РИШҮӘТ БИРГӘНЕҢ БАРМЫ?
Мәғлүм булыуынса, ришүәт алған кеше генә түгел, биргән кеше лә енәйәтсе. Ә һеҙ ришүәт биргәнегеҙ бармы?
Әмир ҠУНАҠҠУЖИН, Көйөргәҙе районы: Философтар янған утҡа, аҡҡан һыуға, башҡа кешенең эшләгәненә мәңге ҡарарға була, ти. Шуның кеүек, ришүәт темаһы ла мәңгелек. Ғәҙәттә, беҙ ришүәт тип ҙур вазифа биләгән кешегә ниндәйҙер хәл итеп булмаҫтай проблеманы сисеүҙә булышлыҡ итеүгә өмөт итеп, шундай уҡ ҙур суммала аҡса биреүҙе күҙ уңында тотабыҙ.
Бер биш-ун йыл элек статистика беҙҙең илдә ришүәт алыу беренсе урында ЮХХДИ системаһында күҙәтелә, ти ине. Хәҙер был тармаҡта закондар көсәйтелгәс, ҡулдарын һоноп торған автоинспекторҙар кәмей төшөүе хаҡында ла билдәләне статистиктар.
Ришүәт алыу-биреү бер бөгөн генә уйлап табылған күренеш түгел. Ул элек-электән булған алым. Күптәр иғтибар иткәне барҙыр әле, күптән түгел генә поликлиника, дауаханаларҙа ҡаҙ-өйрәк тултырылған ҙур-ҙур сумкалар күтәргән апай-инәйҙәр ҡабул итеүгә сират көтөп тормай инеп китә торғайны. Күстәнәс проблемаларымды тиҙ генә хәл итте, тип маҡтанып йөрөгәндәрен дә ишеткәнем бар. Ә бүләктәре-күстәнәстәре булмаған ысын ауырыуҙар сәғәттәр буйы сират көтөп ултырырға мәжбүр ине. Быны бит врачтар уйлап тапмаған, уларҙы беҙ үҙебеҙ шуға өйрәтәбеҙ, бер-ике сәғәт ваҡытыбыҙҙы экономиялабыҙ тип, аҡ халатлыларҙы ла намыҫтары менән һатыу итергә мәжбүрләйбеҙ.
Ошондай йәшерен ришүәттәр аҙым һайын тулып ята. Миңә бынан 14 йыл элек баш ҡалабыҙ дауаханаларының береһендә операция яһатырға тура килде. Хирург палатаға инеп, иртәгә операция яһайбыҙ, тип, пациентҡа иғлан итеү менән уныһы ниндәй коньяк алырға кәрәклеген һораша башланы. Медик арзанлы коньяк эсмәйәсәген иҫкәртте. Мин бер палатала ятҡан иптәштәрҙән ни өсөн быны эшләгәндәрен төпсөнөп һорашам, бөтәһенең дә яуабы бер төрлө, йәнәһе, хирург операция яһағанда һиңә иғтибарлыраҡ буласаҡ, кәрәк икән, сит илдә етештерелгән медпрепараттар ҙа ҡулланасаҡ. Ә Гиппократ анты ҡайҙа? Уны дәүләт ошо операцияны тейешенсә яһаһын өсөн алты йыл уҡытмағанмы ни?
Йәки икенсе осраҡ. Ауырыуҙан һуң бер йыл 3-сө төркөм инвалиды булдым. Осор тамамланғас, тағы медицина тикшереүе үттем, документтарҙы комиссияға тапшырҙым. Бер көндө уның ултырышына саҡырттылар. Төрлө-төрлө күп һорау биргәс, көтөп ултырырға ҡушып, коридорға сығырға ҡуштылар. Ун минуттан медсестра сыҡты ла ҡағыҙ киҫәге күрһәтте. Унда "15 000 р." тип яҙылғайны. Йәнәһе, ун биш мең һум бирһәм, инвалидлыҡты тағы бер йылға оҙайтасаҡтар. Мин ундай уйындарҙа ҡатнашмайым, тип сығып киттем. Медсестра артымдан сыҡты ла, инвалидлыҡ өсөн айына күпме алыуымды һорашты, 6 800 һум тигәс, ун ике айға ҡабатланы ла, был сумма 15 мең һумдан артыҡ, тип күҙемә ҡараны. Мин намыҫым менән һатыулашмайым, тип китеп барҙым.
