ГӘЗИТ-ЖУРНАЛДАР ТОРМОШОҒОҘҘА НИНДӘЙ УРЫН БИЛӘЙ?
Мөхтәр хәҙрәт МОНАСИПОВ, Баймаҡ районының Ярат ауылы имам-хатибы, "Атайсал" клубы рәйесе: Гәзит-журналдар минең тормошомда һәр ваҡыт иң мөһим урындарҙың береһен алып торҙо, эшләгән саҡта ла, хатта әлеге ваҡытта - матбуғат баҫмалары тираждары кәмеп, уға яҙылыусылар һаны бермә-бер һирәгәйгәндә лә. Был кешенең тормошҡа мөнәсәбәтенә, уның гражданлыҡ позицияһына бәйлелер, тип уйлайым. Йәшәргә була, әлбиттә, үҙ тормошоңа бикләнеп, шәхси хужалығыңда ҡайнап, үҙеңдән арыны күрмәй-белмәй генә лә, ләкин бындай тормоштоң ни ҡыҙығы? Матбуғат баҫмалары бит барыбер кешене йәмәғәтселек менән бәйләп, ил-йорт хәлдәрен белеп-төшөнөп торорға, теге йәки был ваҡиғаға ҡағылышлы объектив фекерләргә, имеш-мимеш, ғәйбәт кеүек яҙыҡтарҙан ары йөрөргә - ҡыҫҡаһы, ил хәстәре менән йәшәргә булышлыҡ итә. Күптәр шуға ла, мин яңылыҡтарҙы телевизорҙан йә интернеттан да белә алам, тип аҡлана башлай, тик шуны аңламай улар: гәзит-журналдар бит мәғлүмәт сығанағы ғына түгел, уның тәрбиәүи йоғонтоһо ла көслө. Иң беренсе һәм мөһиме - гәзит-журнал һәм китаптар әсә телебеҙҙе рәсми йәшәтеү сараһы булараҡ та баһалап бөткөһөҙ ҡиммәткә эйә икәнен аңлау фарыз һәр кемебеҙгә. Икенсенән, яҙма матбуғат үткәндәребеҙ һәм бөгөнгөбөҙҙөң йылъяҙмаһы ла бит ул. Мәҫәлән, ил, республика, район тормошонда бөгөн, кисә йәки былтыр булған хәл-ваҡиғаларҙы гәзиттәрҙән башҡа тағы ҡайҙан табаһың? Халҡыбыҙ тарихынан героик үткәндәрҙең ошоғаса билдәһеҙ булып килгән биттәрен асып биреүсе, эшлекле замандаштарыбыҙ, билдәле ғалимдар, яҙыусылар, сәнғәт оҫталары менән таныштырыусы ла шул гәзиттәребеҙ бит ул!
