Ил терәге - ғаиләлә, ғаилә терәге - балала. Бөгөнгө көндә дәүләт тарафынан күрелгән социаль яҡлау саралары ғаилә ныҡлығын тәьмин итәме, балалар тәрбиәләүҙә иш янына ҡушмы?
Азамат ҠАРАБАЕВ,"Атайлыҡ батырлығы" йәмәғәт миҙалы кавалеры, Баймаҡ районы Йәнйегет ауылы: Дөрөҫ әйтәһегеҙ, ғаилә ныҡлығы - балаларҙа, әлбиттә. Үҙем яңғыҙ бала булып үҫкәс, гел ҙур ғаилә хаҡында уйлай инем. Апай-ағай, ҡусты-һеңлеләрҙең булыуы бәхет бит ул! Ҡатыным Фәниә лә балалар ярата. Ике ҡустыһы менән үҫһә лә, ҡыҙ бала булараҡ, ул да яңғыҙлыҡтың ни икәнен белә. Бала табыу йортонда ул әсәһе баш тартҡан сабыйҙы йәлләп, күңеле һыҙланғанлыҡтан, етем балаларҙы ҡурсылау, ғаиләгә алып ҡарау тураһында уйлана башланыҡ. Шулай итеп, үҙебеҙҙең өс бала янына бер-бер артлы ун баланы тәрбиәгә алдыҡ. Иң тәүҙә алған ҡыҙыбыҙ Регинаның һеңлеһе барлығы асыҡланғас, уны ла алдыҡ. Уларҙан һуңғы Гөлназ, Әлиә һәм Рәзилә лә апалы-һеңлеле ҡыҙҙар. Унан һуң тәрбиәләге Радик улыбыҙ янына шулай уҡ бер туған малайҙар - Илназ менән Ильяс өҫтәлде. Бөгөнгө көндә үҙебеҙҙең ике өлкән балабыҙ - Зәлиә менән Раил күптән үҫеп етеп, үҙҙәре ғаилә ҡорҙолар: беҙгә ике ейән, ике ейәнсәр бүләк иттеләр. Кесе улыбыҙ Айҙар мәктәп тамамлай.
Тәрбиәгә алған балалар төрлө милләттән: башҡорт, татар, рус, ҡаҙаҡ булһалар ҙа бөтәһе лә башҡортса уҡый һәм аралаша. Был балалар ҙа ҙурая, һөнәр һайлайҙар. Иң өлкәне Гөлназға 21 йәш, ул Өфөлә аграр университетта ветеринарлыҡҡа уҡып йөрөй. Уның һеңлеһе Әлиә Сибай педколледжының музыка бүлегенә инде. Балаларҙың бөтәһе лә тырыш, һәләтлеләр: спорт, музыка яраталар, ауыл, район, республика ярыштарында призлы урындар яулайҙар. Шул уҡ ваҡытта йорт-хужалыҡ эштәрендә беҙгә ярҙам да итеп, хеҙмәт тәрбиәһе, киләсәктә үҙҙәренә кәрәк буласаҡ күнекмә алып үҫәләр. Дәүләт тарафынан балаларға социаль ярҙам күрһәтелә, шулай ҙа ҙур ғаилә ҙур сығымдар ҙа талап итә: һаҡсыллыҡ һәм иҫәп кәрәк. Йорт хужалығында мал-тыуар аҫрау, баҡса тотоу ҙа ғаилә өҫтәленә бәрәкәт өҫтәй. Әйтеүемсә, ҙур ғаилә ҙур сығымдар ғына түгел, ҙур яуаплылыҡ та йөкмәтә. Киләсәктә был балаларҙың ниндәй кеше булып үҫеүе күп йәһәттән үҙебеҙҙең шәхси сифаттарға, тормош рәүешебеҙгә бәйле, сөнки бала өйөндә ни күреп үҫһә, күңелендә шул була. Ата менән әсә араһындағы үҙ-ара ихтирам һәм хәстәрлеккә нигеҙләнгән мөғәмәләне күреп үҫкән бала киләсәктә үҙе лә шуны ҡабатлаясаҡ. Ҡатыным Фәниәгә рәхмәтлемен: балалар тәрбиәһен шәхси өлгө нигеҙендә, бер-беребеҙҙе аңлап, бер төптән, бер һүҙҙән сығып эш итәбеҙ. Уртаҡ маҡсат, дөйөм хәстәрлектәр, бөтөн ғаиләбеҙ менән походтарға, экскурсияларға йөрөү, спорт һәм мәҙәни сараларҙа ҡатнашыу мөнәсәбәттәрҙе ышаныслыраҡ, ғаилә нигеҙен ныҡлыраҡ итә.
