Ауыл, ҡала граждандарының әүҙемлеген нисек күтәрергә?

Ауыл, ҡала граждандарының әүҙемлеген нисек күтәрергә?, image #1

Рәфис Ҡарағолов, Шишмә районы Ҡара Яҡуп ауыл хакимиәте башлығы: Элекке кеүек колхоз-совхоздың хеҙмәт шауы гөрләп тормағас, бөгөн ауылдарҙы тынлыҡ баҫты, урамда кеше әҫәре күрмәҫһең. Һәр кем үҙ хәстәре менән мәшғүл. Өҫтәүенә, ауылдарға ла хәҙер интернет шауҡымы ҡағылды, күптәр көндәр буйы виртуаль донъя гиҙә. Күмәкләп башҡара торған берәй эш килеп сыҡһа, шылтыратып, эҙләтеп, саҡҡа саҡыртып алаһың. Дөйөм эшкә ҡарата йыш ҡына битарафлыҡ менән осрашырға тура килгеләй, хатта был эш туранан-тура кешенең үҙ мәнфәғәтендә булыуға ла ҡарамаҫтан. Ошоға бәйле, Бабик ауылында булған бер осраҡ иҫкә төшә. Бында беҙ тулыһынса һыу үткәргесте алмаштырырға булдыҡ. Был турала көн алдын йыйылышта халыҡҡа хәбәр ителде, иғландар яҙып эленде. Экскаватор килеп, траншея ҡаҙый башланы. Унан ошо үҙәк үткәргестән һәр кемдең йортона траншея ҡаҙып сығырға кәрәк ине. Ошо этапҡа килеп терәлгәс, эш туҡтап ҡалды. Ике аҙна буйы һыуһыҙ ултырһа ултырҙылар, тик ҡулына көрәк тотоп, траншея ҡаҙырға сыҡмай ултырыусылар ҙа булды. Әҙерҙе көтөп ултыра торған замандар үтте шул, халыҡ шуны аңларға тейеш. Үҙенә кәрәкте үҙ ҡулдарың менән эшләп алырға бурыслыһың. Ауыл активына таянып, аңлатыу эштәре алып барғандан һуң дәррәү генә йыйылышып, эште бик матур итеп тамамлап та ҡуйғайныҡ шул саҡ. Аҙаҡ бындай әүҙемлек уларҙың үҙҙәренә лә оҡшап китте хатта.

Күп йылдар эшләү дәүерендә шуға инанғанмын: халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә эшләр өсөн ауыл активына таянырға кәрәк, ә уларҙың иһә халыҡ араһында ихтирам менән файҙаланған кешеләр булыуы мотлаҡ. Бөгөнгө көндә мин тап ана шундай лидерҙар ярҙамына таянам да инде. Беҙҙең ауыл биләмәһендә 10 депутат, 4 ауыл старостаһы, ике мәсеттә ике имам, ағинәйҙәр, шулай уҡ зыярат-ерләү мәсьәләләре өсөн яуаплы 4 кеше бар. Төҙөкләндереү, йыйыштырыу һәм килеп тыуған башҡа төрлө эштәрҙе ойоштороуҙы бергәләп атҡарабыҙ, уларға тулыһынса ышанырға була. Бындай берҙәмлек, урындарҙа халыҡ инициативаһы быйыл, Тораҡ биләмәләре эстетикаһы иғлан ителгән йылда айырыуса кәрәк. Был йәһәттән ауыл биләмәһе халҡының һынатмаясағына ышанам, сөнки һәр кем үҙе йәшәгән йорт-ҡаралтыһын төҙөклөктә тоторға, бер-береһенә өлгө булырлыҡ матур итеп йәшәргә ынтыла

Гүзәл МОНАСИПОВА, Баймаҡ районының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе: Колхоз, совхоздар бөткәс, ауыл халҡы яйлап көтөп ултырыу психологияһынан арынды: кемдер килеп эшләп бирер тип ятыуҙан файҙа юҡлығын аңланылар, ниһайәт. Битарафлыҡ һәм пассивлыҡты еңеү күп йәһәттән һәр төрлө сараларҙы ойоштороусыларҙан да торалыр, тип уйлайым. Улар эште ниндәй ниәт менән ойоштора: мине күрһендәр, маҡтаһындар типме, әллә "Беҙ булдырабыҙ!" тип, башҡаларҙы изге уй-ниәт менән үҙ артынан эйәртеп, әйҙәүсе булып торамы? Әйҙәүсе - фекерҙәре тап килгәндәрҙе бергә туплаусы, ыңғай һөҙөмтәгә алып бара алған команда булдырыусы, формаль булмаған лидерҙарҙың халыҡ араһында абруйын һанлаусы, уларҙан көнләшмәүсе, ә киреһенсә, үҙенә теләктәш итеп алыусы һәм битараф булғандарҙы шундай лидерҙар аша артынан эйәртеүсе.

