ҮЛӘНДӘН АҠСА

Быйыл үҫмәгән үлән, уңмаған емеш ҡалманы. Боланут эшкәртеп, башҡа үләндәр йыйып, тәмле сәй әҙерләргә лә тамам оҫтарҙыҡ, ул хатта махсус етештерелеп, һатыуға ла сығарылды. Тағы ниҙәрҙе үҙебеҙ үҫтереп, өҫтәмә килем алырға, аҡса эшләргә булыр ине?

ҮЛӘНДӘН АҠСА, image #1

Сәлим ХАФИЗОВ, Ишембай районы Маҡар урман хужалығы директоры: Эйе, боланут сәйен етештереүгә лә байтаҡ булды инде, 2014-2015 йылдарҙа уҡ башлап ебәргәйнек. Оҙон-оҙаҡ уйлап, хәбәр һөйләп тә торманыҡ, тоттоҡ та башланыҡ - тәүәккәллек кәрәктер, тием барыбер ниндәй эшкә тотонғанда ла. Был эш бөгөн дә дауам итә. Халыҡ бик оҡшатты яңы продукцияны, хатта үҙҙәре килеп һатып ала башланылар. Хуш еҫле тәмле сәйебеҙ Өфөләге Ҡунаҡһарай, Коммунистик урамындағы фермер магазиндарында, Рощинский совхозының сауҙа селтәре аша һатыла. Яңыраҡ был сәй хаҡында ил Президенты Владимир Путинға ла билдәле булды хатта. 20 июлдә булып үткән яңы идеялар форумында Череповец ҡалаһынан боланут сәйе етештереүсе бер эшҡыуар сәйҙе ситтән һатып алғансы, ошо болануттан үҙебеҙ етештереп, йөҙҙәрсә миллиард йыллыҡ килем алырға мөмкин булыуы хаҡында һөйләне һәм Путин был үҫемлекте ауыл хужалығы культуралары исемлегенә индереп, Ауыл хужалығы министрлығына шифалы һәм экологик таҙа боланут сәйен етештереүҙә ярҙам күрһәтеү бурысын йөкмәтергә һүҙ бирҙе.

Дөрөҫ, Рәсәйҙең күп төбәктәрендә, шул иҫәптән беҙҙә лә, әйтеп китеүемсә, боланут сәйе уға төрлө шифалы үләндәр ҡушып, күптән инде етештерелеп килә, тик улар урындағы ихтыяждан ары китмәй, сөнки шәхси эшҡыуарҙар тарафынан бәләкәй предприятиеларҙа сикле күләмдә етештерелә. Ә Хлынов әйтмешләй, бөтөн илде сәй менән тәьмин итеү өсөн боланутты плантацияларҙа үҫтереп, сәнәғәт етештереүе линияһын яйға һалыу кәрәк. Был оҙайлы һәм ҡатмарлы эш, бик күп аҡса талап итә, шунлыҡтан, беҙ әҙер сәйҙе көтөп ултырмаясаҡбыҙ, әлбиттә, үҙебеҙҙең юлға һалынған эшебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ, сөнки сифатлы һәм арзан сәй беҙгә бөгөн кәрәк.

Был сит ил продукцияһын үҙебеҙҙеке менән алмаштырыуҙа мөһим бер аҙым да ул. Бөгөн магазиндарҙағы сәйҙәрҙең хаҡын күрәһегеҙҙер: сит илдәрҙән килтерелгән, сифаты, тәме менән бер ҙә һоҡланырлыҡ булмаған 100 грамлыҡ сәйҙең ҡабы 300-400 тәңкәгә барып баҫты бит! Ә үҙебеҙ етештергән боланут сәйе тәмле һәм арзан ғына түгел, шифалы ла! Составында А, В1 - В9, С, РР витаминдарынан башҡа, фосфор, калий, кальций, цинк, магний, селен, тимер һәм башҡа бик күп макро- һәм микроэлементтар бар. Боланут сәйе юғары ҡан баҫымын төшөрә, нервыларҙы тынысландыра, йоҡоһоҙлоҡтан дауа, организмдан артыҡ тоҙҙарҙы сығара, ашҡаҙан-эсәк юлдарын көйләй, баш ауыртыуын баҫа, ҡан тамырҙарын нығыта һәм башҡалар - уның файҙаһы хаҡында тиҙ генә һөйләп тә сығырлыҡ түгел. Ата-бабаларыбыҙ мәтрүшкә сәйе менән бер рәттән, боланутҡа ҡарағат, ҡурай еләге япраҡтары, әлморон емеше һәм башҡа шифалы үләндәр ҡушып, юҡҡа ғына яратып эсмәгәндер, күрәһең.

