АВТОМОБИЛҺЕҘ КӨН

Был көндәрҙә сентябрь календары "Бөтөн донъя автомобилһеҙ бер көн" иғлан итте. Ә һеҙ машинаһыҙ йәшәй алыр инегеҙме?

АВТОМОБИЛҺЕҘ КӨН, image #1

Регина ДАУЫТОВА, эколог: Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йәһәтенән бер көндө автомобилһеҙ үткәреү экологияға, кеше һаулығына, ҡала мөхитенә һиҙелерлек күләмдә файҙа килтерер ине. Иң беренсе - һауа атмосфераһына ағыулы автотранспорт яғыулығы ҡалдыҡтары бүленеп сығарыу кәмер ине. Бөгөн автотранспорт, һауа бысратыу сығанағы булараҡ, сәнәғәт предприятиеларынан да үткәреп ебәрҙе, тип уйлайым, сөнки уның өлөшөнә азот һәм углерод оксидтарын да ҡушып, 70-95 процент зыянлы матдәләр бүлеп сығарыу тура килә. Ә инде бер көн булһа ла шәхси автомобилдән баш тартып тороу атмосферала ағыулы ҡалдыҡтар тупланышын бермә-бер кәметәсәк. Донъя кимәлендә автомобилдәр һаны ла, уларҙы етештереү темпы ла артҡандан-арта бара. Автомобиль транспорты халыҡ-ара союзының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн донъяла 1 млрд 500 млн транспорт сараһы иҫәпләнә. Уларҙың тирә-яҡ мөхиткә зыяны яғынан ҡарағанда, әйтеп кителеүенсә, автотранспорт һауа атмосфераһын бысратыуҙа башлап барыусы булараҡ, 95 процент, тауыш, шау-шыу сығарыуҙа - 49,5, климатҡа кире йоғонтоһо буйынса 68 процент зыян килтерә. 35 млн тонна зыянлы бүлендектәрҙең 89 проценты автотранспорт өлөшөнә тап килә.

Нисек итеп бер генә көнгә булһа ла шәхси автотранспорттан баш тартып торорға? Уны тулыһынса файҙаланмау мөмкин, әлбиттә. Ә бына автотранспортты рациональ ҡулланыу хаҡында уйланырға урын бар. Ҙур-ҙур тығындар, авариялар, машинаны тейешле кимәлдә ҡарап, тәрбиәләп тотоу һәм бының өсөн киткән сығымдар донъяның ҙур мегаполистарында автоһәүәҫкәрҙәрҙе машиналарынан йәмәғәт транспортына күсеп ултырырға мәжбүр итә башланы. Бының өсөн шарттар тыуҙырылып, автобус хәрәкәттәре, метро, такси һәм каршеринг үҫешен тәьмин итеү йәмәғәт транспортының күп йәһәттән экологик таҙа һәм уңайлыраҡ та икәне аңлашылды. Унан һуң бит рулгә ултырыуҙың һәр ваҡытта ла ниндәйҙер дәрәжәлә авария ихтималлығы менән бәйле булыуы ла кешегә стресс яһай. Машинанан баш тартыу водителдәрҙең һаулыҡ торошо өсөн дә ғәйәт файҙалы: хәрәкәт, бер нисә туҡталышты йәйәү атлап, метроға йә автобусҡа ултырыу файҙаға ғына буласаҡ.

Әхмәт КИЛМӨХӘМӘТОВ, завод эшсеһе, Өфө ҡалаһының Шакша ҡасабаһы: Ата-бабалар йәшәгән бит. Бөгөн, әлбиттә, заманы икенсе: тормош һәм йәшәү шарттарыбыҙ тиҙлек, ашығыслыҡ, көсөргәнеш талап итә: кемдер - эшенә, кемдер самолетҡа һуңлауҙан ҡурҡа. Ошо йәһәттән үҙ машинаң ғына ярҙам итә ала, сөнки йәмәғәт транспортына ышаныс юҡ, такси шулай уҡ заказ биргәс тә килеп етә һалмай ҡаҡшата. Ә бына эшем буйынса миңә машина кәрәкмәй. Ғүмер буйы Өфө заводтарының береһенә электричкала йөрөп эшләйем. Ә ул, исмаһам, ышаныслы: светофор, сират, тығын тигән нәмәне белмәй, елдерә генә! Дачаға ла йөрөмәйбеҙ, шөкөр: ҙур баҡса участкаһы булған үҙ йортобоҙ бар. Ҡатыным ҡасаба ойошмаһында эшләй, балаларға мәктәп - эргәлә. Отпуск, йәйге каникул ваҡыттарында, ситтәге ял урынына поезд, самолет алып барһа, үҙебеҙҙең Башҡортостан буйлап тәбиғәт ҡосағына, балыҡҡа әлеге етеҙ электричканан да ышаныслы транспорт юҡтыр.

