Коронавирус миллионлаған кешене гигиена ҡағиҙәләрен үтәргә һәм йәмғиәттә үҙен тоторға өйрәтте, тигән менән килешәһегеҙме?

Коронавирус миллионлаған кешене гигиена ҡағиҙәләрен үтәргә һәм йәмғиәттә үҙен тоторға өйрәтте, тигән менән килешәһегеҙме?, image #1

Дамир ВӘЛИШИН, медицина фәндәре докторы, БДМУ профессоры, инфекционист: Эйе, кемдәргәлер элек бик һанға һуғып бармаған ҡайһы бер гигиена ҡағиҙәләрен хәҙер даими рәүештә үтәргә һәм иҫтә тоторға тура киләсәк. Уларҙың был күнегелмәгән талаптарҙы ҡыйынһынып башҡарыуы ла ихтимал, ләкин хәҙер шундай тәртипкә өйрәнергә кәрәк, был бит уларҙың үҙ мәнфәғәттәрендә. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең арала һәр төрлө бысраҡтан сикәнеп барыусы, микроб һәм бактерияларҙан ҡурҡып һәм һаҡланып йәшәүсе кешеләр ҙә бар. Бына ундайҙар өсөн бөгөнгө ҡәтғи ҡағиҙәләргә үҙҙәрен мәжбүри өйрәтеү ҙә кәрәкмәй, сөнки был улар өсөн нормаға әйләнгән. Бөгөнгө мәкерле был вирус үҙенә ҡарата етди булмаған еңел мөнәсәбәтте һәм ҡайһы берәүҙәрҙең уға төкөрөп ҡарауын ғәфү итмәйәсәк. Әлеге ваҡытка коронавирустың бер нисә төрө билдәле. Әлегеһе - COVID-19 атамаһын алғаны - етенсе типҡа ҡарай, яңы өйрәнелә генә башланы, шуға күрә уның тәбиғәтен алдан күҙаллау мөмкин түгел. 2002-2003 йылдарҙа булып алған шундай вирустың бер төрө менән беҙ таныш, ләкин уның үҙенсәлектәре башҡараҡ ине. Мәҫәлән, уның тик һулар һауа аша ғына йоғоуы мөмкин булһа һәм ул тирә-яҡ мөхиттә оҙаҡ һаҡланмаһа, COVID-19 вирусы һулар һауа аша ла, ҡулдар һәм ҡулланылған әйберҙәр аша ла йоға. Шул уҡ ваҡытта ҡояш нуры аҫтында ул бер-нисә сәғәттә юҡ була һәм ябай зарарһыҙландырыусы саралар - шыйыҡса, спирт, хлор кеүек антисептиктарға ла бирешеүсәнлеге билдәле булды. Төп һаҡланыу сараһы шуның өсөн дә уның тиҙ арала таралыуына юл ҡуймау. Бөгөнгө хәлдә сит илдәргә сығыу тураһында һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел. Икенсенән, кеше күп тупланған урындарҙа булмаҫҡа кәрәк. Өсөнсөнән, ябай гигиена ҡағиҙәләрен үтәү: үҙегеҙ йәшәгән, эшләгән бүлмәне йыш елләтеү, зарарһыҙландырыусы шыйыҡса йә хлор иретмәһендә сылатылған еүеш сепрәк менән телефон, компьютер кеүек үҙегеҙ файҙаланған әйберҙәрҙе даими һөртөп алырға, бәҙрәфтән сыҡҡас йә булмаһа, магазин, аптека, транспортта булғандан һуң ҡулдарҙы кер һабыны менән 20-40 секунд буйы күпертеп йыуырға, йә башҡа антисептик саралар менән эшкәртергә. Бик кәрәк булған осраҡтарҙа өйҙән сығырға тура килә икән, мотлаҡ битлек кейергә, тик ҡайһыларының микробтарҙан һаҡлау ваҡыты 2-3 сәғәт кенә икәнен дә онотмаҫҡа кәрәк. Өйгә ҡайтып ингәс, өҫ кейемен щетка менән таҙартырға, йә булмаһа антисептик һалынған пульверизаторҙан һиптерергә. Һаҡланыу саралары хәҙер һәр кемгә яҡшы билдәле, тип уйлайым, сөнки был турала даими рәүештә телевизорҙан да, социаль селтәрҙәр аша ла иҫкәртелеп тора. Иң мөһиме - кешеләрҙең был хәүефле сиргә еңел ҡарамауы, ә уны бөтөн етдилегендә ҡабул итеп, тейешле һығымта яһауы.

