МИЛЛИ КЕЙЕМ КӨНӨ
11 сентябрь - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеменә арналған көн. Был байрам хәҙер матур йолаға әүерелеп бара. Ә һеҙ үҙегеҙҙең ырыу-тамғағыҙҙы һәм милли кейемегеҙҙе беләһегеҙме?
Гөлнара НУРҒӘЛИНА, медицина хеҙмәткәре, Ишембай ҡалаһы: Башҡорт милли кейеменә һоҡланмау мөмкин түгел. Һәр ырыуҙың кейеме үҙенсә матур, зауыҡлы һәм бай. Милли кейемгә һөйөү миндә бәләкәйҙән һаҡлана. Йылдар үтеү менән ҙур теләгемде тормошҡа ашырып, үҙемдең юрматы ырыуына тап килгән костюм тегеп кейҙем. Бал итәкле күлдәгемде, уҡалар, көмбәҙҙәр менән биҙәлгән еләнемде кейеп, ғорур атлап урамдарҙан үтеүемде күргән яҡташтарымдың шаҡ ҡатҡанын, һоҡланғанын күреү үҙе бер ҡыуаныс миңә. Түш биҙәүестәрем - һаҡалым, сылбырҙарым боронғо фотолар буйынса эшләнгән. Һаҡалдың өҫкө өлөшө - селтәр. Аҡыҡ таштар, көмбәҙ һәм тәңкәләр менән биҙәлгән был биҙәүестең төп нөсхәһе Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы музейҙа һаҡлана. Шулай уҡ беҙҙең юрматыларға хас уҡа иҙеү ҙә эшләнгән. Уның төп нөсхәһен Өфөләге музейға 1984 йылда Ишембай районы Кинйәкәй ауылынан минең күрше инәй Мәрйәм Сәлишева тапшырған.
Беренсе ҡашмау менән селтәремде бынан егерме йыл элек тегеп алған инем. Ҡашмау шулай уҡ музей өлгөһөнә ҡарап эшләнһә, селтәремдең төп нөсхәһе Ишембай районы Байғужа ауылында Нурия апай Камалетдиновала һаҡлана. Ғөмү-мән, һәр тегелгән милли кейемем - тулы реконструкция. Музейҙарҙа һаҡланған ҡомартҡыларҙы, боронғо фотоларҙы, башҡорт милли кейеме тураһындағы китаптарҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән, ентекләп өйрәндем. Ошо эҙләнеүҙәр, ҡыҙыҡһыныуҙар барышында районыбыҙҙың талантлы оҫталары менән таныштым. Милли кейемдәр тегеү буйынса халыҡ-ара марафонда ла ҡатнашырға насип булды. Һәм беҙ, Ишембай ҡыҙҙары, артабан да бергә ижад итеү теләге менән "Ете ҡыҙ" төркөмөн барлыҡҡа килтерҙек (һүрәттә). Быйыл беҙҙең берләшеүгә биш йыл булып та китте. Әлеге ваҡытта беҙ юрматыларҙың ғына түгел, башҡа ырыу кейемдәрен дә тергеҙеү өҫтөндә эшләйбеҙ. Башҡортостандан тыш, башҡа өлкәләрҙә үткән ярыш, конкурстарҙа ҡатнашып торабыҙ. Милли кейемдәрҙе тергеҙеп, улар буйынса төрлө эҙләнеү эштәре менән дә шөғөлләнеп, мәҙәниәтебеҙҙең яҡты бер нурын һундермәй, тағы ла нығыраҡ балҡытыу өсөн тырышабыҙ.
Арыҫлан БИКБАЕВ, рәссам-дизайнер: Ейәнсура районында тыуып-үҫкәнмен, ырыуым - үҫәргән, тамғабыҙ атамаһы - ҡойошҡан.
Беҙҙең милли кейемдәр көньяҡ-көнсығыш комплексҡа ҡарай. Мин үҙем тегеү, реконструкция менән шөғөлләнмәһәм дә, милли кейем өлөштәрен замансалаштырыуҙа һәм көндәлек тормошта ҡулланырға яраҡлаштырыу өҫтөндә эш алып барам. Мәҫәлән, ырыу исемдәре яҙылған һәм тамғалары күрһәтелгән кейемдәр эшләйбеҙ. Тотош милли костюмды һәр ваҡытта ла кейеп йөрөүе уңайһыҙыраҡ, минеңсә, ә һине башҡаларҙан айырып торған орнаменттар баҫылған заманса кейемде ҡайҙа ғына барһаң да кейеп йөрөргә була һәм был әйләнә-тирәләгеләрҙең иғтибарын йәлеп итә, башҡа милләт кешеләрендә ҡыҙыҡһыныу уята. Был күренеш бөгөн тарала бара.
