ЙӘШТӘРҘЕҢ САФ ТЕЛМӘРЕ

Бөгөн йәштәрҙе һәм үҫмерҙәрҙе илһөйәр итеп тәрбиәләү иң көнүҙәк бурыстарҙың береһе. Илһөйәр - ул телһөйәр ҙә. Сит телдән үҙләштерелгән һәм һүгенеү һүҙҙәре ҡулланыуҙан телмәребеҙ сафлығын нисек һаҡларға?

ЙӘШТӘРҘЕҢ САФ ТЕЛМӘРЕ, image #1

Фирүзә ИШБИРҘИНА, хеҙмәт ветераны: Бөгөн был һорау, ғөмүмән, йәмғиәтебеҙ алдына һуңлабыраҡ булһа ла, бик урынлы ҡуйыла. Әлбиттә, тәрбиә һәм әхлаҡ мәсьәләләре онотолоп, мәҙәнилек һәм тәртип йәһәтенән үҙ ихтыярына ҡуйылған "интернет тәрбиәләнеүселәре"нең бер нисә быуыны үҫеп сыҡты инде. Юғалған быуын, тип әйтергә лә булалыр улар араһындағы Көнбайыш һәм АҠШ шойҡонона бирелеп, үҙҙәрен "ирекле" тип иҫәпләүсе күпселекте. Уларҙың бәғзеләре үҙе уҡып киткән мәктәпкә ҡорал тотоп килеп, кеше үлтерә, наркотик һәм аҙҙырғыс уйындар тотҡонона, урам йоғонтоһона бирелә, рәшәткә артына эләгә... Уларға Тыуған ил, илһөйәрлек тойғоһо ят, ашаған табағына төкөрөп, Ватанын һатырға ла күп уйлап торманы ундайҙар. Яңы закон буйынса армия сафына саҡырылып, шунда ғына тәртипкә күндерелмәһә, мәктәп ошоға тиклем күпте юғалтты, артабан ни булыр... Әйткәндәй, әле лә мәктәп янынан үтеп барышлай ҡолаҡ япраҡтарыңды шиңдерерҙәй әшәке һүгенеү һүҙҙәренән ытырғанаһың. 14-17 йәшлектәре генә түгел, күрәһең, уларҙан күрмәксе, текә күренергә теләпме, әллә ғәҙәттәренә ингәнме - ваҡ ҡына малай-шалай ҙа, хатта ҡыҙ балаларға тиклем бөтәһе лә тип әйтерлек ололарса "оҫта" һүгенә. Эргәләрендә туҡтап, оялтырға маташып ҡара, үҙеңә "ҡиммәткә" төшәсәк был, йә булмаһа, артыңдан ҡар сәпләп ҡалырҙар һәм шунан мәрәкә табып, шарҡылдашырҙар... Был күренеш, миңә ҡалһа, ҡала мәктәптәренә хас, ә ауылдарҙа улай уҡ түгелдер, тейем. Һәр хәлдә, башҡорт мөхитендә был йәһәттән әҙәплерәк күренә балалар, тик баяғы мөхит һәм дә урам йоғонтоһо үксәләренә баҫып килә баҫымсаҡтарҙың да.

Ғөмүмән, һүгенеү һүҙҙәре һәм ғәҙәте беҙҙең милли мөхиткә сит телдәрҙән килеп ингән, тип йыш ишетергә һәм уҡырға тура килә. Телмәр мәҙәниәте хаҡында байтаҡ хеҙмәттәр яҙған һәм был тиҫкәре күренештең сәбәптәрен өйрәнеүсе психолог Людмила Редькина фекеренсә, һүгенеү һүҙҙәрен иң күп һәм йыш ҡулланыу, нигеҙҙә, славян халыҡтарына хас. Славян филологияһы тарихынан күренеүенсә лә һүгенеү һүҙҙәрендә славян лексикаһы өҫтөнлөк итә. Элегерәк замандарҙа һүгенеү ғәҙәте фәҡәт йәмғиәттең түбәнге ҡатламдарына хас тип ҡаралды, сөнки фәҡирлек һәм ауыр тормош шарттары уларҙа асыу, нәфрәт, агрессия тыуҙырған, психикалары ҡаҡшауға килтергән һәм шунлыҡтан улар үҙ ҡылыҡтарына әһәмиәт бирмәгән. Рус Православие Сиркәүе һүгенеү һүҙҙәрен юҡҡа ғына шайтан, ен ҡотортоуы тип иҫәпләмәй, күрәһең. Һүгенгән кеше үҙенә һәм нәҫеленә ана шул ҡара көстәр шауҡымын тарта һәм был бер ҙә яҡшыға алып килмәй, ти дин әһелдәре. Мәғлүм булыуынса, һүгенеү һүҙҙәренән һыуҙың күҙәнәк төҙөлөштәре боҙола, ә кеше организмы 75 процент һыуҙан тора. Тимәк, әлеге боҙолған молекулалар сылбыры кеше нәҫеленең генетик кодын да боҙа һәм бутай, тигән һүҙ.

