Төрлө кимәлдәге бәғзе бер закон сығарыусыларҙың йыш ҡына туҙға яҙмаған идеялар менән сығыш яһап, ниндәйҙер закон проекттары, төҙәтмәләр тәҡдим итеүенә шаһитбыҙ. Ҡабул ителгән закондарҙың да барыһы ла файҙаға эшләй, тип әйтеп булмай. Ошо хаҡта ниҙәр уйлайһығыҙ?
Мәүҙиға МӨХӘМӘТЙӘНОВА, Әбйәлил районы, Ҡырҙас ауылының ветерандар советы рәйесе: Һуңғы ваҡыт ауыл халҡына социаль ярҙам күрһәтеү сараларына бер аҙ иғтибар артҡандай тойола. Мәҫәлән, 2019 йылдың 1 ғинуарынан алып ауыл хужалығында 30 йыл эш стажы булғандарҙың пенсияларына 25 процент өҫтәмә түләнә башланы. Ауыл ерҙәрендә фельдшер-акушер пункттары асыла, улар медицина хеҙмәткәрҙәре менән тулыландырыла, ауыл мәктәптәренә уҡытыусылар йәлеп итеү буйынса ниндәйҙер саралар күрелә. Күп балалы ғаиләләргә матди ярҙам күрһәтелә. Былар барыһы ла ҡыуандыра, әлбиттә. Әйткәндәй, күптән түгел ил президенты В. Путин тағы ла бер законға ҡул ҡуйҙы: ауыл ерендә йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙарға 36 сәғәтлек эш аҙнаһы индереү хупланды. Дәүләт Думаһы Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексына ошондай төҙәтмәне икенсе уҡыуҙа ҡабул итте. Унда эш хаҡы 40 сәғәтлек эш аҙнаһына ҡарағанда кәм булмай тип билдәләнә. Бер яҡтан, был закон ҙур агросәнәғәт комплекстарында эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙар өсөн дан инде: улар ғаилә хәстәрҙәренә күберәк иғтибар бүлә аласаҡ, йорт-хужалыҡ, мал-тыуар ҡарау, баҡса эштәренә лә ваҡыт ҡаласаҡ. Үкенескә, бындай үҫешкән хужалыҡтар, агрофирма һәм холдингтар илдә күп түгел. Ауыл ерҙәре нигеҙҙә эшһеҙлектән интегә. Үҙебеҙҙең республика ауылдарын ғына алып ҡарағанда ла был асыҡ күренә: беҙҙең ауылдарҙа күпселек ҡатын-ҡыҙ эшләмәй, йорт хужалығы алып бара, балалар ҡарай. Ә инде ауылда эш менән тәьмин ителгән бер нисә ҡатын-ҡыҙ: уҡытыусылар, медицина хеҙмәткәрҙәренә был закондың ҡағылышы юҡ тиһәң дә була. Бының менән мин шуны әйтергә теләйем: ауылдарҙа тәүҙә эш урындары булдырыу тураһында хәстәрлек күрелһен ине: баҡсасылыҡ, малсылыҡ, ҡошсолоҡ тармаҡтары йә булмаһа теген оҫтаханалары, икмәк бешереү, кондитер изделиелары етештереү кеүек хеҙмәт урындары булғанда, беҙҙең ауыл ҡатындары ла дәртләнеп эшләр һәм үҙҙәренә тейешле ташламаларҙан файҙалана алыр. Бына шул саҡ әлегеләй закондар күпселек мәнфәғәтен күҙәтер һәм эшләп йөрөүсе ауыл кешеһенә реаль ярҙам булыр.
Айрат ӘЙҮПОВ, Баймаҡ районы Йомаш ауылы хеҙмәт ветераны: Ҡабул ителгән закондарҙың, ҡарарҙарҙың һәр ваҡытта ла "сәпкә теймәүе" хаҡында мин дә үҙ фекеремде әйтеп китергә теләйем. Ошо көндәрҙә генә республика киң мәғлүмәт сараларында, Башҡортостан парламенты депутаттары күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһындағы законға үҙгәрештәр ҡабул итте һәм 600 мең күләмендә түләү алырға тейешле категориялар исемлеген киңәйтте, тип хәбәр ителде. Асыҡланыуынса, бындай матди ярҙам һигеҙ һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ҡағыла икән. Һис һүҙһеҙ, ҙур ярҙам, тик... ҡайҙа һуң бөгөн улар, һигеҙ балалы ғаиләләр? Тотош республикала ундайҙар ни бары 200-ләп кенә икән, ә бына үҙебеҙҙең һәм мин белгән күрше-тирә ауылдарҙа ундайҙар юҡ. Бәлки, был закон күберәк бала табыуҙы дәртләндереү йөҙөнән дә ҡабул ителәлер инде. Биш, алты, ете бала тәрбиәләгән ғаиләләр ҙә юҡ түгелдер бит, был да бөгөнгө көндә ата-әсә өсөн ҙур ҡаһарманлыҡ, тик уларҙың имен һәм тәрбиәле ғаилә булыуҙары шарт. Шуға күрә күп балалыларға матди ярҙам саралары мөмкин тиклем күберәк ғаиләләрҙе үҙ ҡурсалауына алһын һәм күберәк файҙа килтерһен өсөн биш- алты бала ҡараған ғаиләләрҙе лә ошо категорияға индереү кәрәк булғандыр, тигән фекерҙәмен. Юғиһә, беҙҙә берәй яҡшы сараны ҙур хәбәр итеп һөйләргә яратһалар ҙа, асылда уның килтергән файҙаһы әллә ни "ҙур һәм киң" булмай сыға ла ҡуя түгелме?