Орнаменттарҙы, һүрәттәр өсөн мотивтарҙы музей өлгөләренән, этнографтарҙың хеҙмәттәренән, милләтебеҙҙең һынлы сынғәтенә бағышланған китаптарҙан алам. Костюмдарҙы, төрлө өй йыһаздарын: балаҫ йә ағас һауыт-һаба һ.б. ҡарап, өйрәнеп, уларҙың ҙур йә бәләкәй өлгөләрен үҙебеҙҙең йәшәү рәүешенә индереүгә булышлыҡ итәм. Улар музейҙа һәм китаптарҙа ғына һаҡланмаһын, өләсәйҙәрҙең һандыҡтарында ғына ятып ҡалмаһын, тигән маҡсатта башҡарыла был эш.
Сәимә ХӘСӘНОВА, модельер, Рәсәйҙең Евразия этнодизайнерҙар ассоцияцияһы ағзаһы: Беҙҙең Күгәрсен районының Теләүембәт ауылы ҡыпсаҡ ырыуына ҡарай. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ерлеккә тап килгән кейемдәр, биҙәүестәр, шул уҡ ҡашмау-еләндәр кемдәлер һаҡлап ҡалынғанын, беҙ бәләкәй саҡта оло быуын уларҙы кейеп йөрөгәнен дә күргәнем булманы. Ете йәшемдә ҡартәсәйем үҙе күргәндәренән миңә бал итәкле күлдәк, камзул һәм арт яғынан ҡашмауҙыҡы кеүек оҙон олоно булған, биҙәктәр һалынған таҡыянан торған костюм тегеп биргәйне. Өфөнән килеп фотоға төшөрөп киткәндәрен дә иҫләйем. Мәктәпкә барыр алдынан мин шул кейемде кейеп, башҡорт бейеүен бейегәнемде ҡарағанда атайым күҙҙәренә йәштәр тулғаны хаҡында хәтерләй ине. Ҡомартҡы булып һаҡланһын тип, ул костюмды үҙем уҡыған гимназия музейына алып барғайным да, хәҙер фотоларҙа ғына ҡарарға ҡалды шул...
Бөгөн, Аллаға шөкөр, милли кейемгә ҡарата иғтибар, уның ҡиммәте арта. Башҡорттар араһында үҙ эшен яҡшы белгән этнодизайнерҙар ҙа күбәйә хәҙер, уларҙың һәр береһенең эше тәрән йөкмәткегә эйә, һәр ваҡ элементына саҡлы ентекле итеп башҡарыла. Бөгөнгө механик рәүештә баҫтырылып сығарылған тауарҙар заманында был ысынлап та иғтибарға лайыҡ тип уйлайым. Милли костюмдар өҫтөндә эшләүҙең ни тиклем ауыр хеҙмәт икәнен аңламағандар ғына тәнҡит менән мәшғүл. Мин үҙем модельер, беҙ үҙебеҙҙең отельела миллилекте пропагандалау маҡсаты менән стилләшетерелгән образдар өҫтөндә эшләйбеҙ. Мәҫәлән, "Таң һылыуы", "Күңел моңо" тип аталған коллекциялар бар. Һуңғы ике йыл эсендә генә беҙ уларҙы Коканд, Тараз, Бохара, Бишкәк, Мәскәү, яңыраҡ ҡына Санкт-Петербург һ.б ҡалаларҙың сәхнәләрендә, подиумдарында күрһәтеп ҡайттыҡ. Коллекцияла хәҙер беҙҙең брендҡа әүерелгән аҫалы балаҫтарҙы һәм башҡорт шәлен Гүзәл Мостафина, Сажидә Муллағолова кеүек ҡул оҫталары менән берлектә кейемгә һалып, подиумға сығарабыҙ. Оҙаҡламай тап мамыҡ шәлгә арналған образдарҙың премьераһы көтөлә.
Беҙҙең кейемдәр киң йүнәлешле, сәхнә йә ниндәйҙер тантаналы саралар өсөн бик тә килешле итеп тегелә. Уларҙы ниндәйҙер ерлеккә лә бәйләмәйбеҙ, әммә шулай ҙа, мәҫәлән, ҡайһы бер образдарға Силәбе йә Ҡурған башҡорттарына хас орнаменттар һалынған. Әммә бер орнаментты икенсе менән бутап, йә берләштереп һуғырға ярамай, сөнки был тарихи яҡтан хата буласаҡ. Шулай уҡ стилләштерәм тип, ярым-яланғас образдар барлыҡҡа килтереү килешмәгәнен, халҡыбыҙға хас тыйнаҡлыҡты онотмау мөһим. Һәр элемент үҙ урынында булырға тейеш, мәҫәлән, аяҡ кейеме булған сарыҡтың арт яғындағы биҙәктәрҙе күлдәк түшендә, ә биҙәүестәрҙе итәктә урынлаштырыу оҫтаның тотонған эшенә төшөнөп етмәүен генә аңлата. Шулай итеп, ҡулыбыҙҙан килгән ҡәҙәр беҙҙең аҫыл халҡыбыҙ хаҡында, уның кейемдәренең, биҙәктәренең матурлығын мөмкин тиклем күберәк кеше белһен тип, бар көсөбөҙҙө һалабыҙ.
Айһылыу ДАУЫТОВА яҙып алды.