Әүҙем булыу шулай уҡ һәр кемдең эске доньяһы торошонан, уның рухи халәтенән дә тора, тигән уйҙамын. Бөгөн кешенең рухи үҫешенә ҡарау, иғтибар итеү икенсе планда тора - һәр бер эшләнгән эш өсөн кеше хаҡ һорай, түләү талап итә башланы. Бөтөн саралар - гәзит-журналдар, радио, телевидение, интернет селтәрҙәре аша күберәк табыш алыу, килем алыу тураһында пропаганда алып барыла һәм кешеләрҙә нимәнелер бушҡа эшләү, ярҙам итеү кеүек төшөнсәләр яйлап юҡҡа сыға бара. Мәктәптәрҙә лә балаларҙы шул йүнәлештә өйрәтәләр. Әлбиттә, мин килешәм, был заман талабы. Әммә ләкин ошолар битарафлыҡҡа, вайымһыҙлыҡҡа тура юл аса ла инде.

Әйҙәгеҙ, элекке ваҡыттарҙы иҫкә төшөрәйек әле: өмә итеп, күмәкләп бесән сабыу, кәбән ҡойоу кинәнестәре, өй күтәреү, нигеҙ ҡороу, туған булмаһа ла кемгәлер ихлас ярҙам итеү... Ә хәҙер нисек һуң? Бесәнде косилка менән сабыу, йыйыу өсөн шул тиклем ҡиммәт хаҡ һорайҙар, был бесәнде һатып алыуҙан да ҡыйбатыраҡҡа барып баҫа. Хатта яҡын туғандар ҙа был йәһәттән әҙәп һаҡлап тормай...

Ауыл ерлегендә милли йолабыҙ - өмәләрҙе юғалтмай һаҡлау бурысы тора. Был һәр кемдең эске доньяһы торошона, рухиәтенә лә бәйлелер , тип уйлайым. Беҙҙә мәктәптең иҫке баҡсаһы бар, ул ярайһы ҙур ғына, ағастарҙы элек мәктәп уҡыусылары йылғанан биҙрә менән һыу ташып ҡойоп үҫтергәндәр. Инде байтаҡ йылдар беҙ, "Ағинәй" һәм "Атайсал" йәмәғәт ойошмалары ағзалары, шул баҡсаның рәшәткәләрен тәрбиәләп тотабыҙ - ирҙәр рәшәткәләрҙе йүнәтә, ҡағып сыға, ағинәйҙәр ап-аҡ итеп, яҙлы-көҙлө матурлап буяп ҡуя. Уҡыусылар баҡсаның эсен таҙарта, ҡороған ботаҡтарҙы йыя. Көҙгөһөн хакимиәт башлығы, райондың ир-егеттәр ҡоро рәйесе Илгиз Йәнбирҙин, өмә үткәреп, баҡсаның эсенә заманса балалар майҙансығы эшләтеп ҡуйҙы, ауылға йәм биреп ултыра, унда уйнап йөрөгән балаларҙың шат тауыштарын ишетеү күңелгә кинәнес өҫтәй. Ә беҙҙе бит берәү ҙә шунда яуаплы итеп ҡуймаған, бөтәһе лә күңел ҡушыуы буйынса эшләнә. Милли кәсептәребеҙҙең береһе - кейеҙ баҫыу йолаһын да тергеҙҙек, кейеҙ баҫыу -коллектив эш , Һаҡмар буйына тирмә ҡороп, ҡаҙандар аҫып, ағинәйҙәр, төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар, уҡыусы ҡыҙҙар кейеҙ баҫып, ир-егеттәребеҙ Һаҡмарҙа кейеҙҙәрҙе сайҡатып, йыр-бейеү, ҡурай, гармун моңдарын яңғыратып үткәргән өмәләребеҙҙең береһе. Үҫеп килгән быуынға халҡыбыҙҙың милли традицияларын, йола-кәсептәрен, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәтеү - беҙҙең изге бурыс , уларҙа фәҡәт ошо юл менән генә берҙәмлек, ойошҡанлыҡ, юғары үҙаң сифаттары тәрбиәләргә булалыр, тип уйлайым.