Минеңсә, мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында йәштәргә һәм балаларға бына ошо турала аңлайышлы һәм дәлилле итеп һөйләргә, уларҙың аңдарында тетрәнеү яһарлыҡ итеп еткерә белергә кәрәк. Был уҡытыусыларҙың, психологтарҙың, шул уҡ ваҡытта ата-әсәләрҙең дә мөһим бурысына әйләнергә тейеш. Ә, бәлки, уҡыу йорттарында әхлаҡ дәрестәре йә булмаһа, элекке политинформациялар рәүешендә әхлаҡ сәғәттәре үткәреү тәртибен булдырырға кәрәктер? Ошонда уҡ телмәребеҙҙе сит тел һүҙҙәре менән сыбарламау, үҙебеҙҙең тел байлығын мөмкин тиклем тулыраҡ файҙаланыу кәрәклеген дә өйрәтеү мотлаҡ, тип уйлайым. Был саралар ватансылыҡ һәм илһөйәрлек тәрбиәһе сиктәрендә уҙ урынын алырға тейеш, шунһыҙ, ниндәйҙер закондар ҙа, штрафтар ҙа ярҙам итмәйәсәк. Йәш быуында тормошобоҙҙа ныҡлы урын алып өлгөргән әшәке һәм сүп-сар һүҙҙәргә ҡарата ытырғаныу уятыу, юғары көс ҡөһөрөнән үҙ-үҙҙәрен һаҡлау теләге тыуҙырып, психикаларын ыңғай тарафҡа бора белергә тейешбеҙҙер. Бының өсөн, әлбиттә, уҡытыусыларҙан педагогик оҫталыҡ, әҙәп һәм мәғлүмәтлелек талап ителә.

Гөлфиә БАЙРАМОВА, Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты: Бөгөнгө йәштәштәремдең үҙ-ара әңгәмәләшеүенә йәки улар янынан үтеп барышлай осраҡлы телмәр өҙөктәренә шаһит булырға һәм шунлыҡтан бик ныҡ ҡыҙарырға тура килгеләй, сөнки улар һәр һүҙҙәре аралаш һүгенергә ғәҙәтләнгән. Мин бында үҙемдең төркөмдәштәрем араһында ундайҙарҙың булмауына һөйөнһәм дә, ғөмүмән, йәштәр өсөн борсолам. Әлбиттә, юғары уҡыу йорттарында әҙәпһеҙ телле студенттар мәктәптәрҙәге кеүек аҙым һайын, тип әйтә алмайым, тик барыбер телдәрен тыя алмаусылар байтаҡ ҡына.

Мин үҙем баш ҡалабыҙҙың төрлө милләт балалары белем алған мәктәптәренең береһендә уҡыным. Ҡайһы бер малайҙар һис бер тартыныуһыҙ класта, коридорҙа ҡысҡырып һүгенә торғайнылар. Бындай малайҙарҙың күпселеге етешһеҙ донъя көткән, атаһы йәки әсәһе эскесе һәм уларҙың интеллект кимәле түбән именлекһеҙ ғаиләләрҙән ине. Бер яҡтан, ундай шарттарҙа йәшәгән балалар йәл дә булып китә, сөнки уларҙың әхлаҡһыҙлыҡ юлына баҫыуына фәҡәт ата-әсәләре ғәйепле, тимәк, улар ғәҙәтен отоп алыусы бала ғәйепһеҙҙән ғәйепле булып сыға. Икенсе яҡтан, ундай балалар урам йоғонтоһо ҡорбандары ла. Күптәре үҙҙәре йәшәгән, уҡыған шарттарға, уҡытыусы йәки ғаиләһе баҫымына ҡарата протест билдәһе булараҡ та һүгенеү ғәҙәтенә бирелә.

