"Халҡым теле миңә - хаҡлыҡ теле, унан башҡа минең илем юҡ" тигән хәҡиҡәтте балаларығыҙ һәм ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ күңеленә нисек һеңдерәһегеҙ?
Зәки ӘЛИБАЕВ, Башҡортостан Яҙыусылар берлеге идараһы рәйесе, филология фәндәре кандидаты, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ доценты, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты: Өр-яңы хәҡиҡәт асырға йыйынмай, дәүләттең дә, йәмғиәттең дә нигеҙе - ғаилә, тип ҡабатларға яратам. Боронғо грек фәйләсуфтарының хеҙмәттәрендә лә күп тапҡыр телгә алына был. Ләкин бөгөнгө ғаилә - ябай ғына кешеләрҙең социаль кимәлдәге мөнәсәбәттәре түгел, ә рухи нигеҙҙәге тамырҙар, тип ҡарарға кәрәк. Тап ошо йүнәлештә ғәмәлдәр сәңгелдәктән башлана. Миңә ҡалһа, һуҡмаҡтың башы - туған тел. Әсәйҙәрҙең талғын ғына сәңгелдәк йырынан, телебеҙҙең моңло өндәренән, айырым һүҙҙәрҙән баланың донъяны танып белеүе башлана. Ошо мәңгелек традиция кешенең аңын формалаштырыуға булышлыҡ итә. Беҙҙең атай-әсәйҙәрҙә ул ҡандан-ҡанға күсә килгән. Шуға ла борон халҡыбыҙҙа ҡанбабаларҙың роле әйтеп бөткөһөҙ булған. Ә бөгөн ғаилә ҡиммәттәре һаҡланамы һуң? Уларҙы һаҡлау өсөн ниндәй шарттар кәрәк? Мине генә түгел, ә башҡаларҙы ла ошо ябай һорау бик борсой. Ябай ғына миҫалдар аша һорауҙарға үҙ ҡарашымды, үҙ яуабымды биреп ҡарайым.
Беҙҙең ғаилә ҡалала барлыҡҡа килде. Балалар үҫкән саҡта милли балалар баҡсалары юҡ ине. Иң мөһиме, балаларҙың теле асылғанға тиклем әсәләре декрет ялында ултырҙы. Тел асылған саҡта бигерәк тә иғтибарлы булырға кәрәк, шуға ла әсәйҙәрҙең тел нескәлектәрен дә белеүе мөһим. Һөйләшә башлағанға тиклем тик башҡортса ғына өндәшеп, һүҙ байлығын байытаһың. Беҙҙең Риф менән Сәғит, Әҙилә үҫкән саҡта әллә ни мәшәҡәт булманы, сөнки олатай-өләсәйҙәр иҫәндәр ине әле. Йәй буйы ауылда булып, уларҙың тел байлыҡтарын үҙләштереп, телмәрҙәрен нығытып алалар ине. Башҡорт теленең бар нескәлектәрен олатай-өләсәйҙәр һеңдерҙе. Ә бына Арыҫланға ундай бәхет теймәне. Ололарыбыҙ баҡыйлыҡҡа күскәйне. Ниңәлер теле лә һуң сыҡты, балалар баҡсаһына барғас, тик рус телендә генә теле асылды. Өйҙә башҡортса һөйләшһәк тә, беҙгә рус телендә генә яуап бирә. Ни эшләргә? Ниндәй генә саралар ҡулланманыҡ, файҙаһыҙ. 1-се класҡа үҙебеҙҙең Фатима Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһына бирҙек. Класта башҡортса иркен аралашҡан малайҙар күп ине. Салауат менән ныҡлап дуҫлашып китте. Ул башҡортса яҡшы белә ине. Бер ай самаһы уҡығас, мәктәптән Арыҫлан менән ҡайтып киләбеҙ, ул: "Атай, туңдырма алып бир әле", - ти. Күтәреп алдым да, Үҙәк баҙарға туңдырма алырға йүгерҙек. Аллаға шөкөр, хәҙер ул бик матур итеп башҡортса һөйләшә. Мөхит барыбер үҙенекен итте. Бына ни өсөн кәрәк башҡорт мәктәптәре! Ғөмүмән, балаларыбыҙ башҡортса иркен аралаша. Оло улым тарихи, милли мәсьәләләргә бик етди ҡарай. Үткән йыл күптәнге хыялын тормошҡа ашырҙы: Өфө ҡалаһының Ленин урамы башынан алып аҙағына тиклем еңел машинаның люгынан сығып, милли кейемдә ҡурай уйнап төшкән видеоһы социаль селтәрҙәрҙә оҙаҡ йөрөнө. Йәки, үҙ еренең хужаһы баш ҡаланың төп урамында шулай йөрөргә тейеш. Ейәнсәребеҙ Камиланың да теле асылып бара. Күберәк өләсәһе менән ялдарын үткәрә. Ул артабан нисек, кем булып үҫеп етер? Уға ҡарап, үҙебеҙгә баһа ҡуябыҙ инде. "Себеште көҙ һанайҙар" ти бит халҡым - ваҡыт күрһәтер.
