Һәр төбәктең, ҡаланың, ауылдың абруйлы, хөрмәтле кешеләре бар. Шуларҙың кемеһе тураһында һөйләргә теләр инегеҙ?
Сәйфулла ӘМИРОВ, Мәләүез районы: Һорау бик ҡыҙыҡ ҡуйылған. Беҙҙә, ғәҙәттә, кешене бер тапҡыр булһа ла матбуғатта ҙурлап телгә алһалар, ул әҙәм, эш боҙмаһа, ғүмер буйы маҡтала ла маҡтала. Шул уҡ ваҡытта халҡына, яҡташтарына, ауылдаштарына бихисап ярҙам иткән, улар өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәгән, әммә милләтебеҙгә хас баҫалҡылығы, башҡа кеше күҙенә артыҡ күренергә тырышмауы арҡаһында ситтә торғандарҙы тик яҡындары, туғандары һәм фекерҙәштәре генә белә.
Мәләүез районында ла бар ул ундай кеше. Ул - Ғәйнетдин Камалетдинов. Ундайҙар хаҡында, ғәҙәттә, үҙ-үҙен булдырған, тиҙәр беҙҙең яҡтарҙа. Кескәй генә йәштә атайһыҙ ҡалып, бала саҡтан ауыр хеҙмәттә сынығып үҫә, ауырлыҡтар алдында бөгөлөп төшмәй. Шуға ла, ниндәй генә вазифаға тәғәйенләнһә лә, юғалып ҡалманы, һәр саҡ йөкмәтелгән бурысты еренә еткереп үтәне. Тырышлығы ҡала һәм район етәкселәре тарафынан юғары баһалана, уға һәр ваҡыт яуаплылыҡ талап иткән эште ышанып тапшыралар. Мәләүез ҡалаһында урынлашҡан 7-се айырым һөнәри-янғын һағы отряды начальнигы итеп ҡуйыуҙары ла шуға асыҡ миҫал. Карьера үҫешендә уға булышлыҡ итерлек яҡындары ла, таныштары ла булмауын иҫәпкә алғанда, был вазифаға үҙ һәләте, белеме һәм ныҡышмалылығы арҡаһында ирешеүен барыһы ла белә. Хәҙер күптән хаҡлы ялда ул.
Ғәйнетдин ағайҙың башҡаларҙан айырмалы бер һыҙаты бар - ул үҙ милләтен яратып ҡына ҡалмай, ә милләттәштәренә ғүмер буйы ярҙам итте һәм итә. Ҙур тормош юлы үткән яҡташыбыҙҙың тормош тәжрибәһе лә бай һәм ул уның менән йомарт бүлешә. 1988 йылда ҡала-районда беренсе "Көнгәк" башҡорт ижтимағи-сәйәси берекмәһе ойошторолғас, тәүге көндәрҙән үк уның эшендә әүҙем ҡатнашты, үҙенең аҡыллы фекерҙәре менән күп кенә хаталар эшләүҙән һаҡлап ҡалды. Беҙҙең бик күптәребеҙ редакцияға заводтарҙан, ойошмаларҙан килгәйне, ҡайһы берҙәребеҙгә утыҙ йәш тә тулмағайны. Урындағы бюрократтар менән аралашыу тәжрибәһе лә юҡ кимәлендә. Бына шундай осорҙа кәңәштәре бигерәк тә кәрәк булды ағайҙың. Ул ваҡыттан утыҙ йыллап ғүмер уҙһа ла уның бер әйтемде йыш ҡабатлағаны хәтерҙә уйылып ҡалған: "Егеттәр, был юлы ишекте көсәнеп этмәгеҙ, уны үҙебеҙгә тартып та еңел генә асырға була", - тип проблеманы хәл итеү юлдарын кәңәш итә торғайны.