Шуға күрә, күршемә ҡарайым да, уның һәр ваҡыт машинаһы менән этләнеүенә аптырап та ҡуям: беренсенән, өҙөп-йолҡоп кредит түләй; икенсенән, гараж төҙөйөм, тип, кирбес, төҙөлөш материалдары туплап бөтә алмай әле булһа. Минең менән бер заводта эшләй, завод туҡталҡаһына эре генә машинаһы менән килеп туҡтаған кеше була. Йәнәһе лә, электричкала йөрөү уның дәрәжәһен төшөрә. Үкенескә, бөгөн фәҡирҙәр менән бомждарҙың ғына машинаһы юҡ, тигән "философия" менән йәшәй хәҙер күптәр. Бер ҙә үҙемде фәҡир иҫәпләмәйем: эш хаҡым арыу, балалар донъяға килә башлағас, йортомдо ҙурайтып, ике ҡатлы коттедж рәүешле итеп төҙөнөм. Иркен спорт майҙаны өсөн дә урын етте, уны күнекмәләр өсөн ҡулайламалар, тренажерҙар менән йыһазланым. Улдарыма спорт велосипедтары һатып алдыҡ. Бына шулай ике ут күрше: беребеҙ - машинаһыҙ, икенсебеҙ машиналы булып донъя көтәбеҙ, әммә беребеҙ ҙә беребеҙҙән артыҡ та, кәм дә түгелбеҙ, тик автомобилдең тәғәйенләнешен генә төрлөсә аңлайбыҙ. Минең өсөн машина уңайлы транспорт сараһы булһа, күршем уны дәрәжәһен күтәреү билдәһе, мәртәбә, кешенән ҡалышмай йәшәргә тырышыу тип аңлай.

Нәсимә ҒӘЙНУЛЛИНА, автоһәүәҫкәр: Машинаһыҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым: унһыҙ мин гүйә ҡулһыҙ-аяҡһыҙ һымаҡмын. Машина менән мин үҙемде бер кемгә лә бәйле түгел, ә ирекле һәм үҙаллы тоям: ултырҙың да сыҡтың-киттең кәрәк ереңә. Уңайлы, тиҙ һәм күңелле - яратҡан музыкам оҙатып бара. Шуға күрә йәмәғәт транспорты туҡталыштарында яртышар сәғәт автобус көтөп тороусылар йәл миңә.

Дөрөҫ, машинаның ваҡытты һәм нервыны ашай торған мәшәҡәттәре лә етерлек: беренсенән, тығындарҙы, буш туҡталҡа урыны өсөн "һуғыш"тарҙы яратмайым. Быныһы ғына ярай әле ул, ә бына икенсе, өсөнсөләре... Берәй ерҙә, айырыуса оҙон юлда "атың сығынлап", туҡтап торһа, бөттө баш! Шуға ла юлға сығыр алдынан аҡса йәлләмәй, автосалонға барып, хәҙер инде яҡшы танышҡа әйләнгән егеттәрҙән машинамды энәһенән ебенә тиклем тикшертеп, яйлатып-майлатып алырға тура килә. Бындай ғәҙәтем, әйткәндәй булмаһын, аяҡ салғаны юҡ әле. Ә бына соҡор-саҡырлы юлдар, боҙлауыҡ, томан, буран һәм башҡа шундай яйһыҙ һауа торошо шарттары, әлбиттә, яҡшы юлдаш түгел. Өҫтәүенә, текә машиналарҙа елдереүсе башҡа юлдаштар ҙа үҙҙәренең тупһыҙлығы, тупаҫлығы менән хәүеф өҫтәй, юлыңды киҫә, юл биреүҙе талап итә, ҡатын-ҡыҙ водителде һанға һуҡмай, яйы сыҡҡан һайын мыҫҡылларға тырыша. Ә инде юл-патруль хеҙмәткәре туҡтатһа, танытмаң янына аҡсаңды ҡушып әҙерләү кәрәк.

Эйе, машиналы булыу рәхәт, тик кеҫәңдән даими аҡса һурыу кәрәк, унан ҡала бензин өсөн күпме аҡса тотонола. Хәҙер генә ҡыш башлана - тәгәрмәстәрҙе алмаштырыу үҙе бер стресс ҡатын-ҡыҙ өсөн. Йә запас частар кәрәк булып китә. Шулай итеп, билдәле башҡорт мәҡәлен үҙгәртеп, "машиналы ла илар, машинаһыҙ ҙа" тип әйтке килеп китә. Тик барыбер өйрәнелгән, өйөң кеүек күргән йыйнаҡ ҡына автомобилең эсенә инеп ултырыу менән был мәшәҡәт-хәстәрҙәр онотола, хәрәкәт ыңғайына күңелең йырлай башлай. Һеҙҙең һорауҙан алыҫлашып, дөйөм проблемаларға ла күсеп киттем, буғай. Ә яуабым шул: әгәр ҡәтғи талап ителә ҡалһа, әлбиттә, бер көн автомобилһеҙ ҙә сыҙарға булыр ине, ләкин шунан күберәккә түгел!

1 view·1 share