Сәриә ҠАҺАРМАНОВА, Белорет районы, уҡытыусы: Йәй ризыҡтың мул сағы, һыйыр ағының һәр тамсыһын исрафламай тотонор мәл. Халҡыбыҙ һыйыр һөтөнән ниндәй генә ризыҡ етештермәгән! Үкенескә, хәҙерге балалар, шулай уҡ хатта өлкәнерәктәр ҙә, ҡатыҡ эсмәй, ҡорот ашамай һәм үҙҙәрен дауаға бәрәбәр бик шифалы, туҡлыҡлы аҙыҡтан мәхрүм итәләр. Шулай булһа ла был ризыҡтарҙы ашап үҫкән быуын - беҙ бар, ә ауылда тыуып, хәҙер ҡалала көн иткәндәр өсөн, ғөмүмән, танһыҡ аш ул һөт ризыҡтары. Күптәр уны ҡәҙерле күстәнәс итеп ауылдан килтерә, һатып та алалар, йә булмаһа, фермер продукттары менән сауҙа итеүсе ҡала магазиндарынан эҙләп табалар. Шулай булғас, һөт ризыҡтарын әҙерләп, уны һатып алырға теләгәндәр өсөн тәҡдим итеү көнүҙәк мәсьәләлер тип уйлайым. Йәйге селләлә ҡыҙыу эш, бесән мәлендә һыуһынды ҡандырыр айранды ғына алып ҡараһаҡ та, был магазиндарҙа һатылған теләһә ниндәй кока-кола, пепси, йә башҡа төрлө химикат тултырылған газлы эсемлектәргә ҡарағанда мең артыҡ!

Мин үҙем ҡорот ҡайнатырға әүәҫмен, заказдар ҙа күп була. Уны мин былай эшләйем. Айыртылған һөттән ойотолған ҡатыҡты егерме көнләп ултыртып ҡуйғас, барлыҡҡа килгән эркетте ҡайнатабыҙ. Кемдер уны рәхәтләнеп газ плитәһендә ҡайнатам, ти. Шулай рәхәтерәктер, әлбиттә, ләкин ерек утыны яғып, шуның төтөнө ыҫында ҡайнатмағас, ҡорот ҡорот буламы инде! Ҡайнатҡанда эркеткә бер аҙ тоҙ һалам, шул саҡ ҡорот шыйығы тиҙ һарҡа. Бер-ике көндән ҡорот әҙер. Тоғонан табаҡҡа ауҙарып, үҙегеҙ теләгән рәүештә йомарлап, киптерергә ҡуйырға ғына ҡала. Ҡоротҡа төрлө тәм бирергә теләһәгеҙ, ҡайнатҡанда эркеткә сейә япрағы ҡушырға мөмкин, ә инде әҙер ҡорот массаһын йоморсоҡтарға әүәләгәндә укроп ҡушып, туңдырғысҡа һалһағыҙ, аш ҡатыҡлауға бына тигән тәмләткес була. Шул уҡ ваҡытта балалар өсөн ҡоротҡа емеш-еләк ҡушып туңдырырға ла мөмкин. Мин килолап йәш ҡоротто полиэтилен моҡсайҙарҙа туңдырам, һатып алыусылар өсөн шулай уңайлыраҡ була. Ә инде шыйыҡ ҡорот яратҡандар өсөн уны пластик шешәләргә тултырып һатам. Кипкән ҡорот та бик үтемле була, уны айырыуса походта, экскурсияла йөрөгәндә кәнфит урынына һурып йөрөһәң, асыҡтырмай, йән-тәнеңә көс-ҡеүәт өҫтәлә.

Ҡаҡ ҡойоу шулай уҡ бик үтемле, файҙалы ризыҡ. Быйыл емеш-еләк уңды, ниндәйенән эшләһәң дә тәмле һәм шифалы килеп сыға, сөнки ул ҡайнатмаға ҡарағанда күпкә файҙалыраҡ. Йыйылған еләкте таҙалап, йыуып, блендер менән иҙәһең. Еләктең күплегенә ҡарап, самалап шәкәр ҡомо һибелә. Мин үҙем уны күп ҡушмайым: 1 литр һауыттағы емешкә - 1 балғалаҡ шәкәр һалам, сөнки шәкәрҙең дауа түгеллеген яҡшы беләбеҙ. Кемдәрҙең заманса электр ылашы юҡ, өләсәй-әсәйҙәребеҙ эшләгәнсә, таҡтаға йәйеп киптерергә була. Ылашҡа пергамент ҡағыҙ түшәлә, уны майларға кәрәк. Артабан еләк иҙмәһен тигеҙләп йәйеп сығабыҙ ҙа ылашҡа ултыртабыҙ. Мин ни бары 30 градусҡа ғына ҡуйып, ике көн киптерәм. Әҙер булғас, ҡаҡ йәймәһен ҡағыҙҙан айырып алыуы еңел булһын өсөн пергамент аҫтына дымлы таҫтамал һалып тотабыҙ һәм аҙаҡ ҡаҡты үҙебеҙгә оҡшағанса төрәбеҙ.

