ШӨҒӨЛӨҢ НИНДӘЙ?

Бөгөнгө йәштәр үҙенең төп һөнәренән тыш, тағы ниндәй шөғөлдәргә эйә? Әллә хеҙмәттән ситләшеү уларҙы, мәҫәлән, ата-бабалар шөғөлдәрен дә һанламауға килтерҙеме?

ШӨҒӨЛӨҢ НИНДӘЙ?, image #1

Гөлсөм КӘРИМОВА, Дәүләкән ҡалаһы, уҡытыусы: Минең төп хеҙмәт урыным - мәктәп, балаларға рус теле һәм әҙәбиәтенән дәрестәр бирәм. Йәш белгес программаһында ҡатнашып, үҙемдең тыуған яғым Ғафури районынан ошо ҡалаға килгәйнем.

Элек нисек булғандыр, әммә хәҙер уҡытыусыларҙың ҡағыҙ эше бик күп. Уның араһында дәфтәр тикшереп өлгөрөргә лә кәрәк. Ярай, һүҙ был турала түгел. Нимә әйткем килә, шәхсән уҡытыусыларҙың төрлө шөғөл менән булырға ваҡыттары ла ҡалмай тиерлек. Мин үҙем, мәҫәлән, бәйләргә, тегергә яратам. Һуңғы ваҡытта ҡашмау, селтәр, түшелдерек һәм башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының башҡа биҙәүестәрен эшләй башланым. Был шөғөлдәр менән булырға күңел тартылып ҡына тора.

Тағы ла мин төрлө ептәрҙән сумкалар эшләйем. Был шөғөлөм миңә рухи кинәнес кенә бирмәй, ә өҫтәмә килем дә килтерә. Тимәк, төп профессиянан тыш, тағы ла ниндәйҙер шөғөлгә эйә булыу финанс йәһәттән дә яҡшы икәнен үҙемдән беләм.

Тыуған йортомда атайым бейәләр үрсетә. Йәйгеһен ҡымыҙ, ә ҡышын ҡаҙылыҡ эшләп, тирә-яҡ ауылдарға һатабыҙ, шуға күрә мин бәләкәйҙән ҡымыҙ эшләү серҙәрен беләм. Был эште хәҙер еңеләйтеп, ҡайһы бер ҡымыҙ эшләүселәр ҡул көсөн әллә ни файҙаланмай. Ә беҙ иһә әле булһа тик ағас көбөләрҙә, хас та элекке кеүек ҡул менән бешеп, ҡымыҙ етештерәбеҙ. Ҡул көсө һалынған эсемлек тәмлерәк була, ти атайым. Унан ҡалһа, беҙҙең эшмәкәрлек көбө һәм башҡа ошондай кәрәк-яраҡ эшләүсе оҫталарға ла ярҙам, сөнки даими рәүештә уларҙың тауарын һатып алабыҙ. Ошо рәүешле ата-бабаларҙан күсә килгән ҡул шөғөлдәрен һаҡлап ҡалыуға һәм киләһе быуындарға еткереүгә үҙ көсөбөҙҙө һалабыҙ.

Бер туған ағайым полиция хеҙмәткәре. Һирәк кенә ялына ҡайтҡанда ла ауылдағы бөтә эштәрҙе лә емертеп эшләп китә. Ат дағаларға, сыбыртҡы үрергә, тимерлектә булышырға айырыуса ярата. Шуға күрә йәштәрҙе ата-бабалар шөғөлөнән ситләшкән, тип әйтергә телем әйләнмәй, теләге булғандар элекке кәсептәрҙе онотмай һәм онотмаясаҡ та.