Сәриә ҠОЛҒОНИНА, Өфө ҡалаһы Совет районының 19-сы торлаҡ-эксплуатация компанияһы эшсеһе: Ҡала булһынмы, ауылмы - унда йәшәгән халыҡтың әүҙемлеге һәр төрлө мәҙәни, уйын-көлкө сараларында, хатта шәмбе өмәләрендә ҡатнашыу йә булмаһа ниндәйҙер талаптар ҡуйып, митингыларға сығыу менән генә билдәләнмәй, ә үҙҙәренең йәшәгән урын-ерен матур, төҙөк һәм, иң мөһиме, таҙа итеп тотоуҙа ла күренә. Ә беҙҙә был йәһәттән әҙәм балаларының холоҡ-ғәҙәттәре бер ҙә маҡтанырлыҡ түгел. Кемгә-кемгә, ә бына нисә йыл инде урам һепереүсе булып эшләгән миңә ҡала халҡының ғибрәт итерлек алама ғәҙәттәре, баш ҡалабыҙҙа өлгөлө тәртип һәм таҙалыҡ булдырырға тырышып тормауҙары, минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе тип битараф йәшәүҙәре, пассив булыуҙары бик яҡшы мәғлүм. Ҡайҙа етте - шунда күҙ ҙә йоммайынса сүп-сар ырғытып китеү беҙҙә күптән инде нормаға әүерелгән. Сүп-сар реформаһы тип һөйләйбеҙ ҙә ул, ә бына ул реформаны тәү сиратта кешеләр аңында үткәрергә кәрәк икәнен генә уйламайбыҙ. Был реформаны кешеләр аңынан башларға кәрәк! Тик нисек итеп? Осрап ҡуя, әлбиттә, арабыҙҙа әлеге битарафлыҡ, пассивлыҡ күренештәре менән килешергә теләмәгән социаль әүҙем, таҙа күңелле кешеләр ҙә, ләкин улар дөйөм хәлде үҙгәртә алырлыҡ күпселекте тәшкил итмәй, ҡыҙғанысҡа. Быйыл үҙегеҙ күреп тораһығыҙ: ҡала урамдарын ҡар баҫты. Коммуналь-хужалыҡ эшсәндәре был ҡарҙы таҙартып өлгөрә лә алмай китә, бының үҙ сәбәптәре күп, ләкин әлеге осраҡта һүҙ был хаҡта түгел, ә ҡала халҡының үҙ хәленә мөнәсәбәтендә. Торлаҡ йорт алдарын, подъезд тупһаларын баҫып киткән ҡарҙы йырып, ашатлап йөрөһә йөрөй ул, әммә көрәк тотоп, тупһаһын көрәргә сыҡмаясаҡ, сөнки ундайҙарҙа элементар тәрбиәлелек сифаттары юҡ. Иң ҡурҡынысы шунда: бындай битарафлыҡ, пассивлыҡ өлкәндәрҙең ошондай мөнәсәбәтен күреп үҫкән балаларға күсә. Шулай булмаһа, баш ҡалабыҙҙа әленән-әле ишетелеп торған вандаллыҡ акттары кемдәр тарафынан ҡылына тип уйлайһығыҙ? Әлбиттә, үҫмерҙәр һәм йәштәр ҡылығы был. Граждандарҙың әүҙемлеген күтәреү юлдарын мин әйтеп бирә алмам, әлбиттә, ә шулай ҙа был йәһәттән йорт-ара, подъезд-ара ярыштар, һәр төрлө конкурстар ойоштороу юлы менән кешеләрҙә сәм һәм дәрт уятыу торлаҡ йорт эйәләрен үҙ милектәренә, шулай уҡ уның эргә-тирә биләмәләре торошона бер аҙ хужаларсараҡ ҡарарға булышлыҡ итер ине, бәлки, тип уйлайым.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

50 views·2 shares