Айгөл ИҪӘНБАЕВА, менеджер: Эпидемия башланғандан алып беҙҙе нисек дөрөҫ итеп ҡул йыуырға, урамдан эштән ҡайтҡан өҫ кейемдәрен, магазиндан һатып алынған аҙыҡ-түлекте, йәшәгән йортобоҙ эсен һәр төрлө бактериянан таҙартырға өйрәтәләр. Үҙемдең был йәһәттән сикәнә торған ғәҙәтем булғас, былай ҙа микробтар менән шулайыраҡ "көрәшеп" йәшәй инем инде, тик хәҙер уғата тырыша башланым: ишек тотҡаһы йә телефонға тотонған һайын ҡул йыуа торғас, нервылар ҙа ҡуҙғый төштө һымаҡ. Элек был хаҡта ҡайғырмаған дуҫ һәм таныштарым да шулай эшләй. Кемдәрҙең ошоға тиклем ураған һайын ҡул йыуыу ғәҙәте булмаған, эпидемиянан һуң да ҡәтғи гигиена ҡағиҙәләре ҡандарына һеңеп ҡалыр, моғайын, һәм унан бер зыян да булмаясаҡ. Илдәге миллионлаған кешенең бөтәһе лә гигиена ҡағиҙәләрен үтәйме-юҡмы - белмәйем, шулай ҙа ҡайһы берәүҙәрҙең әлеге ваҡыт өсөн ғәҙел булған власть талабын үтәмәйенсә, өйҙә эшләп ултырыу урынына иркенләп урамға, баҙар һәм магазиндарға сығып китеп, башҡаларға хәүеф тыуҙырып йөрөүенә ҡарағанда, ил халҡының бөтәһе лә тәртипкә күнер, тип өмөт итеүе икеле. Өйҙә эшләү өсөн ҡайтарып ебәрелгән кешеләрҙең парктарға сығып, шешлек ҡыҙҙырып, ашап-эсеп, күңел асып, ял итеп йөрөүе әхлаҡһыҙлыҡтың тап үҙе булды ла инде. Йәнә бер миҫал. Танышымдың бер подъезда йәшәгән күршеләре Таиландтан ҡайтып төшкән, ләкин был турала ләм-мим: ҡайҙалыр хәбәр итеү ҙә, тикшерелергә барыу ҙа юҡ; бер ни булмағандай, башҡалар менән аралашып йәшәп ятырға йыйынһалар, бер аҙнанан температуралары күтәрелеп, сирләп тә киткәндәр. Ошо ваҡыт эсендә күпме кешегә сир йоҡтороп өлгөргәндер улар... Бындай миҫалдар бик күп, алыҫ йөрөргә лә түгел. Мин үҙем эшләгән компания хужаһы ҡатыны һәм дуҫтары менән (улар ҙа беҙҙә эшләй) сит илгә барып ҡайттылар һәм икенсе көнөнә үк эшкә сығып, компанияның утыҙлаған хеҙмәткәрен йыйып, кәңәшмә үткәреп ташлағандар. Бер-ике көндән сәйәхәтселәрҙең береһен юғары температура менән тиҙ ярҙам машинаһы алып киткән. Бына шундай яуапһыҙҙар, битарафтар һәм наҙандарға вирус: "Туҡтағыҙ! Үҙегеҙҙең ни ҡыланыуығыҙ, ни өсөн йәшәүегеҙ хаҡында уйланығыҙ!" - тип әйтә төҫлө. Шундайҙар барҙа йоғошло сир баҫылыу урынына тағы ла күберәк тарала, эпидемия оҙаҡҡа һуҙыласаҡ бит, ниңә шуны аңламайҙар икән? Уртаҡ бәлә, хәүеф кешеләрҙе мәрхәмәтлерәк итә, уйландыра тигәндәренә шунан нисек ышанырға? Белекһеҙҙәрҙе әлеге кеүек афәт тә үҙгәртә алмаясаҡ, шуныһы йәл. Уларҙы тик бик дөрөҫ һәм ваҡытлы ҡабул ителгән штраф һәм енәйәт яуаплылығы кеүек яза сараларын ҡулланыу ғына аҡылға ултыртыр, бәлки.