Был йәһәттән мин айырыуса ғаиләбеҙ менән нисәмә йылдар инде яратып уҡыған "Киске Өфө"нө күҙҙә тотам. Үҙебеҙҙең башҡорт донъяһы хаҡында тағы ла ҡайҙан уҡый алабыҙ һуң? Әлбиттә, милли баҫмаларыбыҙҙа. Ауылдаштарыма үпкә юҡ: "Киске Өфө"гә лә, "Башҡортостан", "Йәшлек", "Атайсал" һәм район гәзиттәренә лә яҙылалар былай, бөтөнләй гәзит уҡымай йәшәүе лә мөмкин түгел бит. Үкенескә, халҡы матбуғат баҫмалары менән дуҫ булмаған ауылдар ҙа бар. Үҙҙәре хаҡында берәй мәҡәлә сыға ҡалһа, гәзит эҙләп, район китапханаһына барып етһә етә ундайҙар, ләкин гәзиткә яҙылыу хаҡында уйламай. Гәзиткә яҙҙырыу эшен почта хеҙмәткәрҙәренә генә йөкмәтеп ҡалдырыу дөрөҫ түгелдер, тейем шуға ла. Был эштә редакцияларға ауыл хакимиәте лә ярҙам итергә тейештер. Ни тиһәң дә, гәзиттәребеҙ бөгөнгө көндә лә һәр төрлө йәмәғәтселек сараларына халҡыбыҙҙы туплаусы, әйҙәүсе халыҡ трибунаһы булып ҡала. Гәзит уҡымаусылар нисек кенә электрон технология мәғлүмәттәре яҡлы булып ҡыланмаһын, улар ҙа донъянан артта ҡалып килеүҙәрен белеп ҡуйһындар. Был хаҡта шул уҡ интернетта һис йәшермәй яҙыла: күптәр хәҙер, был нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, электрон уҡыуҙан баш тарта башлаған, сөнки, беренсенән, ундағы хәбәрҙәрҙең яртыһынан күберәге - фейк (ялған, алдаҡ) һәм ундағы мәғлүмәттәр тикшерелеп тормайынса, ашыҡ-бошоҡ һәм хаталы яҙыла икән; икенсенән, күҙ алдында туҡтауһыҙ янып-һүнеп торған кадр, һорауһыҙ-ниһеҙ һинең пространствоңа килеп инеүсе реклама "тәҙрәләре" иғтибар туплауға ҡамасаулай, нервыға тейә. Унан бит, интернетҡа яҙышмаған кеше юҡ бөгөн: аҡыллыһы ла, ғәфү итегеҙ - аҡылы камил булмағаны ла ниҙер яҙып маташа... Ниңә әле мин шуларҙың сүбәк сәйнәүҙәренә ваҡытымды сарыф итеп, уҡып ултырырға тейешмен, тип уйлай хәҙер йүнлерәк әҙәм. Былар тураһында "Экспресс газета"ның 2018 йыл 29 март һанындағы "Ни өсөн яҙма матбуғат бер ҡасан да үлмәйәсәк?" тигән мәҡәләне уҡырға тәҡдим итәм, ышанмаһағыҙ. Японияла, Америкала гәзиттәр тиражы йылдан-йыл арта барыуы тураһында ла аныҡ һандар бар. Үкенескә, беҙгә аҡыл һәр ваҡыт һуң килә, ә шулай ҙа дөйөм ҡуҙғалыш тиҙҙән килеп етер беҙгә лә, тип өмөтләнәм.
Көнһылыу ҠОТЛОБАЕВА, педагогика ветераны, Бөрйән районы: Мин совет осоро балаһы. Ғүмеремдең күп өлөшө шул ваҡытҡа тура киде. Ул дәүерҙең ниндәй етешһеҙлектәрен тапҡанда ла, шул осорҙағынан да күберәк уҡыусы халыҡ булды микән донъяла? Китапханалар, шәхси китапханалар, матбуғат, әҙиптәр, журналистар иң юғары кимәлдә абруйға эйә ине. Бигерәк тә ваҡытлы матбуғат, журналистар эйә булған ғәйәт ҙур абруй, шөһрәт хәҙер юҡ инде.
Совет заманында матбуғат һүҙенең ҡиммәтен, ҡеүәтен баһалай белделәр, шуға ла халыҡ араһында уның абруйы булды. Ваҡытлы матбуғатта күтәрелгән мәсьәләләр бер ваҡытта ла иғтибарһыҙ ҡалманы, тәнҡит мәҡәләләре буйынса йыйылыштар, бюро ултырыштары уҙғарылып, ғәйеплеләр язаһын ала һәм көн тәртибендәге мәсьәләләр ваҡытында хәл ителә барҙы. Ул ваҡыттағы райком секретарҙарының ниндәй власҡа эйә булыуын хәҙерге быуын белмәйҙер ҙә. Әммә шул властың журналистар алдында нисек аяғүрә тып баҫып торғанын да күҙ алдына килтерә алмаҫтар.
