Балалар посибиеһы
1 апрелдән 3-тән 7 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләр арттырылған пособиеға дәғүә итә. Ошондай сараларҙың балалы ғаиләләргә ниндәй кимәлдә ярҙамы тейә?
Ләйсән МӘХМҮТОВА, Мәләүез ҡалаһы: Мин - һигеҙ балалы әсәй. Шуға күрә балалы ғаиләләргә ҡағылышлы һәр яңылыҡты өйрәнеп, танышып барам. Пособие күләме артыуы хаҡында мәғлүмәт мине ҡыуандырҙы. Ғөмүмән, республикала демографияны үҫтереүгә йүнәлтелгән байтаҡ программа бойомға ашырыла һәм уларҙа ҡатнашыу хоҡуғын ҡулланғаным бар. Әсәлек сертификаты, бушлай ер участкаһы... Социаль ярҙам саралары камиллашыуын дауам итә. Бер ҡарарҙың көсө сыҡһа, икенсеһе ҡабул ителә, барыбер бер урында тормай. Балалы ғаиләләргә ярҙам итеү маҡсатында төрлө йүнәлештәр барлыҡҡа килеп тора.
Әйткәндәй, беҙҙең илдә социаль ярҙамдың төрө бик күп. Шуның бер өлөшө аҙ килемле ғаиләләр өсөн. "Путин пособиеһы" - шуның береһе. Балалы ғаиләләргә был ярҙам сараһы артабан да күрһәтелһә, икенсе-өсөнсө, дүртенсе һәм артабанғы балаһын табырға теләгәндәр бер нисә йылдан, һис шикһеҙ, артыр, тип уйлайым. Ыңғай тенденция әле үк һиҙелә. Мәҫәлән, былтыр икенсе, өсөнсө һәм артабанғы тыуған балалар һаны артыуы билдәле. Быға тиклем күп ғаилә бер бала менән сикләнһә, Әсәлек капиталы бирелә башлағас та икенсе, өсөнсө балаһын тапҡан ғаиләләр күбәйгәйне бит. Хәҙер ҙә шулай булыр, тип уйлайым.
Балаларға пособиелар быға тиклем дә бирелде. Әле уны алыу шарттары ғына үҙгәрҙе. Белешмәләр, документтар йыйыу, уларҙың артынан йөрөү, әлбиттә, бик еңел түгел. Балаларҙы ҡалдырып, сират көтөргә лә тура килә. Миңә үҙемә, мәҫәлән, күп функциялы үҙәктә оҙаҡ ҡына ултырырға тура килде. Әммә йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә, тиҙәр. Йөрөмәһәң, булмай инде. Аллабирһә, артабан да был пособиены алырмын, тип уйлайым.
Әмир ХӘЛИТОВ, хеҙмәт ветераны, Көйөргәҙе районы: Үҙәк телевидениеның ҡайһы каналын ғына асма, бына бер йылдан ашыу иртән дә, кисен дә, коронавирус сире тураһында күрһәтәләр. Бала табыуҙы арттырыу темаһы унан саҡ ҡына ҡалышалыр, моғайын. Бөтә ер йөҙөн тетрәткән дәһшәтле һуғыш йылдарында һәм унан һуң да бала табыу проблемаһы бөгөнгөләй, бөйөк Еңеүгә 76 йыл тулғас та, былай киҫкен тормағандыр. Беҙ үҫкән саҡта һәр йорт һайын алты-ете бала була торғайны. Атай-әсәйҙәребеҙ әллә ни хәлле лә йәшәмәне.
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланған осорҙа бала-саға бигүк булмаған, сөнки ир-ат йә яу яланында һәләк булған, йә һуғыштан ике-өс йылдан һуң ғына ҡайтҡан. Илебеҙ әллә ни ныҡлап аяҡҡа баҫып өлгөрмәй, йәш һәм ҙур тәжрибәле ғаиләләр "өҫтән" күрһәтмә көтмәй демографик хәлде ыңғай хәл итергә тотона. Бала табыу йәшендәге меңәрләгән ҡатындың нәҫелен арттырырға теләге булыуына иманым камил. Шуға ла тол ҡатындар буйынса Совет власының айырым ҡарары ла булғандыр, моғайын, сөнки ауыл һайын 1952-1954 йылғы атайһыҙ малай-ҡыҙҙар берәү генә түгел.
Хәҙер бала тапһын өсөн йөҙәрләгән мең һум түләйҙәр. Ҡайһы берәүҙәр аҡса кәрәк булғанға ғына ла бала таба. Бер илле йыл элек "Сифат билдәһе" тигән төшөнсә, тамға була торғайны. Аҡса өсөн тыуған бала-сағаға ниндәй сифат билдәһе ҡуйырҙар ине икән?
Киң мәғлүмәт сараларында, интернетта көн дә тиерлек ете йәшкә тиклем балаға ай һайын ҙур ғына сумма аҡса түләнеүе хаҡында һөйләйҙәр. Ә беҙҙең атай-әсәйҙәр тик бишенсе балаһына ғына алды пособиены, тик бынан бер кем дә зарланманы, аҡса ҡәҙерен, тормош ҡәҙерен белеп йәшәне.
