ЭШҺЕҘЛЕК ПРОБЛЕМАҺЫ

Һуңғы осорҙа йыш ҡына теге йәки был өлкәлә белгестәр етмәй тигән фекерҙәр ишетелеп ҡала. Шул уҡ ваҡытта эш юҡ тигәндәр ҙә осрай. Ә һеҙ эшһеҙлек проблемаһы менән осрашҡанығыҙ бармы?

ЭШҺЕҘЛЕК ПРОБЛЕМАҺЫ, image #1

Эльза ХӨСНУЛЛИНА, Көйөргәҙе районы: Һөнәрем буйынса юғары белемле урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһымын. Дәртем дә, дарманым да бар тигән һымаҡ, белемем дә, эшләргә теләгем дә бар ине. Тик эш урыны ғына булманы.

Ҡулайлаштырыу тигән булып, гөрләп торған мәктәпте япҡас, бөтә коллектив менән эшһеҙ торҙоҡ та ҡалдыҡ. Артта ҡалған белем усағы ла түгел ине, балалар һаны ла етерлек. Киләсәге юҡ, йәнәһе лә... Ауылға ныҡлап төпләнеп өлгөрһәк тә, мал-тыуарҙы бөтөрөп, ҡуртымға фатир алып, ҡалаға күсергә тура килде.

Бында ла бер кем дә минең яратҡан һөнәрем буйынса эш әҙерләп ҡуймағайны. Декрет ялында булған филологтың урынына ғына алғайнылар. Уныһы түләүҙәргә аҡса етмәй тиеп, йәше лә тулмаған балаһын имеҙеүҙән ташлатып, әсәһенә ҡалдырҙы ла, эшкә сыҡты. Шулай итеп, уҡыу йылы уртаһында тағы эшһеҙ ҡалдым. Шаҡымаған ишек, бармаған ойошма ҡалманы. Кем генә булып эшләмәнем икән? Хәҙер иҫләге лә килмәй. Ғөмүмән, тормошомдағы был осорҙо хәтерләргә яратмайым. Подъезда иҙән дә йыуҙым, һатыусы ла, тауар төрөүсе лә булып эшләнем. Түшәктә ятҡан оло ҡатынды ла ҡараным. Иремә лә ошо уҡ юлды үтергә тура килде. Башҡаса сарабыҙ юҡ ине, сөнки бер түгел, ике баланы уҡытып сығарырға кәрәк. Мин эшһеҙ ҡалған йыл алдынан ғына Өфөнөң юғары уҡыу йорттарының береһенә уҡырға ингәйнеләр. Үҙ көстәре менән бюджет нигеҙендә уҡыһалар ҙа, юлына, йәшәүенә, кейемгә ике балаға бик күп китә бит. Түләүһеҙ тип атала ғына бит ул хәҙер, ә барыбер бөтәһенә лә аҡса кәрәк.

Хәҙер, шөкөр, ул ауыр йылдар артта ҡалды, улдарыбыҙ икеһе лә һөнәре буйынса эшләп йөрөй. Ирем менән ошо балаларҙы аяҡҡа баҫтырыр өсөн бурысҡа батып, икенсе һөнәргә уҡып, Мәскәүгә сығып киттек. Бына һигеҙ йыл инде икебеҙ ҙә илебеҙ баш ҡалаһында һаҡ ойошмаһында эшләйбеҙ. Күмертауҙан фатир алдыҡ, бер нисә йыл буш торған ауылдағы йортобоҙҙо ла матурлап ремонтлап, ҡара яҙҙан көҙгә тиклем шунда йәшәйбеҙ, ҡышын - ҡалала. Ипотекабыҙ, кредитыбыҙ юҡ, көнитмешебеҙ матур. Икмәк менән ҡоро сәй генә эсеп ултырған ваҡыттарҙы иҫкә төшөрмәҫкә тырышабыҙ.

Һуңғы йылдарҙа ирем менән сменалар тура килмәүе генә ҡыйын, беребеҙ ҡайта, икенсебеҙ китә, өсәр-дүртәр ай күрешмәгән ваҡыттар ҙа бар. Ярай, беҙ йәшәгәнен йәшәгәнбеҙ, ауырлыҡта һыналып, кем әйтмешләй, бер бот тоҙҙо ла ашағанбыҙ, бер-беребеҙгә ышанабыҙ, беләбеҙ, тигәндәй. Ә кемдер ошолай айырым йәшәүгә сыҙамаҫҡа ла мөмкин бит...