Халыҡ аҡсаға бик етешмәй йәшәгәндә лә республика һәм үҙәк баҫмаларға яҙылмай ҡалманы. "Совет Башҡортостаны", "Ленинсы", " Башҡортостан пионеры"на тиклем барлыҡ гәзиттәр, "Пионер", "Башҡортостан ҡыҙы", "Ағиҙел", "Һәнәк " журналдары, "Правда", "Комсомольская газета", "Труд" үҙәк гәзиттәре, "Роман газета", "Наука и жизнь", "За рубежом","За рулем", "Квант", "Пионер" һәм "Костер", "Работница","Юный техник" кеүек бик тә популяр баҫмаларҙың һәр ҡайһыһы көтөп алыныр булды.
Әммә был гәзит йә журнал өйгә килеп инеү менән уҡ ҡулыңа эләгә тигәнде аңлатмай ине әле. Яҙылмаған ҡанундар буйынса, өйҙә һәр кемдең үҙ сираты: иң беренсе атай менән әсәй уҡый, унан йәш буйынса сират китә. Йөрөйһөң шунда утҡа баҫҡан бесәй һымаҡ ҡасан сиратың етерен көтөп. Эйе, илебеҙ өсөн ғорурланып, уңыштарына ҡыуанып, хәҙер беҙгә һуғыш ҡурҡынысы янамай тип ирәйеп, октябрят, пионер, комсомол тормошо менән янып, уҡырға теләгән һәр кем белем ала һәм теләгән һөнәргә эйә була ала, хеҙмәте барҙың - хөрмәте бар, тип дәртләнеп, етешһеҙлектәр булһа, матбуғат аша хәл итеп була тигән ышаныста инек. Эйе, ул саҡта ил менән бер булып, ил тип бергә янып йәшәлгән, коллективлыҡ хисе, илһөйәрлек тойғоһо көслө ине.
Бөгөн килеп нимә үҙгәрҙе һуң? Хәҙерге ваҡытлы матбуғат ябай кешегә яҡыная ла төштө һымаҡ, тик ни өсөн уға ҡыҙыҡһыныу һүрелде һуң? Берәүҙәр бөгөнгө ҡиммәтселек менән аңлатһа был күренеште, икенселәр уның сәбәбен аңыбыҙҙы ла, донъябыҙҙы ла электрон технологиялар баҫып алыуында тип уйлай. Ә минеңсә, кешенең аң-белем, интеллектуаль торошонда барған үҙгәрештәр ҙә күп сәбәптәрҙең береһелер. Яңы быуын килде. Мәктәптә лә, ғаиләлә лә элеккесә уҡыу культы һүнде. Ғөмүмән, гәзит-журнал түгел, классик әҙәбиәтте лә уҡымай бит хәҙерге йәштәр. Шунлыҡтан, минеңсә, уларҙа туған телебеҙгә, хатта илебеҙгә беҙҙең замандағы һымаҡ йәнен фиҙа ҡылып, өҙөлөптәр яратыу хистәре лә әллә ни күҙәтелмәй. Улар еңеллек менән ауыл йә ҡалаһын ғына түгел, ә туған илен дә ташлап, ситкә сығып китергә әҙерҙәр. Күпселек йәштәр әле үҙ илебеҙҙә үк башҡортса һөйләшмәй, шунан уларҙы нисек итеп гәзиткә яҙҙыраһың? Бындай мәсьәләләрҙе айырым-айырым ғына хәл итеп булмай. Йәнә лә: йәштәрҙе гәзит уҡырға өгөтләп кенә телһөйәрҙәр, илһөйәрҙәр тәрбиәләп тә булмай. Йәштәр тәрбиәһе лә, туған телебеҙ һәм матбуғат мәсьәләләре лә дәүләт кимәлендә һәм юғарылығында хәл ителергә тейеш тип уйлайым. Шул саҡ ҡына гәзиттәр ҙә йәшәр, йәштәр ҙә ситкә сығып китеүҙе генә ҡарап тормаҫ.
