ТУПАҪ ТАБИПТАР ТУРАҺЫНДА
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?
Альбина ҠОТОЕВА, уҡытыусы: Дөрөҫөн әйткәндә, мин күптән инде хәҙер табиптарға йөрөп, нервылар һәм аҡса сарыф итеүҙән туҡтарға мәжбүр булдым. Күп ҡалаларҙың дауаханаларына йөрөп ҡараным. Бер ниндәй ярҙам ала алманым. Сирем хаҡында яҙып тормайым, ә бына ҡайһы бер табиптарының тәкәбберлеге, битарафлығы менән йәнгә тейгеләнеләр: барып инһәң, "королева" һымаҡ ултыралар - ниңә килгәнең өсөн хатта үҙеңде ғәйепләй башлайһың. Әллә ҡойто ғына белемдәрен йәшереү ысулымы икән был уларҙың, тип тә уйлап ҡуйыла, сөнки ауырыу менән һөйләшеү урынына ундайҙар компьютерға ҡаҙала, кәрәкле мәғлүмәт эҙләй башлай. Үҙҙәре ярҙам итә алмағас, исмаһам, Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиникаһына йүнәлтмә бирһендәр ине, ләкин был турала ауыҙ асыуың була, ҡорт саҡҡандай "һикереп" китәләр: аңлашыла - баш ҡала табиптары алдында үҙҙәренең көсһөҙлөгө фашланыуҙан йә шелтә алыуҙан ҡурҡалар, күрәһең.
Хәҙер бит РКБ-ға эләгеүе лә еңел түгел, үлем хәленә килеп етмәйенсә, Өфөгә бушлай тикшерелергә йүнәлтмә бирмәйҙәр - был ниндәйҙер табуға әйләнде. Ярай әле, әллә ниҙә бер Өфө табиптары бригадалары ауыл райондарына килеп сыҡҡылай, тик төпкөл райондарға йышыраҡ кәрәк ине бындай медицина "десанты". Үкенескә, уларға күренергә өлгөрмәй ҡалғандар ҙа күп була йә алдан анализ биреп, әҙерләнеп тормағас, табип тулы тикшеренеү үткәрә алмай ҡайтып китә. Шуның өсөн ундай осраҡтарҙа ауылдарҙың медицина хеҙмәткәрҙәре халыҡты алдан иҫкәртеп, анализдарын әҙерләп торорға тейеш, тип уйлайым. Республикала ойошторолған бындай тәжрибә һәр төрлө аппаратуралар ярҙамында тулы медицина тикшереүенә иҫәп тотмаһа ла, хроник һәм яман сир кеүек ауырыуҙарҙы асыҡлай ала һәм ундайҙарға артабан ентеклерәк тикшеренеү һәм дауаланыу юлдарын күрһәтә.
Әйтеүемсә, мин хәҙер үҙ симптомдарымды анализлап, интернет-материалдар уҡып, табип һәм нутрициолог-блогерҙар кәңәшен тотоп, хәлемде еңеләйтергә тырышам. Аптырағас, хатта Баймаҡтағы халыҡ табибына ла күренеп ҡайтырға тура килде. Уның ҡарауы, район табиптарына барыу менән бәйле ҡурҡыу, тулҡынланыу кеүек кире тәьҫораттарҙан арындым, күңелем тынысланды. Райондар табиптарының бөтәһен дә бер епкә теҙеү дөрөҫ тә булмаҫ ине, бындай маҡсатым да юҡ. Бар матур итеп ҡабул иткәндәре лә, ләкин яғымлы мөғәмәлә генә квалификациялы ярҙамды алыштыра алмай шул, үкенескә...
Әлеге лә баяғы, батып барыусыны ҡотҡарыу батыусының үҙенең эше, тигән әйтем буйынса эш итергә ҡала, сөнки бер кемгә лә сер түгел: бөгөн медицина әһелдәре сир сәбәптәрендә соҡсонорға теләмәй, ә юғарынан төшөрөлгән протокол буйынса тышҡы билдәләрҙе "дауалау" менән сикләнә. Ә инде берәй намыҫлы, ярҙамсыл табип осрата алһаң, бик шәп тә бит, тик ул һиңә күпкә ҡиммәткә төшәсәк: бер тапҡыр ҡабул итеүен 10 меңгә баһалаған бер нисә профессорҙы беләм.