Күптән түгел интернетта Башҡортостанда сауҙа өлкәһе белгестәре, эшселәр, төҙөүселәр етмәүе тураһында уҡығайным. Мин эш эҙләгән осорҙа ла кәрәк ине улар. Тик унда барып эшләп ҡараһаң ғына ни өсөн был өлкәлә эшләргә теләмәгәндәрен аңлайһың - эше ауыр, әммә эш хаҡы бик аҙ. Бына шулай, дәртләнеп кенә уҡытып йөрөгән урындан дүрт йылда унлаған эш урынын алмаштырып, һаҡсы булып киттем...

Әмир ХӘЛИТОВ, Мәләүез ҡалаһы: Эшһеҙлек темаһы ҡайһы саҡта яһалма рәүештә күтәрелгән кеүек тойола. Эйе, эйе, ысынлап та шулай. Рәсәй дәүләте яңы иҡтисади юлға баҫҡанға өс тиҫтәнән ашыу йыл үтеп китте. Әммә эшһеҙлек кәмеү генә түгел, көндән-көн арта ғына бара. Ил Президенты сығыштарында ла был тема ситләтеп үтелмәй. Шулай инде, элек гөрләп эшләп торған завод-фабрикаларҙың күбеһе ябылды ғына түгел, емерелде бит. Мәләүез ҡалаһында, мәҫәлән, 5800 кеше эшләгән химия заводында эш урыны хәҙер меңдән дә кәмерәк. Бынан ике йыл элек шәкәр заводы ла эшенән туҡтаны. Башҡа эшкәртеүсе предприятиелар ҙа теге йәки был сәбәптән юҡҡа сыҡты.

Шул уҡ ваҡытта магазин кәштәләрендә башҡа төбәктәрҙә етештерелгән продукциялар күпләп урын алған. Уларҙың сифаты тураһында ҡапыл ғына фекер йөрөтөп тә булмай. Ризыҡ сифатын уны ҡабып ҡарағас ҡына аңлайһың, ләкин ниндәйҙер дәғүә белдереү һуң була - төрөлгән материал асылған, продукция етештереүсе йыраҡта, бик йыраҡта.

Башҡортостан һөт етештереү күләме буйынса илдә тәүге урындарҙы биләй, ә магазинға инһәң, үҙебеҙҙә етештерелгәнен осратыуы бик ҡыйын. Осратһаң да, хаҡы тешләшә. Әйтәйек, Мәләүез һөт-консерва комбинатында етештерелгән ҡаймаҡтың банкаһы 46 һум тора, ә Яр Саллынан килтерелгәне - 32 һум. Беҙ бөтә район-ҡалабыҙ менән күршеләребеҙҙә эшһеҙлек булмаһын тип тырышабыҙ, сөнки уларҙың фермерҙары продукцияһы магазин кәштәләрендә аҙна буйы ятып боҙолмай, ҡаймаҡ-май етештереүсе предприятиеның келәттәре лә тулып ятмай. Бөтә халыҡ эш менән мәшғүл. Бына ошондай тиҫтәләгән ауыл хужалығы, сәнәғәт предприятиеһы эшен дөрөҫ ойоштормауҙан башлана ла инде эшһеҙлек проблемаһы.

Ҡасандыр ҡалала тирә-яҡта билдәле икмәк комбинаты бар ине, уның продукцияһын Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары сауҙа нөктәләре ҙур теләк менән һатып ала ине. Предприятиеның Нөгөш һыуһаҡлағысында бик матур ял базаһына ҡыҙығып, конкуренттары уны банкрот яһаны, быны яҡшы аңлаған етәкселек проблеманы күрмәмешкә һалышты. Һөҙөмтәлә комбинат юҡҡа сыҡты, ә икмәкте Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларынан ташыйҙар, урында унға яҡын ваҡ пекарня бешерә. Ә тиҫтәләгән йыл тәжрибә йыйған эшселәр эшһеҙ йөрөй. Ситтән ҡарағанда ғына эшһеҙ ҡалыу хаҡында фекер йөрөтөү еңел, ә бына был "тирегә инеп" ултырыусыға көнләшмәйем. Ярар ҙа тәүге осорҙа һине ашатып тороусы атай-әсәйең, йә иһә хәлле ғаиләң булһа. Ә булмаһа? Артыңда ипотекаң, балалар баҡсаһына һәм башҡа түләү торһа, ни эшләрһең?