Психологтар шундай ғибрәтле күҙәтеү теркәгән: һүгенеү һүҙҙәре йыш һәм күп ҡулланылған илдәрҙә Даун, ДЦП менән балалар күберәк тыуа, ә иман нигеҙҙәре көслө булған һәм шаҡшы һүҙҙәр ҡулланылмаған Көнсығыш халыҡтарында тыумыштан сирле балалар юҡ кимәлендә икән. Был яман ғәҙәткә ҡаршы көрәшеп буламы? Ошо йәһәттән психологтар кешенең үҙ-үҙен тотошона контролдең ябай ғына бер нисә төрөн кәңәш итә. Мәҫәлән, "боросло" һүҙҙе ысҡындырған һайын янығыҙҙа йышыраҡ булған кешенең һеҙҙе иҫкәртеүен һорарға. Асыуға тейеүсе киҫкен хәлдәрҙән һәм конфликттарҙан ҡасырға тырышыу ҙа ыңғай һөҙөмтә биреүе бар. Ҡулға резина беләҙек кейергә һәм яман һүҙҙе әйткән һайын уны тартып, беләккә һуҡтырырға. Был осраҡта әр һүҙе ауыртыныу тойғоһо менән тиңләшә һәм кеше алама ғәҙәттән тыйыла ала. Махсус көшөлөк йә ҡумтаға яман һүҙ һайын күпмелер күләмдә аҡса - "штраф" һалып барырға, тик йыйылған сумма һүгенгән кешегә тәтемәһен. Ғәҙәттә, шаҡшы һүҙҙәр көслө тиҫкәре эмоция ваҡытында ысҡыныусан. Бындай осраҡҡа алдан "гонаһһыҙ" һәм яғымлыраҡ икенсе берәй һүҙ ятлап алығыҙ. Иң мөһиме, кеше үҙенә контролде юғалтмаҫҡа, тыныс һәм әҙәпле булырға тырышырға тейеш, тип кәңәш итә белгестәр.

Тимер НИӘТШИН, яҙыусы, публицист, йәмәғәт эшмәкәре: Эйе, бөгөн йәштәрҙең аңына илһөйәрлек үә телһөйәрлек тойғолары һеңдереү иң мөһим бурыстарҙың береһе. Был эш сирек быуатҡа яҡын ваҡыт эсендә илебеҙ сәйәсәтенән дә, шул арҡала мәҙәниәт, мәғрифәт һәм мәғариф өлкәләренән дә төшөп ҡалды һәм үҙағышына ҡуйылды. Шул арҡала Көнбайыш йоғонтоһона бирелеп, үҙ иле һәм теленә битараф 20-30 йәшлектәр быуыны үҫеп етте. Уларға етәһе йәштәр һәм мәктәп балалары ла шул ағай-апайҙарына оҡшарға тырыша, улар ҡылығын отоп ала. Телмәребеҙ сафлығынан алда иң тәүҙә күңел сафлығын, әхлаҡ һәм әҙәп ҡанундарын һаҡлау бурысы тора алдыбыҙҙа, сөнки Көнбайыштың "шәхес азатлығы" тырнаҡтары артына йәшеренгән ирекле мөхәббәт, эгоизм, наркоманлыҡ, гомосексуализм, лесбиянлыҡ кеүек әхлаҡи боҙоҡлоҡ һәм йән зәғифлеге ҡәҙимге тәртип ҡағиҙәләре рәүешенә дәғүә итә башланы. Ә бит илһөйәрлек принциптары кешенең әхлаҡ сифаттарына туранан-тура бәйле. Бына ни өсөн беҙгә үҙ йөҙөбөҙҙө, асылыбыҙҙы, илебеҙҙе-телебеҙҙе һаҡлап алып ҡалыу иң беренсе бурыс. Илен һөйгән генә телен дә һөйөр, ҡәҙерләр.