Ҡайһы бер һуңғы осорҙа ғына милли аңы уянған милләттәштәребеҙҙең өлкән быуынды телебеҙ, тарихыбыҙ өсөн көрәшмәүҙә ғәйепләүе ишетелә башланы. Улар хаҡлы түгел, әлбиттә. Торғонлоҡ осоро тип аталған йылдарҙа ла милләтебеҙҙе ҡайғыртҡан, уның вәкилдәренә ярҙам иткән илһөйәрҙәр булды. Улар ошо тырышлыҡтары өсөн рәсми рәүештә маҡтауҙар көтмәне, награда һорап, юғары вазифалар таптырып йөрөмәне. Заманалар үҙгәргәс тә үҙ идеалдарына тоғро ҡалыуын иҫбатланы. Ғәйнетдин Шәмсетдин улы, мәҫәлән, ғүмер буйы үҙ халҡына хеҙмәт итте. Янғын һағы отряды начальнигы булып эшләгән осорҙа милләттәштәребеҙҙе күпләп эшкә алды. Сығышы менән беҙҙең ауылдан ике ағай Мәләүездә Ғәйнетдин ағай етәкләгән ойошмала эшләне, умарта тоттолар. Эш хаҡы бәләкәй булһа ла, улар матур йәшәне. Донъялары етеш, кирбес йорттар һалып инделәр, электән үк еңел автомобилдәре булды, тормоштарына зарланманылар. Әйткәндәй, уларҙың береһе Илсекәев ағай бөгөн дә, 84 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, умарта тота. Ысынында иһә бөгөн үҙмәшғүлдәр тигән төшөнсәнең нигеҙендә совет заманында улар һалған ҡиммәттәр ята.
Ғәйнетдин ағай Камалетдинов бөгөн 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе Кинйә Арыҫлановтың атаһы Арыҫлан батыр Аҡҡолов нигеҙләгән ауылда йәшәй. Бер һөйләшеүҙә ағай, милләтебеҙгә ике данлыҡлы ул - Арыҫлан батыр Аҡҡоловты, уның улы Кинйә абыҙ Арыҫлановтарҙы биргән ауылға дәүләт тарафынан уларҙың дәрәжәһенә ярашлы мәсет тә төҙөлөргә тейеш тә бит, тип, үҙенең уй-фекерҙәре менән дә уртаҡлашҡайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай тарихи шәхестәргә арналған ябай ғына обелиск та ҡуйылмаған бөгөн ауылда.
Баныу ҠАҺАРМАНОВА, Учалы ҡалаһы: Беҙҙең тарафтарҙа ла бөтә республикаға, илгә билдәле кешеләр бик күп. Мин бөгөн күп ҡырлы аҫылташ кеүек һәр яҡлап килгән һәләтле яҡташым Марат Яҡупов тураһында һөйләргә теләйем. Ул Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле составында донъя сәхнәләрен дер һелкеткән, меңләгән тамашасыларҙың йөрәген яулаған артист булараҡ күптәргә таныш. Әммә уның беҙҙе хайран иткән тағы бик күп һәләттәре бар. Бейегәндә үксәләренән ут сәсрәтеп, сыбыртҡыны йәшендәй ялтлатҡан бейеүсебеҙ - күндән, тимерҙән күҙ яуын алырлыҡ әйберҙәр яһай белгән алтын ҡуллы оҫта ла, хис-тойғоларға бай, нескә күңелле шиғриәт һөйөүсе лә.
Ә ул үҙе бала саҡта хәрби кеше булырға хыялланған. "Хәрбиҙәрҙең тормошо ныҡ ылыҡтыра торғайны. Ә бер көндө, дәрестән ҡайтышлай, Рәис ағай Низаметдинов урамда осратып, тотоп алды ла: "Нишләп йөрөйһөң, әйҙә, киттек "Ирәмәл"гә бейергә!" - тине. Һүҙен йыҡманым, барҙым. Шунан "Ләйсән" бейеү ансамбленә күстем. Ун беренсе класты тамамлағас та, ансамбль менән гастролгә Испанияға сығып киттек. Ҡайтыуыма әсәйем: "Документтарыңды сәнғәт училищеһына, хореография бүлегенә алып барҙым", - тип тора. Элек ни, ауыл балалары өлгөргәнлек аттестаты алыу менән автомәктәптә уҡыны ла, армияға барҙы, үҙем өсөн дә шундайыраҡ киләсәкте күҙаллағайным да, ләкин әсәйем, армияға ебәрмәйем, ти ҙә ҡуя. Ә мин, барам, тип ныҡышам. Бәхәсләшеп бөттөк... Училищела уҡығанда хеҙмәт итергә алманылар, аҙаҡ, Фәйзи Ғәскәров ансамблендә эш башлағас, тағы бронь биреп ҡалдырҙылар. Шулай ҙа, һуңлап булһа ла, армияға барҙым. 2003-2005 йылдарҙа Һамарҙа спорт ротаһында хеҙмәт итеп, кире ансамблгә ҡайттым", - ти ул.