Әйткәндәй, был ике төр ризыҡ та экологик таҙа һәм тәбиғи продукт, уларға бер ниндәй консервант та, химия ла ҡушылмай. Белгән кешеләр заказ биреп, йыл һайын һатып ала, ләкин иғлан биреп кенә әллә ни килем эшләп булмай, ошондай ауыл ризыҡтарын һата торған махсус магазиндар бик кәрәк, тип уйлайым. Шул саҡта ауыл ризығы етештереп һатыусылар ҙа күберәк булыр ине.

Фирүзә ИШБИРҘИНА, хеҙмәт ветераны: Магазин аҙыҡ-түлегенең сифатына торған һайын дәғүәләр арта бара. Хәҙерге көндә магазин һөтөнөң эсергә яраҡһыҙлығын махсус лабораторияла тикшереп мәшәҡәтләнеү ҙә кәрәкмәй, тәмләп ҡарау ҙа етә: һөт тәменән башҡаһы бөтәһе лә бар. Шул уҡ ваҡытта һөт ризыҡтарын баҙарҙан һатып алыу ҙа хәүефле: ниндәй малдан, ниндәй шарттарҙа һауылған һәм ниндәй һауыттарға тултырылған? Картуф, йәшелсә, емеш-еләк кеүек аҙыҡ-түлекте шикләнмәй һатып алырға булһа ла, һөт продукттарының тиҙ боҙолоусанлығы махсус контроль талап итә, шуға күрә, тәмһеҙерәк булһа ла һөттө ниндәйҙер контроль үткән магазиндан һатып алыуҙы өҫтөн күрәһең.

Тик барыбер күңелдә хәүеф, сөнки Роспотребнадзор мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ит һәм һөт ризыҡтарының 15-20 процентында антибиотик бар. Бөгөн бит хатта бер ни уйлап тормаҫтан, һайлап-һайлап, маҡтай-маҡтай эскән сит ил сәйҙәренә лә ышаныс ҡаҡшап ҡуйҙы бит әле. Яңыраҡ "Рәсәй гәзите" яҙып сығыуынса, немец ғалимдары бәләкәй фильтр-пакеттарға төрөлгән сәйҙә үлән менән туҡланыусы, шулай уҡ ул үҫкән тупраҡ экосистемаһында йәшәүсе меңәрләгән төр бөжәк һәм йәнлектәрҙең ДНК-һы, йәғни генетик эҙҙәрен асыҡлаған. Улар араһында йыртҡыстары ла, паразиттары ла, детритофагтар ҙа (үле органика менән туҡланыусы) бар. Был, әлбиттә, махсус сәй компанияларына ҡаршы эшләнгән антиреклама түгел, ә осраҡлы рәүештә асыҡланған мәғлүмәт.

Шуға күрә, ете диңгеҙ, ете тау аръяғынан килтереп һатылған сәйгә ҡарағанда үҙ еребеҙҙә үҫкән үлән сәйе таҙараҡтыр тип ышанғы килә. Ләкин һәр кемебеҙҙең дә ҡырға сығып, үҙ ҡулдарыбыҙ менән үлән сәйе әҙерләй алыу мөмкинлеге юҡ, ә был эш менән даими шөғөлләнгән эшҡыуарҙар продукцияһы баш ҡалабыҙ Өфөлә бер-ике урында ғына һатыла. Ғөмүмән, фермер продукцияларын һатыуҙы аралашсы ҡулына тапшырып ҡуймайынса, тейешле кимәлдә ойоштороп, тәртипкә һалыу кәрәктер тип уйлайым, юғиһә, күберәк килем алыу өсөн санитар нормалар һәм ҡағиҙәләрҙе ашатлап өйрәнгән намыҫһыҙ фермерҙар һәм аралашсылар ҙа бар бит...

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

44 views·2 shares