Элеккебеҙҙе һағынып һөйләһәм дә, бөтәһе лә идеаль дә түгел ине шул. Нисек кенә тырышып, яратып уҡыһаҡ та, совет осоро балаларының ауыртҡан урыны ғаилә өлкәһендә тома наҙанлыҡ ине. Йәмғиәтебеҙ нигеҙе булған ғаилә һәм ғаилә мөнәсәбәттәре, шәхси тормошобоҙ икенсе планда булды. Был мәсьәләгә балалар баҡсаһынан алып мәктәп, урта һәм юғары уҡыу йорттарында ла бөтөнләй урын булманы. Йәмғиәт менән ғаилә һәм айырым кеше мәнфәғәттәре ҡапма-ҡаршы ҡуйылыуы арҡаһында тома наҙан көйө тип әйтерлек тормош ҡорҙоҡ һәм йәшәнек, тиһәң дә була. Матбуғат баҫмаларында кешенең шәхси проблемаларын, ғаиләләрҙәге эске мәсьәләләрҙе яҡтыртыуға урын да, миңә ҡалһа, рөхсәт тә юҡ ине һымаҡ. Бөгөнгө гәзит һәм журналдарыбыҙ, ниһайәт, ергә төштө, ябай кеше тормошона яҡын килде. Бигерәк тә, "Киске Өфө" гәзите. Барсабыҙ ҙа һыуға сарсаған, ҡорғаҡһыған ер кеүек ҡабул иттек был гәзиттең тормошобоҙға килеп инеүен. Хатта бер мәл Әхмәр Үтәбай "Гәзиттең өс йыллыҡ төпләмәһе менән генә лә йәшәйеш өсөн кәрәк булған бөтөн белемде алырға була", тигән һымағыраҡ фекер әйткәйне. Гәзитебеҙ бөгөнгө көндөң иң киҫкен мәсьәләһе булған туған телебеҙ проблемаларын арыу-талыуһыҙ яҡтырта. Тамсы тама-тама таш яра, тигәндәй, бер заман был тырышлыҡтар әлеге гәзит уҡымаған быуын аңына ла юл табыр, моғайын, тип өмөтләнге килә.
"Киске Өфө"лә йәштәр һәм ололар өсөн дә, айырым кешеләр һәм төрлө һөнәр эйәләре өсөн дә, ғаилә һәм йәмғиәт мәсьәләләре лә, йәшәйеш ҡанундары һәм башҡа бик күп темалар буйынса ихтыяжға, зауыҡҡа тап килгән материалдар баҫылып килә. Артабан да үҙебеҙҙе ошо рухи хазинабыҙҙан мәхрүм итмәйек, замандаштар. Барлыҡ матбуғат хеҙмәткәрҙәренә лә ижади уңыштар, илһамлы хеҙмәт, ғаилә именлеге, рух бөтөнлөгө насип булһын.