Хәҙер юғары уҡыу йорттары аҙым һаны һайын иҡтисадсылар, идарасылар әҙерләй, ә эшһеҙлек проблемаһы бер көнгә лә кәмемәй. Минеңсә, етәксе вазифаһын биләр алдынан кандидатҡа, берәр йыл эш бирмәй, төрлө контора буйлап эш эҙләтергә, аҡсаһыҙ бер арауыҡ осор йәшәтеп ҡарарға кәрәктер. Заманында минең үҙемә был юлды үтергә тура килде. Бер хеҙмәттәшемдең алдап ошаҡлауы арҡаһында эштән киттем. Беҙ ҡапсыҡта ятмай, тигән кеүек, алдаҡ ярты йылдан асыҡланды. Элекке хеҙмәттәштәрем осрағанда күҙемә тура ҡарамаҫҡа тырышты. Эш эҙләп, күп предприятие тупһаһын тапаным, минең даным үҙемдән алда йөрөнө. Кисен барып һөйләшәһең, иртән йә вакансия юҡ, йә ғаризаға юғарыраҡ вазифа биләгәндәр ҡул ҡуймаған булып сыға. Быны ишеткәс, өҫтөңә бысраҡ һыу һипкән кеүек була ине. Ярар әле, атай-әсәй бер нисә ай ҡараны. Ә бит минең ҡарамаҡта - йәш балалы ғаилә. Ул саҡта эшһеҙҙәрҙе теркәп, пособие таратҡан ойошма ла юҡ ине. Сараһыҙҙан стенаға менерҙәй булһаң да эш табып булманы. Көндәрҙең береһендә юлыҡтым шундай мәрхәмәтле кешегә: ул эш урыны ғына биреп ҡалманы, медицина тикшереүе үтеүҙә булышлыҡ итте. Ошо предприятиела ҙур хеҙмәт юлы үттем, белемем еткән, тәжрибәм булған вазифаларҙы биләнем. Бер ваҡытта ла ҡул аҫтындағыларҙы эшһеҙ ҡалдырырға тырышманым, сөнки эшһеҙ булыуҙы үҙ елкәмдә татып ҡараным.

Етәксе вазифаһын биләүем элекке эш урынында ла ишетелгән икән, теге алдап ошаҡлаған белгес бер көндө эш һорап килде. Белгес булараҡ, уны ихтирам итә инем, ләкин алдаҡсыларҙы, ике йөҙлөләрҙе ғәфү итә алмайым. Был турала асыҡтан-асыҡ әйтеп сығарҙым. Ғәфү үтенмәне, хушлашмай ҙа сығып китте. Тимәк, эшһеҙлектең нимә икәнен әле татып ҡарамаған булғандыр...

Ләйсән ТОЛОМҒУЖИНА, Ейәнсура районы: Республикабыҙ үҫкән, бөтә өлкәләргә лә яңы технологиялар индерелгән һайын, яңы һөнәрҙәр ҙә барлыҡҡа килде. Ниндәй генәләре юҡ хәҙер. Шул уҡ ваҡытта төбәктә эшһеҙлек проблемаһы ла бөгөн иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Мин быны мәшғүллек үҙәктәрендә күпме кеше иҫәптә тороуына ҡарап ҡына әйтмәйем. Ә республика халҡының күпләп ситтә эшләүенән сығып әйтәм. Үҙемдең Баймаҡ районында йәшәгән яҡын туғандарымдың барыһы ла тиерлек Сорғот, Уренгой, Төмән, Мәскәү тарафтарында эшләй.

