Йәшәйешебеҙгә торған һайын нығыраҡ үтеп инә барған ялған хәбәр һәм мәғлүмәттәр һөжүмен хәҡиҡәттән нисек айырырға?
Таңһылыу ВӘЛИЕВА, педагогика ветераны, Баймаҡ районы Байым ауылы: Тарихтан беләбеҙ: власҡа килгәс, Советтар иң тәүҙә ваҡытлы матбуғат баҫмаларын "йүгәнләп" ала. Тыйыу-сикләүҙәр, ҡайһы бер гәзиттәрҙе ябып ҡуйыу кеүек ҡәтғи саралар күрелә. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда матбуғат, әҙәбиәт өлкәһендә цензура көсәйтелә. Был, бәлки, заманына күрә дөрөҫ сара ла булғандыр, сөнки һуғыш осорондағы ауырлыҡтарҙы, көс еткеһеҙ ҡайғы-хәсрәттәрҙе сағылдырыу былай ҙа көсөргәнешле ысынбарлыҡты тағы ла тәрәнәйтә төшөр һәм икеләтә түҙеп торғоһоҙ итер ине. Бөгөнгө киң мәғлүмәт сараларын алып ҡараһаҡ, бына уларға ҡарата ниндәйҙер сара күреүсе юҡ әле. Уларҙың ҡайһы берҙәренең ысын йөҙө ил һәм мир өҫтөнә килгән бәлә мәлендә айырыуса ныҡ фашланды ла ҡуйҙы бит. Был коронавирус тигән дошманды тағы ла ҡурҡынысыраҡ итеп күҙ алдына баҫтыра башланы улар! Беренсенән, ниндәйен дә ҡот осорғос сир был, күпме кеше үлгән, күпмеһе үлем хәлендә, әммә бер ниндәй ҙә дарыу ҙа, вакцина ла тиҙ арала булмаясаҡ һәм башҡа, һәм башҡалар... Халыҡ араһында паника тыуҙырыу, ярыша-ярыша кемуҙарҙан типик булмаған айырым осраҡтарҙы дөйөмләштереп күрһәтергә маташыуҙар меҫкен рәсәйлене магазин кәштәләрен "таҙартып", тамам мөйөшкә ҡыуып индерҙе түгелме? Бушаған кәштәләр тиҙ арала йәнә аҙыҡ-түлек менән тулды (шөкөр, келәттәрҙә запас бар!), ә ТВ тапшырыуҙары һаман булһа шул буш кәштәләргә күрһәтеп, халыҡты ҡурҡытыуын дауам итә. Ә интернет сайттарында күпме ҡурҡыныстар йәшәй бирә! Йәнәһе, бөтөн пенсионерҙар ҡырылып бөтәсәк; коронавирустан өҙлөгөп, пневмония менән ятҡандар ҙа үлемгә дусар, имеш, сөнки үпкәләрҙе яһалма елләткес аппараттар етешмәй; араҡы менән тәмәке, имеш, вирустан һаҡлай; коронавирус банан һәм башҡа ситтән килтерелгән емеш-еләк аша йоғоуы бар; Ҡытайҙан алынған посылкаларҙа вирус һаҡлана һәм башҡа шундай мифтар уйлап сығарыла. Бындай уйҙырмалар авторҙарын табып, уларға ялған таратыуҙары өсөн административ яза биреү кәрәк ине күптән. Ил президенты ошо көндәрҙә ялған мәғлүмәттәр таратыусыларҙы административ һәм енәйәт яуаплылығына тарттырыу тураһында законға ҡул ҡуйҙы. Теләһә ниндәй ялғанды дөрөҫлөктән айырыр өсөн күп белергә, уҡырға кәрәктер ул. Һис юғында, табиптарға, башҡа белгестәргә "Ҡыҙыу линия" телефондары аша һорауҙар биреп тә асыҡларға була, тик паникаға бирелеп барырға түгел. Кемдер әйткән бит, юғиһә: вирусҡа ҡарағанда паника хәүефлерәк, тип. Һаҡланыу сараларын теүәл үтәп, иғтибарлы һәм тәртипле булырға, күп халыҡ йыйылған ерҙәрҙә булмаҫҡа, үҙеңде ыңғайға көйләү, иммунитетыңды нығытыу сараһы күреү ярҙам итәсәк, тип яҙалар бит, шуларға ҡолаҡ һалайыҡ, ә күрәләтә ялғанға түгел.