Альберт БАЙМӨХӘМӘТОВ, хеҙмәт ветераны, 2-се төркөм инвалид, Өфө ҡалаһы: Республика Башлығы Радий Фәрит улы, хәстәрлектәре былай ҙа күп һәм ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, йәшәйешебеҙҙең мөһим социаль өлкәһендәге мәсьәләне дөрөҫ тотоп алған, рәхмәт уға. Тәнҡит бик урынлы һәм ғәҙел, тип иҫәпләйем, сөнки һаулыҡ хәлем буйынса миңә бик йыш табиптарға мөрәжәғәт итергә тура килә һәм, үкенескә, һәр ваҡытта ла әлеге сифатлы ярҙамды ала алмаған һәм битараф мөнәсәбәткә тап булып, поликлиниканан әрнеп ҡайтҡан саҡтар була. Мин Өфөнөң бер поликлиникаһында медицина ярҙамы алам. Ысынлап та, республика Башлығы әйтеүенсә, һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереүгә дәүләт тарафынан ҙур өлөш индерелә. Былтыр ғына беҙҙең был поликлиникала ла ремонт эштәре башҡарылды. Ә табиптар коллективы ныҡ яңырҙы: бик күп йәш белгестәр килде. Ошоға тиклем беҙҙең участкала даими терапевт булмай бик ыҙа сигә инек, хәҙер йәш табип тәғәйенләнде, ләкин күпмегә түҙер - әйтеүе ҡыйын, сөнки участка ярайһы ҙур һәм поликлиниканан алыҫта ята. Даими табип булмауына күбеһенсә ошо сәбәп ине, ахыры. Шулай ҙа яҡшыға өмөт итәбеҙ: егет-терапевт өсөн өйгә саҡырыуҙарға йөрөүе проблема булмаҫ, моғайын.
"Киске Өфө" гәзите биргән һорауға килгәндә, шуны әйтер инем: яңы килгән белгестәр тарафынан, ҡыуанысҡа күрә, тупаҫлыҡ һәм битарафлыҡҡа осрағаным юҡ әлегә; киреһенсә, бындай күренештәр, ғәжәпкә ҡаршы, күптән эшләгән, олораҡ табиптар яғынан йышыраҡ ҡабатлана. Бер яҡтан, уларҙы аңларға ла булалыр: тынғыһыҙ, яуаплы һөнәр эйәләре, әлбиттә, пенсия йәшенә етә килә арып та, ялҡып та китәләрҙер, ләкин был аҡланыу була алмай: улар бит был һөнәрҙе үҙҙәре һайлаған, был эшкә аңлы рәүештә килгән. Шулай булғас, ауырыу пациенттар асыулы табиптың ҡорбанына әйләнергә тейеш түгел!
Комиссия үткән саҡта былтыр миңә 46 йыл стажлы П. фамилиялы неврологка ике тапҡыр инеп сығырға тура килде. Тәүгеһендә сиратым етеп, кабинетына барып инһәм, яман тауыш менән был: "Ябығыҙ ишекте теге яҡтан, сәй эсеп алырға ла форсат юҡ!"- тип екерҙе. Икенсе тапҡыр инеүемдә лә кәйефе юҡлығы күренеп тора ине: һөйләгәндәремде рыя ғына тыңлап ултырҙы, аныҡлыҡ өсөн өҫтәп, бер һорау ҙа бирмәне, ҡағыҙ киҫәгенә дарыу яҙып тотторҙо ла - хуш. Мин, әлбиттә, уның хаҡында яҡшынан булмаған фекерҙәр ишеткеләй инем, шуға күрә артыҡ борсолманым: миңә уның винпоцетины түгел, ә комиссия ҡағыҙына ҡул ҡуйыуы ғына кәрәк ине. Артабан терапевҡа онлайн яҙылырға маташҡанда әлеге неврологта булған пациенттарҙың ошо табип эшенә баһаламаһына тап булдым. Бына нимә яҙа тәүге С. исемле ауырыу: "Эпилепсия менән яфаланам, ошо сәбәпле невролог П.-ға барҙым. Ул мине бик ризаһыҙлыҡ менән тыңланы һәм бер ниндәй ҙә анализ тапшырырға ла, МРТ, ЭЭГ кеүек медицина тикшереүенә лә, эпилептологҡа ла йүнәлтмә бирмәне. Башҡаса мин был табипҡа килмәйәсәкмен!" Тағы бер сирле яҙа:" Киҫкен ауыртыныу менән килдем. Сират рөхсәте менән невролог П.-ға индем. Ләкин ул алдан яҙылып килмәгәнгә күрә, мине ҡабул итмәй сығарып ебәрҙе. Бик тупаҫ ҡатын. Ярай әле терапевт ҡабул итте, рәхмәт уға. Ләкин миңә бит сирем буйынса невролог тикшереүе кәрәк ине!.." Үкенескә, өсөнсө пациент та ризаһыҙлыҡ белдергән: "Башым сатнауға түҙмәй, неврологҡа килдем. Ҡулымда - МРТ һүрәте менән һығымтаһы. Ләкин П. уны ҡарап та торманы. Миңә глицин яҙып сығарып ебәрҙе. Был бит кешене мыҫҡыл итеү! Бик тупаҫ ҡатын. Уға барырға кәңәш итмәйем. Икенсе неврологты һайлағыҙ". Ә инде йоҡоһоҙлоҡтан интеккән 37 йәшлек дүртенсе баһалама авторын әлеге П.: "Был өлкән йәштә була торған нәмә, дауалап булмай", - тигән "диагнозы" менән шаҡ ҡатыра...
