин 1998 йылдан бирле директор булып эшләгән осорҙа, ғөмүмән, балалар бик ныҡ үҙгәрҙе. Улар был донъяға, замандарына күрә яраҡлашып йәшәйҙәр. Уларҙың уй-фекерҙәре башҡасараҡ. Ҡайһы ваҡыт: "Ә бит улар бик дөрөҫ фекерләй", - тип уйлап ҡуям. Киләсәктә улар алдына тормош үҙенең сираттағы имтихандарын, бик күп һынауҙарын ҡуясаҡ әле, ләкин мин уларҙы уҡытыуға күп йылдар сарыф иткән педагог булараҡ, һис икеләнмәй әйтә алам: үҙебеҙ тәрбиә биреп үҫтергән балаларға ышанысым бар, улар тормош һынауҙарына бирешмәйәсәк. Ни өсөн тигәндә, бөгөнгө балалар бик аҡыллылар, улар яҡшы мәғәнәлә үҙ һүҙлеләр, ҡуйған маҡсаттарына ынтылыусандар. Уларҙың тап ана шундайҙарҙан булыуына Берҙәм дәүләт имтихандарының да йоғонтоһо барҙыр тип уйлайым. Сөнки имтихандың был төрө күптәргә оҡшап етмәһә лә, балалар ике-өс йыл алдан киләсәккә маҡсаттар ҡуя башлай - шуныһы мөһим. БДИ барыбер ҙә үҙаллылыҡҡа өйрәтә, дәреслектәген ятламайынса, уҡыусыға үҙ фекерен белдерергә мөмкинлек бирә. Теге йәки был предметтан имтихан тапшырып, ул алдан үҙенең һайлаған һөнәренә әҙерлек башлай. Быйыл был бигерәк тә асыҡ күренәсәк, сөнки коронавирус арҡаһында юғары уҡыу йортона уҡырға инергә теләгәндәр генә имтихан тапшырасаҡ. Шуныһы ла мөһим: был уларға ата-әсәһе теләге буйынса түгел, ә үҙҙәре теләгәнсә ҡарар ҡабул итергә ихтыяр ҡуя. Мин шуға ышанам: балалар туған мәктәптәренән белем генә түгел, ә ошонда үткәргән баласаҡ йылдары иҫтәлектәрен дә, ныҡлы дуҫлыҡ хистәрен һәм, ихтимал, ҡайһы берҙәре тәүге мөхәббәт тойғоларын да алып сығасаҡ. Шуға ла улар менән мәктәп араһындағы бәйләнештәр һис ҡасан өҙөлмәйәсәк, мәктәп, уҡытыусылар коллективы уларға теләгән ваҡыттарында кәңәш бирергә, ярҙамға килергә әҙер буласаҡ. Хәйерле юл һеҙгә, ҡәҙерле балалар!

Нурзилә ИҘЕЛБАЕВА, Баймаҡ районы, Ишбирҙе ауылы: Балалар өсөн генә түгел, беҙ, өлкәндәр өсөн дә яуаплы, тулҡынландырғыс осор ул уҡыусыларҙың мәктәп тамамлау көндәре. Быйыл да шулай булды. Бер яҡтан, коронавирус арҡаһында 9-сы кластарҙы Төп дәүләт имтихандарынан азат итеү хәлде күпкә еңелләштерҙе, ә бына 11-се кластар өсөн, аттестаттар алдан тапшырылһа ла, юғары уҡыу йортона инергә теләгәндәр өсөн Берҙәм дәүләт имтихандары башланды. Күптән түгел минең ике ейәнсәрем менән ике ейәнем ҡулдарына аттестаттар алып, бөтөн туғандарҙы ҡыуандырҙылар. Иң беренсе шатлығым менән уртаҡлашайым: Баймаҡта йәшәүсе Эльвира ҡыҙымдың ҡыҙы Диана мәктәпте алтын миҙалға бөтөрҙө. Был бөтәбеҙ өсөн дә ҙур ҡыуаныс һәм ғорурлыҡ. Ул Баймаҡтың 2-се һанлы урта мәктәбендә белем алды. Уның ҡустыһы, ейәнем Ильяс ошо уҡ мәктәптә 9-сы класты тамамланы һәм шулай уҡ аттестатҡа эйә булды. Илнур улымдың да ғаиләһе Баймаҡта йәшәй. Уларҙың өлкән улдары - ейәнем Альберт 1-се һанлы Баймаҡ урта мәктәбендә 11-ҙе бөтөрҙө, уның һеңлеһе - ейәнсәрем Камила, Ильяс кеүек үк, 9-сы класты тамамлауы тураһында аттестат алды. Бына шулай миңә уларҙың дүртеһе өсөн дә бер аҙ борсолорға тура килһә лә, ейәндәрем йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне, рәхмәтлемен уларға һәм киләсәктә лә фәҡәт уңыштары менән генә һөйөндөрөп торорҙар тип ышанам, сөнки мәктәп йылдарынан беләм: улар һәр ваҡыт уҡыуға етди ҡаранылар, тик яҡшы билдәләргә генә ынтылдылар, тырыштылар.

Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тигәндәй, киләсәктә лә тормош ҡуйған һынауҙар алдында ейәндәремдең юғалып ҡалмаҫтарына ышанам, сөнки уларҙың тәрбиә нигеҙендә ғаилә менән мәктәптән тыш, өләсәй-олатай мәктәбенең дә өлөшө бар. Шәхси күҙәтеүҙәремә нигеҙләнеп, шуны әйтә алам: бәләкәйҙән ауыл тормошо менән таныш булып, ошо мөхиттә ҡайнап, олатай-өләсәй йоғонтоһонда үҫкән балалар эш һөйөүсән, тырыш булалар, туған телдәрен дә онотмайҙар. Ейәндәремә мин был тормошта үҙ урындарын табыуҙарын теләйем. Бының өсөн улар яратҡан һөнәрҙәренә эйә булырға, уның өсөн иһә уҡыуҙы дауам итергә тейеш буласаҡтар. Тик шуныһы: минең фекеремсә, балаларҙы теге йәки был һөнәргә мәжбүрләп уҡытыу - ҙур хата һәм ул киләсәктә йәш кешегә тормош йүнәлешен үҙе теләгәнсә ҡорорға мөмкинлек бирмәйәсәк. Ул күңеле ятмаған эштә ғүмерен заяға үткәрергә, шул арҡала көсөргәнеш кисерергә, уңышһыҙлыҡтарға дусар булып йәшәргә мәжбүр ителәсәк. Мин ейәндәремә бындай яҙмыш теләмәйем, үҙ яҙмыштарын үҙҙәре һайлаһындар.

Айгөл САФИНА, менеджер: Бына шундай бик уңайлы һүҙ барлыҡҡа килде әле әлдә лә: алған белемең, һөнәреңдең эшләп йөрөгән өлкәгә яҡын да килмәүен, исмаһам, шул бер вазифа - менеджер төшөнсәһе артына йәшереп йөрөргә мөмкин. Мәскәүҙең педагогик йүнәлешле бер вузында мәктәпкәсә йәштәге учреждение педагогы һөнәренә уҡып сыҡтым. Баш ҡалала уҡыуы үҙенсә бер мәртәбә күренһә лә, һайлаған специальность миңә бер ваҡытта ла оҡшаманы. Уны һайлау ҙа осраҡлы килеп сыҡты. Мәктәп тамамлағас, ҡайҙа барырға, ни эшләргә тигән һорау килеп баҫты. Үҙемдең киләсәктә ниндәй һөнәргә тартылыуымды аңларға теләү өсөн берәй йыл эшләп алыу ине, ләкин атайым да, әсәйем дә быға ҡырҡа ҡаршы килделәр һәм мин оҙаҡ та уйлап тормаҫтан, ҡайҙа конкурс әҙ, шунда документтарҙы ебәрҙем, шулай ҙа өс урынға ебәрелгән документтар балдар һаны буйынса әлеге вузда ғына үтеп китте. Уҡып сыҡһам да, һөнәрем буйынса бер генә көн дә эшләмәнем, сөнки минең өлкә түгел ине был. Икенсенән, эш хаҡы бик әҙ булып сыҡты. Шулай итеп, миңә "Макдональдс" компанияһында эшемде касса артынан башлап ебәрергә тура килһә лә, кадрҙар менән эшләү буйынса менеджер вазифаһына күтәрелә алдым. Эшем оҡшай, хеҙмәт хаҡы ла арыу ғына сыға. Хәҙер мин үҙемдең ниндәй эшкә һәләтле булыуымды аңланым, тик бөтөнләй икенсе һөнәргә уҡып ваҡыт үткәргән биш йылым әрәм.

Шуға күрә мәктәп тамамлаусы йәштәргә әйтер инем: һөнәр һайлауға яуаплыраҡ ҡарағыҙ, атай-әсәйегеҙ менән ошоға ҡағылышлы мәсьәләлә уртаҡ тел табырға, кәрәк икән, уларҙы үҙ теләгегеҙгә ышандырырға тырышығыҙ. Бының өсөн иһә, әлбиттә, имтихандарҙы мөмкин тиклем яҡшыраҡ тапшырырға, кәрәк икән, тәжрибәле репетитор менән шөғөлләнергә лә тартынмағыҙ. Уңыштар юлдаш булһын һеҙгә, хыялығыҙға өлгәшеүҙә ныҡышмаллыҡ теләйем.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

51 views·1 share