Салауат ХАФИЗОВ, "7 егет" телевизион конкурсының беренсе миҙгел еңеүсеһе, производство-техник бүлек етәксеһе: Ысынлап та, бөгөн, бәлки, хеҙмәттән ситләшә барабыҙҙыр. Миҫал өсөн бесән әҙерләүҙе алайыҡ. Ауыл был ваҡытта айырыуса йәнләнә. Элегерәк бигерәк күңелле була торған ине бесән әҙерләүҙәр, сөнки тотош ғаилә менән бергә ҡырға атҡа тейәлеп бараһың, салғы менән бесән сабаһың, тырма менән йыяһың, һәнәк менән күбәләйһең. Ҡул араһына ингән малайҙар күбә тарттыра, кәбән ҡойоуҙа ҡатнашып, үҙҙәренең кәрәкле булыуын тойоп үҫте. Бөтә эш ҡул көсө менән башҡарылды, шуға күрә һәр ауыл малайы салғы тота белде, тырманың теше төшһә, "һә" тигәнсә эшләп ҡуйҙы, һәнәк һапланы. Хәҙер бесән эшләү ҙә техникаға "тапшырылып" бөтөп бара, ҡамасау булып йөрөмәһендәр, тигән уй менән малайҙар бесәнгә алып йөрөтөлмәй, тимәк, улар эш барышын белмәй үҫә. Бесән эшләү миҫалында ғына ла бөгөнгө көндә хеҙмәткә булған һөйөүҙең һүрелә барыуына, хеҙмәткә ҡарата булған хөрмәттең юғалыуына шаһитбыҙ.

Үҙем ҡатнашҡан "7 егет" проектының иң мөһим үҙенсәлеге - тапшырыуҙы эшләүселәр егеттәргә төрлө һөнәр менән танышырға, үҙҙәрен бер нисә өлкәлә һынап ҡарарға мөмкинлек биреүе. Шулай уҡ төрлө өлкәлә эшләүсе оҫталарҙың хеҙмәтен күреү егеттәргә үҙҙәренең тормошона яңы һулыш индерергә, яңы хеҙмәт офоҡтары асырға мөмкинлектәр ҙә биреүе менән мәртәбәле.

Күпселек кешенең төп эшенән тыш, яратҡан шөғөлө лә була. Башҡорт егеттәренең ошондай шөғөл, хобби итеп халҡыбыҙға хас булған, быуындан-быуынға күсә килгән кәсептәрҙе үҙ итеүҙәре айырыуса хуплауға лайыҡ булыр ине, тип уйлайым. Был кәсептәр менән булышыу, теләк булғанда, беҙгә ауырлыҡ тыуҙырмаясаҡ, сөнки улар ҡандан, атай-олатайҙарыбыҙҙан килә. Халҡыбыҙҙың һәр шөғөлөндә беҙҙең тарих ята, бер кәсеп тә буш урында барлыҡҡа килмәгән, уларҙың һәр береһе төплө уйланылған, тормош көтөүҙе еңеләйтеү өсөн ҡалыплаштырылған, шуға күрә беҙгә уларҙы оноторға ярамай.

Мин ҡатнашҡан миҙгелдә проектта төрлө оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙеләр. Уларҙың һәр береһе үҙенсәлекле булды, оҫталарҙың үҙ эштәрен яратып, урын еренә еткереп башҡарыуы һәм беҙҙән дә ошоно талап итеүе беҙгә, ҡатнашыусыларға, оло тормош дәресе булды. Шулай уҡ проект барышында осрашҡан оҫта ағайҙар үҙҙәренең эштәре менән генә түгел, ә аҡыллы һүҙҙәре менән дә күңелде үҫтереп, киләсәккә ышаныс биреп, ҡанатландырып ебәрҙе. Уларҙың өйрәткән һәр шөғөлө, кәсебе шәхсән минең өсөн файҙалы булды, улар пазл кеүек үҙ урындарына тороп, тормошомдо тулыландырҙы һәм бөтәйтте. Ағайҙар күрһәткән һәр кәсеп: батман эшләү, ағастан айыу һыны юныу, күн эшкәртеү һәм уны дөрөҫ ҡулланыу, талдан ситәүкәләр үреү, шул уҡ бесән сабыу - киләсәктә миңә мотлаҡ кәрәге тейәсәк икәнлеген беләм.

Һөнәрмәндәр, ҡулы эш белгәндәр һәр заманда ла юғалып ҡалмаған һәм ҡалмаясаҡ. "Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ", тигән мәҡәлә бик тапҡыр һәм дөрөҫ әйтелгән. Ғөмүмән, кешенең шөғөлдәре күберәк булған һайын, улар уға рухи йәһәттән дә, физик яҡтан да үҫешергә булышлыҡ итә.

Зариф ӘБСӘЛӘМОВ, Миәкә районы, ауыл хужалығы белгесе: Һәр заманда ла йәштәрҙең шөғөлө төрлө өлкәгә ҡарай. Әгәр ҙә элек ҡул эшенә бәйле шөғөл һәм кәсептәр күпселекте тәшкил итһә, 90-сы йылдарҙа йәштәрҙең күбеһе төп эше итеп тә, шөғөл булараҡ та сауҙа өлкәһен һайланы, хәҙер иһә IT, программалау, компьютерға өҫтөнлөк бирәләр.