Рәйлә БАЙМӨХӘМӘТОВА, Белорет районы Абҙаҡ урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы: Халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың һәр башҡорт өсөн үлемһеҙ васыятҡа әүерелгән был шиғыр юлдарын белмәгән кеше бар микән! Туған тел моңо тыуғандан күңелебеҙгә һеңгән, сөнки ошо мөхиттә аралашып, ошо мөхиттә аң-белем кимәленә өлгәштек, буй еткерҙек, шуға күрә лә беҙгә әсә теле һабаҡтарын өйрәнеү ҙә көсәнеүһеҙ, тәбиғи бирелде. Бөгөн беҙҙең алда ошо мираҫты - туған тел хазиналарын, халҡыбыҙ күңеле ынйыларын түкмәй-сәсмәй балаларыбыҙ аңына һеңдереү бурысы тора. Әйтергә кәрәк, бөгөн балалар, ауылдарҙа ла хатта, икенсе төрлөрәк шарттарҙа үҫә һәм белем ала. Электрон-техник прогресс, интернет-гаджет аралашыу саралары, өҫтәүенә, республиканың айырыуса ҡала мәктәптәрендә башҡорт теле уҡытыу мәсьәләһенә ҡараштарҙың үҙгәреп тороуы, һис шикһеҙ, балаларҙы туған тел мөхитенән алыҫлаштыра төшкәндәй. Шуға күрә лә баланы тыуған мөхитенә еректереп үҫтереү бурысы иң тәүҙә ғаиләләр иңенә төшә. Иң тәүҙә һәр ғаиләнең ошо хәҡиҡәтте аңлауы кәрәк, шунда ғына балаларыбыҙ телһөйәр үә илһөйәр булып үҫәсәк. Башҡа юл юҡ.
Ә ғаиләләргә килгәндә, үкенескә, улар араһында бөгөн төрлөһө бар. Маңҡорт ғаилә башлыҡтары өйҙә балалары менән русса аралашыуҙы мәртәбә күрә, йәнәһе лә, фәҡәт рус телендә аралашып, ошо телдә белем алһа ғына балам кеше буласаҡ, тип уйлай. Бындай фекер менән әсәй булараҡ та, уҡытыусы булараҡ та килешмәйем. Әлбиттә, рус телен яҡшы белеү кәрәк, быны берәү ҙә инҡар итмәй, ләкин үҙ телен белмәгән һәм һанға һуҡмаған кешенең башҡа телдәргә ихтирамы булырмы?