Шулай ришәүәтте биреүсе булмаһа, алыусыһы ла булмаҫ ине. Илдә уны тулыһынса бөтөрөүен бөтөрөп булмаҫ, ә ҡырҡа кәметергә мөмкин. Бының өсөн закондарҙы көсәйтергә кәрәк. Бер миллион һум өсөн дә, бер миллиард өсөн дә бер төрлө яза ҡаралған тип әйтер инем дә, яңылышырмын кеүек, сөнки беҙҙә күберәк алған һайын яза кәмерәк тойола кеүек. Шуға күрә, миллиардлап һум ришүәт алған губернаторҙар, депутаттар, генералдар милли герой ролендә йөрөй хәҙер. Беҙҙең илдә дәүләт тарафынан "кәмһетелгәндәр"ҙе йәлләргә яраталар бит, шуға күрә, Аркадий Райкин әйткәнде был осраҡҡа ҡулайлаштырып, ришүәтте еңеп булмаясаҡ, ә еңгән хәлдә йәшәүе күңелһеҙ буласаҡ, тиергә мөмкин. Ришүәт, коронавирус сире кеүек, мутациялана. Хәҙер уны "вазифа вәкәләттәрен арттырып ҡулланыу" тип кенә әйтәләр. Киләсәктә лә үҙ-үҙен аҡлау өсөн тағы ла өр-яңы терминдар уйлап табырҙар әле. Бер киногерой әйтмешләй, мафия - үлемһеҙ...
Ләйсән ВӘЛИЕВА, Күгәрсен районы: Ришүәт һорағандары булды, әммә биргәнем юҡ... тиһәм, дөрөҫ булырмы икән? Икенсе ҡыҙым тыуғас, бер айҙан медицина тикшереүе үткәйнек, врач уның йөрәгендә ниндәйҙер тайпылыш бар, тигән һығымта яһаны. Шунан алып төрлө белгестәргә йөрөү башланды. Бер йәш тулғансы, асмаған ишек, тапамаған тупһа ҡалманы, тиһәң, бер ҙә арттырыу булмаҫ, моғайын.
Бер шулай үҙебеҙҙең район дауаханаһы йүнәлтмәһе менән республика ҡалаларының береһенә тар белгескә күренергә килдек. "Күстәнәс алып бар, тиҙерәк үтеп сығырһың", - тип иҫкәрткәйнеләр инде. Бер банка яңы айыртылған ҡаймаҡтан башҡа бер нәмә лә ала алманым, сөнки баланы ла күтәрергә кәрәк. Ул ваҡытта памперстар юҡ, береһенә - ҡоро, икенсеһенә еүешләнгән йүргәктәр, ползункиҙар һалынған ике пакетты ла тотаһы бар. Сират һыу буйы һымаҡ булмаһа ла, йәш бала менән көтөүе ауыр бит. Күрше райондан килергә тейешлекте беләләр ине инде, саҡырып индерҙеләр. Инеү менән врач та, медсестра ла икеһе лә минең ҡулдағы пакеттарға төбәлде. Күстәнәс өмөт иткәндәрен тәнемдең бөтә күҙәнәктәре менән тойҙом. Хатта үҙемә уңайһыҙ булып китте. Медсестра ымлап ҡына пакеттарҙы икенсе бүлмәгә ҡуйырға ҡушты. Яйлап, яҡшылап ҡаранылар, "Ауырыу тарихын" да ентекле өйрәнеп, тейешле дауаһын да тәғәйенләнеләр. Баламды урап, рәхмәт әйтеп сығайым тиһәм, теге йүргәктәр һалынған пакеттарымдың береһе лә юҡ. Мин бала менән булғансы, медсестра бер нисә тапҡыр теге бүлмәгә сығып ингәйне инде. Икенсе урынға ҡуйҙымы икән, тип һораһам: "Ул ауыл күстәнәсе түгел инеме ни?" - тине аптырап. Шул тиклем оялдым, үҙемдең белдекһеҙлегемдән түгел, ә уларҙың шул ҡылығынан ныҡ уңайһыҙ хәлдә ҡалғайным. Бүлмәләге иң төпкө шкафтан алып сығарып бирҙе ул төйөнсөгөмдө. Оялышымдан бер банка ҡаймаҡты бирергә лә онотоп сығып киткәнмен.