Фәрзәнә ИШКИЛДИНА, хеҙмәт ветераны: Эйе, был коронавирус тигәндәре бик күптәрҙе аҡылға ултыртырға уйлай, тик йоҡторған хәлдә унан һауығып, аяҡҡа баҫыу ғына шарт. Үлемесле хәүеф менән янаһа ла, бер профессор, иҫән-һау ҡалһаҡ, был вирусҡа рәхмәт әйтербеҙ әле, тигәнгә бик ныҡ аптыраһам, был һүҙҙәрен ул артабан шулай аңлатты: "Әҙәм балаларының күбеһе шашыныуынан туҡтап, үҙ асылына ҡайтыр ине, бәлки. Аңлаған кешегә ул тормош ҡәҙерен белергә ярҙам итәсәк". Уйлап ҡараһаң, ысынлап та, ошоға тиклем беҙҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙырған ҡайһы бер мәсьәләләр хәҙер ваҡ-төйәк кенә булып күренә. Ҡыйынлыҡтарға ҡарамай, ошо эпидемияға тиклемге тормошобоҙҙа ҡәнәғәт кенә йәшәп ятһаҡ ине лә бит... Дөрөҫ, башбаштаҡланыу, хаттин ашыу күренештәре лә күбәйгәйне шул. Ана шундайҙарҙы иманға күндереү юлылыр был, тигән фекер менән килешмәй ҙә булмай. Юғары даирәләр әһелдәре берҙән-бер маҡсат итеп байығыуҙы ҡуйған заманда, урлашыуҙар, әхлаҡһыҙлыҡ, хаяһыҙлыҡ күренештәренә ҡарата бер ниндәй яза ла булмағас, илаһи көс шулай ҡон ҡайтарта, күрәһең. Тәрбиәһеҙлек көсәйгәндән-көсәйә бара бит. Был ябай ғына миҫалдарҙан да күренә. Йәмәғәт транспортында күп йөрөргә тура килә. Бына шул ҡыҫыҡ ҡына автобус салондарында аяуһыҙ көрәш бара: этеш-төртөш, әр һәм иреш, бер-береһен мыҫҡыллау һәм кәмһетеүҙәр... Быға сыҙарға ла булыр ине, ләкин күптәрҙең өйөндәге кеүек һис тартынмай тығыҙ салонда кеше йөҙөнә ҡарап йүткереү-бышҡырыуҙары сығырҙан сығара. Тыйнаҡ кеше, ғәҙәттә, ҡулъяулыҡ йә салфетка менән йөҙөн ҡаплай һала, ә башҡаларҙың былай эшләргә башына ла килмәй. Хәҙер бындай ҡағиҙә тәртип белмәгәндәрҙән дә талап ителәсәк. Тик белекһеҙҙәрҙе әҙәпкә өйрәтеүе ауыр эш инде ул. Шуға ла иң тәүҙә ундайҙарҙың "аң гигиенаһы" өҫтөндә эш алып барыу кәрәктер. Уйы, маҡсаты, ғәмәле таҙа кеше, ғәҙәттә, әҙәпле лә була, сөнки был уның ҡанында. Ә инде көнсөл, мәкерле, битараф әҙәмде әллә ниндәй вирус та әҙәпкә өйрәтә алмаясаҡ, тип уйлайым.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

272 views·1 share