Талантлы бейеүсе ҡыҙы тыуғас, бөтәһен дә аптыратып, өс йыл янғын һүндереү часында ла эшләп ала. Быныһы уның бала саҡ хыялындағы хәрби эшкә ынтылыу булғандыр, бәлки. Әммә ижади күңеле бер төрлөлөк менән килешә алмай артистың. Ансамблдең директоры ла осраған һайын уны эшкә саҡыра. Туған тейешле Луиза апай Фархшатова "Ләйсән" бейеү коллективының юбилейында осрашҡанда уға: "Икенсе күрешкәндә бейеп йөрөмәһәңме!" - тип иҫкәртеп киткәс, сәхнә тормошона кире ҡайта.
Талантлы яҡташым бейеү менән генә йәшәмәй. Уның яратҡан шөғөлдәре бик күп. Ғөмүмән, ул эш менән булышҡанда ғына үҙен тулыһынса бәхетле тоя. Һәр көнөн ниндәйҙер шөғөлгә бағышлап, һәр минутын файҙа менән үткәреп, тормошҡа бар ижади көсөн биреп йәшәргә тырыша. Әле ул саҡ ҡына буш ваҡыты сығыу менән сыбыртҡы үреү, ҡайыш яһау менән шөғөлләнә. Был эшкә тотоноуы ла осраҡлы ғына килеп сыға. Ансамблдә гел генә теге йәки был бейеүгә атрибуттар талап ителә бит инде. Кейемдәр цехы начальнигының, сыбыртҡылар таба алмайым, тигәнен ишеткәс, өйгә ҡайтып, ботинкаларының шнурҙарын сисеп, ишеп ҡарай. Был эш уға яңылыҡ булмай, ишеп ҡарамаһа ла, бала саҡта атаһының сыбыртҡы, арҡан үргәнен күргәне була. Эш рәте килеп сығырын аңлағас, күн магазинынан кәрәкле нәмәләр һатып алып, сыбыртҡы ишә лә, эшкә алып бара. Шулай итеп, үҙенә ҡыҙыҡ та, файҙалы ла хоббиға юлыға ул.
Шулай уҡ шиғыр уҡырға, тыңларға ярата. Шиғриәттең йәнгә сихәт икәнен күптән аңлаған. Мифтахетдин Аҡмулланың, Геннадий Шпаликовтың, Роберт Рождественскийҙың шиғырҙарын хәтер һандығына һалып ҡуйған. Наилә апай Сәфәрғолованың "Йөрәк һүҙе" шиғри проектына барып, ҡатнашыусыларҙың нисек шиғыр уҡыуҙарын тыңлап, ысын мәғәнәһендә йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә етеүенә шаһит булып ҡайта.