Бөгөн, күреүебеҙсә, дөйөм ҡулланылышҡа бик күп сит тел һүҙҙәре килеп инде. Мин бында интернет донъяһына ҡағылышлы терминдарҙы ғәйепләмәйем, уларҙы, үҙ сығанаҡтарына ярашлы, башҡа ниндәйҙер тар ҡулланылыштағы һүҙҙәр менән алыштырыу маҡсатҡа ярашлы ла түгелдер; интернациональ лексика хоҡуғында йәшәргә тейеш улар. Ә бына сәйәсәт, иҡтисад, финанс, сәнғәт һәм мәҙәниәт өлкәһенә ҡолаҡты ярып килеп ингән аутсоринг, менеджмент, тренд, анимация, спикер, тендер, консенсус, агломерация, кластер, пассаж, акциз, бутлегер, маркетинг, эмиссия, демфер һәм башҡа шундай һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнөп, синонимдарын табып, үҙебеҙсә әйтергә йә яҙырға булмаймы ни? Әллә киң ҡатлам халыҡҡа аңлайышһыҙыраҡ булған һайын, шул һүҙҙәрҙе ҡушып һөйләүселәр үҙҙәрен текәрәк, белемлерәк, юғарыраҡмын тип күрергә теләйме икән? Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та...

Тағы ла ҡыҙғанысырағы, әлбиттә, телмәребеҙ таҙалығын, уның гүзәл яңғырашын, бөйөклөгөн әшәке рәүештә тапап, бысратыусы һүгенеү һүҙҙәре ҡулланыу. Һүгенгән әҙәмде мин яҡшы күңелле, саф, мәҙәни кимәлле кешелер тип уйламайым. Өлкәнерәк йәштәге ундай кешеләрҙе тәрбиәләү һуңдыр ҙа, бәлки, ә бына уларҙан күпкә уҙҙырып ебәреүсе йәштәр, үҫмерҙәр менән ни эшләргә? Был йәһәттән уларҙы мәктәп тәрбиәләргә тейеш, тиҙәр. Дөрөҫ, ләкин мәктәптән алда бит баланың ғаиләлә формалашыуын онотмайыҡ. Әгәр өйҙә баланың атаһы йә әсәһе шаҡшы һүҙле һәм һүгенергә ярата, сабый уны көн дә ишетеп-күреп үҫә икән, был яман ғәҙәт уның ҡанына һеңәсәк! Бына нимәһе ҡурҡыныс.

Мәктәп, әлбиттә, баланан алда уҡыусыларҙың ата-әсәһен саҡыртып, дөйөм йыйылышта улар менән ошо хаҡта ныҡ һәм күҙмә-күҙ һөйләшергә тейештер. Һәм был һөйләшеүҙә класс етәксеһе генә түгел, мәктәп директоры һәм бөтөн педсовет ҡатнашһын ине. Бына шунан һуң инде балаларҙан да саф телмәр талап итеү мөмкин буласаҡ, тип уйлайым. Дөрөҫ, балаларҙа, йәштәрҙә туған телебеҙгә тоғролоҡ һәм ихтирам тәрбиәләү бурысын мәктәп менән ғаиләгә генә ҡайтарып ҡалдырырға ярамай. Был эштә беҙ, яҙыусылар, журналистар һәм мәҙәниәт, сәнғәт вәкилдәре лә, үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә тейешбеҙ. Ыңғай герой образдарын тыуҙырайыҡ, бөгөнгө ил һаҡсыларыбыҙ өлгөһөндә яңы әҫәрҙәр яҙайыҡ, кинофильмдар төшөрәйек. Илебеҙ һағында хеҙмәт иткән яугир егеттәребеҙ туған телебеҙ сафлығы һәм үҙаллылығы өсөн дә көрәшселәр булыуын күрһәтәйек, улар йырлаған йырҙарҙы өйрәнәйек.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

34 views·1 share