Илдә айнытҡыстарҙы ҡайтанан тергеҙергә йыйыналар, был кәрәкме?
Азамат ҠАШҠАРОВ, табип, Баймаҡ ҡалаһы һәм районы наркологы: Кәрәк, тип уйлайым, сөнки бындай айнытҡыстарҙың кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарып алып ҡалыуҙа файҙаһы тейер ине, моғайын. Ни өсөн тигәндә, рәсми мәғлүмәттәр буйынса, йыл һайын 10 меңләп кеше иҫерек килеш урамда туңып үлә. Унан ҡала, эскән әҙәмдәр тарафынан ҡылынған енәйәт статистикаһы ла арта ғына бара бит. Йә булмаһа, уларҙың үҙҙәрен туҡмап, үлтереп йә талап китәләр. Шуға күрә лә, мәлендә айнытҡысҡа килеп эләгеү эскән кеше мәнфәғәтен күҙәтер, тип уйларға кәрәк.
Әйткәндәй, яңынан тергеҙеләсәк был айнытҡыстар, элекке кеүек, эске эштәр системаһы учреждениелары итеп түгел, ә айырым, үҙаллы ойошмалар булараҡ ойошторолһа, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине. Әлбиттә, айнытҡыстың үҙендә лә һаҡ һәм тәртип өсөн яуаплы полиция хеҙмәткәре штаты булыуы ихтимал, шунһыҙ бындай контингент менән эшләүселәргә лә хәүеф барлығы аңлашыла. Шуның өҫтәүенә, айнытҡыстарҙа медицина персоналына ла урын булырға тейештер. Эскән кеше бында төн үткәрергә генә түгел, ә ниндәйҙер медицина ярҙамы, психологик көйләнеш тә алып сыҡһа ине. Һәр хәлдә, электән дә түләүле булған хеҙмәттең был юлы эскән кеше өсөн ҡиммәткәрәк төшөүе лә бик ихтимал. Тимәк, күрһәтеләсәк хеҙмәттәр кимәле лә хаҡына ярашлы көйләнә алалыр.
Мансур ҒӘЛИУЛЛИН, хеҙмәт ветераны: Кәрәклеген улар кәрәктер ҙә, тик был бәләгә тарыған кешенән аҡса һурыу сараһына әйләнеп китмәҫме, тигән икеләнеү бар күңелдә. Был мәсьәлә дәүләт кимәлендә кеше мәнфәғәтен ҡайғыртыу сараһы булараҡ хәл ителһен ине. Әгәр илдә иҫерткес спиртлы эсемлектәр иркен һәм сикләүһеҙ һатыла һәм был ҡаҙнаға миллиардлап табыш килтерә икән, иҫерткес ҡулланып бәләгә тарыусы, яҙмыштары ҡыйралыусы миллиондар ғүмере өсөн дә дәүләт һәм власть яуаплылыҡ йөкмәргә тейеш. Иҫерек килеш ҡылынған төрлө енәйәт арҡаһында ғүмерҙәр өҙөлә, өҫтәүенә, туңып үлеүселәр статистикаһы ла хаттин ашҡан икән, тимәк, был араҡы ҡорбандарының шәхси эше генә булып ҡала алмай. Уларҙың ғүмерен һаҡлау буйынса, әйтеүемсә, дәүләт кимәлендә саралар күрелергә һәм бының өсөн ҡаҙнанан аҡса бүленергә тейештер, тигән уйҙамын. Шулай итмәгәндә, айнытҡыстар үҙаллы оҙаҡ йәшәү һәләтенә эйә була алмаясаҡ, хатта улар шәхси ҡулдарҙа булыуға ла ҡарамаҫтан. Ошоға тиклем дә бит асылып-ябылып торҙо улар, хәтерләһәгеҙ. Бынан бер ун йыллап элек Өфөлә киң ҡолас менән ике айнытҡыс асып ебәргәйнеләр: К. Маркс урамында һәм уның филиалын - Черниковкала. Өр-яңынан йыһазландырылып, хеҙмәтләндереүсе персоналы тулы штат менән дәртләнеп эш башлап ебәргәйнеләр. Был турала мин үҙебеҙҙең ошо "Киске Өфө" гәзитендәге репортаждан уҡып та белә инем, телевизорҙан да күрһәткәйнеләр. Күпме генә эшләп, ниндәй генә файҙа килтереп ҡалғандыр - тиҙ үк ябылып та ҡуйҙы бит, аҡса юҡ, тинеләр. Әле лә был йәһәттән иҫеректәрҙең тишек кеҫәһенә һәм уларҙың ғаилә бюджетына иҫәп тотола икән, бындай айнытҡыстың эштәре алға ла бармаҫ, эскән кешегә ярҙамдары бик йүнлегә лә булмаҫ.
