Ҡатын-ҡыҙға мәҙхиә-маҡтау һүҙең ниндәй булыр?

Ҡатын-ҡыҙға мәҙхиә-маҡтау һүҙең ниндәй булыр?, image #1

Әғләм ШӘРИПОВ, биология фәндәре докторы, Бөрйән районы: Ҡатын-ҡыҙҙың бар бәхете, бар шатлығы, бар ҡыуанысы, бар булмышы, бар матурлығы, бар серлелеге уның ҡатын-ҡыҙ булыуындалыр. Беҙ күпме генә аңларға тырышһаҡ та, ул барыбер беҙҙең өсөн сиселмәҫ сер булып ҡалыр, моғайын. Шуныһы ҡыҙыҡ, был серлелек уның бала сағында әллә ни күҙгә ташланмай ҙа кеүек. Тар урамды киң итеп уйнап йөрөгән балалар араһында ҡыҙ бала үҙ тиҫтер малайҙарынан әллә ни айырылмай. Бына шул ҡыҙ бала әллә ни арала буй еткереп үҫеп етә. Һәм килешле күлдәк кейеп, матур яулыҡ ябынып ала ла, илаһи затҡа әйләнә лә ҡуя. Бына ошо мәлдә кисә генә бергә уйнап йөрөгән шуҡ малайҙар уны тәү күргәндәй аптырап ҡала. Кисә генә бергә уйнап йөрөүҙәре, ә бына бөгөн уның эргәһенә яҡын барырға ла баҙнат итмәй тороуҙары үҙе бер сер түгелме ни ул!

Шуны әллә ҡайҙан һиҙеп торған был илаһи зат тиҫтерҙәре яғына бер генә күҙ һирпеп ала ла, серле күҙ ҡараштарын ергә төбәп йәшерә һала. Шунан көлөмһөрәй бирә лә, ауыҙ ситтәрен килешле генә итеп устары менән ҡаплай төшә. Улар аптырашып торған арала итәғәтле генә атлап өйҙәренә табан юл ала. Аптырамалы инде. Бына ошо серле ҡараштан осҡан бер генә осҡон кисә генә ғәмһеҙ уйнап йөрөгән шуҡ малайҙарҙы ошо мәлдә үк егеттәргә әйләндерә. Бына был хәл Хоҙайҙың хикмәтендәлер ул.

Бына бер мәл йәш ғаилә тормош ҡороп ебәрә. Ә тормош, баҡтиһәң, көн һайын үҙ һынауҙарын ебәреп кенә тора икән. Ваҡыты менән шундай мәлдәр була: тормош йөгөн яңы ғына тарта башлаған йәш ир бер мәлгә баҙап ҡала. Хатта уның һынып китер, нишләп миңә күтәрә алмаҫтай һынауҙар бирәһең, тип өмөтһөҙлөккә бирелгән мәлдәре лә була. Ығы-зығылы донъяның уты һүнер мәлдәр еткән мәлдә лә ҡатын-ҡыҙ үҙендә ниндәйҙер көс, иренә дәрт бирерлек кәрәкле һүҙҙәр таба. Эше менән алға ынтыла. Бына ошо мәл йәш ирҙең күңелендә өмөт сатҡылары янып китә. Һәм был ғаиләнең тормош усағы яйлап киренән дөрләй башлай. Йәш ғаилә нығына, тормош һынауҙарына бирешмәй алға табан ынтыла. Йәш ғаилә башлығын тормошта сыныҡҡан ышаныслы ир итеү өсөн бындай илаһи көс ҡатын-ҡыҙға ҡайҙан киләлер инде, бына быныһы беҙҙең өсөн асылмаған сер булып ҡалыр, моғайын.

Ә шулай ҙа Аллаһы Тәғәлә был ығы-зығылы тормошто лайыҡлы үтер өсөн биргәндер ул беҙгә ҡатын-ҡыҙҙы, тип уйлап ҡуям мин.

Әлфир БАЙЫМОВ, Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиле: Яҙҙың тәүге һәм иң күркәм байрамы - 8 Март алдынан гүзәл заттарға әйтергә теләгән һүҙҙәрем түбәндәгесә булыр.