Фәнил КҮЗБӘКОВ, филология фәндәре докторы, БДУ профессоры: Бөгөн, ысынлап та, мәғлүмәт етерлек, ошо "өйөрмә"лә әҙәм балаһы хатта юғалып ҡала: хәбәрҙәрҙең ысынбарлыҡҡа тап килгәнен ялғандан нисек айырып алырға? Бының өсөн хәбәрҙар булырға кәрәк, һәр нәмәгә ҡарата үҙ фекерең, ҡарашың булырға тейеш, әгәр шулай булмаһа, ялғанды хәҡиҡәттән айырып алыуы бик ҡыйынға тура киләсәк. Был йәһәттән мин айырыуса йәштәр өсөн борсолам, сөнки хәлдең айышына төшөнмәйенсә, өҫтән-мөҫтән фекер йөрөтөп кенә дөрөҫ йүнәлеш табыу мөмкин түгел. Мәғлүмәттәрҙең күплеге, бер яҡтан, шуның менән дә бәйле: киҫкен проблемаларҙан халыҡты албырғатырға, төп мәсьәләләрҙән ситкә йүнәлтергә маташыу һәм айырым төркөмдәрҙең үҙ мәнфәғәттәрен ҡайырыуы. Мәҫәлән, коронавирус менән бәйле интернетта шундай бер мәғәнәһеҙлек - фейк пәйҙә булды: йәнәһе лә, тәмәке тартҡан кешеләр коронавирусҡа бирешеп бармай, имеш. Бер яҡтан, бындай хәбәр әҙәм көлкөһө булһа, икенсе яҡтан, эксперттар уны шундуҡ тәмәке, сигарет етештереүсе эре транснациональ корпорациялар тарафынан яҡшы ғына түләнгән пиар-реклама ишараты тип баһаланы. Ни өсөн әҙерлекһеҙ кеше әлеге мәғлүмәт "өйөрмәһе"ндә буталып ҡала? Сөнки теге йәки был ситуацияны, йә булмаһа, сит илдәрҙә барған хәлдәрҙе ул объектив күҙ алдына баҫтыра алмай; уның "кухняһын" белмәй, ә әлеге лә баяғы ялғанды хәбәр итеүсе ышанысһыҙ һәм намыҫһыҙ, "популяр" сығанаҡтарҙан уҡып ҡына фекер йөрөтә, уларға таянырға мәжбүр була. Ошо сәбәпле башҡа төрлө мәғлүмәт биреүсе киң мәғлүмәт сараларына ышаныс кәмей.
Хәҡиҡәтте табырға теләгән кеше бер генә түгел, ә күп сығанаҡтарға иғтибар итәсәк. Бая әйткәнемсә, объектив фекер туплау өсөн әҙерлекле булырға кәрәк. Был һәр өлкәгә: фән, сәйәсәт, иҡтисад, тарих, социология, мәҙәниәт, шулай уҡ йәшәйешебеҙгә лә ҡағыла. Үкенескә, беҙҙә ҡайһы бер фән тармаҡтары өлкәһендә, әйтәйек, бына социология буйынса фәнни хеҙмәттәр, күҙәтеүҙәр, монографиялар юҡ кимәлендә йә булмаһа, ул мәғлүмәттәр төрлө халыҡ ҡатламдарына тейешенсә еткерелмәй. Һөҙөмтәлә хәҡиҡәт ябай кешегә теге йәки был рәсми йыйындарҙа, осрашыуҙарҙа ғына мәғлүм булыуы ихтимал, тик унда ла бит халыҡтың күпселеге йөрөмәй, ситтә ҡала. Мәҫәлән, шул уҡ гәзит-журнал, китап уҡыусылар менән осрашыуҙарҙы алғанда ла был асыҡ күренә: күптәр бөгөн үҙебеҙҙең башҡорт телендәге матбуғатты йә яңы китаптарҙы алдырмай, уҡымай. Минеңсә, объектив ысынбарлыҡ һәм хәҡиҡәтте сағылдырған мәғлүмәттәрҙе үҙебеҙҙең республика баҫмалары араһында ла табырға була, тип уйлайым.
