Ғаиләлә өсөнсө бала тыуғандан һуң атайҙар капиталы булдырырға тәҡдим итәләр. Нисек уйлайһығыҙ, был күп балалы ғаиләләр һанын арттырырға ярҙам итерме?
Даян СОЛТАНҒУЖИН, Аҡъяр район дауаханаһы табибы, йәмәғәт эшмәкәре: Был тәҡдимде бик урынлы һәм хуплауға лайыҡ тип уйлайым. Һуңғы ун йылда Рәсәйҙә халыҡ һаны кәмеүгә табан бара. Шуға күрә ил етәкселеге "Милли проект" сиктәрендә ошо хәлде яҡшыртыуға йүнәлеш алып, демография мәсьәләләренә матди ярҙам сараларын йәнләндерә төштө. Айырыуса бала тапҡан әсәләргә, шулай уҡ күп балалы ғаиләләргә матди ярҙам кимәле Рәсәй күләмендә лә, шул уҡ ваҡытта төбәк властары тарафынан да арттырылды. Мәҫәлән, әле яңыраҡ ҡына Башҡортостан парламенты депутаттары күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында законға үҙгәрештәр ҡабул итте һәм һигеҙ һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә 600 мең күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү алырға тейешле категориялар исемлеген киңәйтте. Әсәлек капиталы суммаһы ла арта бара. Әлеге ваҡытта ғаиләлә тыуған икенсе бала өсөн уның суммаһы 453 һум булһа, киләһе йыл 470-кә етергә тейеш.
Был йүнәлештә тағы бер яңылыҡ ишетеп ҡыуандыҡ: өсөнсө бала өсөн тағы бер тапҡыр Әсәлек капиталы бүлергә тигән тәҡдим ҡарала һәм ул атайҙарға тапшырыласаҡ. Бер яҡтан, был ғаилә тәрбиәһендә атайҙар ролен һәм абруйын күтәрергә ярҙам итеп, уларҙың яуаплылығын арттырыуға булышлыҡ итер, моғайын, икенсенән, ғаиләләрҙе өсөнсө һәм унан күберәк бала табырға дәртләндерер ине. Әлбиттә, атайлыҡ капиталын түләүҙең дә үҙ тәртиптәре булдырыласаҡ: ғаиләләге бөтә балалар ҙа бер үк ата-әсәнән һәм бер үк ғаиләлә тыуып, тәрбиәләнергә, ә ата-әсә законлы никахта булырға тейеш. Бынан тыш, атайҙарҙың әхлаҡ кимәле, ғаиләлә генә түгел, йәмәғәтселек мөхитендә тотҡан абруйы, ғаиләһе өсөн яуаплылығы, файҙалы эш менән мәшғүллеге лә иҫәпкә алыныр, тигән фекерҙәмен, юғиһә, эскелеккә бирелеп, эшләмәй ятҡан атайҙар ҙа бар бит, үкенескә. Ғаиләлә балалар һанын арттырыу менән генә түгел, уларҙың сәләмәт мөхиттә тәрбиә алыуына ла иғтибар ҙур булырға тейеш, йәғни һан ғына түгел, сифат та булһын, тип әйтергә теләүем. Ғаиләлә атайҙар капиталын тотоноу мөмкинлектәре лә бер аҙ киңәйтелһен ине. Мәҫәлән, фермер хужалығы йә башҡа төрлө эшҡыуарлыҡ ойоштороу, машина һатып алыу өсөн дә бик ярап ҡалыр ине. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә РФ Хөкүмәте Әсәлек капиталын баҡса участкаһында йорт төҙөргә рөхсәт иткән закон проектын Дәүләт Думаһы ҡарауына индерҙе. Әлбиттә, балаларҙың киләсәген ҡайғыртыу, уларға уҡыу, белем алыу, торлаҡ төҙөү йә һатып алыу кеүек мәсьәләләр беренсе сиратта хәл ителергә тейештер.
Айгөл БАЙРАМҒОЛОВА, Баймаҡ районы Темәс ауыл хакимиәте башлығы: Беҙҙең хакимиәт биләмәһе бик ҙур: ул туғыҙ ауылды берләштерә. Шуға күрә үҙебеҙҙең урындағы демография торошона әллә ни зарланырлыҡ түгел: 7 мең 430 кеше йәшәй беҙҙә. Балалы, шулай уҡ күп балалы ғаиләләр байтаҡ. Темәстең йылға аръяғы өлөшө - элекке леспромхоз зонаһында икенсе мәктәп төҙөлдө, шулай уҡ икенсе балалар баҡсаһы асылды. Былар үҙҙәре үк ауылдарҙа балаларҙың күп булыуы хаҡында һөйләп тора. Балалар баҡсаһына хатта сират торалар, сөнки әсәйҙәр ферма бүлексәләрендә, малсылыҡта эшләй. Урындағы психоневрология интернатында 270 кешегә эш урыны булдырылған. Ауыл биләмәләрендә 5 балалы ғаиләләр байтаҡ. Яңыраҡ ҡына өс кеше баш ҡалабыҙ Өфөгә барып, "Әсәлек даны" миҙалына лайыҡ булып ҡайтты, сиратта тағы ла шундай биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән 17 әсә бар.