Атай-олатайҙарҙың кәсебе, шөғөлө элек тә күберәген ауылдарҙа йәшәп килде. Ҡала балаларына ситән үреү йәки ат дағалау кеүек кәсептәр ул ваҡытта ла әллә ни фарыз түгел ине, хәҙерге көндә лә әллә ни кәрәге юҡтыр, тием. Ҡалала тыуып үҫкәндәрҙең бик һирәктәре генә тормош көтөргә ауыл ерен һайлай, шуға күрә элекке шөғөлдәрҙе, халҡыбыҙҙың кәсептәрен һаҡлап ҡалыу, үҫтереү, киләсәк быуынға тапшырыу нәҡ ауылда тыуған һәм шунда йәшәгәндәр иңенә төшә. Һәм был дөрөҫтөр ҙә, сөнки улар атайҙарының, ағайҙарының хеҙмәтен күреп үҫә, үҙҙәре әүҙем шөғөлләнмәһә лә, һәр төрлө эштең айышын белә.

Шулай ҙа нәҡ бөгөнгө заман йәштәре генә хеҙмәттән ситләшкән, тип әйтмәҫ инем. Һәр ваҡытта ла яңы һөнәр үҙләштерергә әҙер торған, ҡул хеҙмәтен өҫтөн ҡуйған һәм тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө итеп күргән кешеләр булған һәм бар. Үҙҙәренә өҫтәмә шөғөл табырға ынтылмаған, ниндәйҙер кәсеп менән булырға теләмәгәндәр ҙә һәр заманда ла булған. Бөтә кеше бер йүнәлештә генә йәшәй алмай, һәм был дөрөҫтөр ҙә.

Мәҫәлән, минең атайҙың йәштәштәре араһында эскелекте өҫтөн күреп, үҙе лә хеҙмәтте үҙ итмәгән, балаларына ла матур йәшәү һәм эш өлгөһө күрһәтә алмаған ағайҙар бихисап. Шул уҡ ваҡытта минең йәштәштәремдең күбеһе дәүләт эшендә лә эшләйҙәр, төрлө шөғөл менән дә булырға ваҡыт табалар. Шәхсән мине күн эше ҡыҙыҡһындыра. Интернет селтәрендә ошо өлкәлә уңышлы эшләгән кешеләрҙе күҙәтеп барам, форсат сыҡҡанда уларға барып өйрәнергә лә уй бар.

Дуҫтарым араһында ағастан юнып, төрлө һындар, сувенирҙар эшләүселәр бар. Кәләшем шәл оҫталары менән дан тотҡан Ейәнсура ҡыҙы. Ғаилә дуҫтарыбыҙҙың кәләштәре лә шәл бәйләргә өйрәнеү теләге белдерҙе, хәҙер аҙна һайын йыйылып, ошо боронғо шөғөлдең серҙәренә төшөнәләр. Күрше егет, уға 25 йәш, вахта ысулы менән Себер тарафтарында эшләй һәм өҫтәмә шөғөлө итеп бал ҡорттары тота. Уның был шөғөлөн бар күңелен һалып башҡарыуына шаһитмын, тимәк, ошондай йүнселдәр булғанда башҡорт балына бөтөү ҡурҡынысы янамай. Йәштәр араһында бындай миҫалдар күп.

Халҡыбыҙҙың быуаттар буйына формалашҡан, быуындан-быуынға күсеп килгән кәсеп-шөғөлдәре бихисап. Эйе, йәштәрҙең һәр береһе улар менән булышмай, ләкин был әлеге кәсептәр онотолған, тигән һүҙ түгел. Әгәр ҙә ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында боронғо кәсептәр менән шөғөлләнеүгә мохтажлыҡ тыуһа, оҫталар етерлек буласаҡ. Бөгөнгө көндә ата-бабаларҙың шөғөлө, кәсебе онотола төшкән икән, был уларҙы һанламауҙы аңлатмай, ә әлеге көндә икенсе ҡиммәттәрҙең өҫтөнөрәк булыуына, башҡа шөғөлдәрҙең кәрәклерәк икәненә генә ишаралай.

Гөлназ САФУАНОВА яҙып алды.

51 views·2 shares