Мин дә, тиҫтерҙәремдең күбеһе кеүек, юғары уҡыу йорто дипломын алғас, үҙем һайлаған һөнәрем буйынса эшләмәй, башҡа өлкәне һайланым. Социаль педагог булып, баш ҡалала бер йыл эшләгән осорҙа өҫтөмә бер йүнле кейем дә алып кейә алманым. Юлға, ашауға ғына етә ине аҡсам, ә фатирға түләргә атай-әсәйҙән алам. Бер йыл эшләгәндән һуң, был белем биреү ойошмаһынан китеп, икенсе эш эҙләнем. Үҙемде эшкинмәгән, бер кемгә лә кәрәкмәгән итеп тойоу шул тиклем ауыр ине миңә. Вакантлы урындар бөтөнләй юҡ ине тип әйтә алмайым, әлбиттә. Бар ул, тик эш хаҡы - тауыҡ көлкөһө генә. Шәхси предприятиеларҙа үҙ кеҫәһен генә ҡайғырталар, вәғәҙә иткәнен түләмәйҙәр, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә, ярҙам һорарға? Үҙ хоҡуҡтарыбыҙҙы тулыһынса белмәү сәбәпле, кәмһетелеүгә, түбәнһетелеүгә лә дусар булырға тура килде.

Шулай йөрөй торғас, парикмахерға уҡып сығып, апайыма эйәреп, Себер тарафтарына сығып киттем. Шунда икенсе яртымды осраттым, ул сығышы менән Ейәнсуранан ине. Вахта ысулы менән эшләй. Бер йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң, кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны. Әлеге ваҡытта мин декрет ялындамын. Әммә эшкә сығырға ла күп ҡалманы. Бөгөн илдә ябай эшсе һөнәрҙәре талап ителә, ашнаҡсылар, игенселәр, тракторсылар кәрәк, тигәндәрен ишеткәнем бар. Колхоздар булмағас, улар ҡайҙа эшләргә тейеш һуң ул? Эйе, һуңғы йылдарҙа фермер хужалыҡтары ойоштороп, ауылдарҙа ер алып, иген үҫтереүселәр, мал үрсетеүселәр күп. Әммә фермерҙар эш урындары булдырҙы, тигән хәбәр бик үк дөрөҫкә тап килмәй шул ҡайһы ваҡыт, сөнки кешене эшкә алып, хеҙмәт килешеүен законға ярашлы рәсмиләштермәй. Күптәр үҙенең хужалығына эсергә яратҡан, асарбаҡтар, берәҙәктәр кеүек йәшәр урыны булмаған кешеләрҙе йәлеп итергә тырыша. Хеҙмәт Кодексына ярашлы алынмағас, һалым органына ла, Пенсия фондына ла түләүҙәр күсерергә кәрәкмәй, эш хаҡы ла тейешенсә, йә иһә бөтөнләй түләнмәй. Революцияға тиклемге көнлөксө хеҙмәтендәге кеүек, "ашау - байҙан, үлем - Хоҙайҙан" тип, бер ниндәй хоҡуҡһыҙ эшләй улар. Кеше рәтенсә ашатып, мунса индереп эшләтһә яҡшы ла һуң... Ә бит йоҡларға һарай мөйөшөнән урын биреп, малға бутаған бутауын ашатҡандар ҙа юҡ түгел бит.

Эйе, ныҡлап уйлап ҡараһаң, бөгөн беҙ бик ҡатмарлы осорҙа йәшәйбеҙ. Күптәр эш юҡлыҡтан нимә эшләргә белмәй, эскелеккә һалышты. Минең дуҫтарым араһында ла бар ундайҙар. Юғары белемле уҡытыусы үҙе. Мәктәп директорының ҡатынына сәғәт кәрәк тип, ярты ставкаға ҡалдырылғас, эшенән китергә мәжбүр булды. Ә тегенеһе выслуга буйынса пенсия ла ала, йәше буйынса ла күптән хаҡлы ялда булырға тейеш. Эш стажы ҡырҡ йылдан ашыу. Сәғәтен биреп, өйҙә ятһа, йәштәргә урын булыр ине, исмаһам. Мин үҙем эшһеҙлек проблемаһы менән күҙмә-күҙ осрашҡас, хәҙер уның нисек ауыр икәнен беләм...

Лена АБДРАХМАНОВА яҙып алды.

24 views·1 share