Бына шундай табиптар ҙа була шул! Әйткәндәй, был табип 2018 йылдан бирле квалификацияһын камиллаштырыу курсы үтмәгән. Ә бөгөн медицина өлкәһендә - көн дә бер асыш. Фән алға тәгәрәй, ләкин, пациенттарға глицин менән винпоцетин яҙып ултырыусы П. башҡа төрлө дауалау ысулдары менән ҡыҙыҡһынмай. Интернет- рейтингы - нуль! Тикшеренеү, дауалау һөҙөмтәһе, ауырыуға мөғәмәләһе, мәғлүмәтлелеге һәм был табипҡа барырға кәңәш биреү пункттарының һәр береһенә "Ҡот осҡос!" тигән баһа яҙып сығылған. Ошо поликлиника сайтында был неврологты хаҡлы ялға оҙатыуҙары хаҡында хәбәр уҡып, ҡыуанғайным - бушҡа булып сыҡты, ахырыһы: дауалау учреждениеһының табиптар исемлегендә һаман да уның фамилияһын һәм ҡабул итеү сәғәттәрен күреп, аптырашта ҡалдым...
Мәликә ЙӘҒӘРӘРОВА, медицина хеҙмәткәре: Һаулыҡ һаҡлау системаһында оҙаҡ йылдар инде ауыл ерендә эшләйем. Был өлкәләге бөтөн яман-яҡшы күренештәрҙе, йәғни "кухня серҙәрен", белеп-өйрәнеп, хатта ҡайһылары менән килешеп тә бөткәнмен. Районыбыҙҙың баш табибы әле йәш кеше, былай тырыш, ғәҙел күренә, шуға әлегә уның исемен сығармайым, тип, йәшәгән-эшләгән төйәгемде күрһәтмәүем аңлашылалыр, ә беҙҙең эштәге тәнҡитләнеүсе кире факттар беҙҙең район өсөн генә түгел, башҡа төбәктәргә лә хас типик күренеш икәнен дә яҡшы беләм, шуға күрә аноним рәүештә булһа ла "өйҙән сүп сығарыу"ҙан тартынмайым.
Республика Башлығының тәнҡите бик ваҡытлы һәм ғәҙел. Уның әйтеүе буйынса, һәр дүшәмбе һайын оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры отчетынан һуң табиптар һәм кесе медицина хеҙмәткәрҙәренең эш сифатын баһалау күрһәтмәһе миңә бик оҡшаны. Ысынлап та, насар кәйефен пациенттарға төшөрөп йә юҡтан ғына ғауға ҡуптарыусылар бар ул беҙҙең арала ла. Ғәҙәттә, улар дауахана етәкселеге алдында яҡшатланып, унан сыҡҡас, ауырыуҙар алдында ысын йөҙөн күрһәтә, юғарынан танау буйынан ҡарап, үҙҙәрен өҫтөн ҡуйып йөрөй башлай. Айырыуса беҙҙең менән эшләүсе баш табип урынбаҫары һәм өлкән шәфҡәт туташы үҙҙәрен һауалы тота. Пациенттарға ғына түгел, ундайҙарҙан минең кеүек төпкөлдә эшләгән фельдшер һәм шәфҡәт туташтарына ла эләккеләй. Ләкин мин, элекке кеүек, ундай коллегалар алдында ҡаушап төшмәйем хәҙер, сөнки ауылдаштарымдың ихтирамлы мөнәсәбәте, күп йыллыҡ тәжрибәм һәм, әлбиттә, өлкәнләтә йәшем дә ундайҙарға тура ҡарап һөйләшергә хоҡуҡ бирә, ауырыуҙарым мәнфәғәтен яҡлап, кәрәкле медицина саралары, аппаратуралар, препараттар талап итә алам.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, иркен һулап, ҡыуанғайным, ләкин ауылға эшкә килеүселәр күп булмағанлыҡтан, баш табиптың урыныма кеше тапҡансы эшләп торорға үтенесен кире ҡаға алманым. Барыбер ауырыуҙар миңә йүгереп киләсәк, төн уртаһында ишегемде ҡағасаҡ - нисек итеп уларҙан баш тартайым? Ә әйтергә теләгәнем шул ине: республика Башлығы Радий Хәбиров талап иткәнсә, аҙна һайын медперсонал эше сифатына отчетты район кимәлендә лә булдырырға кәрәк. Сөнки Башҡортостан ҙур, ә төпкөл төбәктәрҙең күренмәй тороп ҡалыуы йә пациенттар ризаһыҙлығының баҫырып ҡалдырылыуы, тәнҡит өсөн эҙәрлекләү ихтималлығы ла бар бит, юғиһә. Пациенттар баһаламаһы буйынса һәр районда үҙенсәлекле монитор-рейтинг асып ебәреү бик күп тупаҫлыҡтарға юлды ябыр, битарафлыҡтарҙы юҡҡа сығарыр һәм проблемаларҙы урында оператив хәл итергә булышыр ине, тигән фекерҙәмен.
Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА яҙып алды.