Һәр бер йорттоң йылылығын ҡатын-ҡыҙ булдыра. Ир-аттарҙы бөйөк эштәргә этәреүсе лә, уның уңыштарын да, көйөнөстәрен дә бергә күтәреүсе, атай булыу бәхете бүләк итеүсе, донъяның йәмен үҙендә туплаусы ла ул - ҡатын-ҡыҙ. Беҙ, ирҙәр, матур һүҙҙәрҙе әйтеп, хистәрҙе артыҡ күрһәтеп бармайбыҙ, ләкин ошо йылылыҡ, аңлаусанлыҡ өсөн яныбыҙҙағы гүзәл заттарға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙа рухи көстөң ныҡ булыуына һоҡланам. Хисле булыуҙары, аҡыл менән эш итә белеүҙәре, үҙҙәре лә маҡсатҡа ынтылыусан һәм шулай уҡ ир-егеттәрҙе лә ҙур эштәр башҡарырға рухи көс бирә белеүҙәре менән аптырата ла, һоҡландыра ла улар. "Көсһөҙ зат" тиһәк тә, уларҙа ниндәйҙер ныҡлы үҙәк бар, һәм ниндәй генә хәл-ваҡиға килеп тыуғанда ла, ошо үҙәк уларҙың үҙҙәрен генә түгел, ә эргәләрендә булған һәр кемде айыҡ аҡыл менән эш итергә мәжбүр итә. Был иҫ киткес күренеш.

Бөгөнгө көндә үҙаллы, көслө, төрлө өлкәлә лә ҙур бейеклектәр яулаған ҡатын-ҡыҙҙар күп. Шулай уҡ ниндәйҙер вазифалар артынан ҡыумайынса, үҙен бары тик өйөнә, иренә һәм балаларына бағышлап йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа етерлек. Уларҙың һәр ҡайһыһы был фани донъяла үҙенең күңеленә яҡын урынды табыуы менән бәхетле.

Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Һәр ир-егет үҙенең янында уның эшен күтәрмәләп, күңелен үҫтереп торған әсәһе, ҡатыны булыуы менән бәхетле. Бөтә ир-егеттәр исеменән һеҙгә беҙҙең тормоштарҙы йәмләп йәшәүегеҙгә, йөрәк йылығыҙ менән бүлешеүегеҙгә рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәм. Тормош юлығыҙ матур ваҡиғаларға бай булһын!

Шайморат НӘБИУЛЛИН, Әбйәлил районы хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге етәксеһе: Гүзәл ҡатын-ҡыҙҙарға мәҙхиәне март байрамы алдынан ғына түгел, ә йыл әйләнәһенә йырлау ҙа хата булмаҫ. Донъя тотҡаһы ир-егеттәр булһа, ошо донъяларҙы йәмләп тороусылар, йәшәү ҡото бүләк итеүселәр - ҡатын-ҡыҙҙар. Уларҙағы гүзәллек, күркәмлек хатта бәләкәй генә ҡыҙсыҡта ла асыҡ сағыла. Атайҙар малайҙары менән ҡатыраҡ булһа ла, ҡыҙҙарына ҡарата мөнәсәбәттәрҙә был ҡатылыҡтың эҙе лә булмай.

Ҡатын-ҡыҙ - сер донъяһы һәм беҙ, ир-ат, ғүмер буйы ошо серҙе асырға тырышып йәшәйбеҙ. Һәм, иң мөһиме, ошо серлелек уларҙы тағы ла гүзәлерәк итә. Ҡатын-ҡыҙ йомшаҡ күңелле, һәр нәмәне йөрәгенә яҡын алыусан. Шул уҡ ваҡытта, кәрәк икән, ажғыр ҙа булырға мөмкиндәр.

Ҡатын-ҡыҙҙың тормоштағы роле ир-аттыҡына ҡарағанда бөтөнләй башҡа һәм уларҙан көсөнән килмәгәнде талап итергә лә ярамай. Ошо бер-береһен тулыландырып торған ике ҡаршылыҡ бөтә йәшәйештең асылын барлыҡҡа килтерә түгелме ни! Шуға күрә һәр кемебеҙ үҙ урынында була белеп йәшәйек тормошта: гүзәл ҡатын-ҡыҙҙар донъя йәме, ир-егеттәр донъя тотҡаһы булһын.

Байрамығыҙ менән һеҙҙе, гүзәл заттар! Именлек-һаулыҡ ташламаһын һәр кемегеҙҙе, беҙҙең хөрмәт-иғтибарға төрөнөп йәшәгеҙ был тормошта.

46 views·2 shares