Студент ваҡытындағы шундай бер ваҡиға ла иҫкә төштө әле. Ситтән тороп уҡып йөрөйөм. Өйҙә бер түгел ике бала көтөп ултырғас, имтихандарҙы алдан биреп, тиҙерәк ҡайтыу яғын ҡарайһың бит инде. Бер уҡытыусы кемдең йәш балалары бар, әҙер булһағыҙ, алданыраҡ бирһәгеҙ ҙә була, тине. Уның "ҡулы таҙа" түгел икәне тураһында һүҙ йөрөй ине инде студенттар араһында. Беҙ бер нисә ҡыҙ һөйләштек тә, "бүләк" әҙерләргә булдыҡ. Үткән быуаттың 90-сы йылдары башы. Магазин кәштәләре буш саҡ, аҙыҡ-түлек, шул иҫәптән араҡы ла талонға ғына бирелә. Шулай, тегенән-бынан, өҙөп-йолҡоп, бер шешә коньяк, ыҫланған колбаса, бер ҡап кәнфит һалынған пакет тотоп, имтиханға киттек. Барғансы ҡыҙҙар менән: "Пакетты мин бирмәйем, һин бирәһең", - тип бәхәсләшеп барҙыҡ. Мин тотоп индем дә, өҫтәлгә терәп, иҙәнгә ҡуйҙым. Бына өсөбөҙ ҙә имтиханды тапшырҙыҡ, "зачетка"ларҙа тейешле билдәләр ҙә тора. Әммә теге күстәнәсте сығарып бирергә беребеҙҙең дә баҙнатыбыҙ етмәне.
Тороп сыҡтыҡ та киттек. Кемдең өлөшөнә эләккәндер инде был ул заман өсөн дефицит ризыҡтар. Бәлки, ришүәт алып өйрәнгән фән кандидаты, үрҙә атап үткән медсестра кеүек, алдан уҡ танауы ҡысып, һиҙеп ултырғандыр, беҙ сығып китеү менән ҡулына ла эләктергәндер. Уныһы миңә билдәһеҙ. Әммә ошо йәшемә етеп, шуны аңланым, ришүәтте биреү өсөн дә һәләт кәрәк икән. Ниндәйҙер файҙа күрәйем тип, башҡа улай "бүләк" тотоп йөрөргә тура килмәне, шөкөр. Бөгөнгө көндә нимәгә өлгәшкән булһаҡ, барыһы ла хәләл көсөбөҙ менән атҡарылған.
Рәмилә ЙӘҒӘФӘРОВА, Ейәнсура районы: Бөгөн, йәшерен-батырыны юҡ, "Ҡул - ҡулды, ҡул битте йыуа", тигән лозунг аҫтында йәшәйбеҙ.
Ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ, танышлыҡ, "йөнтәҫ ҡул" ярҙамын бик һирәктәр генә ҡулланмайҙыр, минеңсә. Уныһы ла намыҫы ҡушыуы буйынса түгел, ә танышы булмауы сәбәпле генә, тип уйлайым. Коррупцияны иҫкәртеү, уға ҡаршы көрәшеү йәһәтенән республикала етди эш алып барылһа ла, йәмғиәтебеҙ өсөн был хәүефле күренеш йәшәүен дауам итә. Тап ошо ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ, танышлыҡ арҡаһында иҡтисадыбыҙ ҙа аҡһай, сөнки предприятиеларға белгестәр һөнәре буйынса түгел, ә күберәк танышлыҡ менән эшкә урынлаша. Компетенцияға тура килмәгәс, билдәле инде, уның эшен башҡа кеше эшләй, ике йәки бер нисә кешенең бурысын бергә атҡарған хеҙмәткәрҙең иһә эшенең сифаты аҡһарға ла мөмкин. Шулай итеп, был кире күренеш туранан-тура дөйөм эш күрһәткесендә сағыла.
