Эскеһеҙ байрам итеп буламы?
Рөстәм ИШМӨХӘМӘТОВ, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары: Яңы йыл каникулдарында алкоголь продукцияһы һатыуҙы сикләү тураһында закон 29 декабрҙә көсөнә инәсәк, тип көтөлә. Закон проекты республика йәмәғәтселегендә киң яҡлау тапты. Төбәк халҡының социаль селтәрҙәрҙә аралашыусы 90 проценты шулай уҡ был башланғысты бер тауыштан хуплауын белдерҙе. Уның кәрәклеге хаҡында медицина эксперттарының аналитик мәғлүмәттәре лә кире ҡаҡҡыһыҙ дәлил булып тора. Улар фекеренсә, алкоголь менән бәйле үлемдәр һаны буйынса ғинуар айы йыл һайын иң беренсе урында килә. Рәсәйҙә яңы йылды байрам иткән ошо ун көн эсендә генә лә алкоголь эсемлектәрҙе самаһыҙ ҡулланыуҙан 20 меңдән ашыу кеше һәләк була. Был һан, тимәк, сағыштырыу өсөн килтергәндә, тотош Шишмә районы халҡы иҫәбенә тиң тип әйтергә мөмкин. 1-3 ғинуарҙағы үлемдәрҙең төп сәбәбе булып алкоголь менән ағыуланыу факты торһа, артабанғы көндәрҙә, 5-7 ғинуарҙа, алкоголь психозы максималь кимәлгә етә һәм был енәйәтселектең бермә-бер артыуына килтерә.
Эскелек менән бәйле енәйәттәр һаны буйынса Баш-ҡортостан Рәсәй субъекттары араһында - беренсе, ә йәш алкоголиктар һаны яғынан бишенсе урында килә. Бындай хәлдә беҙ, республика парламенты, спиртлы эсемлектәр һатыуға сикләүҙәр индереү һәм халыҡтың алкоголь менән ағыуланыу кимәлен кәметеүгә йүнәлтелгән эш алып барырға бурыслы, тип иҫәпләйбеҙ. Дөрөҫ, быйыл ошо йәһәттән күрелгән ҡайһы бер оператив саралар, мәҫәлән, һуңғы ҡыңғырау тантаналарында, һабантуй байрамдарында эскелекте сикләү ниндәйҙер ыңғай һөҙөмтәләрен бирмәй ҡалманы. Ошо көндәрҙә БР Хөкүмәтендә булып үткән оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостанда йыл дауамында алкоголдән ағыуланып үлеүселәр һанының элекке күрһәткестәргә ҡарағанда 70 процентҡа кәмеүе тураһында белдерҙе. БР Дәүләт Йыйылышы депутаттары ла был йүнәлештә эш дауам ителергә тейеш тип иҫәпләй. Эске мәжлестәре урынына ғаилә менән һаулыҡты нығытыуға йүнәлтелгән һәр төрлө мәҙәни һәм спорт-масса сараларында ҡатнашырға, яңы эш аҙнаһын ысын мәғәнәһендә сәләмәт байрам рухы менән яңырып, дәртләнеп ҡаршыларға әҙерләнәйек.
Юнир ВӘЛИЕВ, табип-гастроэнтеролог: 54 йыл өҙлөкһөҙ халыҡ һаулығы һағында эшләгән табип булараҡ, яҡшы беләм: эске мәжлестәренең бер ваҡытта ла йүнлегә алып килгәне булманы. Хатта ул йылына бер тапҡыр килә торған Яңы йыл мәжлесе булған хәлдә лә. Әйткәндәй, үҙ һаулыҡтарына битараф кешеләрҙе тап ошо оҙайлы байрамдарҙа күңелһеҙ хәлдәр ихтималлығы һағалай ҙа инде. Беренсенән, халыҡ байрамды мотлаҡ өҫтәлендә теҙелеп торған араҡы, шарап шешәләре менән ҡаршыларға кәрәк, тип уйларға ғәҙәтләнгән. Үкенес: беҙҙә әле булһа байрам төшөнсәһе йылдар буйы ана шулай мул мәжлес өҫтәле һәм алкоголь менән бәйләнеп килеүен дауам итә. Уның ҡарауы, бындай "байрамдың" ахыры һәр ваҡытта ла күңелле булып бөтмәй шул. Был хаҡта мин күп йылдар буйы ҡабатлайым инде: борон халҡыбыҙ араҡының ни икәнен дә белмәгән, әммә ләкин матур итеп байрам иткән, ҡурайға ҡушылып йыр һуҙған, ер һелкетеп бейегән. Сөнки улар сәләмәт булған, араҡы түгел, ҡымыҙ, буҙа эскән, майлы бишбармаҡты ҡоротлап, ҡатыҡлап ашаған. Ә был әсетелгән һөт ризыҡтары ашҡаҙанды эшләтеп, аппетитты асып ебәрә. Ә бөгөн кеше байрам кисендә табынға ни ултыртҡан, ни әҙерләгән, шуның бөтәһен бер кистә ашай ҙа ашҡаҙаны, бауыры ауыртыуға сыҙай алмай, күптәрҙең киҫкен панкреатит өйәнәге башлана. Өҫтәүенә, тамағына спиртлы эсемлек тә һалып алған булһа, сире уғата ҙур хәүефкә әйләнә. Тап Яңы йыл кисендә "тиҙ ярҙам" менән йә алкоголдән, йә ярамаған ризыҡтан ағыуланып, дауаханаға килеп эләгеүселәр күп була ла инде. Алкоголь үҙе үк зарар килтереү өҫтөнә, самаһыҙ ҡулланғанда, майлы-итле, ҡырҡыу ризыҡтар ҙа файҙаға түгел. Ә инде ҡайһы бер хужабикәләр табаҡ-табаҡ салат яһай ҙа ғаиләһенә аҙна буйы шуны ашата. Был да бик хәүефле, сөнки уның составына, ғәҙәттә, йомортҡа, майонез, ит, колбаса кеүек тиҙ боҙола торған ризыҡтар ҡушыла.
Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы: байрам фажиғәгә әүерелмәһен, тиһәгеҙ, табынығыҙ түренән араҡы-шарап шешәләрен ҡыуығыҙ, сәләмәт ризыҡтарға өҫтөнлөк бирегеҙ, ашауҙа сама белегеҙ. Республикабыҙ етәкселеге Яңы йыл байрамдарында сауҙа нөктәләрендә спиртлы эсемлектәр һатыуҙы сикләргә ҡарар итеп, бик дөрөҫ эшләй, ләкин эсергә әүәҫ кеше барыбер әмәлен табырға тырышасаҡ, шуға күрә һәр кемгә лә уның һаулығы, ғүмере үҙ ҡулдарында икәнлекте һис оноторға ярамай.
Зөлфиә СИБӘҒӘТУЛЛИНА, пенсиялағы уҡытыусы: Минең ғаиләмдә лә, мин аралашҡан башҡа ғаиләләрҙә лә эскелек тигән йола юҡ, тимәк, уның фажиғәләре лә, эҙемтәләре лә беҙҙең өсөн ят күренеш. Шуға ла, ошо теманы Хөкүмәт кимәлендә күтәреүҙәрҙе ишетеп, "йәшел йылан"дың үҙ яуызлығын дауам итеүен аңғарып, аптырап кителә хатта.
Беҙҙең өлкән быуын, әлбиттә, алкоголһеҙ байрам итеү тигәнде белмәне элек. Әммә балаларыбыҙ беҙҙе аңыбыҙға, айыҡлыҡҡа килтерҙе. Бынан 20 йылдар самаһы элек өлкән ҡыҙымдың туйына әҙерләнәбеҙ. Буласаҡ ҡоҙалар менән өҫтәлгә ниндәй шарап, араҡы ҡуйыу тураһында ауыҙ ғына асҡайныҡ, балалар "Беҙҙең туй айыҡ буласаҡ!" тип ҡырт киҫте. Аптырабыраҡ ҡалдыҡ, сөнки ул саҡта әле айыҡ туй үткәреүселәрҙе ишеткән дә, күргән дә юҡ ине. "Һуң ҡунаҡтар ни тиер, эсмәгәс, күңел асып булырмы?" тип һаман үҙебеҙҙекен ныҡышабыҙ. Ҡыҫҡаһы, балалар еңде. Саҡырылған ҡунаҡтарға был турала алдан хәбәр иттек. Йәнәһе, бындай туй табынына килеү-килмәүҙе үҙегеҙ хәл итегеҙ. Бырыһы ла килде. Туй табыны уйын-көлкө менән шул тиклем шәп килеп сыҡты. Әле булһа иҫкә алып һөйләйҙәр...
Шөкөр, айыҡлыҡ үтеп инә бара тормошобоҙға. Бында күберәк йәш быуындың роле баһалап бөткөһөҙ. Улар халҡыбыҙҙың матур йолалары буйынса, айыҡ итеп туйҙар үткәрә, башҡа табындарҙы ла айыҡлыҡҡа ҡора. Былтыр, мәҫәлән, бер төркөм айыҡ башҡорт йәштәренең Яңы йыл сәғәте һуҡҡан мәлдә Салауат майҙанында уйын ҡороуҙарына, башҡаларҙы ла шунда саҡырып мөрәжәғәт итеүҙәренә шаһит булынғайны.
Ысынында, эскелеккә ҡаршы ҡулланылған бар сараларҙы хупларға кәрәк. Әммә иң мөһиме, етәкселәрҙең, йәштәрҙең, ниндәйҙер башҡа төркөмдәрҙең айыҡлыҡ өлгөһө һәм ошо инициативаға башҡаларҙы ла ылыҡтырыу өсөн эшләнгән эштәр. Ниндәйҙер ойошманың, йә район һәм ҡала хакимиәттәренең етәкселәре айыҡ икән, улар эргәһендәгеләр ҙә айығырға тырышасаҡ. Айыҡлыҡҡа саҡырыусы йәштәрҙең лидерҙары эргәһенә лә айыҡтар йыйыласаҡ. Был - хәҡиҡәт. Ысынында, ошо йәһәттән республика Башлығы Радий Хәбировтың эскелеккә ҡаршы әйткән һүҙҙәре, ҡабул иткән ҡарарҙары ла һөҙөмтә бирәсәк, йәғни иң тәүҙә етәкселәр тыйыласаҡ был яман ғәмәлдән. Ә етәксенең айыҡлыҡ өлгөһө күпкә, бик күпкә өлгәштерәсәк.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.