Күп балалы ғаиләләр хаҡында һөйләгәндә, балалар тәрбиәһендә атайҙар өлөшө хаҡында ла әйтеп китеү мотлаҡ, сөнки беҙҙәге бындай ғаиләләрҙә атайҙар хаҡлы абруй ҡаҙанған, ғаиләләрен матди яҡтан тәьмин итеүгә яуаплы ҡарайҙар, бөтәһе лә эш менән мәшғүл - шунһыҙ мөмкин дә түгел. Ошо көндәрҙә ғаиләлә тыуған өсөнсө бала өсөн атайҙар капиталы булдырыла тигән хәбәр ысынға сыҡһа, бик һәйбәт сара булыр ине, тип уйлайым. Элек был ярҙам атайҙарға әсә менән берәй хәл килеп тыуған осраҡта ғына (вафат булһа йә әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителһә) бирелә ине. Әлеге тәҡдим буйынса иһә, ысынлап та, ғаилә башлығы булараҡ, бала ҡарауҙа, аҫрауҙа һәм тәрбиәләүҙә атайҙар төп урынды биләй: улар мал таба, ғаилә бюджетын ҡайғырта, шул уҡ ваҡытта балаларҙың эш һөйөүсән, тәртипле булып үҫеүенә лә ныҡ йоғонто яһай. Шуға күрә атайлыҡ капиталы уларға исемләп тә бирелергә тейеш. Аҡсаны ғаилә мәнфәғәтендә тотоноу мәсьәләһе лә бергә хәл ителергә тейеш. Өсөнсө балаға атайҙар капиталы булдырыу, һис һүҙһеҙ, күп балалы ғаиләләрҙең матди хәлен яҡшыртыуҙа бик ҙур ярҙам буласаҡ. Ҙур ғаиләнең ихтыяждары һәм сығымдары ла ҙур. Хәҙер күп уҡыу йорттарына инеү түләүле. Әгәр торлаҡ мәсьәләһе борсомай икән, аҡсаны балаларҙың уҡыуына тотоноу мөмкинлеге хаҡында ла оноторға ярамай, сөнки юғары белемгә эйә булыу балаға киләсәктә тормошта үҙ урынын тиҙерәк табырға, өлгөргән шәхес булып үҫешергә ярҙам итәсәк.
Тәнзилә БАЙГИЛДИНА, хеҙмәт ветераны: Ғаиләлә тыуған өсөнсө балаға Әсәлек капиталы кеүек үк бер тапҡыр түләнә торған ғаилә капиталы булдырырға кәрәклеге һәм уны атайҙар капиталы тип атарға тәҡдим итеүҙәрен ишеткәс, бик шатландыҡ, сөнки өс балам да ғаиләле, берәр-икешәр балалары бар, ләкин өсөнсөһөн табырға нишләптер йөрьәт итмәйҙәр. Исмаһам, тап ана шулар кеүек башҡа бик күп ғаиләләрҙе лә матди яҡтан дәртләндереп ебәрергә ярҙам итер ине, тип уйлаған булам үҙемсә. Атайҙар капиталы тип улар исеменә бирергә йыйыныуҙары ла һәйбәт ниәт, сөнки бала тыуыуҙа һәм, ғөмүмән, уларҙы үҫтереп, кеше итеүҙә атайҙың роле лә баһалап бөткөһөҙ. Ә беҙҙә бөтөн маҡтау-хөрмәт билдәләренә тик әсәй генә лайыҡ тигән һымағыраҡ ҡараш йәшәй. Миҙалды ла улар ала, хөрмәт-һөйөү һүҙҙәре лә уларға, аҡсаһы ла уларға, тигәндәй. Хәйер, Әсәлек капиталын, әлбиттә, уны үҙ исеменә алған әсә үҙе өсөн тотонмай ҙа бит, шулай ҙа...
Әле Мәскәүҙә РФ Йәмәғәт палатаһының ғаилә мәсьәләләре буйынса комиссияһы рәйесе урынбаҫары С.Рыбальченконың был тәҡдимен Президент В.Путин да яҡлап сыҡты, тип уҡыным. Тимәк, мәсьәләгә етди ҡараш бар, был проектты ике-өс йылдан көсөнә инер, тип фаразлаһалар ҙа айырым төбәктәрҙә уны киләһе йыл уҡ башлап, һынап ҡарарға уйҙары бар икән. Атайҙар капиталы булдырыу, ысынлап та, бер яҡтан, дәүләт, йәмәғәтселек һәм ғаиләһе алдында атайҙарға үҙҙәренең баһаһын, дәрәжәләрен һәм күңелдәрен күтәреп ебәрерлек бер мөһим сара буласаҡ, тип уйлайым. Икенсенән, иш янына - ҡуш, тигәндәй, ғаилә бюджетына һиҙелерлек файҙа килтерәсәк ул. Дөрөҫ, атайҙар капиталы ла ҡулаҡса килеш бирелмәй; уны алыу һәм маҡсатлы йүнәлештәр буйынса ғаилә мәнфәғәтендә тотоноу шарттары ла шул уҡ Әсәлек капиталы кеүек буласаҡ, тиҙәр. Һәр хәлдә, булһын ғына, барҙың урыны табылыр. Әйткәндәй, әле бына Дәүләт Думаһында дүрт һәм унан күберәк балалы ғаиләләргә ғаилә капиталы булдырыу тураһында депутат Ирина Яроваяның проекты ҡарала. Депутат фекеренсә, балаларҙың атай-әсәйле булып, етеш тормошта үҫеүе күп йәһәттән баланың бәхетле яҙмышын тәьмин итә. Унан килеп, бындай ҙур һәм татыу ғаилә башлыҡтарының никах ептәре лә ныҡлы, ышаныслы була. Бының менән килешмәй мөмкин түгел: юҡ талаштыра, бар яраштыра, тигән бит халҡыбыҙ аҡылы ла.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.