Әйткәндәй, яңыраҡ ошо мәсьәләгә ҡағылышлы тағы бер яңылыҡ ишеттем: республикабыҙҙың финанс министры Лира Иғдисамова күп балалы ғаиләләргә финанс ярҙамы системаһын ҡарап сығырға һәм ғаиләләргә ысынлап та һиҙелерлек файҙа булырҙайҙарын ғына ҡалдырырға тәҡдим итә. "Бик аҙ күләмдәге түләүҙәр бар. Айына 150 һум түләүҙең мәғәнәһен күрмәйем. Социаль ярҙам үҙен аҡлаһын, ғаиләләргә ысынлап та файҙа килтерерҙәй булһын. Беҙ дәүләт ярҙамы менән файҙаланыусы категориялар һанын арттырыуға ла бара алабыҙ. Бының өсөн бит ифрат ҙур сумма күсерелә: әле 33 млрд. һум түләнде лә инде. Социаль ярҙам күләме арта икән, кешеләр уның файҙаһын да тойорға тейеш",- тине ул. Быға тулыһынса ҡушылам, бик дөрөҫ фекер.
Фәйрүзә ИШБИРҘИНА, хеҙмәт ветераны: Ысынлап та, ҡайһы саҡ депутаттар ҡабул иткән ниндәйҙер закондар йә уларға төҙәтмәләр, өҫтәмәләр тураһында күп итеп, ҡабартып һөйләнһә лә, уның файҙаһы, халыҡ әйтмешләй, "биш тинлек" кенә була ла сыға. Беҙҙе, ғәҙәттә, "пенсияға өҫтәмә"ләр менән шулай йыш һемәйтәләр. 75 һумдан алып 250-гә тиклем өҫтәлә икән, был турала тәүҙә йыл буйы ҙур хәбәр итеп һөйләйҙәр әле. Быныһы ярай, ә бына закон ҡабул итә торған етди юғары органдарға, мәҫәлән, Дәүләт Думаһына, еңелсәрәк фекер йөрөткән сәйер кешеләрҙең барып эләгеүен һис аңлап булмай. Улар төрлө туҙға яҙмаған идеялар менән Думаның ғына түгел, халыҡтың да башын ҡатыралар, эш хатта абсурдҡа барып етә. Яңыраҡ ҡына "АиФ" аҙналығы (№42, 2019) ана шундай "тәҡдим һәм фекер"ҙәрҙән асыҡтан-асыҡ көлөп яҙып сыҡты. Бер депутат, мәҫәлән, үҙгәртеп ҡороу йылдары осоронда һаулыҡтарын юғалтып, "ауыр сирҙәргә дусар булғандар өсөн" һәр төрлө ташлама һәм субсидиялар бүлергә, уларҙың пенсияларын арттырырға кәрәк, тип тәҡдим итә. Дәүләт Думаһында тағы бер идея - эшләмәй өйҙә ултырған йорт хужабикәләренә эш хаҡы түләү һәм уларға хеҙмәт стажы булдырыу тураһында фекер алышыу булып үткән. Ә инде Виталий Милонов тигән берәү (әллә ни маҡтанырлыҡтан булмаған үткәненә ҡарамаҫтан, ни мөғжизә менәндер "Берҙәм Рәсәй" партияһынан депутат итеп һайланған) күптән кеше башын ҡатыра: йә ул депутаттарҙың мундир кейеп йөрөүҙәрен теләй, йә булмаһа сит илдән енесе билдәләнмәгән Барби ҡурсаҡтарын индереүҙе тыйыуҙы талап итә; велосипедсыларға водитель таныҡлығы индереүҙе һорай һ.б. Дәүләт Думаһындағы иң йәш депутат Василий Власов, 23-25 йәшкә еткәндә кешенең үҙ фатиры булһын өсөн 14 йәшлек үҫмерҙәргә ипотека бирә башлауҙы һорай; уның хеҙмәттәше Александр Васильев Рәсәй тимер юл пассажирҙарын гигиена талаптарын үтәмәгәндәре һәм бысраҡ носкиҙары өсөн штраф язаһына дусар итмәксе һ.б. Ошо һуңғы тәҡдим Дәүләт Думаһы спикеры Вячеслав Володинды тамам сығырынан сығара ла:"Федераль Йыйылышҡа президент мөрәжәғәтнамәһенән һуңғы тәүге көндә Дәүләт Думаһында ниндәй яңылыҡтар бар икән, тип ҡыҙыҡһынһағыҙ, унда пассажирҙарҙың плацкарт вагондарҙа уңайһыҙлыҡ тыуҙырыусы бысраҡ носкиҙары тураһында һүҙ барыуын күрерһегеҙ...Яҡшы башланғыстар һәм етди закон проекттары ана шундайҙар арҡаһында күренмәй ҙә" ,- тип ризаһыҙлығын белдерә ул. Кемгә ҡарап үпкәләйҙер инде Дума рәйесе - аңлашылмай. Уйлап ҡараһаң, бындай ахмаҡлыҡтарға юл ҡуйыу йә тыйыу хоҡуғы уның үҙ ҡулында түгелме ни? Мәғлүм булыуынса, һәр депутатты аҫрау-тотоу ҡаҙнаға 1,5 миллионға төшә, тип яҙалар; өҫтәүенә, улар һәр төрлө ташлама-өҫтөнлөктәр менән файҙалана, эш хаҡтары иһә беҙҙең төшкә лә инеп сығырлыҡ түгел - был ҡайһы берәүҙәргә үҙҙәрен "ғәҙәттән тыш" кеше итеп тойорға сәбәп булһа, киләһе һайлауҙар яҡынлашҡан һайын (2021) улар йәмәғәтселек иғтибарын ана шундай юл менән йәлеп итергә тырыша, күрәһең. Эйе, кем нимәгә һәләтле бит...
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.