Ләйсән ЯНБАЕВА, Ейәнсура районы Күгәрсен ауылы: Ғаиләбеҙҙә дүрт бала үҫтерәбеҙ: Алтынайға - 6 йәш, Айнил улыбыҙға - 5, Айһылыуға - 3 йәш, ә иң бәләкәсебеҙгә ни бары өс ай ғына әле. Тормош иптәшем Артем ауылда "Маяҡ" хужалығында механизатор булып эшләй, мин декретта ултырам. Балалар өсөн тейеш булған бөтөн пособиеларҙы юлланыҡ, алабыҙ. Өсәүһе балалар баҡсаһына йөрөй. Осон-осҡа ялғап тигәндәй, еткерергә тырышабыҙ инде. Үҙебеҙҙә 11 йыллыҡ ҙур мәктәп бар, шуныһы һәйбәт, балалар ситкә уҡырға йөрөмәй. Ә ауылыбыҙҙа балалар байтаҡ, шөкөр, шуныһы ҡыуандыра: балалар баҡсаһында 20-шәр баланан торған ике төркөм эшләй. Көнкүрештә лә дәүләт ярҙамының файҙаһы ҙур, рәхмәт хөкүмәткә. Ауыл халҡының ҡайһы бер категория граждандары өсөн Социаль контракт нигеҙендәге адреслы социаль ярҙам (АСПК) программаһы шәхси хужалыҡҡа һыйыр һәм ваҡ мал һатып алыу өсөн булдырылған. Күп балалы ғаилә булараҡ, шуны юллап, ярҙам алдыҡ һәм былтыр шул аҡсаға һыйыр һатып алдыҡ. Өс йыл отчет бирәбеҙ инде. Бынан тыш, баҡса үҫтерәбеҙ, картуф сәстек. Әле был йортта яңыраҡ ҡына йәшәй башлағас, емеш-еләк үҫентеләребеҙ: еләк, ҡарағат, крыжовниктан быйыл беренсе тапҡыр уңыш көтәбеҙ, Алла бирһә. Өйгә лә сертификат бирҙеләр хакимиәттән, шул арҡала яңы йорт һалып сыҡтыҡ. Ирем бының өсөн хужалыҡта биш йыл эшләйәсәк. Эш хаҡы ауылда ҙур түгел, үҙегеҙгә мәғлүм, ҡайһы саҡ тотҡарланып та китә. Ундай осраҡта эш хаҡын тауарлата биргән саҡтары ла бар. Мәҫәлән, ҡаҙ себештәре бирәләр, был да ыңғай хәл. Быйыл да 34 бәпкә алырға уйлайбыҙ. Йыл һайын ҡаҙ аҫрайбыҙ. Ғаилә хәленә килгәндә, өс бала табырмын тип уйлай торғайным, әле бына дүртәү булып китте. Бер ваҡытта ла үкенмәнем, һәр бала үҙ ризығы менән тыуа. Ирем дә балалар ярата, бәлки, бишәү ҙә итербеҙ, тип шаярта.
Ғаилә ныҡлығы өсөн ир ҙә, ҡатын да тырышырға тейеш. Атайыбыҙ эштән арып, бысранып ҡайта - беҙ уны мунса яғып, көтөп торабыҙ. Ул көнө-төнө эштә булғас, ҡайһы саҡ ирҙәр эшен үҙемә башҡарырға ла тура килә: утын ярырға, малға бесән һалырға булһынмы...Ни хәл итәһең, бала ҡарайым тип, иргә һалынып ултырып булмай бит, бергәләп күтәрергә кәрәк. Ул да һәр саҡ ярҙам итә. Берәй йомош менән Иҫәнғолға китһәм, өйҙә балаларҙы ҡарап ҡала. Шулай бер-беребеҙгә ярҙамлашып, аңлашып йәшәйбеҙ, шөкөр. Әсәйем менән бейемгә лә рәхмәтем ҙур, һәр саҡ ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итеп торалар. Бейемем үҙе биш бала, ә әсәйем дүртебеҙҙе тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Һуңғы ваҡыт ил Президенты В.Путин балалы ғаиләләр өсөн бик күп социаль ярҙам саралары иғлан итте, рәхмәт уға. Бындай йүнәлеш һөҙөмтәһеҙ ҡалмаҫ, демография мәсьәләһе көйләнеп китер әле, тип ышанам.