Миңзәлә ШӨҒӘЙЕПОВА, журналист, БР Яҙыусылар берлеге ағзаһы, Учалы районы: Гәзит-журналдар беҙҙең йортта бала саҡтан бихисап күп булды. Әсәй һуғыш йылдарында тракторҙа һуҡасы булып эш башлап, сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереүҙә ҡатнашҡан, аҙаҡ ғүмере буйы һауынсы булып эшләгән ябай ауыл ҡатыны, беҙҙе уҡымышлы итеп күргеһе килгәндер инде, йыл һайын әллә күпме матбуғат баҫмаларына яҙылыр ине. Йәнә шуныһы: әсәй эштән ҡайтып, кистәрен тамаҡ ялғап алғас та, ғаиләбеҙ менән бергә йыйылабыҙ ҙа уҡыу сәғәттәре ойоштора инек. Миңнур һеңлем менән алмашлап ҡысҡырып уҡыйбыҙ. Нәнәй ҙә беҙҙең менән бергә... Ололар шунда уҡ үҙҙәренә оҡшаған мәҡәләгә үҙ мөнәсәбәтен белдереп, үҙ-ара әңгәмә ҡороп ебәрә. Хәҙер һеңлем менән шул саҡтарҙы иҫләйбеҙ ҙә яңы аңлайбыҙ: ниндәй дөрөҫ тәрбиә мәктәбе булған! Үҙенә күрә беҙҙе фекерләргә, донъяны танып белергә, аҡты ҡаранан айырырға өйрәткән үҙенсәлекле "Түңәрәк ҡор" булған икән йыйылып гәзит уҡыу ғәҙәте. Ә күпме китаптарҙы ла шулай уҡый инек!
Бала ваҡытта беренсе тапҡыр шиғырҙарымды "Башҡортостан пионеры" һәм "Пионер" журналында баҫтырып сығарғас, түбәм күккә тейҙе. "Мәктәп тормошо" тигән таҡтаға шул шиғырҙарҙы элеп ҡуйҙылар. Ошо көндән башлап "шиғыр ене" ҡағылған беҙҙең байтаҡ малай-ҡыҙҙарға матбуғаттың мәртәбәһе йәнә бер башҡа күтәрелде. Әллә ҡайҙағы буй еткеһеҙ бейеклектәге Өфөнөң Өфөһөндә Урал төпкөлөндә ятҡан ауылыбыҙҙы исемләп, Ураҙ ауылы тип күрһәтеп тороп, шиғырҙарыңды баҫһындар әле! Класташтарым менән ихлас ҡыуанышҡан мәлдәребеҙ әле лә күңелде йылыта. Һуңынан уҡытыусыбыҙ Зифа Фәсхетдин ҡыҙы башҡа тиңдәштәремдең дә шиғырҙарын туплап ебәргәс, йәнә ташҡа баҫтылар. Һәр номерын көтөп алып уҡыр инек. Әлеге көндә лә ирем һөнәре буйынса журналист булараҡ, шулай уҡ гәзитһеҙ йәшәй алмайбыҙ. Ауылға йәшәргә күскәс тә аҙна һайын Учалыға барып, бер ҡосаҡ матбуғат баҫмалары һатып алып ҡайтып уҡый. Балалар ҙа белеп бөткән: ялға ҡайтһалар, күстәнәскә иң тәүҙә гәзит-журнал һатып алалар. Йәл, күп гәзиттәр элекке кеүек көн аша түгел, аҙнаһына бер тапҡыр ғына сыға. Улары ла күбеһенсә ауылға һуңлап килә. Мин үҙем күберәген баҫмаларҙағы яңылыҡтарҙы интернет селтәре аша уҡыйым, ә ирем элеккесә ҡулға тотоп уҡымаһа, танһығы ҡанмай.
Ғөмүмән, гәзит-журналдар беҙҙе ғүмер буйы оҙата килде. Артабан да шулай булырына өмөтләнәм, сөнки, мәғлүмәт саралары ни тиклем генә төрләнмәһен һәм алға китмәһен (электрон сараларҙы күҙҙә тотоуым), яҙма матбуғат барыбер йәшәргә тейеш: уның үҙ уҡыусылары, үҙ даирәһе бар. Быны гәзит уҡыуҙың өҫтөнлөктәрен, тәмен тойған кешеләр генә раҫлай алалыр. Шуныһы ла бар: аналитиктар билдәләүенсә, кешелек бер заман электрон технологияларҙан бүгеп, барыбер ҡағыҙ матбуғатҡа әйләнеп ҡайтасаҡ. Европа, Азия һәм хатта Америкала ла ошондай тенденция күҙәтелә, ти улар. Бирһен Хоҙай!
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.