Ата-әсәләр йыйылышына, врачҡа, берәй белешмә юллап башҡа ведомстволарға барғанда, сумкаһына бер ҡап кәнфит булһа ла һалып йөрөмәгән кеше бик аҙ хәҙер. Күстәнәсһеҙ барһаң, хатта һөйләшеп тә булмай бит ул. Быны беҙ үҙебеҙ, әлбиттә, ришүәт бирәбеҙ икән, тип тә уйламайбыҙ. Алған кеше лә эшләгән эше, ярҙамы өсөн рәхмәт белдереү сараһы ғына тип ҡабул итәлер. Әммә тап ошо һәр кем күстәнәс йөрөтөү арҡаһында кешенең нәфсеһе арта бит инде. Һөҙөмтәлә, шулай итеп, ришүәтселәрҙе үҙебеҙ булдырабыҙ. Шул сәбәпле, бөгөн кем күберәк бирә, шуның һүҙе үтә, эше эшләнә. Закон буйынса, беҙ биргән кәнфиттең, кофе йәки коньяктың хаҡы ришүәтселеккә, бәлки, инмәйҙер ҙә, әммә беҙ етәкселәрҙе бүләк алырға ғәҙәтләндерәбеҙ.
Күптән түгел интернетта ошо темаға һорау алыуҙың йомғаҡтарын күреп ҡалғайным. Унда, мәҫәлән, Башҡортостан халҡының 18 проценты бер тапҡыр булһа ла эшендә ришүәт биргән, тигән һүҙҙәр бар ине. Бында һорау алыуҙа ҡатнашҡандар ғына ингәндер, ә унда ҡатнашмағандар күпме? Бына, мәҫәлән, минең үҙемә лә ҡайһы бер йомоштарымды йомошлар өсөн кәрәк кешене "майлағаным" булды. Бынан утыҙ йыл элек отпускыны йәй көнө алыр өсөн етәксемде ғаиләһе менән бергә мунсаға саҡырып, ҡунаҡ итеп, бүләк биреп ҡайтарғайным, ялымды үҙем теләгән ваҡытта алырға насип булды. Юғиһә, гел ҡышҡы ваҡытҡа тура килә торғайны.
Яңы йыл, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар йәки Ватанды һаҡлаусылар көнө кеүек сираттағы иҫтәлекле даталар айҡанлы, бында, әлбиттә, туған көн, юбилей тураһында һүҙ бармай, хеҙмәткәрҙәрҙән етәксеңә айырым аҡса йыйыуҙы ла мин килешмәгән күренеш, тип иҫәпләйем. Шуның менән уның күңелен күрергә тырышыу, тип аңлайым. Минең элекке эшләгән урында ошо йола йәшәй ине: һәр кем береһенән-береһе уҙҙырып, бер кемгә лә күрһәтмәй генә, етәксегә бүләк бирҙе. Шулай итеп ҡотлағандарға ул нисектер мәрхәмәтлерәк, йомартыраҡ була торғайны. Йәшермәйем, мин үҙем дә бүләк биргәнем булды, сөнки башҡаларҙан кәм булғым килмәне. Ғөмүмән, ришүәтселек - беҙҙең, үҙебеҙҙең, закондарҙы, хоҡуҡтарыбыҙҙы аңламау, белмәү, сәйәси институттарҙың камил булмауы арҡаһында килеп сыҡҡан кире күренеш ул. Беҙ тейешле ҡанундарҙы белмәгәс, вазифалы кешеләр рәхәтләнеп бюрократик кәртәләр ҡуя, үҙҙәренә ҡулай түләүҙәр булдыра, хаҡтарҙы арттыра. Власть органдары структураһын белмәүебеҙ сәбәпле, ул беҙгә ҡатмарлы булып күренә. Уны һәр кем еңел үтергә теләп, вәкәләтле кешеләргә бүләк-күстәнәс әҙерләй. Был тәңгәлдә тейешле контролдең булмауы тап ошо коррупцияның сәскә атыуына килтерә лә инде.
Лена АБДРАХМАНОВА яҙып алды.