Легендар "Свинарка и пастух" кинофильмында төп ролде башҡарған, 102 йәшкә тиклем йәшәгән билдәле актер Владимир Зельдин бына нимә ти: "Беҙгә, беҙҙең балаларыбыҙ яҡшы йәшәйәсәк, тинеләр. Ә хәҙер балаларға, һеҙҙең атай-әсәйҙәрегеҙ һәйбәт йәшәне, тиҙәр". Бына ошо фекерҙең һуңғы өлөшө хәҙерге быуынға өлкәндәрҙән ҡалышмай донъя көтөргә мәжбүр итәлер - аҡсаға булһа ла, бала табырға, эшләмәһә лә дәүләттән финанс ярҙамы алырға. Быларҙан ҡотолоуҙың тик бер генә юлы барҙыр - етерлек кимәлдә тейешле эш хаҡы булған эш урындары булдырыу. Үҙең эшләп алған аҡсаның ҡәҙере күпкә юғарыраҡ. Шул сағында кеше иртәгәһе көнгә ышаныр, балалар күберәк тыуыр ине...
Ильвира ӘҒЛӘМОВА, Ейәнсура районы: Балалар пособиеһының артыуы, һис шикһеҙ, һөйөнөслө. Әммә ғаиләнең килеменә, статусына, мөлкәтенә ҡарамай, бер ниндәй белешмә, документ йыймай ғына барыһына ла бирелһен ине ул. Бына шул сағында ярҙам тип атарға мөмкин булыр ине.
Дәүләт хәҙер шул тиклем ярҙам итә, ни эшләп бала тапмайҙарҙыр инде ул бөгөнгө йәштәр? Декрет аҡсаһын да күпләп алалар, икенсеһе тыуһа ярты миллион һум түләйҙәр. Өсөнсөһө өсөн бушлай ер участкаһы бирәләр. Беҙҙең заманда, атап әйткәндә, туҡһанынсы йылдар башында балаларға бер ниндәй пособие алмаһаҡ та, өс бала табып үҫтерҙек. Мин үҙем тәүге икәүһенә балалар аҡсаһын бер тин дә ала алманым. Эш хаҡым 37 йә 87 һумға артыҡ килә лә сыға. Аҙаҡ юллап та торманым. Ҡайһы берәүҙәрҙең килемен аҙайтып күрһәтеп, ялған белешмә менән пособие эшләткәнен ишеткәнем булды, әммә минең ундай танышлыҡтар юҡ ине. Аҙыҡ-түлек менән атай-әсәй ауылдан ярҙам итеп торҙо, үҙебеҙҙең эшләгән-тапҡан кейемгә, юлға, коммуналь түләүҙәргә тотонолдо. Тәүге икәүһенә ала алмаһам да, өсөнсө балаға бер аҙ алдым, уныһының суммаһы ла тауыҡ көлкөһө ине инде. Балаларҙы көскә уҡытып сығарҙыҡ, тиһәм, бер ҙә арттырыу булмаҫ.
Әле бына 3-тән 7 йәшкә тиклемге балаларға пособиелар тураһында һөйләйҙәр. Ошондай йәш сикләүен дә бик аңлап етмәйем мин. 7 йәштән үткәндәр бала түгелме ни? Уларға нисек йәшәргә? Бына минең үҙемдең улымдың 8 һәм 10 йәшлек ике улы үҫеп килә, улар башҡаларҙан нимәһе менән кәм? Улар үҫкән һайын кәрәкле сығымдар күләме лә арта. Түңәрәккә, өҫтәмә занятиеларға, секцияларға йөрөйҙәр. Ата-әсәһе үҙҙәре машинала йөрөтөргә тырышһалар ҙа, таксиҙа ҡайтырға ла тура килә. Бына шуның кеүеккә күп китә бит ул аҡса.
3 йәшкә тиклемгеләргә лә түләнмәүенә аптырайым. Икенсе улыбыҙҙың ғаиләһе лә был пособиены алыу хоҡуғына эйә түгел, сөнки ҙурына әле өс йәш тулмаған, бәләкәсенә - 8 ай. Әгәр йәш сикләүе булмаһа, нисек яҡшы булыр ине. Балаларым, әлбиттә, насар йәшәмәй. Кейергә кейеме бар, ашарҙарына ла етерлек. Тик ошо пособиены ала алмауҙарына ғына йән көйә, бала тәрбиәләгән ғаиләлә артыҡ аҡса буламы ни?
Балалар пособиеһы ғына, әлбиттә, йәшәү кимәлебеҙҙе, тормош сифатыбыҙҙы тулыһынса күтәрмәй. Бөтә ғаиләләр ҙә етеш йәшәһен өсөн етерлек эш хаҡы булған эш урындары булдырырға кәрәк. Ҡалаларҙа ғына түгел, ауылдарҙа ла. Шул ваҡытта балалар ҙа тыуыр, тәбиғи артым да, әүҙем ғүмер оҙайлығы ла күҙәтелер. Айлыҡ аҡсаһы йәшәү минимумынан да кәм булған ғаиләләрҙең бала табырға йөрьәт итеүен бөгөн хатта батырлыҡ тип уйларға ла урын бар.
Лена АБДРАХМАНОВА яҙып алды.