Амстердамда ла шундай уҡ көслө хис-тойғолар ташҡынын кисерергә насип була яҡташыма. Данлы башҡорт атлыларына һәйкәл асыу айҡанлы ойошторолған тантанала ҡатнашырға тура килә уға. Скульптор Александр Таратыновтың Нидерландтарҙа һәйкәлде тап ошо сүрәттә (башҡорт атлыһы йылғаны һыбай кисеп, башҡаларҙы үҙ артынан саҡырып тора) һәм шул ерҙә урынлаштырыуы тарихи факттарға тура килә: Голландияны француздарҙан азат иткән башҡорт атлылары полктары Айсел йылғаһы аша Вессен ауылы янында сыҡҡан. Гүйә, тарихи ҡуласала 205 йылға кире әйләнеп ҡайтып, яугир ата-бабаларыбыҙҙы күҙ алдына килтереп, уларҙың батырлығын, ҡаһарманлығын йәне-тәне менән тойоп, ниндәй ауырлыҡтар кисереп тә, рух ныҡлығын юғалтмаған ватандаштары өсөн ғорурлыҡ хисе татый Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марат Яҡупов. "Йәшәй килә, үҙем өсөн шуны асыҡланым: был тормошта бер нәмә лә эҙһеҙ юғалмай һәм бер нәмә лә осраҡлы ғына килеп сыҡмай. Һәр һүҙебеҙ, аҙымыбыҙ, ҡылығыбыҙ тейешле һөҙөмтәгә килтерә, һәр осрашыуҙың, танышыуҙың йәшерен асылы бар", - ти ул.
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА, Баймаҡ ҡалаһы: Данлы яҡташтарым тураһында уйлағанда, төрлө өлкәлә эшләгән, үҙенең фиҙаҡәр хеҙмәте менән тыуған яғыбыҙҙың, республика, илебеҙҙең нигеҙ ныҡлығына тос өлөшөн индергән бихисап кешеләр күҙ алдыма килеп баҫа. Айырыуса коронавирус ҡоторған мәлдә беҙҙең яныбыҙҙа булған, һәр саҡ ярҙамға ашыҡҡан бар Баймаҡ табиптарына оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә. Үҙҙәрен, яҡындарын хәүеф аҫтына ҡуйып, улар тәүлек әйләнәһенә ҡурҡыныс сиргә ҡаршы көрәште, кешеләрҙе ҡотҡарҙы. Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһында асылған ковид госпитален республиканың атҡаҙанған врачы, хеҙмәт ветераны һәм күптәргә киң билдәле врач Гөлнур Әҙеһәм ҡыҙы Латипова етәкләне. Бер-бер артлы килтерелгән ауырыуҙар, уларҙың ауыр хәле, алдағы билдәһеҙлек... Ошондай ҡатмарлы минутта Гөлнур Әҙеһәм ҡыҙына хәл иткес ҡарарҙар ҡабул итергә, ҡайһы саҡта ҡәтғи һәм ҡаты итеп үҙ һүҙҙәрен әйтергә тура килә. Иң ауыры - коронавирустан хеҙмәттәштәре ауырый башлаған мәл булғандыр. Шулай ҙа Гөлнур Латипова һәм уның коллективы коронавирусты ауыҙлыҡлап тотоуға бар көсөн һала. Эшен яратып башҡарған табип аҙаҡҡа тиклем ныҡ баҫып тора. Хәлһеҙләнеп ҡайтып йығылған мәлдәрендә тормош иптәше Фәрит Ғәзим улы, үҙе кеүек медицина юлын һайлап, хәҙерге ваҡытта билдәле врач булып өлгөргән балалары Эльвира, Радмир һәм һеңлеһе, күп ауырыуҙарҙы аяҡҡа баҫтырған көслө невропатолог Гөлнара Әҙеһәм ҡыҙы Самарбаеваның ныҡлы терәк-таяныс булыуы көс бирә уға. Коронавирус инде сигенде, тип, еңел тын алып ҡуйған мәлдә генә Гөлнур Әҙеһәм ҡыҙының үҙен ошо ауырыу аяҡтан йыға. Яҡындарының доғалары, ғүмерен һаҡлап алып ҡалған пациенттарының рәхмәттәре менән ул һауығып, яңынан яратҡан эшенә тотона. Гөлнур Әҙеһәм ҡыҙының ил өсөн хәүефле мәлдә булған фиҙаҡәр хеҙмәте иғтибарһыҙ ҡалманы. Ул коронавирусҡа ҡаршы көрәшкә индергән тос өлөшө өсөн Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Бына шундай батыр йөрәкле кешеләр беҙҙең замандаштарыбыҙ һәм уларҙың эштәре тураһында халыҡ белергә, ваҡытында үҙ баһаһын бирергә, рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә тейеш.
Лена АБДРАХМАНОВА яҙып алды.