Фәрхетдин ИШМЫРҘИН, хеҙмәт ветераны: Мин үҙем былай гәзит тә уҡып барырға, телевидение тапшырыуҙарын да (бигерәк тә ижтимағи-сәйәси темаларға бәхәс-дискуссияға ҡоролғандарын) ҡалдырмай ҡарап барырға тырышам. Рәсәй-1 һәм 1-се ТВ каналдарынан иһә яңылыҡтарҙы ҡарағанда улар биргән мәғлүмәттәрҙе башҡа сығанаҡтар йөкмәткеһе менән сағыштырып, күп ваҡыт тәнҡит күҙлегенән баһаларға тырышам, сөнки хәҡиҡәттең асылына барып етеү өсөн илдәге һәм халыҡ-ара хәлдәр менән бер аҙ таныш булырға кәрәк, шунһыҙ төп башына ултыртып ҡуйыуҙары ла бар. Бөгөн айырыуса интернет хәбәрҙәренә тәнҡит күҙлегенән ҡарарға кәрәк. Ҡайһы бер сайттар һәм блогерҙар айырыуса сама, сик тигән нәмәне юғалтты. Был коронавирусҡа ҡағылышлы хәлдәргә мөнәсәбәттә асыҡтан-асыҡ күренде. Был хаҡта яңыраҡ республикала коронавирус таралыуға ҡаршы ойошторолған оператив штаб ултырышында БР Башлығы Радий Хәбиров, беҙ дошмандарса мөнәсәбәттәге мәғлүмәти һөжүмгә ҡаршы көрәш алып барабыҙ, тип белдерҙе. Шуға бәйле ул халыҡ араһында ғауға, хәүеф-ҡурҡыу тойғоһона сәбәпсе булырҙай ялған мәғлүмәттәр менән һаҡ булырға саҡырҙы. Бындай мәғлүмәт ағымы ике юл менән килә, тине ул: хәбәр һатырға яратҡан бушбоғаҙҙар һәм аҡылы самалы булған әҙәмдәр. Ләкин шул уҡ ваҡытта ялған хәбәрҙәрҙе махсус һәм маҡсатлы рәүештә яман уй менән дә таратыусылар бар. Улар күберәк социаль селтәрҙәр һәм мессенджерҙар аша эш итә. Бындай күренеш хәҙер "инфодемия", йәғни аңралыҡ һәм яуызлыҡ вирусы тип атала икән. Ундайҙар ялған хәбәр таратып, шул хәлдән үҙҙәренә ниндәйҙер файҙа алырға маташа. Ана шундайҙар тоҙағына эләкмәйем, тиһәң, әлеге оператив штабтың рәсми мәғлүмәттәренә һәм халыҡ араһында ихтирам менән файҙаланған ҡайһы бер киң мәғлүмәт саралары хәбәренә генә ышанаһың инде. Мин үҙем фекер һәм ҡараштарымды дөрөҫләү өсөн төрлө мәғлүмәт сараларына мөрәжәғәт итеүҙе хуп күрәм: республика баҫмаларын, һирәкләп булһа ла "Коммерсант", "Известия" гәзиттәрен ҡараштырып алам, радионан иһә даими рәүештә "Эхо Москвы", "Бизнес FМ" каналдарын тыңлайым. Шулай итеп тупланған мәғлүмәттәрҙе анализлау нигеҙендә ниндәйҙер фекергә киләһең. Бер һүҙ менән әйткәндә, абруйлы иҫәпләнгән төрлө сығанаҡтарға, эксперттар сығышына таянып, бер аҙ башты эшләтһәң, ялғандың асылы әллә ҡайҙан уҡ танылып тора ул.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.