Айгөл ХӘКИМОВА, блогер: Айнытҡыс, тигәндән, ышанаһығыҙмы, юҡмы - ун биш йәшемдә саҡта унда миңә лә бер булырға тура килгәйне һәм ул мәңгелеккә ниндәйҙер ҡотолғоһоҙлоҡ ҡоҙоғо булып хәтеремдә ҡалды. Эш шунда: атайым эсергә яратты һәм, әлбиттә, өйҙәгеләргә һис тынғылыҡ бирмәне: йә өйҙә дау ҡуптара, йә сығып китеп ғәйеп була, ҡайҙа йөрөгәнен дә белмәҫһең. Шундай көндәрҙең береһендә ул тағы өйгә ҡайтманы. Беҙ уны шешәләш дуҫтарында ҡуна ҡалғандыр, тип уйланыҡ, тик иртәнсәк айнытҡыстан милиция шылтыратып, атайымды килеп алырға ҡуштылар: төндә уны шунда алып киткәндәр, ә хәҙер сығара алмайҙар, сөнки уның бер ниндәй документы ла, түләп сығырға аҡсаһы ла юҡ икән. Әсәйем эшкә ашыҡты, тимәк, атайҙы миңә ҡотҡарырға тура килә. Ҡурҡыныс та, оят та ине миңә был миссияны башҡарыуы. Ярай әле, урамда осраған кешеләр был учреждениеның ҡайҙалығын ентекләп өйрәтеп ебәрҙеләр. Тыштан штукатуры ҡойолоп торған иҫке бер тәпәш кенә һоро бинала булып сыҡты айнытҡыс тигәндәре. Эстән тағы ла ҡурҡынысыраҡ күренеш: ҡараңғы коридорҙы бәләкәй генә бер лампочка яҡтырта, буяуы ҡубарылып төшкән стена менән таш иҙән, ярым ҡараңғы еүеш бина миңә тыштағы ҡайнап торған тормоштоң иң төпкөл, тупаҫ урыны булып тойолдо. Ошондай уҡ ҡараңғы залда бер нисә милиционер ултыра ине. Атайымдың фамилияһын әйткәс, мине арытабан коридор буйлап тимер рәшәткәле ҙур камера яғына әйҙәнеләр. Тимер ишек шығырҙап асылыуға, миңә унда хас та кинолағы кеүек күренеш пәйҙә булды: ҡараңғы таш камерала йолҡош ҡиәфәтле, трусиктан ғына тороп ҡалған унлаған ир ултыра ине. Улар шул тиклем бер-береһенә оҡшаған: сәстәре туҙған, бер нисә көн ҡырынмаған йөҙҙәрендә әллә ҡурҡыу, әллә кемделер көтөү - мин улар арһында атайымды таный ҙа алманым. Аяғөҫтө баҫып торғандарының берәүҙәре йылынырға теләп һикерәнләй, икенселәре яланғас тәнен ыуғылай... Милиционер асып ебәреү менән уларҙың ҡараштары ишеккә ябырылды, күрәһең, һәр кем миндә үҙ туғанын күрергә өмөт итте. Атайымдың фамилияһын ҡысҡырҙылар, уға оят ине, күрәһең, килеп сыҡты ла, миңә бер ни ҙә өндәшмәйенсә, кейемдәрен алды һәм беҙ ниндәйер ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйғас, ниһайәт, урамға сыҡтыҡ. Атайым ниҙер өндәшкәйне генә, мине ошондай хурлыҡлы хәлгә төшөрөүенән ташып барған асыу һәм нәфрәтемде тыя алмайынса, уға екерҙем. "Баш төҙәтергә генә бир инде, ныҡ ауырыйым бит... Ҡайтып етергә",- тине ул бер ни булмағандай. Сарам юҡ ине. Тимәк, бөгөн дә өйгә ҡайтмайынса, ҡайҙалыр урамда йөрөп торорға тура килә...
Был көндән алып байтаҡ йылдар үтте, тормош та үҙгәрҙе, ләкин айнытҡыс тигән төшөнсә ниндәйҙер бер тупаҫ төйөр, йөрәк ауыртыуы, ҡайғы булып хәтерҙән юйылмай һаман. Шуға күрә, бөгөн айнытҡыстар кәрәкме тигән һорауға ла мин бер төрлө генә яуап бирергә ҡыйынһынам. Минең уйымса, айнытҡыстар эскелек сиренә бирелгән кешеләргә ниндәй ҙә булһа ярҙам итеү маҡсатында ойошторолорға тейештер, ә бер төн ҡунып, аҡса түләп, етмәһә, уларҙың былай ҙа кәмһенеүле хәлдәренән көлөп, полиция йәберләүенә, мыҫҡыллауҙарға дусар итеп, булған ғына аҡсаларын талап сығара торған урын итеп түгел. Ә беҙҙәге ошоға тиклем булған айнытҡыстан сығыу менән кеше тағы ла эсергә йүнәлә ине, шулай булмаһын, ә айнытҡыс булғас, ул кешене ысынлап та айнытып, һиҫкәндереп ебәрерлек, уйландырып алырлыҡ булһын, тик бына уны нисек эшләргә - шулай уҡ белгестәргә уйланырға кәрәк. Бәлки, урамда аунап ятҡанды ғына түгел, ә боларып, башҡаларға тынғылыҡ бирмәгәндәрҙе лә айнытҡысҡа оҙатыу мәсьәләһен ҡарарҙар. Айнығас, был кешене психолог, нарколог кеүек белгестәр менән әңгәмә йә дауалау сеансы, бик булмаһа, холоҡ төҙәтеү буйынса йәмәғәтселек өсөн файҙалы эштәр көтһөн.
Әйткәндәй, ҡайһы бер сит ил тәжрибәһен дә файҙаланырға мөмкин. Мәҫәлән, Америкала тәгәрмәсле айнытҡыстар хеҙмәте һорау менән файҙалана икән. Медицина хеҙмәткәрҙәренән торған бригада иҫерек кешегә тиҙ арала үҙе килә, уны аяҡҡа баҫтырыу өсөн система ҡуя, укол ҡаҙай, башҡа төрлө оператив ярҙам күрһәтә ала. Тик был хеҙмәттәр, әлбиттә, кеҫәһе ҡалындар өсөн. Ә бит беҙҙең йәмғиәт хәҙер ҡапма-ҡаршы социаль ҡатламдарға бүленеп бөттө, шуға ла алкоголь эсемлектәрҙе ҡулланыу кимәле лә, эскәндәр өсөн айнытҡыс һәм иҫерек кешегә ярҙам кимәленең дә айырымланыуы бик ихтимал.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.