Фәтхулла ИМАНҒОЛОВ, хеҙмәт ветераны: Бөгөн бала һәм ғаилә ҡиммәттәренең иғтибар үҙәгенә алыныуы юҡҡа түгел, сөнки ил нигеҙе һәм киләсәге - ышаныслы ғаиләлә. Һуңғы ваҡыт бала табыу һирәгәйҙе, ғаиләләр бер-ике бала менән сикләнә башланы. Ғаиләләрҙең тарҡалыуы ла ғәҙәти хәлгә әйләнде. Хәҙерге йәштәр араһында гражданлыҡ никахы менән үҙҙәренә бер ниндәй яуаплылыҡ алырға теләмәй, үҙҙәре өсөн генә йәшәүсе парҙар күбәйҙе. Ҡайһылары иһә ғаилә тормошо ҡорорға теләмәйенсә, "һаҡалдары билдәренә" еткәнсе яңғыҙ йөрөй бирҙе... Бындай хәл йәмғиәттә әхлаҡһыҙлыҡ, яуапһыҙлыҡ, битарафлыҡ күренештәренә килтерҙе. Ғаилә ҡороусылар һанының да ҡап яртыһы байтаҡ йылдар инде айырылышыуҙар менән тамамлана килә. Мәҫәлән, 2010-2017 йылдарҙа тарҡалыусы ғаиләләр һаны 53-58 процент тәшкил итһә, 2018 йылда - 68 процентҡа барып баҫты. Сит илдәрҙә лә шул уҡ хәл күҙәтелеүгә ҡарамаҫтан, социологтар Рәсәйҙең суицид һәм айырылышыуҙар буйынса донъяла беренсе урынға сығыуын танырға мәжбүр булды. Етмәһә, коронавирус ҡырғыны башланды. Был да ҡайһы бер илдәрҙә күпләп ғаиләләр тарҡалыуға килтерҙе. Айырыуса Ҡытайҙа карантин бөтөү менән ЗАГС органдарына айырылышыу тураһында ғаризалар яуа башлай. Оҙаҡ ваҡыт сирҙән бикләнеп, өйҙә ултырыу ҡайһы берәүҙәрҙе сығырынан сығарған. Ундай ғаиләләрҙә, күрәһең, электән дә татыулыҡ, берҙәмлек булмағандыр инде. Ә икенсе берәүҙәрҙе, киреһенсә, коронавирус тағы ла нығырак берләштерҙе, ғаилә союздарын ныҡлыраҡ, ышаныслыраҡ итте, ти психологтар.
Тар мөхиттә лә һыйышып, бер-береңә түҙеп, сабырлыҡтар күрһәтеп йәшәү өсөн ысын яратыу хисе, бер-береңә ихтирам һәм тәрбиәлелек кәрәк. Ә кемдәр оҙаҡ уйлап тормаҫтан, ашығып ғаилә ҡорған йә ысын мөхәббәт хисен татымаған, улар инде бер-береһен күрә алмай, нәфрәтләнеү дәрәжәһенә барып еткән. Рәсәйҙә был йәһәттән пандемия осоронда айырылышыуҙар ниәтенә кәртә ҡуйып торорға хәл ителгән, йәғни РФ Юстиция министрлығы коронавирус менән бәйле илдәге хәл арҡаһында никахҡа инеү һәм никах тарҡатыу буйынса теркәүҙәрҙе 1 июлгә тиклем кисектереп торорға тәҡдим иткән. Шул ваҡыт эсендә ҡыҙыу баштар, бәлки, һыуына төшөр һәм уйлабыраҡ ҡарар ҡыла башлар...
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.