Үҙемдең ике балам: улым да, ҡыҙым да башҡорт класында уҡыйҙар. Бик матур итеп үҙ телебеҙҙә һөйләшеүҙе өҫтөн күрәләр. Ҡайһы ваҡыт урамда китеп барғанда уларҙың һөйләшкәнен ишетеп, өлкән апай-инәйҙәр һоҡланыу белдереп, маҡтап китәләр. Балаға үҙ телен белеү таҙа итеп аралаша алыу өсөн генә түгел, ә фекерләү ҡеүәһен үҫтереү өсөн дә бик кәрәк, сөнки кеше ниндәй телдә генә һөйләшмәһен, барыбер туған телендә уйлай һәм фекерләй. Ә бит ғаиләлә баланы телһөйәр итеп үҫтереү көс етмәҫ ауыр эш тә түгел: ни бары башҡортса һөйләшеү, ҡысҡырып китаптар уҡыу, шиғыр ятлау, йыр өйрәнеү, уйындар уйнау ҙа етә һәм уны балала ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырлыҡ итеп эшләргә кәрәк. Мин үҙем тап шулай эшләйем дә. Ә инде ауылда өләсәй-ҡартатайҙары булған балалар был йәһәттән айырыуса бәхетле, минеңсә. Әйткәндәй, үҙемдең әсәйем ғүмере буйы уҡытыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты һәм улар атайым менән икеһе ейән-ейәнсәрҙәрен һағынып көтөп торалар, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй.
Айгөл МОСТАФИНА, йәш әсә: Бәләкәсебеҙгә әле ни бары 4 ай, шулай ҙа мин уның менән гел һөйләшәм, йоҡлатҡанда бишек йырын йырлайым. Иркәләп, матур һүҙҙәр әйтә башлаһам, ул бөтәһен дә аңлай кеүек: геүелдәп, гөрөлдәп, ниндәйҙер өндәр сығарып, йылмая, ҡулдарын һуҙып тыпырсына, миңә ынтыла башлай. Өләсәһе лә, ҡартәсәһе лә беҙгә килһәләр, бәләкәсте устарына ултыртып, "Һәтес, һәтес, һәтес тә, бигерәк матур бәпес тә..." тип һамаҡлап һикертергә яраталар, ә был инде бигерәк тә оҡшай балаға: осоп китер төҫлө талпына. Ҡәйнәм балалар поликлиникаһында оҙаҡ йылдар шәфҡәт туташы булып эшләй, уның әйтеүенсә, бала менән бәләкәйҙән үк даими һөйләшә башлаһаң, уның теле иртәрәк асыла һәм ул өндәрҙе, һүҙҙәрҙе дөрөҫ, асыҡ итеп һөйләшергә өйрәнәсәк, юғиһә, ҡайһы бер балалар 4-5 йәшкә тиклем һөйләшә алмай йә һаҡау булалар. Икенсенән, бала бәләкәйҙән туған тел моңон тойоп, ишетеп үҫәсәк. Балаға йөклө саҡта ҡулыма бер китап килеп эләккәйне: яҙыусы, педагог Мәрйәм апай Бураҡаеваның "Арғымаҡ" китабын бер тынала уҡып сыҡтым, айырыуса оҡшаған урындарын ҡәләм менән билдәләп тә сыҡҡанмын. Бына улар:"Баланы "Сәңгелдәк йыры"нан, көйлө әкиәттәрҙән өҙмәгәндәр. Бала саҡта ишеткән моң-йырҙар береһе лә онотолмай. Яҡшы һүҙ - күңел күрке, тигәндән сығып, әсәйҙәр сабыйҙарына яҡшы һүҙ әйтеп, күңелен күркәм итергә, рухын күтәрергә, әсә һөтө менән бар яҡшы теләктәрен һалып ҡалдырырға тырышҡан. Баланың күңеленә көрлөк тойғоһон тәүҙән һалыуҙы зарур һанаған аҡыллы кешеләр". Ысынлап та, беҙгә балаларыбыҙҙы рухлы, көслө, илһөйәр кешеләр итеп үҫтереү өсөн тәрбиә эшен халҡыбыҙ аҡылы һалынған ауыҙ-тел ижадына нигеҙләнеп баштан уҡ башларға кәрәктер, тигән фекергә килдем.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.
